Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла ниәте тиҙҙән үтәләсәк!

Алла ниәте тиҙҙән үтәләсәк!

Һигеҙенсе бүлек

Алла ниәте тиҙҙән үтәләсәк!

1, 2. Алла ғазаптарҙы юҡ итер өсөн нимә эшләгән?

 КҮП быуаттар дауамында кешеләр менән ендәрҙең идараһы аҫтында кешелектең хәле насарая барған. Ләкин Алла ғазаптарыбыҙға вайымһыҙ ғына ҡарап тормаған. Киреһенсә, ул бөтә тарих дауамында кешеләрҙе яуызлыҡтан һәм ғазаптарҙан азат итер өсөн саралар күргән.

2 Эден баҡсаһында фетнә күтәрелгән ваҡыттан уҡ Алла үҙ ниәтен аса башлаған. Ул ерҙе кешеләр өсөн ожмахҡа әйләндерәсәк хөкүмәт булдырырға вәғәҙә иткән (Башланмыш 3:15). Һуңыраҡ Ғайса пәйғәмбәр — Алланың төп вәкиле — был хөкүмәт тураһында күп һөйләгән. Ул әйткәнсә, Алла хөкүмәте кешелектең берҙән-бер өмөтө буласаҡ (Данил 2:44; Маттай 6:9, 10; 12:21).

3. Ғайса ер өҫтөнән идара итәсәк хөкүмәтте нисек атаған һәм ни өсөн?

3 Киләсәк Алла хөкүмәтен Ғайса «күктәр Батшалығы» тип атаған, сөнки был хөкүмәт күктән идара итәсәк (Маттай 4:17). Уның Нигеҙ Һалыусыһы Алла булғанға, Ғайса уны «Алла Батшалығы» тип тә атаған (Лука 17:20). Был хөкүмәттә кем идара итәсәк? Ул ниндәй эштәр башҡарасаҡ? Быуаттар дауамында Алла үҙ пәйғәмбәрҙәре аша был һорауҙарға яуап бирә барған.

Ерҙең яңы батшаһы

4, 5. Алла Ғайсаның үҙе билдәләгән Батша булыуын нисек күрһәткән?

4 Яҡынса ике мең йыл элек Алла Батшалығының буласаҡ Батшаһы тураһындағы күп пәйғәмбәрлектәр тап Ғайсала үтәлгән. Ысынлап та, кешелек өҫтөнән идара итәсәк күктәге хөкүмәттең Хакимы итеп Алла уны һайлаған. Ғайса үлгәс, Алла уны күктә йәшәү өсөн ҡеүәтле, үлемһеҙ рухи зат итеп терелткән. Ғайсаның терелтелгәненә күп кеше шаһит булған (Илселәр 4:10; 9:1—9; Римлыларға 1:1—4; 1 Көринттәргә 15:3—8).

5 Шунан Ғайса «Алланың уң яғына ултырған» (Еврейҙарға 10:12). Унда ул үҙенә Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ эш итер өсөн вәкәләт бирелеүен көткән. Шуның менән Мәҙхиә 110:1-ҙә яҙылған пәйғәмбәрлек үтәлгән, унда Алла уға: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа һалғансы, ултыр минең уң яғымда», — тип әйтә.

6. Ғайса үҙенең Батша булырға лайыҡ икәнен нисек күрһәткән?

6 Ғайса ерҙә йәшәгәндә, үҙенең Батша булырға лайыҡ икәнен күрһәткән. Эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, ул Аллаға тоғро булып ҡалған. Шулай эшләп, Ғайса Шайтандың, һыналған ваҡытта бер кеше лә Аллаға тоғро ҡалмаясаҡ, тигән һүҙҙәренең ялған булыуын иҫбат иткән. Камил кеше Ғайса, йәғни «һуңғы Әҙәм» шуны күрһәткән: Алла камил кешеләрҙе барлыҡҡа килтереп хата яһамаған (1 Көринттәргә 15:22, 45; Маттай 4:1—11).

7, 8. Ғайса ерҙә ниндәй яҡшы эштәр башҡарған һәм бының менән нимә күрһәткән?

7 Ғайса, бер нисә йыл ғына хеҙмәт итһә лә, һәр ҡайһы хакимға ҡарағанда күберәк яҡшылыҡ эшләгән. Алланың изге рухы ярҙамында Ғайса ауырыуҙарҙы, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы, һаңғырауҙарҙы һәм телһеҙҙәрҙе һауыҡтырған. Ул хатта үлгән кешеләрҙе лә терелткән! Шулай итеп ул Батша булғас, кешелек хаҡына башҡарасаҡ эштәрен күрһәткән (Маттай 15:30, 31; Лука 7:11—16).

8 Ғайса ерҙә шул тиклем күп яҡшылыҡ эшләгән, хатта уның шәкерте Яхъя былай тигән: «Ғайса башҡа күп эштәр ҙә башҡарҙы. Уларҙың һәммәһе тураһында ентекләп яҙылһа, яҙылған төргәктәр донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым» (Яхъя 21:25) *.

