Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың ғәжәп яңы донъяһы

Алланың ғәжәп яңы донъяһы

Унынсы бүлек

Алланың ғәжәп яңы донъяһы

1, 2. Армагеддон һуғышынан һуң нимә буласаҡ?

 АЛЛАНЫҢ һуғышында — Армагеддонда яуызлыҡ юҡ ителгәс, нимә буласаҡ? Иҫ киткес яңы эра башланасаҡ. Алла идараһына тоғро булыуҙарын иҫбатлаған һәм Армагеддонда иҫән ҡалған кешеләр яңы донъяла йәшәйәсәк. Кешеләр Алланан мул фатихалар аласаҡ. Кешелек тарихының был яңы өлөшө ниндәй тулҡынландырғыс буласаҡ!

2 Алла Батшалығы етәкселегендә кешеләр ожмах төҙөй башлаясаҡ. Улар үҙҙәренә генә түгел, ә бөтә кешеләргә файҙа килтерергә тырышасаҡ. Ер кешелек өсөн гүзәл, тыныс һәм күңелгә рәхәтлек килтергән йәшәү урынына әйләнә башлаясаҡ.

Яуызлыҡты ғәҙеллек алмаштырасаҡ

3. Армагеддон кешеләргә ниндәй еңеллек килтерәсәк?

3 Быларҙың барыһы Шайтандың яуыз донъяһы юҡ ителгәнгә күрә мөмкин буласаҡ. Бүленеүҙәргә килтереүсе ялған дин, ижтимағи ойошмалар һәм хөкүмәттәр юҡҡа сығарыласаҡ. Шайтандың юлдан яҙҙырған пропагандаһы башҡа булмаясаҡ, уны таратҡан барлыҡ ойошмалар яуыз донъя менән бергә юҡ ителәсәк. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Шайтан донъяһының ағыулы «һауаһы» юҡ ителгән! Ниндәй еңеллек!

4. Өйрәтеү тураһында әйткәндә, ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?

4 Ул ваҡытта кеше уйлап сығарған төрлө уйҙырмаларҙы Алланан килгән файҙалы белем алмаштырасаҡ. «Һинең бөтә улдарың Йәһүә тарафынан өйрәтелгән буласаҡ» (Ишағия 54:13). Йылдан-йылға дауам иткән был файҙалы өйрәтеү ярҙамында «һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө Йәһүә тураһындағы белем менән туласаҡ» (Ишағия 11:9). Кешеләр насар нәмәләргә өйрәнмәйәсәк, киреһенсә, «ерҙә йәшәүселәр тәҡүәлеккә өйрәнәсәк» (Ишағия 26:9). Һәр көн кешеләр яҡшы нәмәләр тураһында ғына уйлаясаҡ һәм яҡшылыҡ ҡына эшләйәсәк (Илселәр 17:31; Филиппийҙарға 4:8).

5. Бөтә яуызлыҡ һәм яуыз кешеләр менән нимә буласаҡ?

5 Шулай итеп, үлтереү, йәбер-золом, көсләү, талау һәм башҡа енәйәттәр бүтән булмаясаҡ. Бер кем дә кешеләрҙең яуыз эштәренән яфаланмаясаҡ. Ғибрәтле һүҙҙәр 10:30-ҙа былай тип әйтелгән: «Тәҡүә кешене йығып булмаҫ, яуыздар иһә ер йөҙөндә бүтән йәшәмәҫ».

Яңынан камил сәләмәтлек

6, 7. а) Батшалыҡ нимәне юҡ итәсәк? б) Ғайса, ерҙә булғанда, быны нисек күрһәткән?

6 Яңы донъяла Әҙәм менән Һауа күтәргән фетнәнең бөтә һәләкәтле эҙемтәләре юҡҡа сығарыласаҡ. Мәҫәлән, Алла Батшалығы ауырыуҙар менән ҡартлыҡты бөтөрәсәк. Бөгөн һаулығығыҙ яҡшы булһа ла, олоғайған һайын ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ менән килешергә тура килә: күреү һәм ишетеү һәләттәре насарлана, тештәр һирәгәйә, тән йыйырсыҡтар менән ҡаплана, шулай уҡ берәй сир менән ауырып китергә мөмкин, ә ахыр сиктә һәр кеше үлә.

7 Ләкин беренсе ата-әсәбеҙ ҡалдырған был эҙемтәләр тиҙҙән иҫкә лә алынмаясаҡ. Ерҙә булғанда, Ғайса ниндәй эштәр башҡарған? Инжилдә былай тип әйтелә: «Уның янына күп кенә халыҡ килә башланы. Улар үҙҙәре менән аҡһаҡ, ғәрип, һуҡыр, телһеҙ һәм башҡа күп ауырыуҙарҙы алып килеп, уның аяҡтары янына һалды. Һәм Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. Телһеҙҙәр — һөйләшә, аҡһаҡтар — йөрөй, ә һуҡырҙар күрә башлағас, халыҡ быны күреп таң ҡалды» (Маттай 15:30, 31).

