Һайлау ирке — иҫ киткес бүләк
Бишенсе бүлек
Һайлау ирке — иҫ киткес бүләк
1, 2. Беҙгә ниндәй иҫ киткес бүләк бирелгән?
НИ ӨСӨН Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә? Ул уларҙы юҡ итәсәкме? Быны белер өсөн тәүҙә: «Ул беҙҙе ниндәй итеп барлыҡҡа килтергән?» — тигән һорауға яуап алырға кәрәк. Алла беҙгә, тән менән мейенән тыш, шулай уҡ аҡыл һәм хистәр биргән.
2 Аҡылды нисек ҡулланырға? Хистәрҙе нисек белдерергә? Был яҡтан һайлау ирке ҙур роль уйнай. Эйе, Алла беҙгә һайлау ирке биргән. Был ысындан да иҫ киткес бүләк.
Беҙ ниндәй итеп яратылғанбыҙ?
3—5. Ни өсөн беҙ һайлау иркен ҡәҙерләйбеҙ?
3 Һайлау ирке һәм Алланың ғазаптарҙы рөхсәт итеүе нисек итеп бер-береһе менән бәйле? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ. Һин нимә эшләргә, нимә әйтергә, нимә ашарға һәм кейергә, ниндәйерәк эш менән шөғөлләнергә, ҡайҙа һәм нисек йәшәргә икәнен үҙең һайлайһың. Һин был ирегеңде ҡәҙерләйһеңме? Йәки берәйһенең һиңә нимә әйтергә һәм нимә эшләргә икәнен һәр ваҡыт әйтеп тороуын яҡшыраҡ күрер инеңме?
4 Бер кеше лә быны теләмәй. Ни өсөн? Сөнки Алла беҙҙе шундай итеп яратҡан. Тәүратта Алла кешене үҙенә оҡшатып яратҡан тип әйтелә, ә Алла сифаттарының береһе — һайлау ирке (Башланмыш 1:26; Ҡанун 7:6). Кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәс, Алла уларға ла шундай уҡ иҫ киткес һәләт —һайлау ирке бүләк иткән. Бына ни өсөн беҙ, ил менән берәй яфалаусы кеше идара итһә, үҙебеҙҙе насар хис итәбеҙ.
5 Алла — ирек Аллаһы, шуға күрә беҙ ирекле булырға теләйбеҙ. Инжилдә: «Йәһүә рухы булған ерҙә — азатлыҡ», — тип әйтелә (2 Көринттәргә 3:17). Тимәк, Алла беҙгә һайлау ирке биргәнгә, һайлау ирке беҙҙең бер айырылғыһыҙ өлөшөбөҙ булып тора. Алла аҡылыбыҙҙың нисек эшләйәсәген һәм хистәребеҙҙең ниндәй буласағын белгән. Шуға күрә ул беҙҙең һайлау ирке менән бәхетлерәк буласағыбыҙҙы ла белгән.
6. Мейебеҙ һайлау ирке менән үҙ-ара бәйләнештә эш итһен өсөн, Алла уны ниндәй итеп яһаған?
6 Алла беҙгә шулай уҡ фекерләү, сағыштырыу, ҡарарҙар ҡабул итеү һәм яҡшылыҡ менән насарлыҡты айырыу һәләттәрен биргән (Еврейҙарға 5:14). Шулай итеп, һайлау иркен аҡыл менән ҡулланырға кәрәк. Беҙ уйлай белмәгән, ихтыяры булмаған роботтар түгел. Беҙ, хайуандар кеүек, инстинкт буйынса ла йәшәмәйбеҙ. Мейебеҙ һайлау ирке менән үҙ-ара бәйләнештә эш итер өсөн яһалған. Алла уны шундай итеп яратҡан.
Камил кешеләр
7, 8. Алла Әҙәм менән Һауаны ниндәй итеп яратҡан?
7 Алланың беҙҙе яратыуы күренеп торған. Мәҫәлән, ул, боронғо ата-әсәбеҙ Әҙәм менән Һауа бәхетле йәшәһен өсөн, уларға һайлау ирке менән бергә барыһын да биргән. Улар ҙур паркка оҡшаған ожмахта йәшәгән. Уларҙа барыһы ла мул булған. Тәндәре һәм аҡылдары камил булған, шуға күрә улар ҡартайырға, ауырырға һәм үлергә тейеш булмаған. Улар мәңге йәшәй алыр ине. Уларҙың балалары камил булырға һәм шулай уҡ мәңге бәхетле йәшәргә тейеш булған. Кеше һаны артыр ине, һәм улар ҡәнәғәтлек килтереүсе эш башҡарырҙар ине: бөтә ерҙе ожмахҡа әйләндерерҙәр ине (Башланмыш 1:26—30; 2:15).
8 Тәүратта уларға бирелгәндәр тураһында былай тип әйтелә: «Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине» (Башланмыш 1:31). Шулай уҡ Алла тураһында Тәүратта: «Уның эштәре камил», — тип әйтелә (Ҡанун 32:4). Эйе, Барлыҡҡа Килтереүсе беренсе ике кешене камил итеп яратҡан. Бынан да яҡшыраҡ барлыҡҡа килтереп булмай. Эйе, Алла бик яратыусан!
Сикле ирек
9, 10. Ни өсөн һайлау иркенә тейешле сиктәр кәрәк?
