Беҙ Алланың барлығын нисек белә алабыҙ?
Өсөнсө бүлек
Беҙ Алланың барлығын нисек белә алабыҙ?
1, 2. Ниндәй принцип «Алла бармы?» тигән һорауға яуап табырға ярҙам итә?
«АЛЛА бармы?» — тигән һорауға яуап табыр өсөн, бер яҡшы билдәле принципты иҫәпкә алырға кәрәк: яһалған әйберҙең яһаусыһы булырға тейеш. Әйбер ҡатмарлыраҡ булған һайын, яһаусыһы ла оҫтараҡ булырға тейеш.
2 Мәҫәлән, өйөгөҙ эсенә күҙ йөрөтөп сығығыҙ. Өҫтәлдәр, ултырғыстар, яҙыу өҫтәлдәре, карауаттар, кәстрүлдәр, табалар, тәрилкәләр һәм башҡа һауыт-һабалар — быларҙың барыһын, шул иҫәптән стеналар, иҙән һәм түшәмде лә, кемдер яһаған. Быларҙы яһау әллә ни ауыр түгел. Әгәр ҙә ябай әйберҙәрҙең яһаусыһы бар икән, ҡатмарлыраҡ әйберҙәрҙең тағы ла аҡыллыраҡ яһаусыһы булырға тейеш, шулай бит?
Һоҡланғыс Ғәләм
3, 4. Ғәләм Алланың барлығын нисек раҫлай?
3 Һәр сәғәттең сәғәт оҫтаһы бар. Ә үтә ҡатмарлы Ҡояш системаһы тураһында нимә әйтеп була? Инде нисә быуат дауамында планеталар Ҡояш тирәләй ғәжәп теүәллек менән әйләнә! Беҙ йәшәгән иҫ киткес Ҡош юлы галактикаһы тураһында уйлап ҡарағыҙ. Унда 100 миллиардтан артыҡ йондоҙ иҫәпләнә! Төндә йондоҙҙарға ҡарап торғанығыҙ бармы? Һеҙ таң ҡалғанһығыҙҙыр. Ә хәҙер иҫ китмәле ҙур Ғәләм тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Унда беҙҙең галактикаға оҡшаш тағы миллиардлаған галактика бар. Быуаттан-быуатҡа күк есемдәре шул тиклем теүәл хәрәкәт итә, хатта ҡайһы берәүҙәр уларҙы дөрөҫ йөрөгән сәғәт менән сағыштыра.
4 Әгәр ябай ғына сәғәттең яһаусыһы бар икән, һис шикһеҙ, ғәжәп ҡатмарлы һәм һоҡландырғыс Ғәләмдең дә Барлыҡҡа Килтереүсеһе булырға тейеш. Бына ни өсөн Изге Яҙмаларҙа: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ», — тип әйтелгәс, бындай һорау бирелгән: «Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән?» Һәм яуап ҡайтарылған: «Ул [Алла] йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте арҡаһында уларҙың барыһы ла үҙ урындарында тора» (Ишағия 40:26). Шулай итеп, Ғәләмде күҙгә күренмәҫ Алла барлыҡҡа килтергән, ул ғәйәт ҙур көскә эйә һәм Ғәләмде контроль аҫтында тота.
Уникаль Ер
5—7. Ер тураһында ниндәй мәғлүмәт уның Конструкторы барлығын күрһәтә?
5 Ерҙе күберәк өйрәнгән һайын ғалимдар уның кешеләр йәшәһен өсөн барлыҡҡа килтерелгәненә нығыраҡ инана. Ер етерлек яҡтылыҡ һәм йылылыҡ алыр өсөн Ҡояштан тап кәрәкле йыраҡлыҡта урынлашҡан. Бер йыл эсендә ул ҡояш тирәһендә бер әйләнеш яһай. Уның ауышыуы дөрөҫ булғанға, күп урындарҙа йыл миҙгелдәре алмашынып тора. Ер шулай уҡ 24 сәғәт эсендә үҙ күсәрендә бер тулы әйләнеш яһай, шуға күрә ерҙә яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ алмашынып тора. Уның атмосфераһы кәрәкле газдарҙан торғанлыҡтан, беҙ тын ала алабыҙ. Атмосфера шулай уҡ Ерҙе космос радиацияһынан һаҡлай. Ерҙә кешеләрҙе аҙыҡ менән тәьмин итер өсөн кәрәкле һыу һәм тупраҡ бар.
