Ер ғазаптарҙан азат ителәсәк
Икенсе бүлек
Ер ғазаптарҙан азат ителәсәк
1, 2. Күп кешеләр ниндәй ҡарашта тора?
ӘММӘ ер йөҙөндә йәшәгән миллионлаған кеше башҡа ҡарашта тора: кешелектең иҫ киткес киләсәгенә өмөтләнеп йәшәй. Уларҙың әйтеүенсә, тиҙҙән донъя яуызлыҡ менән ғазаптарҙан азат ителәсәк. Был кешеләр шуға ышана: оҙаҡламай бөтә яуызлыҡ юҡ ителәсәк һәм ерҙә яңы донъя урынлаштырыласаҡ. Улар хатта, яңы донъяның нигеҙе хәҙер үк һалына, тип әйтә.
2 Улар яңы донъяла һуғыштар, рәхимһеҙлек, енәйәтселек, ғәҙелһеҙлек һәм хәйерселектең булмаясағына ышана. Эйе, был яңы донъяла ауырыуҙар, ҡайғы, күҙ йәштәре, хатта үлем дә булмаясаҡ. Ул ваҡытта кешеләр камил буласаҡ һәм ерҙәге ожмахта мәңге бәхетле йәшәйәсәк. Хатта үлгәндәр ҙә, терелтелеп, мәңге йәшәй аласаҡ!
3, 4. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр үҙ ҡараштарында ныҡ тора?
3 Бәлки, бындай киләсәк — хыял ғыналыр? Һис тә юҡ. Был ҡараш ожмахтың буласағына төплө ышанысҡа нигеҙләнгән (Еврейҙарға 11:1). Ни өсөн күп кешеләр быға бер ҙә шикләнмәй? Сөнки ожмахты Ғәләмдең сикһеҙ ҡөҙрәтле Барлыҡҡа Килтереүсеһе вәғәҙә итә.
4 Изге Яҙмаларҙа Алла биргән вәғәҙәләр тураһында былай тип әйтелә: «Аллағыҙ Йәһүә * һеҙгә әйткән бөтә яҡшы вәғәҙәләренең бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалманы... Һеҙҙең өсөн улар бөтөнөһө үтәлде. Уларҙың береһе лә үтәлмәй ҡалманы». «Алла кеше түгел, ул ялған һөйләмәй... Ул берәй нәмә әйтһә, быны эшләмәҫме? Ул һөйләһә, үтәмәҫме?» «Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә ант итте: „Мин нимә ниәтләнем, шул булыр, нимә ҡарар иттем, шул үтәлер“» (Йошуа 23:14; Һандар 23:19; Ишағия 14:24).
5. Ниндәй һорауҙарға яуап табырға кәрәк?
5 Әммә Алла ерҙәге ожмах ниәтләгән икән, ни өсөн ул насарлыҡҡа юл ҡуйған? Ни өсөн ул бөтә яуызлыҡты юҡҡа сығарыр өсөн алты мең йыл көткән? Оҙаҡҡа һуҙылған бар ғазаптар Алла беҙҙе яратмай йәки хатта ул юҡ тигәнде аңлатамы?
[Иҫкәрмә]
^ Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың исеме.
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]