8, 9. Яңы донъяла сәләмәтлек камил булғас, кешеләр нимәгә шатланасаҡ?

8 Барлыҡ сирҙәр юҡ ителгәс, яңы донъяла тормош ниндәй бәхетле буласаҡ! Беҙ насар һаулыҡ арҡаһында башҡа бер ҡасан да яфа сикмәйәсәкбеҙ. «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ». «Ул ваҡытта һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыр, һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары ишетә башлар. Ул саҡта аҡһаҡ боландай һикерер, телһеҙҙең теле шатланып ҡысҡырыр» (Ишағия 33:24; 35:5, 6).

9 Һәр иртә уянып, көсөгөҙ ташып тороуын һиҙеү иҫ киткес буласаҡ! Оло йәштәгеләр яңынан йәш, көслө һәм Әҙәм менән Һауа кеүек камил буласаҡ. Был уларҙы һис шикһеҙ шатландырасаҡ! «Тәне йәш сағынан да сәләмәтлерәк булһын, ул ҡеүәтле йәшлек көндәренә ҡайтһын», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Әйүп 33:25). Күҙлек, тыңлау аппараты, ҡултыҡ таяҡтары, инвалид креслолары һәм дарыуҙарҙы ташлау ни хәтле күңелле буласаҡ! Хәстәханалар, докторҙар һәм теш табибтары инде кәрәк булмаясаҡ.

10. Үлем менән нимә буласаҡ?

10 Һау кешеләр инде үлергә теләмәҫ. Һәм улар үлмәйәсәк тә, сөнки кешеләр мираҫ итеп алынған гонаһтан һәм үлемдән азат ителәсәк. «Алла барлыҡ дошмандарҙы аяғы аҫтына һалғансы, ул [Ғайса Мәсих] батша булып идара итергә тейеш. Шунда һуңғы дошман — үлем юҡҡа сығарыласаҡ». «Алланың бүләге... мәңгелек тормош» (1 Көринттәргә 15:25, 26; Римлыларға 6:23; Ишағия 25:8-ҙе лә ҡарағыҙ).

11. Асыш китабында әйтелгәнсә, яңы донъяла беҙҙе ниндәй фатихалар көтә?

11 Ожмахта ҡайғыртыусан Алла кешеләрҙе фатихалаясаҡ. Был фатихалар тураһында Инжилдең һуңғы китабында былай тип әйтелә: «[Алла] уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк, һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу инде булмаясаҡ. Сөнки элеккеләр үтеп китте» (Асыш 21:3, 4).

Үлгәндәр терелә

12. Ғайса үҙенең ғәжәп көскә эйә булғанын нисек күрһәткән?

12 Ғайса ауырыуҙарҙы сәләмәтләндергән һәм ғәриптәрҙе һауыҡтырған. Ул шулай уҡ үлгәндәрҙе терелткән. Был Алланың уға кешеләрҙе терелтер өсөн ғәжәп көс биргәнен күрһәткән. Хәтерләйһегеҙҙер, бер ир кешенең ҡыҙы үлгәс, Ғайса уның йортона килгән. Ул үлгән ҡыҙға: «Ҡыҙ бала, тор!» — тигән. «Ҡыҙ бала шунда уҡ тороп йөрөй башлаған». Быны күреп, кешеләр хайран ҡалған. Улар бик ныҡ шатланған! (Марк 5:41, 42; Лука 7:11—16; Яхъя 11:1—45-те лә ҡарағыҙ).

13. Ниндәй кешеләр терелтеләсәк?

13 Яңы донъяла «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән терелтеләсәк» (Илселәр 24:15). Ул ваҡытта Ғайса үҙенә бирелгән көстө ҡулланасаҡ, сөнки ул: «Мин — терелеү һәм тормош. Миңә иман итеүсе, үлһә лә, терелтеләсәк», — тип әйткән (Яхъя 11:25). Ул шулай уҡ: «Уның [Ғайсаның] тауышын ишетеп, ҡәберҙәгеләрҙең [Алла хәтерендә булғандарҙың] һәммәһе сығасаҡ», — тигән (Яхъя 5:28, 29).

14. Үлем менән тағы нимә юҡҡа сығасаҡ?

