2
Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исеме
Изге Яҙма буйынса белгестәр тетраграмматон менән бирелгән Алла исеме (יהוה) Еврей Яҙмаларының төп нөсхәһендә 7000 тапҡыр осрағанын таный. Шулай ҙа уларҙың күпселеге, был исем Мәсихсе Грек Яҙмаларының төп нөсхәһендә осрамай, тип уйлай. Шул сәбәпле Яңы Ғәһедтең бөгөнгө тәржемәләренең күбеһендә Йәһүә исеме ҡулланылмай. Хатта Еврей Яҙмаларының тетраграмматон осраған өҙөктәрен тәржемә иткәндә лә, күпселек тәржемәселәр Алланың шәхси исеме урынына «Раббы» тигән титулды ҡуллана.
«Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»н был киң таралған ғәҙәт буйынса тәржемә итмәгәндәр. Был тәржемәнең Мәсихсе Грек Яҙмаларында Йәһүәнең исеме 237 тапҡыр осрай. Ни өсөн? Тәржемәселәр ике мөһим сәбәпте иҫәпкә алған: 1) Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған грек телендәге ҡулъяҙмалар төп нөсхәләр түгел. Ҡулъяҙмаларҙың меңләгән күсермәләре төп нөсхәләр яҙылғандан һуң кәм тигәндә ике быуат үткәс кенә яһалған. 2) Ул ваҡытта күсереп яҙыусылар тетраграмматонды Ки́риос (Раббы) тигән грек һүҙе менән алмаштырған булған йәки күсермәләрҙе тетраграмматон осрамаған ҡулъяҙмаларҙан яһағандар.
«Яңы донъя тәржемәһе» комитеты фекеренсә, тетраграмматондың грек ҡулъяҙмаларының төп нөсхәһендә булыуына етди сәбәптәр бар:
-
Ғайса һәм уның илселәре йәшәгән ваҡытта ҡулланылған еврей ҡулъяҙмаларының күсермәләрендә тетраграмматон күп тапҡыр осраған. Үткәндә ҡайһы берәүҙәр быны шик аҫтына алған. Әммә хәҙер, Ҡомранда б. э. I быуатына ҡараған Еврей Яҙмаларының ҡулъяҙмалары табылғандан һуң, бындай шиктәр өсөн нигеҙ юҡ.
-
Ғайса һәм уның илселәре йәшәгән ваҡытта тетраграмматон шулай уҡ грек теленә тәржемә ителгән Еврей Яҙмаларында осраған. Быуаттар буйы ғалимдар араһында, Еврей Яҙмаларының грек теленә тәржемәһендә, Септуагинтала, тетраграмматон булмаған, тигән ҡараш таралған. Әммә XX быуаттың уртаһында ғалимдарҙың ҡулына Ғайса Мәсих көндәрендәге Септуагинтаның бик боронғо күсермәләренең өҙөктәре килеп эләккән. Был өҙөктәр Еврей телендә яҙылған Алла исемен
үҙ эсенә алған. Тимәк, Ғайса көндәрендә Алла исеме грек телендәге Еврей Яҙмаларының күсермәләрендә осраған. Әммә б. э. IV быуатында Септуагинтаның күпселек ҡулъяҙмаларында, мәҫәлән, Ватикан һәм Синай кодекстарында, Башланмыштан Малахи китабына тиклем Алла исеме инде осрамаған (боронғораҡ ҡулъяҙмаларҙа осраған булһа ла). Шуға күрә Яңы Ғәһеттә, йәки шул ваҡыттағы Мәсихсе Грек Яҙмаларында, Алла исеме булмағанына ғәжәпләнәһе юҡ.Ғайса асыҡ итеп: «Мин Атам исеменән килдем», — тигән. Ул шулай уҡ нимә генә эшләһә лә, Атаһының исеме хаҡына эшләгәненә баҫым яһаған
-
Мәсихсе Грек Яҙмаларында, Ғайса йыш ҡына Алла исемен ҡулланған һәм уны кешеләргә асҡан, тиелә (Яхъя 17:6, 11, 12, 26). Ғайса асыҡ итеп: «Мин Атам исеменән килдем», — тип әйткән. Ул шулай уҡ нимә генә эшләһә лә, Атаһының исеме хаҡына эшләгәненә баҫым яһаған (Яхъя 5:43; 10:25).
-
Әгәр ҙә Изге Яҙманың беренсе өлөшөндә (Еврей Яҙмаларында) Йәһүәнең исеме осраһа, ә уның Алла тарафынан рухландырылған икенсе өлөшөндә (Мәсихсе Грек Яҙмаларында) ул ҡапыл юғалһа, был эҙмә-эҙлекле булмаҫ ине. Б. э. I быуатының уртаһында Ғайсаның шәкерте Павел еврейҙарға яҙған хатында былай тигән: «Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ» (Еврейҙарға 13:15). Әгәр беренсе быуатта бер кем дә Алланың исемен белмәгән йә ҡулланмаған булһа, Павелдың әйткән һүҙҙәре мәғәнәһеҙ булыр ине.
-
Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исеменең ҡыҫҡартылған формаһы осрай. Асылыш 19:1, 3, 4, 6-ла Алла исеме «Аллилуя» тигән һүҙҙең өлөшө булып тора. Был һүҙ боронғо еврей теленән һүҙмә-һүҙ «Йәһте маҡтағыҙ!» тигән мәғәнә йөрөтә. Йәһ — Алла исеменең ҡыҫҡартылған формаһы. Мәсихсе Грек Яҙмаларында осраған күп исемдәр Алла исеменән килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, белешмә материалдарҙа яҙылғанса, Ғайсаның исеме «Йәһүә — ҡотҡарыу» тигәнде аңлата.
