Яңы донъяның нигеҙе хәҙер һалына
Ун беренсе бүлек
Яңы донъяның нигеҙе хәҙер һалына
1, 2. Беҙҙең көндәрҙә Изге Яҙмаларҙағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлә?
ШУНЫҺЫ ғәжәп: тап беҙҙең көндәрҙә, Шайтандың иҫке донъяһы бөтөп барғанда, Алланың яңы донъяһына нигеҙ һалына. Алла барлыҡ халыҡтарҙан кешеләр йыя һәм уларҙан ерҙә йәшәйәсәк яңы йәмғиәттең нигеҙен һала. Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп торабыҙ. Тиҙҙән был йәмғиәт хәҙерге тарҡалып бөткән донъяны алмаштырасаҡ. Инжилдә ул «яңы ер» тип атала (2 Петер 3:13).
2 Изге Яҙмаларҙың пәйғәмбәрлегендә бындай һүҙҙәр ҙә бар: «Һуңғы көндәрҙә [беҙ йәшәгән осорҙа]... күп халыҡтарҙан сыҡҡан кешеләр килеп, былай тиер: „Килегеҙ, Йәһүә тауына [хаҡ ғибәҙәт ҡылыу] ... менәйек. Ул беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер. Беҙ уның һуҡмаҡтарынан йөрөрбөҙ“» (Ишағия 2:2, 3).
3. а) Ишағия пәйғәмбәрлеге кемдә үтәлә? б) Инжилдең һуңғы китабында бының тураһында нимә әйтелә?
3 Хәҙерге заманда ошо пәйғәмбәрлек Аллаға буйһонған, уның юлдарынан һәм «һуҡмаҡтарынан йөрөгән» кешеләрҙә үтәлә. Инжилдең һуңғы китабында был татыу халыҡ-ара йәмғиәт «һәр милләттән, ҡәбиләнән, халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» «бихисап күп кеше» итеп һүрәтләнә. Улар Аллаға берҙәм хеҙмәт итә һәм ысын ҡәрҙәшлек булып йәшәй. «Улар бөйөк афәт аша килгәндәр», — тип әйтелә Инжилдә. Был һүҙҙәрҙән күренгәнсә, яуыз донъя төҙөлөшө юҡ ителгәндә, улар иҫән ҡаласаҡ (Асыш 7:9, 14; Маттай 24:3).
Ысын халыҡ-ара ҡәрҙәшлек
4, 5. Йәһүә Шаһиттарының бөтә донъя ҡәрҙәшлеге нимә ярҙамында барлыҡҡа килгән?
4 Миллионлаған Йәһүә Шаһиты Алла әмерҙәрен ысын күңелдән үтәп һәм уның нормаларын тотоп йәшәргә тырыша. Улар мәңгелек тормошҡа, Алланың яңы донъяһына өмөтләнеп йәшәй. Улар Алла ҡанундарын һәр көн үтәп, Алла идараһына хәҙер һәм киләсәктә буйһонорға әҙер булыуҙарын күрһәтә. Ҡайҙа йәшәүҙәренә, милләт һәм расаларына ҡарамаҫтан, Йәһүә Шаһиттары Алла Һүҙендә бирелгән бер үк талаптарҙы үтәп йәшәй. Бына ни өсөн улар — ысын халыҡ-ара ҡәрҙәшлек, Алла булдырған бөтә донъя йәмғиәте (Ишағия 54:13; Маттай 22:37, 38; Яхъя 15:9, 14).
5 Йәһүә Шаһиттары, был бөтә донья ҡәрҙәшлекте үҙ көсөбөҙ менән булдырҙыҡ, тип һанамай. Улар шуны таный: бындай ҡәрҙәшлектең булыуы Алланың ҡеүәтле рухы ярҙамында ғына мөмкин. Был рух Алла ҡанундары буйынса йәшәгән кешеләргә тәьҫир итә (Илселәр 5:29, 32; Галаттарға 5:22, 23). Ысынлап та, ҡәрҙәшлекте Алла булдырған. Ғайса әйткәнсә, «кеше булдыра алмағанды Алла булдыра ала» (Лука 18:27). Эйе, ҡаҡшамаҫ Ғәләмде барлыҡҡа килтерергә һәләтле Алла яңы донъяның ҡаҡшамаҫ йәмғиәтен дә барлыҡҡа килтерергә һәләтле.