6 Ошо һәм бер-береһенә бәйле башҡа шарттар булмаһа, ерҙә йәшәү мөмкин булмаҫ ине. Быларҙың барыһы үҙенән-үҙе килеп сыҡҡанмы? Бер журналда былай тип әйтелә: «Шундай үҙенсәлекле һәм теүәл шарттарҙың үҙенән-үҙе килеп сығыуы бик шикле» («Science News»). Эйе, улар осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алмаған. Бының өсөн бик яҡшы Конструкторҙың ниәте талап ителгән.
7 Әйтәйек, һеҙ бер матур өйгә индегеҙ. Унда мул ризыҡ, яҡшы һыу үткәргес, йылытыу һәм елләтеү системалары бар. Һеҙ, быларҙың барыһы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, тигән һығымта яһар инегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Һеҙ, был йортто аҡыллы кеше проектлаштырған һәм уны яҡшы уйлап төҙөгән, тип уйлар инегеҙ. Ер ҙә алдан планлаштырылып, унда йәшәйәсәк заттарҙың бар кәрәклеһе булһын өсөн яратыу менән «төҙөлгән». Йортҡа ҡарағанда, ул күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яҡшыраҡ булдырылған.
8. Алланың беҙҙе яратҡанын иҫбатлаған тағы ниндәй дәлилдәр бар?
8 Тормошто шатлыҡлы иткән күп нәмә бар. Мәҫәлән, хуш еҫле матур сәскәләр, төрлө-төрлө тәмле ризыҡ, йәмле урмандар, тауҙар, күлдәр һәм башҡалары. Беҙ ҡояш байыуына һоҡланабыҙ. Шаян көсөктәрҙең, бесәй һәм башҡа хайуан балаларының уйнауы беҙгә шатлыҡ килтерә. Эйе, йәшәр өсөн әллә ни мөһим булмаған, әммә шатлыҡ килтергән нәмәләр бик күп. Был миҫалдар нимәне күрһәтә? Ер кешеләр тик ғүмер үткәрһен өсөн генә түгел, ә шатланып йәшәһен өсөн наҙлы ҡайғыртыу менән барлыҡҡа килтерелгән.
9. Ерҙе кем барлыҡҡа килтергән һәм ни өсөн?
9 Шуға күрә быларҙың барыһын Биреүсене таныу аҡыллы булыр ине. Изге Яҙмаларҙы яҙыуҙа ҡатнашҡан бер пәйғәмбәр ҙә Йәһүә Алла тураһында былай тигән: «Һин күктәрҙе һәм ерҙе булдырҙың». Ниндәй маҡсат менән? «Ерҙе бар иткән, уны ныҡ урынлаштырған Яратыусы, уны юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған», — тип яҙған ул (Ишағия 37:16; 45:18).
Иҫ киткес күҙәнәк
10, 11. Күҙәнәк нимәһе менән таң ҡалдыра?
10 Әйҙәгеҙ, тере организмдарға иғтибар итәйек. Уларҙың да барлыҡҡа килтереүсеһе булырға тейеш. Миҫал итеп күҙәнәктең ҡайһы бер ғәжәп үҙенсәлектәрен ҡарап сығайыҡ. Молекуляр биология менән шөғөлләнеүсе ғалим Майкл Дентон үҙенең китабында былай тип яҙа: «Бөгөн ерҙә иң ябай тере система — бактерия күҙәнәге. Ләкин хатта ул да үтә ҡатмарлы. Кескенә булһа ла... ул бәләкәй фабрика шикелле: ҡатмарлы молекуляр механизмдың меңләгән өлөштәренән тора, был өлөштәр бер камил конструкция итеп [яһалған]... [күҙәнәк] кеше яһаған һәр ҡайһы механизмдан күпкә ҡатмарлыраҡ, йәнһеҙ материяла уға тиң механизм юҡ» («Evolution: A Theory in Сrisis»).
11 Дентон күҙәнәктең генетик коды тураһында былай тип әйтә: «ДНК-ның мәғлүмәт һаҡлау һәләтлеге башҡа һәр ҡайһы системаның һәләтлегенән күпкә юғарыраҡ. Ул шул тиклем оҫта итеп барлыҡҡа килтерелгән ки, хатта кеше кеүек ҡатмарлы организмды төҙөр өсөн кәрәкле мәғлүмәттең ауырлығы бер грамдың миллиардлаған өлөшөнән дә еңелерәк... Молекуляр механизмда сағылған оҫталыҡ менән ҡатмарлылыҡ [беҙ уйлап сығарған] иң алдынғы нәмәләрҙән шаҡтай яҡшыраҡ. Быларҙы аңлап, беҙ үҙебеҙҙең ни тиклем әһәмиәтһеҙ булғаныбыҙҙы күрәбеҙ».