14 Үлгәндәр бер-бер артлы терелгән ваҡытта бөтә ер шарында ғәйәт ҙур шатлыҡ буласаҡ! Улар үҙ яҡындары менән осрашасаҡ. Гәзиттәрҙә кеше үлеме тураһында ҡайғылы хәбәрҙәр булмаясаҡ, ә, бәлки, терелтелгән кешеләр тураһында белдереүҙәр булыр. Уларҙың яҡындарына был ҙур ҡыуаныс килтерәсәк! Ерләү, крематорийҙар һәм зыяраттар башҡа булмаясаҡ!

Тыныс донъя

15. Михей пәйғәмбәрлеге нисек тулыһынса үтәләсәк?

15 Бөтә ерҙә ысын тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк. Һуғыштар, уларҙы ойоштороусылар һәм һуғыш ҡоралдары үткәндә ҡаласаҡ. Ни өсөн? Сөнки кешеләр бер-береһен милләт һәм расаға ҡарап айырмаясаҡ. Ул саҡта «халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, башҡа бер кем дә һуғышырға өйрәнмәҫ» (Михей 4:3).

16. Һуғыштар булмаһын өсөн, Алла нимә эшләйәсәк?

16 Михей һүҙҙәре хыял ғына булып күренергә мөмкин, сөнки кешелек тарихы туҡтауһыҙ барған ҡан ҡойғос һуғыштар менән тулы. Әммә һуғыштар кешеләр менән ендәрҙең идараһы арҡаһында булған. Яңы донъяла Батшалыҡ идараһы аҫтында бындай һүҙҙәр үтәләсәк: «Килегеҙ һәм Йәһүәнең эштәренә... шаһит булығыҙ. Ул бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата, йәйәне һәм һөңгөнө һындыра, хәрби арбаларҙы утта яндыра» (Мәҙхиә 46:8, 9).

17, 18. Яңы донъяла кешеләр менән хайуандар нисек йәшәйәсәк?

17 Эден баҡсаһында булған кеүек, кешеләр менән йыртҡыс хайуандар татыу йәшәйәсәк (Башланмыш 1:28; 2:19). Алла былай тип әйтә: «Шул көндө мин үҙ халҡым хаҡына ҡырағай хайуандар менән, күктәрҙәге ҡоштар һәм ерҙәге һөйрәлеүселәр менән килешеү төҙөрмөн... Улар тыныс, имен йәшәр» (Һошея 2:18).

18 Тыныслыҡ ни тиклем киң тараласаҡ? «Бүре һарыҡ бәрәсе янында йәшәр, ҡаплан кәзә бәрәсе янында ятыр. Быҙау, яллы йәш арыҫлан һәм көр хайуан бергә булыр. Бәләкәй малай уларҙы эйәртеп йөрөтөр»! Хайуандар кешегә лә һәм бер-береһенә лә зыян килтермәйәсәк. Хатта «арыҫлан, үгеҙ кеүек, һалам ашар»! (Ишағия 11:6—9; 65:25)

Ер ожмахҡа әйләнә

19. Ер нисек үҙгәрәсәк?

19 Бөтә ер кешеләр өсөн ожмахҡа әйләнәсәк. Шуға күрә Ғайса үҙенә иман иткән ир кешегә: «Һин минең менән бергә ожмахта буласаҡһың», — тип вәғәҙә итә алған. «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран кеүек сәскә атыр... Сүлдә һыуҙар бәреп сығыр, һыуһыҙ далаларҙа ташҡындар аға башлар», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Лука 23:43; Ишағия 35:1, 6).

20. Ни өсөн кешеләр башҡа аслыҡтан интекмәйәсәк?

20 Алла Батшалығы идара иткәндә, бер кеше лә ас йәшәмәйәсәк. «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр». «Ҡырҙағы ағастар — емеш, ер үҙ уңышын бирер. Улар был ерҙә ҡурҡмайынса йәшәр» (Мәҙхиә 72:16; Йәзәкил 34:27).

21. Өйһөҙ кешеләр, емерек йорттар һәм енәйәтселек менән тулы райондар буласаҡмы?

21 Унда кешеләр ярлы йәки өйһөҙ булмаясаҡ, емерек йорттар һәм енәйәтселек менән тулы райондар үткәндә ҡаласаҡ. «Кешеләр йорттар төҙөр һәм унда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәҫ, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаҫ». «Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ» (Ишағия 65:21, 22; Михей 4:4).

22. Изге Яҙмалар Алла идараһы алып киләсәк фатихаларҙы нисек һүрәтләй?

22 Ожмахта кешеләргә башҡа күп фатихалар ҙа биреләсәк. Зәбурҙа: «Ҡулыңды асып, һин һәр тере йәндең теләген ҡәнәғәтләндерәһең», — тип әйтелә (Мәҙхиә 145:16). Изге Яҙмаларҙағы бер пәйғәмбәрлек: «Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ. [...] Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тип раҫлай (Мәҙхиә 37:11, 29).