6. Ни өсөн Йәһүә Шаһиттарының ҡәрҙәшлеген заман мөғжизәһе тип атап була?
6 Шулай итеп, инде хәҙер, яңы донъяның нигеҙе һалынғанда, Алланың яңы донъяла нисек идара итәсәген күреп була. Ул үҙенең Шаһиттары өсөн башҡарғанды бөгөнгө заман мөғжизәһе тип атап була. Ни өсөн? Сөнки ул Йәһүә Шаһиттарынан торған ысын бөтә донъя ҡәрҙәшлек булдырған. Милли, дини һәм раса хәрәкәттәре уны бер ҡасан да тарҡата алмаясаҡ. Беҙҙең көндәрҙә 239 ил һәм территорияла миллионлаған Йәһүә Шаһиты йәшәй, шулай ҙа улар берҙәм. Был бөтә донъя ҡәрҙәшлек ысындан да заман мөғжизәһе, сөнки ул — Алланың эше (Ишағия 43:10, 11, 21; Илселәр 10:34, 35; Галаттарға 3:28).
Алла халҡын нисек танып була?
7. Ғайса һүҙҙәре буйынса, уның шәкерттәрен нисек танып була?
7 Яңы донъяның нигеҙен һалыр өсөн, Алла ниндәй кешеләрҙе ҡуллана? Уларҙы тағы нисек танып була? Ғайсаның Яхъя 13:34, 35-тә яҙылған һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе мин һеҙҙе яратҡандай яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белерҙәр». Йәһүә Шаһиттары Ғайсаның һүҙҙәренә ышана һәм улар буйынса эш итә. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, улар «бер-береһен ныҡ ярата» (1 Петер 4:8). Улар «кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейгән, сөнки ул кешеләрҙе тулыһынса берләштерә» (Көләсәйҙәргә 3:14). Шулай итеп, уларҙы ҡәрҙәштәрсә яратыу берләштерә.
8. 1 Яхъя 3:10—12-ләге һүҙҙәр буйынса, Алла халҡы тағы нимә менән айырылып тора?
8 Инжилдә шулай уҡ былай тип әйтелә: «Алла балаларын һәм Иблис балаларын былай танып була: тәҡүә тормош алып бармаған һәм үҙ ҡәрҙәшен яратмаған һәр кем Алланан түгел... Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул Яуыздан булған һәм ҡустыһын үлтергән» (1 Яхъя 3:10—12). Шуға күрә Алла халҡы, бөтә донъя ҡәрҙәшлек булараҡ, йәбер-золом һәм көс ҡулланыуҙы нәфрәт итә.
Айырып торған башҡа билдә
9, 10. а) Һуңғы көндәрҙә Алла хеҙмәтселәрен ниндәй эш аша билдәләп була? б) Йәһүә Шаһиттары Маттай 24:14-тәге пәйғәмбәрлекте нисек үтәй?
9 Алла хеҙмәтселәрен айырып торған башҡа билдә лә бар. Ғайса ахыр заман тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, һуңғы көндәрҙең билдәһе булып торған күп ваҡиғаларҙы иҫкә алған. (9-сы бүлекте ҡарағыҙ.) Инжилдә был ваҡиғаларҙың береһе тураһында былай тип әйтелә: «Бар халыҡтарға шаһитлыҡ бирелһен өсөн, Батшалыҡ хаҡындағы был яҡшы хәбәр бөтә ер йөҙөндә вәғәзләнер, һәм шунда ахыр килер» (Маттай 24:14).