9 Алла кешеләргә сикһеҙ һайлау ирке биргәнме? Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: ҙур ҡалала, юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫәпкә алмайынса, күп һанлы машиналар нисек теләһә, шулай йөрөй. Һеҙ ундай юлға сығыр инегеҙме? Юҡ. Сөнки ундай юлдарҙа тәртипһеҙлек арҡаһында күп авариялар булырға мөмкин.
10 Алла биргән һайлау ирке тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Әгәр ул ирек сикләнмәгән булһа, был кешеләр йәмғиәтендә тәртипһеҙлеккә килтерер ине. Кеше эштәрен тәртиптә тотор өсөн ҡанундар кәрәк! Алла Һүҙендә: «Һеҙ ирекле кешеләр, әммә ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ», — тип әйтелә (1 Петер 2:16). Алла, бар кешеләр ҙә бәхетле булһын өсөн, һайлау иркенең контроль аҫтында булыуын теләй. Беҙ ирекле булһаҡ та, был ирек тулы түгел, ә ҡанундар менән сикләнгән. Алла беҙҙә шундай иректең булыуын теләгән.
Кемдең ҡанундарына буйһонорға?
11. Беҙ кемдең ҡанундарына буйһонорға тейеш инек?
11 Беҙ кемдең ҡанундарына буйһонорға тейеш инек? «Ирегегеҙҙе... Алланың ҡолдары булараҡ ҡулланығыҙ», — тип әйтелә Инжилдә (1 Петер 2:16). Был — кешене мыҫҡыл итеүсе, яфалаусы ҡоллоҡ түгел. Беҙ Алла ҡанундарына буйһоноп, бәхетле йәшәйбеҙ, Алла беҙҙе шундай итеп яратҡан (Маттай 22:35—40). Алла ҡанундары иң яҡшы етәкселек бирә. Кешеләрҙә ундай яҡшы ҡанундар юҡ. «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан һине алып барыусы Алла» (Ишағия 48:17).
12. Алла ҡанундарын үтәгәндә, беҙҙә ниндәй ирек ҡала?
12 Шул уҡ ваҡытта Алла ҡанундары беҙгә ғәйәт ҙур һайлау ирке ҡалдыра. Һөҙөмтәлә һәр кешенең үҙенсәлеге бар, һәр кешегә ҡарап һоҡланаһың. Ысынлап та, һәр ил кешеләренең ризыҡтары, кейемдәре, музыкаһы, сәнғәте һәм йәшәү урындары айырылып тора. Һәр халыҡ үҙе һайлау яһай.
13. Үҙебеҙгә зыян килтермәҫ өсөн, беҙ ниндәй физик ҡанундарға буйһонорға тейеш?
13 Шулай итеп, Алланың кеше тәртибенә ҡағылышлы ҡанундарын үтәп йәшәһәк, бәхетлерәк булырбыҙ. Беҙ шундай итеп яратылғанбыҙ. Был Алланың физик ҡанундарына буйһоноуға оҡшаш. Бар нәмәнең ергә тартылғанын һәр кеше белә. Был Алла биргән ҡанун. Әгәр беҙ, был ҡанунды һанға һуҡмайынса, бейеклектән һикерһәк, үҙебеҙгә зыян килтереүебеҙ йәки үлеүебеҙ бар. Беҙҙең тәнебеҙ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була: әгәр беҙ ашап-эсмәһәк йәки тын алмаһаҡ, үләсәкбеҙ.
14. Кешеләр Аллаға буйһонмайынса йәшәп уңышлы була алмай икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
14 Эйе, беҙ Алланың физик ҡанундарына ла, уның әхлаҡ менән тәртипкә ҡағылышлы ҡанундарына ла буйһонорға тейеш (Маттай 4:4). Кешеләр үҙҙәренең Барлыҡҡа Килтереүсеһенә буйһонмайынса йәшәп уңышлы була алмай. Алла беҙҙе шундай итеп яратҡан. Иремия пәйғәмбәр: «Барыусы үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай. Эй, Йәһүә, мине... тейешенсә төҙәт», — тип яҙған (Иремия 10:23, 24). Эйе, кешеләр үҙ-үҙҙәре менән идара итер өсөн түгел, ә Алла идараһы аҫтында йәшәр өсөн яратылған. Был тормоштоң һәр яғына ҡағыла.
15. Алла ҡанундары Әҙәм менән Һауа өсөн ауыр йөк булғанмы?
15 Әҙәм менән Һауа өсөн Алла ҡанундарына буйһоноу ауыр йөк булғанмы? Һис тә юҡ. Киреһенсә, был уларға һәм барлыҡ кешеләргә файҙа килтерергә тейеш булған. Әҙәм менән Һауа Алла биргән ҡанундарҙы үтәгән булһа, барыһы ла уңышлы булыр ине. Һәм беҙ бөгөн бер-береһен яратып, бер ғаилә булып йәшәгән кешеләр араһында, иҫ киткес ожмахта рәхәтләнеп йәшәр инек! Яуызлыҡ, ғазаптар, үлем булмаҫ ине.
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]
[11-се биттәге иллюстрация]
Барлыҡҡа Килтереүсе беренсе кешеләрҙе камил итеп яратҡан
[12-се биттәге иллюстрация]
Юл йөрөү ҡағиҙәләре булмаһа, машина тулы юлдан барырға теләр инегеҙме?