12. Күҙәнәктең барлыҡҡа килеүе тураһында бер ғалим нимә әйткән?
12 «Иң ябай күҙәнәк тә бик ҡатмарлы. Шуға күрә күҙәнәк аҡылға һыймаҫлыҡ бер хәл арҡаһында үҙенән-үҙе ҡапыл барлыҡҡа килгән тигән фекер менән һис тә ризалашып булмай», — тип өҫтәй Дентон. Конструктор, йәғни барлыҡҡа килтереүсе кәрәк булған.
Кешенең ғәжәп мейеһе
13, 14. Ни өсөн кеше мейеһе күҙәнәктән дә нығыраҡ ғәжәпләндерә?
13 Шунан һуң был ғалим былай ти: «Ҡатмарлылыҡ тураһында әйткәндә, айырым бер күҙәнәк, имеҙеүсе хайуан мейеһе менән сағыштырғанда, бер нәмә лә түгел. Кеше мейеһе ун миллиард тирәһе нейрондан тора. Һәр нейрондың яҡынса ун меңдән алып йөҙ меңгә тиклем бәйләүсе епсәләре бар. Улар ярҙамында нейрон мейеләге башҡа нейрондарға тоташа. Шулай итеп кеше мейеһендә бер мең триллион бәйләнеш бар».
14 «Әгәр кеше мейеһендәге бәйләнештәрҙең йөҙҙән бер өлөшө генә билдәле бер тәртиптә ойошторолған булһа, был барыбер бер система булып ҡалыр ине. Һәм был системалағы бәйләнештәр һаны Ерҙәге элемтә селтәрендә булған бөтә бәйләнештәрҙән шаҡтай күберәк булыр ине», — тип дауам итә Дентон. Шунан ул: «Осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡан процесс бындай системаларҙы йыя алыр инеме?» — тип һорай. Әлбиттә, юҡ. Кеше мейеһенең ҡайғыртыусан Конструкторы һәм Барлыҡҡа Килтереүсеһе булырға тейеш.
15. Кеше мейеһе тураһында башҡалар нимә әйтә?
15 Кеше мейеһе менән сағыштырғанда, иң алдынғы компьютерҙар үтә ябай булып күренә. Ғилми яҙыусы Мортон Хант: «Тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла торған компьютерға ҡарағанда, беҙҙең хәтерҙә бер нисә миллиард тапҡырға күберәк мәғлүмәт бар», — тип әйткән. Шуға күрә нейрохирург Роберт Дж. Уайт бындай һығымта яһай: «Юғары Интеллект бар тип һанайым. Ул мейе менән аҡыл араһындағы бәйләнештең төҙөлөшө һәм үҫеше өсөн яуаплы. Кеше был мөғжизәнең асылына бер ҡасан да төшөнә алмаясаҡ... Мин быларҙың барыһының аҡыллы сығанағы булғанына ышанырға мәжбүр. Кемдер быларҙы хәрәкәткә килтергән». Был Кемдер шулай уҡ бик ҡайғыртыусан булырға тейеш.
Иҫ киткес ҡан әйләнеше системаһы
16—18. а) Ҡан әйләнеше системаһы ниндәй яҡтарҙан иҫ киткес булып тора? б) Беҙ ниндәй һығымта яһарға мәжбүр?
16 Ә хәҙер ғәжәп ҡан әйләнеше системаһына иғтибар итәйек. Ул файҙалы матдәләр менән кислородты тән буйлап тарата һәм инфекциянан һаҡлай. Ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәре — был системаның төп өлөшө. Улар тураһында бер китапта былай тип әйтелгән: «Бер тамсы ҡанда 250 миллиондан артыҡ айырым ҡан күҙәнәге бар... Ә тәндә, күрәһең, уларҙың һаны — 25 триллион. Уларҙы ергә йәйһәң, дүрт теннис кортын ҡаплап булыр ине... Бер секунд эсендә 3 миллион күҙәнәк яңыра» («АВС’s оf the Human Body»).