10 Беҙ был пәйғәмбәрлектең үтәлеүен күрәбеҙме? Эйе. 1914 йылда һуңғы көндәр башланғандан бирле Йәһүә Шаһиттары Ғайса үрнәгенә эйәреп, бөтә донъя буйынса, өйҙән-өйгә йөрөп Алла Батшалығы тураһындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләй (Маттай 10:7, 12; Илселәр 20:20). Барлыҡ илдәрҙә миллионлаған Йәһүә Шаһиты, яңы донъя тураһында һөйләр өсөн, кешеләргә килә. Улар шулай уҡ Алла Батшалығы тураһында баҫмалар сығара һәм уларҙы тарата, шулай итеп был брошюра һеҙҙең ҡулығыҙға эләкте. Һеҙ бөтә донъя буйынса өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгән башҡа кешеләрҙе беләһегеҙме? Инжилдә, ахыр килеп еткәнсе, «иң элек» вәғәзләү һәм өйрәтеү эше үткәрелергә тейеш, тип әйтелә (Марк 13:10).
Икенсе бәхәсле һорауға яуап
11. Йәһүә Шаһиттары Алла хакимлығына буйһоноп, тағы нимәгә ирешә?
11 Шайтан, кешеләр һынауҙар баҫымы аҫтында Аллаға тоғро ҡалмаясаҡ, тигән. Йәһүә Шаһиттары Алланың ҡанундарын һәм принциптарын тотоп, Шайтандың был һүҙҙәре ялған икәнлеген күрһәтә. Шулай эшләп, улар кешеләрҙең сафлығына ҡағылышлы икенсе бәхәсле һорауға яуап бирә (Әйүп 2:1—5). Миллионлаған Йәһүә Шаһиты, төрлө халыҡтарҙан сыҡҡан булһалар ҙа, бер бөтөн булараҡ, берҙәм рәүештә Алла идараһына тоғро ҡалалар. Шайтандың баҫымына һәм үҙҙәренең камил булмауҙарына ҡарамаҫтан, улар Ғәләмдә хакимлыҡ итеү тураһындағы һорауҙа Алла яғында тора.
12. Иман яғынан Йәһүә Шаһиттары кемдән үрнәк ала?
12 Бөгөн миллионлаған Йәһүә Шаһиты Алла тураһында шаһитлыҡ биреп Аллаға тоғро ҡалған башҡа шаһиттарға, мәҫәлән, Һабил, Нух, Әйүп, Ибраһим, Сара, Исхаҡ, Яҡуп, Дебора, Рут, Дауыт һәм Данил кеүек шаһиттарға ҡушылалар (Еврейҙарға хат, 11-се бүлек). Инжилдә улар тураһында: «Шаһиттарҙың болот кеүек ҙур төркөмө», — тип әйтелә (Еврейҙарға 12:1). Улар һәм башҡалар, шул иҫәптән Ғайсаның шәкерттәре лә, Алла алдында саф булып ҡалған. Ғайса үҙе лә саф көйө ҡалып, бөйөк үрнәк ҡалдырған.
13. Ғайса Шайтан тураһында ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән?
13 Был Ғайсаның дини башлыҡтарға Шайтан тураһында әйткән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлай: «Һеҙ хәҙер мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә йыйынаһығыҙ... Һеҙҙең атағыҙ — Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул башланғыстан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәттән тайпылған, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялған һөйләгәндә, үҙ тәбиғәте буйынса һөйләй, сөнки ул — ялғансы һәм ялғандың атаһы» (Яхъя 8:40, 44).
Һеҙ нимә һайларһығыҙ?
14. Яңы донъяның нигеҙе тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
14 Алла үҙенең Шаһиттарынан халыҡ-ара йәмғиәт булдырып, яңы донъяға нигеҙ һала. Был нигеҙ көндән-көн нығый бара. Һәр йыл йөҙләгән мең кеше, теүәл белемгә нигеҙләнгән һайлау иректәрен ҡулланып, Алла идараһына буйһона башлай. Улар яңы донъя йәмғиәтенең өлөшө булып китә, Ғәләмдә хакимлыҡ итеү тураһындағы һорауҙа Алла яғына баҫа һәм Шайтандың ялғансы булғанын иҫбат итә.