-
Йәһүдтәрҙең боронғо яҙма сығанаҡтарынан күренгәнсә, йәһүдтәрҙән булған мәсихселәр яҙыуҙарында Алла исемен ҡулланған. Тасефтта, яҡынса б. э. 300 йылында төҙөлгән телдән-телгә күскән закондар йыйынтығында, Шәмбе көндө яндырылған мәсихсе ҡулъяҙмалар менән нимә эшләргә кәрәклеге тураһында күрһәтмәләр бирелгән булған: «Инжил
китаптарын һәм миндар [күрәһең, йәһүдтәрҙән сыҡҡан мәсихселәр] китаптарын янғындан һаҡлап алып ҡалмайҙар. Уларҙы унда яҙылған Алла исемдәре менән утта янырға ҡалдыралар». Артабан шул уҡ текста б. э. II быуаттың башында йәшәгән Галилеялы Йосе исемле раввиндың һүҙҙәре килтерелә. Ул, аҙнаның башҡа көндәрендә «Алланың исемен ҡырҡып алырға һәм йәшерергә, ә ҡалған өлөшөн яндырырға кәрәк», тип әйткән. -
Ҡайһы бер Изге Яҙма буйынса белгестәр, Еврей Яҙмаларының өҙөктәре Мәсихсе Грек Яҙмаларында өҙөмтә итеп килтерелгәндә, Алланың исеме унда, күрәһең, ҡалдырылған,
тип иҫәпләй. Бер Изге Яҙма һүҙлегендәге «Яңы Ғәһедтә тетраграмматон» тигән мәҡәләлә былай тиелә: «Я[ңы] Ғ[әһедтең] беренсе ҡулъяҙмалары яҙылған саҡта, унда И[ҫке] Ғ[әһедтән] килтерелгән бөтә йә ҡайһы бер өҙөктәрҙә тетраграмматон, Алла Исеме, Яхве осраған, тип уйларға нигеҙ бар» («The Anchor Bible Dictionary»). Джордж Ховард исемле бер Изге Яҙма буйынса белгес яҙған: «Беренсе быуаттағы сиркәү Изге Яҙма тип таныған грек телендәге Яҙмаларҙа [Септуагинтала] тетраграмма һаман да осраған. Шуға күрә Я[ңы] Ғ[әһед] яҙыусылары, Яҙманан өҙөктәр килтергәндә, яҙма тексынан тетраграмманы ҡалдырғандар тигән һығымтаға килеп була». -
Танылған Изге Яҙма тәржемәселәре Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исемен ҡулланған. Был тәржемәселәрҙең ҡайһы берәүҙәре Алла исемен «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» сыҡҡанға тиклем күпкә алдараҡ ҡулланған булған. Мәҫәлән: «A Literal Translation of the New Testament. . . From the Text of the Vatican Manuscript», Герман Хейнфеттер, 1863; «The Emphatic Diaglott», Бенджамин Уилсон, 1864; «The Epistles of Paul in Modern English», Джордж Баркер Стивенс, 1898; «St. Paul’s Epistle to the Romans», В. Д. Рутерфорд, 1900; «The New Testament Letters», Лондон епискобы Дж. В. Ч. Уонд, 1946. Бынан тыш, XX быуаттың башында Пабло Бессон испан теленә яһаған тәржемәһендә Алла исемен Лука 2:15-тә һәм Йәһүҙә 14-тә ҡулланған һәм, төшөрмәләрҙә 100 тапҡырҙан күберәк уның исемен килтереп, төп текста ошо урындарҙа Йәһүә исеме булыуы ихтимал икәнлеген күрһәткән. Был тәржемәләр эшләнгәнгә тиклем күп йылдар элек еврей теленә тәржемә ителгән Мәсихсе Грек Яҙмаларында, XVI быуаттан башлап, тетраграмматон йыш ҡулланыла. Немец телендә генә Мәсихсе Грек Яҙмаларында кәм тигәндә Йәһүә (йә Яхве) тигән исем 11 тапҡыр осрай, ә дүрт тәржемәлә был исем Раббы һүҙенән һуң йәйәләр эсендә килтерелә. Немец телендәге 70-тән артыҡ тәржемәлә Алла исеме төшөрмәләрҙә йә комментарийҙарҙа бирелә.
-
Мәсихсе Грек Яҙмаларының тәржемәләрендә Алла исеме йөҙҙән ашыу телдә осрай. Азия, Америка, Африка, Европа һәм Тымыҡ океан илдәренең күп кенә телдәрендә Алла исеме йыш ҡулланыла. (12-се һәм 13-сө биттәрҙе ҡарағыҙ.) Был баҫмаларҙың тәржемәселәре өҫтә килтерелгән сәбәптәргә оҡшаш сәбәптәр арҡаһында Алла исемен ҡулланырға булған. Мәсихсе Грек Яҙмаларының тәржемәләренең ҡайһы берҙәре күптән түгел генә яһалған булған. Уларҙың араһында ротума теленә тәржемә ителгән Изге Яҙмала (1999) Алла исеме 48 шиғырҙа 51 тапҡыр һәм шулай уҡ Индонезия телдәренең береһенә яһалған тәржемәлә (1989) 110 тапҡыр осрай.
Һис шикһеҙ, Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исемен үҙ урынына кире ҡайтарыр өсөн нигеҙ бар. «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»нең тәржемәселәре тап шулай эшләгән дә. Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт һәм уның исеменә тәрән ихтирам уларға төп нөсхәнән ниҙе лә булһа алып ташларға рөхсәт итмәгән (Асылыш 22:18, 19).