Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт иткән?

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт иткән?

Алтынсы бүлек

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт иткән?

1, 2. Әҙәм менән Һауа Алланың бүләген нисек кире ҡаҡҡан?

 НИМӘ булған һуң? Алла Эден баҡсаһында Әҙәм менән Һауаға биргән тормошто нимә боҙған? Ни өсөн беҙҙең көндәрҙә ожмахта булған тыныслыҡ менән татыулыҡ юҡ? Ни өсөн меңләгән йылдар буйы кешеләр ғазапланып йәшәй? Ни өсөн яуызлыҡ шул тиклем киң таралған?

2 Сөнки Әҙәм менән Һауа үҙҙәренең һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмаған. Улар Аллаға һәм уның ҡанундарына буйһонмайынса, бәхетле йәшәп булмағанын күҙҙән ысҡындырған. Улар, бойондороҡһоҙлоҡ юлын һайлап тормошобоҙҙо яҡшыртасаҡбыҙ, тип уйлаған. Шулай итеп, улар Алла биргән һайлау иркенең сиктәренән сыҡҡан (Башланмыш, 3-сө бүлек).

Ғәләмдә хакимлыҡ итеү тураһындағы һорау

3—5. Ни өсөн Алла Әҙәм менән Һауаны юҡ итеп, барыһын яңынан башламаған?

3 Ни өсөн Алла Әҙәм менән Һауаны юҡ итеп, яңы кешеләр барлыҡҡа килтермәгән? Сөнки уның Ғәләмдә хакимлыҡ итеү хоҡуғы шик аҫтына алынған.

4 «Кемдең идара итергә хаҡы бар һәм кемдең идараһы дөрөҫ?» — тигән һорау күтәрелгән булған. Алла сикһеҙ ҡөҙрәтле һәм бар нәмәнең Барлыҡҡа Килтереүсеһе булғанға, уның идара итергә хаҡы бар. Алланың аҡыллылығы сикһеҙ, шуға күрә уның идараһы иң яҡшыһы. Ләкин Эден баҡсаһында Алланың хакимлыҡ итергә хоҡуғы шик аҫтына алынған булған. Шулай уҡ Алла кешене кәмселекле итеп барлыҡҡа килтергәнме? Һуңыраҡ был һорауҙың кешенең сафлығы тураһындағы һорау менән нисек бәйле булғанын ҡарап сығырбыҙ.

5 Кешеләр Аллаға буйһонмайынса йәшәй башлағас, тағын бер һорау күтәрелгән булған: «Бәлки, Алла кешеләр менән идара итмәһә, уларға яҡшыраҡ булыр?» Әлбиттә, Барлыҡҡа Килтереүсе яуапты белгән, әммә кешеләр яуап алһын өсөн, уларға теләгәндәрен, йәғни тулы ирек бирергә кәрәк булған. Улар һайлау иректәре буйынса эш итеп, был юлды үҙҙәре һайлаған, шуға күрә Алла уларға шундай һайлау яһарға рөхсәт иткән.

6, 7. Ни өсөн Алла кешеләргә шул хәтле оҙаҡ ваҡыт тулы иректә йәшәргә рөхсәт итә?

6 Алла кешеләргә тулы иректә йәшәр өсөн етерлек ваҡыт биреп, бындай һорауға мәңгегә яуап ҡайтарыр ине: «Кешеләр өсөн Алла етәкселеге аҫтында йәшәү йәки бойондороҡһоҙ булыу яҡшыраҡмы?» Сәйәсәт, промышленность, фән һәм медицина өлкәләрендә иң юғары уңыштарға ирешер өсөн бирелгән ваҡыт етерлек булған.

7 Шуға күрә Алла: «Кешеләрҙең Алланан бойондороҡһоҙ идараһы уңышлы була аламы?» — тигән һорауға яуап бирер өсөн, кешеләргә хәҙерге көнгә тиклем идара итергә рөхсәт иткән. Шулай итеп, кеше үҙе һайлау яһай алған: изгелекле йәки рәхимһеҙ булырғамы, яратырға йәки нәфрәт итергәме, ғәҙел йәки ғәҙелһеҙ булырғамы. Әммә кеше ҡабул иткән ҡарарының емештәрен дә «урған»: тыныслыҡта һәм изгелектә йәшәгән йәки яуызлыҡтан ғазапланған.

Аллаға ҡаршы фәрештәләр күтәрелә

8, 9. а) Күктә Аллаға ҡаршы фетнә нисек күтәрелгән булған? б) Шайтан Әҙәм менән Һауанан башҡа тағы кемде Аллаға ҡаршы сығырға ҡотортҡан?