15. Беҙҙең заманда Ғайса ниндәй эш үткәрәсәк?
15 «Һарыҡтарҙы» «кәзәләрҙән» айырған саҡта Алла идараһын һайлаған кешеләр Ғайсаның «уң яғына» баҫырға лайыҡлы тип һаналасаҡ. Һуңғы көндәр тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, Ғайса былай тип әйткән: «Уның ҡаршыһына бар халыҡтарҙы йыясаҡтар, һәм ул, көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған кеүек, кешеләрҙе ике төркөмгә бүләсәк. Һарыҡтарҙы ул үҙенең уң яғына, ә кәзәләрҙе һул яғына баҫтырасаҡ». Һарыҡтар — баҫалҡы кешеләр. Улар Алла идараһына буйһона, Мәсих ҡәрҙәштәре менән хеҙмәттәшлек итеп, уларға ярҙам итә. Кәзәләр — үҙ һүҙле кешеләр. Улар Алла идараһына буйһонмай һәм Ғайсаның ҡәрҙәштәрен кире ҡаға. Һөҙөмтәлә «улар [кәзәләр] мәңгегә юҡ ителәсәк, ә тәҡүәләр [һарыҡтар] мәңгелек тормош аласаҡ», тигән Ғайса (Маттай 25:31—46).
16. Киләсәк ожмахта йәшәр өсөн, һеҙгә нимә эшләргә кәрәк?
16 Ысынлап та, Алла беҙҙе ярата! Оҙаҡламай ул ерҙә иҫ киткес ожмах булдырасаҡ. Һеҙ шул ожмахта йәшәргә теләйһегеҙме? Теләһәгеҙ, Алланың бөтә эштәре өсөн рәхмәтегеҙҙе күрһәтегеҙ: уның тураһында белем алып, белгәндәрегеҙ буйынса эш итегеҙ. «Әле табып булғанда, Йәһүәне эҙләгеҙ. Ул әле яҡын булғанда, уға мөрәжәғәт итегеҙ. Яуыз кеше үҙ юлын, уҫал үҙ уйҙарын ҡалдырһын. Ул Йәһүәгә ҡайтһын, һәм Алла уға мәрхәмәт күрһәтер» (Ишағия 55:6, 7).
17. Кемгә хеҙмәт итергә, тигән һорауҙы ни өсөн тиҙерәк хәл итергә кәрәк?
17 Был иҫке донъя төҙөлөшөнөң ахыры бик яҡын булғанға, ваҡытты әрәм итмәгеҙ. Инжилдә: «Донъяны ла, донъялағы нәмәләрҙе лә яратмағыҙ. Донъяны яратыусы күктәге Атаны яратмай... Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәүсе мәңге йәшәйәсәк», — тип әйтелгән (1 Яхъя 2:15—17).
18. Алланың иҫ киткес яңы донъяһында йәшәр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
18 Хәҙер Алла халҡы яңы донъяла мәңге йәшәр өсөн өйрәтелә. Улар ерҙе ожмахҡа әйләндерер өсөн кәрәкле рухи һәм башҡа һөнәрҙәр үҙләштерә. Беҙ һеҙҙе Алланы Хаким итеп һайлап, кешеләрҙе ҡотҡара алған эшкә ҡушылырға дәртләндерәбеҙ. Был эш бөтә донъя буйынса үткәрелә. Йәһүә Шаһиттары менән Изге Яҙмаларҙы өйрәнегеҙ һәм беҙҙе яратып, ғазаптарҙы юҡ итәсәк Алла тураһында белем алығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ ҙә яңы донъя нигеҙенең өлөшө булырһығыҙ. Алла һеҙҙе хуплаясаҡ һәм һеҙ иҫ киткес яңы донъяла йәшәй алырһығыҙ!
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]
[31-се биттәге иллюстрация]
Йәһүә Шаһиттары — ысын халыҡ-ара ҡәрҙәшлек
[32-се биттәге иллюстрация]
Алланың яңы донъяһының нигеҙе хәҙер һалына