Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла беҙгә үҙ ниәттәрен аса

Алла беҙгә үҙ ниәттәрен аса

Дүртенсе бүлек

Алла беҙгә үҙ ниәттәрен аса

1, 2. Алланың эскерһеҙ һорауҙар биргән кешеләргә яуап ҡайтарғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

 ЯРАТЫУСАН Алла уны эҙләгән эскерһеҙ кешеләргә үҙ ниәттәрен аса. Ул ҡыҙыҡһыныусан кешеләрҙең һорауҙарына, мәҫәлән: «Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» — тигән һорауға, яуап бирә.

2 Изге Яҙмаларҙа былай тип әйтелә: «Уны [Алланы] эҙләһәң, табырһың». «Күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар». «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, үҙенең хеҙмәтселәренә — пәйғәмбәрҙәренә серен асмайынса, һис нәмә эшләмәй» (1 Йылъяҙма 28:9; Данил 2:28; Амос 3:7).

Яуаптарҙы ҡайҙан табырға?

3. «Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» — тигән һорауға яуапты ҡайҙан табып була?

3 «Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә? Ул ғазаптарҙы юҡ итәсәкме?» Был һорауҙарға яуапты беҙҙең өсөн яҙылған Изге Яҙмаларҙа — Алла Һүҙендә табып була. «Бөтә Яҙма Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фаш итеү, төҙәтеү һәм тәҡүәлек тәрбиәләү өсөн файҙалы. Һөҙөмтәлә Алла кешеһе бар нәмәгә һәләтле һәм һәр ҡайһы игелекле эшкә әҙер буласаҡ» (2 Тимутегә 3:16, 17).

4, 5. Изге Яҙмалар башҡа китаптарҙан нимә менән айырыла?

4 Изге Яҙмалар бөтә булған китаптарҙан айырылып тора. Унда кешелек тарихы тураһында иң дөрөҫ хәбәр яҙылған. Унда хатта кеше барлыҡҡа килтерелгәнсе булған ваҡиғалар тураһында әйтелә. Был китаптағы пәйғәмбәрлектәр бөгөнгө һәм яҡын киләсәктәге ваҡиғалар менән бәйле. Шуға күрә Изге Яҙмалар беҙҙең көндәрҙә лә файҙалы.

5 Был китапта тарих дөрөҫ бирелә. Шуға күрә ундағы хәбәрҙәр ышанысҡа лайыҡ. Мәҫәлән, боронғо классик яҙыусыларҙың бер нисә генә ҡулъяҙмаһы бар. Әммә Изге Яҙмаларҙың ҡулъяҙмалары бик күп. Бөгөнгә тиклем уларҙың ҡайһы берҙәре тулыһынса, ә ҡайһы берҙәре өлөшләтә һаҡланып ҡалған. Тәүрат, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китабының (39 китаптан торған «Еврей Яҙмалары») 6 000-гә яҡын ҡулъяҙмаһы бар. Инжилдең (27 китаптан торған «Грек Яҙмалары») яҡынса 13 000 ҡулъяҙмаһы бар.

6. Ни өсөн бөгөнгө Изге Яҙмаларҙың Алла иңдергән ҡулъяҙмаларҙан айырылмағанына шикләнмәҫкә була?

6 Изге Яҙмаларҙы яҙырға рухландырған сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла был ҡулъяҙмаларҙың тексы дөрөҫ итеп күсерелһен өсөн күҙәтеп торған. Шуға күрә бөгөнгө Изге Яҙмалар тап Алла тарафынан рухландырылған боронғо яҙмалар кеүек. Мәҫәлән, Инжил ҡулъяҙмаларының күсермәләре уның төп нөсхәһе яҙылған йөҙ йыл эсендә яһалған. Ә ҡайһы бер боронғо донъя яҙыусылары яҙған ҡулъяҙмаларҙың күсермәләрен бер нисә быуаттан һуң ғына яһағандар.

Алла бүләге

7. Изге Яҙмалар ни хәтле киң таралған?

7 Изге Яҙмалар — иң киң таралған китап. Уны инде 6 миллиардтан артыҡ баҫтырып сығарғандар. Башҡа ундай китап юҡ. Изге Яҙмалар йәки уның өлөштәре 2 400-ҙән артыҡ телгә тәржемә ителгән. Ерҙә йәшәгән кешеләрҙең яҡынса 100 проценты уны үҙ телендә уҡый ала.

8—10. Ни өсөн беҙгә Изге Яҙмаларҙы тикшереп сығырға кәрәк?

8 Шулай итеп, был китап Алла тарафынан бирелгән һәм, уның үҙенән дә, башҡа сығанаҡтарҙан да күренгәнсә, беҙҙең көндәргә хәтле үҙгәртелмәгән *. Һис шикһеҙ, был китапты тикшереп сығырға кәрәк. Ни өсөн беҙ йәшәйбеҙ? Донъялағы ваҡиғалар нимә күрһәтә? Киләсәктә нимә буласаҡ? Был һорауҙарға яуап Изге Яҙмаларҙа ғына бар.

9 Эйе, Изге Яҙмалар — Алланың кешеләргә яҙған хаты. Алланың рухы, йәғни эш итеүсе көсө ярҙамында был хаттарҙы 40-ҡа яҡын кеше яҙған. Шулай итеп, Алла беҙҙең менән үҙенең Һүҙе — Изге Яҙмалар аша һөйләшә. Илсе Паул былай тип яҙған: «Беҙҙән Алла һүҙен ишеткәс, уны кеше һүҙе итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шулай итеп, йәғни Алла һүҙе итеп ҡабул иттегеҙ» (1 Тессалуникиҙарға 2:13).

10 АҠШ-тың 16-сы президенты Авраам Линкольн Изге Яҙмаларҙы «Алланың кешеләргә биргән иң яҡшы бүләге» тип атаған. «Был китап булмаһа, беҙ нимәнең яҡшы, ә нимәнең насар икәнен белмәҫ инек», — тигән ул. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаларҙан бындай һорауҙарға яуап алайыҡ: «Ғазаптар нисек башланған? Ни өсөн Алла уларға юл ҡуя? Ул ғазаптарҙы юҡ итерме?»

[Иҫкәрмә]

^ Бының тураһында өҫтәмә дәлилдәрҙе «Барлыҡ кешеләр өсөн китап» тигән брошюранан (тат.) ҡарағыҙ. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[10-сы биттәге иллюстрация]

Алла тарафынан рухландырылған Изге Яҙмалар — уның кешеләргә яҙған хаты