8 Тағы бер яҡҡа иғтибар итәйек. Әҙәм менән Һауанан тыш, фәрештәләр ҙә Алла идараһына ҡаршы күтәрелгән. Алла, кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәнсе, күктә йәшәр өсөн күп һанлы фәрештәләрҙе яратҡан. Улар ҙа һайлау ирке һәм Аллаға буйһоноп йәшәргә ихтыяж менән барлыҡҡа килтерелгән (Әйүп 38:7; Мәҙхиә 104:4; Асыш 5:11).

9 Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, тәүҙә бер фәрештә Аллаға ҡаршы күтәрелгән. Уның Аллаға буйһонмайынса йәшәгеһе килгән. Ул хатта кешеләрҙең үҙенә табыныуҙарын теләгән (Маттай 4:8, 9). Был фәрештә, Алла һеҙҙән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә, тип әйтеп, Әҙәм менән Һауаны алдаған һәм Аллаға ҡаршы сығырға ҡотортҡан (Башланмыш 3:1—5). Шуға күрә был фәрештәне Иблис («Яла Яғыусы») һәм Шайтан («Дошман») тип атайҙар. Һуңыраҡ ул башҡа ҡайһы бер фәрештәләрҙе лә Аллаға ҡаршы күтәрелергә ҡотортҡан. Шунан бирле был фәрештәләр ендәр булараҡ билдәле (Ҡанун 32:17; Асыш 12:9; 16:14).

10. Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең Аллаға ҡаршы фетнәһе нимәгә килтергән?

10 Кешеләр Аллаға ҡаршы күтәрелеп, Шайтан һәм ендәр идараһы аҫтында йәшәй башлаған. Шуға күрә Инжилдә Шайтан «был донъя төҙөлөшөнөң илаһы» тип атала һәм, ул «иманһыҙҙарҙың» «аҡыл күҙҙәрен һуҡырайтҡан», тип әйтелә. Алла Һүҙендә: «Бөтөн донъя Яуыздың хакимлығы аҫтында тора», — тип яҙылған. Ә Ғайса Мәсих Шайтанды «был донъяның идарасыһы» тип атаған (2 Көринттәргә 4:4; 1 Яхъя 5:19; Яхъя 12:31).

Ике бәхәсле һорау

11. Шайтан тағы ниндәй һорау күтәреп Аллаға ҡаршы күтәрелгән?

11 Шайтан тағы бер бәхәсле һорау күтәргән. Ул Алланы кәмселекле кешеләр барлыҡҡа килтереүҙә ғәйепләгән һәм, ауыр булған саҡтарҙа бер кеше лә дөрөҫ булғанды эшләргә теләмәйәсәк, тигән. Шайтан хатта, кешеләр һыналған ваҡытта Алланы ҡәһәрләйәсәк, тип раҫлаған (Әйүп 2:1—5). Шулай итеп ул кешеләрҙең тоғролоғон шик аҫтына алған.

12—14. Ваҡыт Шайтан күтәргән ике һорауға яуапты нисек бирергә тейеш булған?

12 Кешеләр һәм фәрештәләр кешенең сафлығы һәм Алланың хакимлығы тураһындағы һорауҙарҙың нисек сиселгәнен күрһен өсөн, Алла етерлек ваҡыт биргән. (Сығыш 9:16 менән сағыштырығыҙ.) Кешелек тарихы был ике һорауға яуап бирергә тейеш булған.

13 Иң мөһиме, Алланың Ғәләмдә идара итеү хоҡуғы тураһында ваҡыт нимә күрһәтер? Кешеләр Алланан яҡшыраҡ идара итә алырмы? Кешеләр уйлап сығарған идара итеү системаһы һуғышһыҙ, енәйәтһеҙ, ғәҙел һәм бәхетле тормош төҙөй алырмы? Уларҙың был идараһы ярлылыҡты бөтөрөп, ризыҡҡа мул тормош килтерерме? Ауырыуҙарҙы, ҡартлыҡты һәм үлемде еңерме? Алла идараһы аҫтында быларҙың барыһы ла булырға тейеш булған (Башланмыш 1:26—31).

14 Икенсе бәхәсле һорау тураһында әйткәндә, ваҡыт нимә күрһәтер? Алла кешене яратҡанда, уға төрлө сифаттар биреп яңылышҡанмы? Төрлө һынауҙарҙа берәйһе дөрөҫ булғанды эшләрме? Кем дә булһа кешеләрҙең бойондороҡһоҙ идараһы урынына Алла идараһын һайлармы?

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[13-сө биттәге иллюстрация]

Алла кешеләргә төрлө өлкәләрҙә иң юғары уңыштарға ирешер өсөн етерлек ваҡыт биргән

[Сығанаҡ тураһында мәғлүмәт]

Shuttle: Based on NASA photo