Фетнәнең һөҙөмтәһе
Етенсе бүлек
Фетнәнең һөҙөмтәһе
1—3. Ваҡыт Алланың хаҡлығын нисек раҫлаған?
БАШТА Алланың идара итеү хоҡуғы тураһындағы бәхәсле һорауға иғтибар итәйек. Кешеләрҙең Аллаға буйһонмайынса идара итеүе нимәгә килтергән? Был идара итеү Алланың идара итеүенән яҡшыраҡмы? Тарихтан нимә күрәбеҙ? Кешеләр, тулайым алғанда, бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтһеҙ булған, шуға күрә был һорауға: «Юҡ!» — тип яуап бирәбеҙ.
2 Әҙәм менән Һауа Алланың идараһын кире ҡаҡҡас, бәхетһеҙ тормош башланған. Улар үҙҙәренә лә, буласаҡ кешелеккә лә ғазаптар килтергән. Әҙәм менән Һауа был ғазаптарҙа үҙҙәре генә ғәйепле булған. «Улар иһә ҡәбәхәтлек ҡыла. Улар уның балалары түгел, һәм был уларҙың ғәйебе», — тип әйтелә Алла Һүҙендә (Ҡанун 32:5).
3 Алла кешеләрҙе, тыңламаһағыҙ, ахыр сиктә үләсәкһегеҙ, тип киҫәткән. Тарих күрһәтеүенсә, шулай булған да (Башланмыш 2:17; 3:19). Алла идараһын кире ҡағып, Әҙәм менән Һауа ваҡыт уҙыу менән ҡартайып үлгән.
4. Ни өсөн беҙ камилһыҙ булып тыуабыҙ, ауырыйбыҙ һәм үләбеҙ?
4 Әҙәм менән Һауаның тыңламаусанлығы кешелеккә нимә килтергән? «Донъяға бер кеше [Әҙәм] арҡыры гонаһ, ә гонаһ аша үлем үтеп ингән, һәм шулай итеп... үлем барлыҡ кешеләргә күскән», — тип аңлатыла Инжилдә (Римлыларға 5:12). Алла идараһын кире ҡаҡҡас, Әҙәм менән Һауа камилһыҙ гонаһлы кешеләр булып киткән. Генетика ҡанундары буйынса улар балаларына камилһыҙлыҡты мираҫ итеп биргән. Шуға күрә беҙ камил түгел, ауырыйбыҙ һәм үләбеҙ.
5, 6. Кешеләр тыныс һәм имен тормош төҙөргә тырышһалар ҙа, тарихтан нимә күрәбеҙ?
5 Күп быуаттар үткән. Күп дәүләттәр алмашынған. Кешеләр идара итеүҙең күп төрҙәрен һынап ҡараған, әммә һәр ваҡыт бәхетһеҙ булған. Кешеләр инде 6 мең йыл идара итеп, тыныс, имен һәм ғәҙел донъя төҙөргә тейеш ине кеүек. Был ваҡыт дауамында улар изгелекле, мәрхәмәтле булырға һәм бер-береһе менән татыу йәшәргә өйрәнергә тейеш ине.
6 Ләкин ысынбарлыҡта беҙ тап киреһен күрәбеҙ. Кешеләр уйлап сығарған идара итеү төрҙәренең береһе лә бөтә кешеләргә тыныс һәм имен тормош килтермәне. ХХ быуатта ғына Холокост арҡаһында миллионлаған кеше ҡырылды, һуғыштарҙа 100 миллиондан артыҡ кеше үлтерелде. Беҙҙең көндәрҙә сәйәси ҡаршылыҡтар һәм кеше фекере менән иҫәпләшмәү арҡаһында күп кешеләр язалап үлтерелгән йәки төрмәгә ултыртылған.
Донъяның хәҙерге хәле
7. Кешелектең бөгөнгө хәле тураһында нимә әйтер инегеҙ?
7 Тәүҙә кешелек хәленә иғтибар итәйек. Енәйәтселек һәм көс ҡулланыу арта. Наркотиктар ҡулланыу эпидемия кеүек тарала. Енси юл менән күсә торған ауырыуҙар пандемияға әйләнде. Миллионлаған кеше үлемгә килтереүсе СПИД сире менән ауырый. Ҡайһы берәүҙәр генә ҙур байлыҡҡа эйә, ә миллионлаған кеше аслыҡтан йәки ауырыуҙарҙан үлә. Кешеләр ерҙе бысрата һәм уның байлығын бөтөрә. Ғаиләләр тарҡала, кешеләр әхлаҡһыҙ тормош алып бара. Эйе, хәҙерге донъя хәле «был донъя төҙөлөшөнөң илаһы» Шайтандың тәртипһеҙ идараһын сағылдыра. Ул идара иткән донъя вайымһыҙ, рәхимһеҙ һәм бөтөнләй боҙоҡ! (2 Көринттәргә 4:4)
8. Ни өсөн кешелек ҡаҙаныштарын ысын уңыш тип атап булмай?