17 Ҡанда шулай уҡ аҡ ҡан күҙәнәктәре бар. Шул уҡ китапта былай тип әйтелә: «Ҡыҙыл күҙәнәктәрҙең бер генә төрө булһа, аҡ ҡан күҙәнәктәренең төрҙәре күп була. Һәр төр тәнгә үҙ файҙаһын килтерә. Мәҫәлән, бер төр үлгән күҙәнәктәрҙе юҡ итә, башҡалары вирустарға ҡаршы антиматдәләр барлыҡҡа килтерә, бактерияларҙы эшкәртә һәм килеп ингән сит матдәләрҙе зарарһыҙландыра, йәғни ашап бөтөрә».
18 Ниндәй ғәжәйеп һәм яҡшы ойошторолған система! Һис шикһеҙ, шул тиклем яҡшы төҙөлгән һәм тулы һаҡлау биргән системаның бик аҡыллы һәм яратыусы ойоштороусыһы, йәғни Алла булырға тейеш.
Башҡа мөғжизәләр
19. Күҙҙе кеше яһаған аппараттар менән сағыштырыу нимәне күрһәтә?
19 Кеше тәне башҡа күп мөғжизәләргә лә бай. Уларҙың береһе — күҙ. Күҙ шул хәтле оҫта итеп яһалған, хатта бер камера ла уның менән тиңләшә алмай. Астроном Роберт Ястров былай тигән: «Күҙҙе, күрәһең, кемдер барлыҡҡа килтергән булған; телескоптар яһаған бер ниндәй конструктор ҙа уны яҡшыраҡ яһай алмаҫ ине». Ә бер баҫмала былай тип яҙылған: «Кеше күҙҙәре фотопленкаға ҡарағанда шаҡтай киңерәк диапазонда күрә ала. Күҙҙәр киң итеп, өҙлөкһөҙ хәрәкәттә, боҙмайынса һәм өс үлсәмдә күрә... Камераны кеше күҙе менән сағыштырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Кеше күҙе — иң алдынғы суперкомпьютер: уның яһалма интеллекты, эш режимдары, мәғлүмәт эшкәртеү һәм тиҙлеген үҙгәртеү һәләттәре бар. Ул кеше яһаған һәр ҡайһы аппарат, компьютер йәки камеранан күпкә өҫтөнөрәк» («Popular Photography»).
20. Кеше организмының башҡа ғәжәп яҡтарын әйтеп бирегеҙ.
20 Шулай уҡ ҡатмарлы эске ағзаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә иғтибар итәйек. Улар кеше ҡатнашлығынан тыш эштәрен башҡара. Мәҫәлән, организм ашҡаҙанға ингән күп төрлө ризыҡ менән эсемлекте эшкәртә лә, йәшәү өсөн энергия бүлеп сығара. Был ризыҡтарҙы машинаның бензин багына һалһаң, ул ни тиклем йыраҡ китер? Тағы бер мөғжизә — бала тыуыуы. Туғыҙ ай эсендә генә тап үҙ ата-әсәһенә оҡшаған һөйкөмлө сабый тыуа. Ә бер нисә йыл үткәс, ул инде ҡатмарлы һөйләү телен үҙләштерә!
21. Кеше тәненең иҫ киткес төҙөлөшө тураһында уйланған кешеләр нимә тип әйтә?
21 Эйе, кеше организмының иҫ киткес ҡатмарлы төҙөлөшө беҙҙе таң ҡалдыра. Бер ниндәй инженер ҙа уны ҡабатлай алмай. Ул осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алғанмы? Һис тә юҡ. Киреһенсә, кеше организмының бөтә был иҫ китерлек яҡтары тураһында уйланған аҡыллы кешеләр мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәрен ҡабатлай: «Һине [Алла] маҡтайым мин, сөнки шундай ғәжәйеп яратылыуым тәрән хөрмәт уята. Һинең эштәрең ғәжәйеп» (Мәҙхиә 139:14).
Иң бөйөк Төҙөүсе
22, 23. а) Ни өсөн беҙ Барлыҡҡа Килтереүсенең барлығын танырға тейеш? б) Инжилдә Алла тураһында ниндәй хаҡ һүҙҙәр яҙылған?
22 Инжилдә: «Әлбиттә, һәр йорттоң төҙөүсеһе бар, ә Алла — бөтә нәмәнең Барлыҡҡа Килтереүсеһе», — тип әйтелә (Еврейҙарға 3:4). Хатта ябай ғына йорттоң да төҙөүсеһе булырға тейеш икән, тимәк, күпкә ҡатмарлыраҡ Ғәләмдең, шулай уҡ күп төрлө йәнлек һәм үҫемлек менән тулған ерҙең дә төҙөүсеһе булырға тейеш. Беҙ самолет, телевизор һәм компьютер кеүек аппараттарҙы кеше уйлап сығарған тип таныйбыҙ икән, тимәк, кешегә уларҙы яһар өсөн мейе биргән Шәхестең барлығын да танырға тейешбеҙ.