9. Ни өсөн эскерһеҙ кешеләр Ғайсаға тартылған?

9 Ғайса кешеләрҙе бик ныҡ яратҡан, шуға күрә мәрхәмәтле булған һәм кеше хәленә инә белгән. Ул ярлы һәм йәберләнгәндәргә ярҙам иткән, ләкин бай һәм атаҡлы кешеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Ғайса яратыуҙан сығып бындай һүҙҙәр әйткән: «Эштән йонсоғандар, ауыр йөк күтәреп йөрөүселәр, һәммәгеҙ ҙә минең янға килегеҙ, һәм мин йәндәрегеҙҙе яңыртып ебәрермен. Минең ҡамытымды кейегеҙ һәм минән өйрәнегеҙ, сөнки мин йыуаш, баҫалҡы күңелле, һәм һеҙ йәндәрегеҙҙе яңыртырһығыҙ. Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел» (Маттай 11:28—30). Эскерһеҙ кешеләр был саҡырыуҙы ҡабул иткән. Алланан ҡурҡып йәшәгән кешеләр уға тартылған һәм уның идараһын көткән (Яхъя 12:19).

Хакимдаштар

10, 11. Ғайса менән бергә ер өҫтөнән кем идара итәсәк?

10 Кеше хөкүмәттәрендә вазифалы кешеләр үҙ-ара килешеп эшләй. Күктәге Алла Батшалығында ла шулай буласаҡ. Ер менән идара итеүҙә Ғайсанан тыш башҡалар ҙа ҡатнаша, сөнки Ғайса үҙ шәкерттәренә, һеҙ минең менән кешелек өҫтөнән батшалыҡ итәсәкһегеҙ, тип вәғәҙә иткән (Яхъя 14:2, 3; Асыш 5:10; 20:6).

11 Тимәк, Ғайса Мәсих менән күктәге тормошҡа башҡа кешеләр ҙә терелтелә. Был кешеләрҙең һаны сикләнгән. Улар кешелеккә мәңгелек фатихалар килтерәсәк Алла Батшалығын тәшкил итә (2 Көринттәргә 4:14; Асыш 14:1—3). Шулай итеп быуаттар дауамында Йәһүә кешелеккә мәңгелек фатихалар алып киләсәк хөкүмәткә нигеҙ һала барған.

Алланан бойондороҡһоҙ идараның ахыры

12, 13. Алла Батшалығы нимә эшләргә әҙер?

12 ХХ быуатта Алла донъяның эштәренә үҙгәрештәр индергән. Изге Яҙмаларҙағы пәйғәмбәрлек буйынса, 1914 йылда Ғайса Мәсих етәкселегендәге Алла Батшалығы урынлаштырылған булған. Хәҙерге ваҡытта ул Шайтандың донъя төҙөлөшөн юҡ итергә әҙер тора. Был тема брошюраның 9-сы бүлегендә ентеклерәк ҡараласаҡ. Алла Батшалығы «[Мәсихтең] дошмандары араһында хакимлыҡ итергә» әҙер (Мәҙхиә 110:2).

13 Был турала Данил 2:44-тә яҙылған пәйғәмбәрлектә әйтелә: «[Бөгөнгө] батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы [күктә] бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк [кешеләргә идара итергә рөхсәт ителмәйәсәк]. Ул [Алла Батшалығы] барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».

14. Кешелек идараһын юҡ итеү ниндәй фатихалар килтерәсәк?

14 Алланан бойондороҡһоҙ идара юҡ ителгәс, ер өҫтөнән Алла Батшалығы ғына идара итәсәк. Батшалыҡ күктән идара иткәнгә, кешеләр уға бер ниндәй зыян килтерә алмаясаҡ. Етәкселек башта ҡайҙан бирелгән булған, шунан биреләсәк, йәғни күктән, Алланан. Алла бөтә ерҙе күҙәтеп торасаҡ, шуға күрә бер кем дә ялған дин, фәлсәфә һәм сәйәси уйҙырмалар менән кешеләрҙе алдай алмаясаҡ. Быларҙың барыһы булмаясаҡ (Маттай 7:15—23; Асыш китабының 17—19-сы бүлектәре).

[Иҫкәрмә]

^ Ғайсаның тормошо тураһында күберәк белер өсөн, «Ерҙә йәшәгән иң бөйөк кеше» тигән китапты (тат.) ҡарағыҙ. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[18-се биттәге иллюстрация]

Ерҙә Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, үлгәндәрҙе терелткән. Шулай эшләп, ул яңы донъяла башҡарасаҡ эштәрен күрһәткән

[19-сы биттәге иллюстрация]

Алланың күктәге Батшалығы Алланан бойондороҡһоҙ булған бөтә идара итеү формаларын юҡ итәсәк