Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ҺОРАУ

Изге Яҙмаларҙа беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмаларҙа беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтелә?

«Халыҡ халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер... Быларҙың барыһы — ғазаптарҙың башы».

Маттай 24:7, 8

«Күп ялған пәйғәмбәрҙәр килер һәм күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Ҡанунһыҙлыҡтың артыуы арҡаһында күптәрҙең мөхәббәте һыуыныр».

Маттай 24:11, 12

«Яҡындағы һәм алыҫтағы һуғыштар хаҡында ишеткәс, ҡурҡмағыҙ; шулай булырға тейеш, ләкин был әле донъя төҙөлөшөнөң ахыры түгел».

Марк 13:7

«Көслө ер тетрәүҙәр, урыны-урыны менән киҙеүҙәр, аслыҡ булыр. Кешеләр ҡурҡыныс күренештәр һәм күктән бөйөк билдәләр күрер».

Лука 21:11

«Һуңғы көндәрҙә айырыуса ауыр ваҡыттар киләсәк. Сөнки кешеләр үҙҙәрен генә һөйөүсән, аҡса яратыусан, маҡтансыҡ, тәкәббер, көфөр һүҙҙәр һөйләүсе булырҙар; ата-әсәләренә буйһонмаҫтар, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәҫтәр, яҡындарын яратмаҫтар. Улар тоғролоҡһоҙ, килешмәүсән, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, рәхимһеҙ, яҡшылыҡты яратмаусы, хыянатсы, үҙ һүҙле, маһайыусан булыр, һәм Алланы яратыуға ҡарағанда, ләззәтте күберәк яратырҙар. Тышҡы яҡтан Аллаға бирелгән булып күренерҙәр, ә ғәмәлдә ундай булмаҫтар».

2 Тимутегә 3:1—5