Үткәндәр булмаясаҡ

23. Алла насар иҫтәлектәребеҙҙе нисек юҡ итәсәк?

23 Алла Батшалығы идара иткәндә, кешелек 6 мең йыл дауамында күргән зыян юҡ ителәсәк. Ул ваҡыттағы шатлыҡ кеше кисергән һәр ҡайһы ҡайғыны ҡаплаясаҡ. Бер ниндәй ҙә насар иҫтәлек кәйефте боҙмаясаҡ. Кешеләр көн дә ҡәнәғәтлек килтергән эштәр башҡарасаҡ һәм яҡты уйҙар менән йәшәйәсәк. Быларҙың барыһы күңелде әрнеткән бөтә иҫтәлектәрҙе алмаштырасаҡ.

24, 25. а) Ишағия пәйғәмбәрлеге буйынса нимә булырға тейеш? б) Ни өсөн беҙ үткәндәге ҡайғыларыбыҙҙан тоноҡ иҫтәлектәр генә ҡаласағына ышана алабыҙ?

24 Ҡайғыртыусан Алла былай тип әйтә: «Мин яңы күктәр [кешелек өҫтөнән идара итәсәк күктәге яңы хөкүмәт] һәм яңы ер [ғәҙел кешеләр йәмғиәте] барлыҡҡа килтерәм, элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ. Шуға күрә барлыҡҡа килтергәндәремә ҡарап, мәңге шатланығыҙ». «Бөтөн ер тынысланды, борсолмай. Шатлыҡ ауаздары яңғырай» (Ишағия 14:7; 65:17, 18).

25 Шулай итеп Алла үҙ Батшалығы ярҙамында шул хәтлем оҙаҡ дауам иткән насар хәлде үҙгәртәсәк. Ул беҙгә мәңге фатихалар биреп торасаҡ һәм шулай итеп үҙ яратыуын күрһәтәсәк. Был фатихалар беҙгә үткәндә килтерелгән зыянды тулыһынса ҡаплаясаҡ. Шул саҡта үткәндәге кисерештәребеҙ, уларҙы иҫкә алырға теләһәк тә, тоноҡ иҫтәлектәр генә булып ҡаласаҡ.

26. Ни өсөн Алла ауыр кисерештәребеҙҙе ҡаплаясаҡ?

26 Бына нисек итеп Алла был донъяла кисергән ҡайғыларыбыҙҙы ҡаплаясаҡ. Алла гонаһлы булыуыбыҙға ғәйепле түгел икәнебеҙҙе белә, сөнки гонаһты беҙ Әҙәм менән Һауанан мираҫ итеп алғанбыҙ. Беҙ Шайтан донъяһында тыуыуыбыҙға ла ғәйепле түгел, сөнки Әҙәм менән Һауа тоғро булып ҡалһа, ожмахта тыуған булыр инек. Шуға күрә Алла ҙур мәрхәмәтлек күрһәтеп, үткәндәге ауыр кисерештәребеҙҙе ҡаплаясаҡ.

27. Яңы донъяла ниндәй пәйғәмбәрлектәр үтәләсәк?

27 Яңы донъяла кешелек азат буласаҡ. Был азатлыҡ тураһында Инжилдә былай тип әйтелә: «Улар сереү ҡоллоғонан азат ителеп, Алла балаларының шөһрәтле азатлығын аласаҡ. Сөнки беҙ беләбеҙ, барлыҡҡа килтерелгәндең һәммәһе әле лә ыңғыраша һәм яфа сигә» (Римлыларға 8:21, 22). Ул ваҡытта кешеләр: «Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә һинең ихтыярың үтәлһен», — тигән һүҙҙәрҙең тулыһынса үтәлеүен күрәсәк (Маттай 6:10). Ерҙәге ожмахта буласаҡ иҫ киткес шарттар күктәге шарттарҙың сағылышы буласаҡ.

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[23-сө биттәге иллюстрация]

Яңы донъяла ололар йәш һәм көслө буласаҡ

[24-се биттәге иллюстрация]

Яңы донъяла ауырыуҙар һәм ғәриплек булмаясаҡ

[25-се биттәге иллюстрация]

Яңы донъяла үлгәндәр терелтеләсәк

[26-сы биттәге иллюстрация]

«Башҡа бер кем дә һуғышырға өйрәнмәҫ»

[27-се биттәге иллюстрациялар]

Ожмахта кешеләр һәм хайуандар татыулыкта йәшәйәсәк

[27-се биттәге иллюстрация]

Алла «ҡулын асып, һәр тере йәндең теләген ҡәнәғәтләндерәсәк»

[28-се биттәге иллюстрация]

Алла Батшалығы идараһы аҫтында барлыҡ ғазаптарҙы шатлыҡ алмаштырасаҡ