8 Алла, кешеләр фән һәм материаль яҡтан юғары уңыштарға ирешһен өсөн, етерлек ваҡыт биргән. Йәйә менән уҡтарҙы пулемет, танк, реактив самолеттар, атом-төш ҡоралы алмаштырҙы. Быны ысын уңыш тип атап буламы? Кешеләр, космосҡа оса алһа ла, ерҙә бер-береһе менән татыу йәшәй алмай һәм кистәрен, ә ҡайһы бер урындарҙа хатта көндөҙ ҙә, урамға сығырға ҡурҡа. Быларҙың барыһын алға китеш тип атап буламы?
Ваҡыт нимәне асыҡланы
9, 10. а) Үткән быуаттарҙан нимә күрәбеҙ? б) Ни өсөн Алла кешеләрҙән һайлау иркен кире алмаған?
9 Ваҡыт шуны күрһәтте: Алла идараһынан тыш кешеләр үҙ аҙымдарына йүнәлеш бирә алмай. Беҙ ашамайынса, эсмәйенсә һәм тын алмайынса йәшәй алмайбыҙ. Беҙгә йәшәр өсөн ризыҡ, һыу һәм һауа кәрәк булған кеүек, Алла етәкселеге лә кәрәк. Беҙ шундай итеп яратылғанбыҙ.
10 Алла яуызлыҡтың булыуын рөхсәт итеп, мәңгегә шуны күрһәткән: кеше һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмаһа, был аяныс эҙемтәләргә килтерә. Һайлау ирке — ҡиммәтле бүләк, шуға күрә Алла уны кешеләрҙән кире алмаған. Ул кешеләргә уны дөрөҫ ҡулланмауҙың һөҙөмтәләрен күрергә мөмкинлек биргән. «Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай», — тип әйтелә Алла Һүҙендә. Унда шулай уҡ: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтерә», — тип яҙылған (Иремия 10:23; Вәғәзсе 8:9).
11. Кешеләр уйлап сығарған берәй идара итеү формаһы ғазаптарҙы юҡ итә алғанмы?
11 Алла кешеләргә 6 мең йыл идара итергә рөхсәт иткән, һәм был ваҡыт кешенең ғазаптарҙы юҡ итә алмағанын күрһәтте. Мәҫәлән, Исраил батшаһы Сөләймән, аҡыллы һәм бай батша булһа ла, кешелек идараһы килтергән зыянды төҙәтә алмаған (Вәғәзсе 4:1—3). Бөгөн дә донъяның етәкселәре, хатта яңы техник ҡаҙаныштар ярҙамында ла, ғазаптарҙы юҡ итә алмай. Әммә насарырағы шул: тарихтан белгәнебеҙсә, Алла идараһы булмағанда кешеләр ғазаптарҙы юҡ итеү урынына уларҙы арттыра ғына.
Алла киләсәкте уйлап эш итә
12—14. Алланың ғазаптарҙы рөхсәт итеүе ниндәй мәңгелек файҙа килтерәсәк?
12 Алланың ғазаптарҙы рөхсәт итеүе беҙгә төрлө ауырлыҡтар килтерҙе. Әммә Алла киләсәкте уйлап эш иткән һәм уларҙы рөхсәт итеүҙең ахыр сиктә файҙа килтерәсәген белгән. Алланың шулай эш итеүе бер нисә йылға йәки бер нисә мең йылға ғына түгел, ә миллионлаған йылдарға, хатта мәңгелеккә файҙа килтерәсәк.
13 Әгәр киләсәктә Ғәләмдә кем дә булһа Алланың эш итеү юлдарын шик аҫтына алып үҙ һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмаһа, уға үҙ шиктәренең дөрөҫ булыуын күрһәтер өсөн ваҡыт бирергә кәрәк булмаясаҡ. Алла фетнәселәргә идара итер өсөн инде меңләгән йылдар биргән, алынған һабаҡ мәңгелек дауамында Ғәләмдең һәр ерендә ҡулланыласаҡ.
14 Алла, яуызлыҡ менән ғазаптарҙы ошо көнгә тиклем рөхсәт итеп, уға ҡаршы күтәрелгән бер кемдең дә уңышлы була алмағанын күрһәткән. Шуныһы асыҡ күренәсәк: кешеләрҙең йәки фәрештәләрҙең Алланан башҡа ҡорған бер ниндәй планы ла мәңгелек файҙа килтерә алмаясаҡ. Шуға күрә Алланың үҙенә ҡаршы күтәрелгән һәр ҡайһы затты шунда уҡ юҡ итергә хаҡы буласаҡ. «Бөтә яуыздарҙы ҡырып бөтөрөр», — тип әйтелгән Изге Яҙмаларҙа (Мәҙхиә 145:20; Римлыларға 3:4).
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]
[15-се биттәге иллюстрация]
Әҙәм менән Һауа, Аллаға буйһонмайынса йәшәүҙе һайлағас, ҡартайған һәм үлгән
[16-сы биттәге иллюстрациялар]
Кешелектең Алланан бойондороҡһоҙ идараһы уңышһыҙ булып сыҡты
[Сығанаҡ тураһында мәғлүмәт]
U.S. Coast Guard photo