МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Тәүҙә...туғаның менән яраш». Быны нисек эшләргә?
Күҙ алдына килтер, һин Галилеяла, Ғайса йәшәгән заманда йәшәйһең, ти. Һин Иерусалимға Ҡыуыш ҡороу байрамына килгәнһең. Төрлө ерҙән бик күп кеше байрамға йыйылғанға күрә, ҡала гөжләп тора. Һин Йәһүәгә ҡорбан килтерергә йыйынғанһың. Хайуаныңды эйәртеп, ҡыҫыла-ҡыҫыла халыҡ аша үтәһең. Шулай итеп кеше тулы урамдарҙан һин ғибәҙәтханаға килеп етәһең. Унда һин үҙең кеүек ҡорбан килтерергә йыйынған күмәк кенә кеше күрәһең. Һәм бына хайуаныңды руханиҙарға тапшырырға сиратың килеп етте. Әммә тап шул мәлдә ҡәрҙәшеңдең һиңә үпкәһе булғанын иҫеңә төшөрәһең. Ул ҡорбан килтерергә теләгәндәрҙең йә ҡалала булғандарҙың араһында. Ғайса нисек эш итергә кәрәк икәнен аңлатҡан. (Матфей 5:24-те уҡы.) Үпкәләгән ҡәрҙәшең менән, Ғайса өйрәткәнсә, нисек татыулыҡ булдырырға? Һәр бер колонкала дөрөҫ яуапты билдәләп ҡуй.
ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?
-
Үпкәләү өсөн етди сәбәп булһа ғына, ҡәрҙәшем менән һөйләшермен.
-
Мин, ҡәрҙәшем барыһын дөрөҫ аңламаған йә беҙ икебеҙ дә ғәйепле, тип уйлаһам, уға быны аңлатырға тырышырмын.
-
Ҡәрҙәшемде иғтибар менән тыңлармын. Үпкәһенең төп сәбәбен аңлап бөтөрмәһәм дә, уны рәнйеткәнем өсөн һәм уға уңайһыҙлыҡтар килтергәнем өсөн, хатта быны белә тороп эшләмәгән булһам да, эскерһеҙ ғәфү үтенермен.
ҠӘРҘӘШЕҢ НИСЕК ЭШ ИТЕР?
-
Башҡаларҙың да үҙе яғына тороуын көтөп, йыйылышта һиңә үпкәләгәне хаҡында һөйләп йөрөр.
-
Һәр бер әһәмиәтһеҙ нескәлекте иҫкә төшөрөп, ғәйебеңде таныуыңды талап итер.
-
Һинең, уның янына барып, баҫалҡылыҡ һәм ҡыйыулыҡ сағылдырғаныңды баһалар. Һәм ысын күңелдән һине кисерер.
Беҙҙең заманда беҙ, хайуандарҙы ҡорбанға килтермәйбеҙ. Әммә Ғайса әйткән принцип, Йәһүә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы, беҙ ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлаһаҡ ҡына, ҡабул итә икәнен нисек күрһәтә?