23 Изге Яҙмаларҙа был Шәхес «күктәрҙе барлыҡҡа килтереп, уларҙы йәйеп ебәргән, ерҙе йәйеп һалған, ундағы бар нәмәне булдырған, унда йәшәүсе кешеләргә һулыш биргән... Аллаһы Йәһүә» тип атала (Ишағия 42:5). Инжилдәге бындай һүҙҙәр хаҡ: «Йәһүә Аллабыҙ, һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлы. Сөнки бар нәмәне һин яраттың, һәм барыһы ла һинең ихтыярың менән тора һәм барлыҡҡа килтерелде» (Асыш 4:11).
24. Беҙ Алланың барлығын нисек белә алабыҙ?
24 Алланың барлығы ул булдырған нәмәләр менән иҫбатлана. «Уның күҙгә күренмәҫ сифаттары... донъя яратылғандан бирле асыҡ күренеп тора, сөнки уларҙы ул булдырған нәмәләр аша белеп була» (Римлыларға 1:20).
25, 26. Берәй нәмәне дөрөҫ ҡулланмаһалар, был уның барлыҡҡа килтереүсеһе юҡ тигәнде аңлатамы?
25 Берәй әйберҙе дөрөҫ ҡулланмаһалар, был уның барлыҡҡа килтереүсеһе юҡ тигәнде аңлатмай әле. Самолетты кешеләрҙе бер урындан икенсеһенә илтер өсөн ҡулланып була. Ләкин уны шулай уҡ бомба ташлар өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Әгәр уны үлтереү ҡоралы итеп ҡулланалар икән, был уның үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгәнен аңлатмай.
26 Шуның шикелле, кешеләр ҙә йыш ҡына насар була, әммә был уларҙың Барлыҡҡа Килтереүсеһе, йәғни Алла юҡ тигәнде аңлатмай. Тимәк, Изге Яҙмаларҙа дөрөҫ әйтелгән: «Һеҙ бар нәмәне шул тиклем боҙоп күрһәтәһегеҙ! Балсыҡ сүлмәксегә тиңме? Яһалған нәмә үҙен яһаусы тураһында: „Ул мине яһаманы“, — тип әйтерме? Булдырылған нәмә булдырыусыһы тураһында: „Ул бер нәмә лә аңламай“, — тиерме?» (Ишағия 29:16).
27. Ни өсөн беҙ Алланың ғазаптар тураһындағы һорауҙарға яуап бирәсәгенә өмөтләнә алабыҙ?
27 Тере һәм тере булмаған нәмәләрҙең бик ҡатмарлы итеп булдырылыуынан Барлыҡҡа Килтереүсенең аҡыллылығы күренә. Ул ерҙе йәшәү өсөн яраҡлы итеп булдырған, тәнебеҙҙе һәм аҡылыбыҙҙы иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтергән, шатланыр өсөн шул тиклем күп нәмә биргән. Быларҙың барыһы уның беҙҙе ысынлап та яратҡанын күрһәтә. Әммә ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә? Уларҙы юҡ итер өсөн ул нимә эшләйәсәк? Һис шикһеҙ, Алла был һорауҙарға шундай уҡ аҡыллылыҡ һәм яратыу күрһәтеп яуап бирәсәк.
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]
[5-се биттәге иллюстрация]
Һаҡлағыс атмосфераһы булған Ер — Алла беҙҙең өсөн яратып яһаған йорт
[6-сы биттәге иллюстрация]
Ер, беҙ шатланып йәшәһен өсөн, яратыу менән барлыҡҡа килтерелгән
[7-се биттәге иллюстрация]
«Кеше мейеһендәге бәйләнештәр һаны Ерҙәге элемтә селтәрендә булған бөтә бәйләнештәрҙән шаҡтай күберәк» (молекуляр биология өлкәһендәге ғалим)
[8-се биттәге иллюстрация]
«Күҙҙе, күрәһең, кемдер барлыҡҡа килтергән булған; телескоптар яһаған бер конструктор ҙа уны яҡшыраҡ яһай алмаҫ ине» (астроном)