Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ҺОРАУ

Алла кем ул?

Алла кем ул?

«Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен».

Мәҙхиә 83:18

«Йәһүәнең Алла булыуын танып бел. Беҙҙе ул яратҡан, һәм беҙ уныҡы».

Мәҙхиә 100:3

«Мин Йәһүә. Был — минең исемем, мин бер кемгә лә үҙ шөһрәтемде һәм боттарға данымды бирмәйем».

Ишағия 42:8

«Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор».

Римлыларға 10:13

«Әлбиттә, һәр йорттоң төҙөүсеһе бар, ә Алла — бөтә нәмәнең Барлыҡҡа килтереүсеһе».

Еврейҙарға 3:4

«Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте арҡаһында уларҙың барыһы үҙ урындарында тора».

Ишағия 40:26