Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла Һүҙе менән тәүге танышыу

Алла Һүҙе менән тәүге танышыу

Изге Яҙмалар — Алланың кешеләр өсөн тәғәйенләнгән хаты, йәғни уның һүҙе. Унда бәхетле тормош алып барырға һәм Алла хуплауына эйә булырға ярҙам иткән кәңәштәр килтерелә. Шулай уҡ Изге Яҙмаларҙа бындай һорауҙарға яуаптар табып була:

  1. 1 Алла кем ул?

  2. 2 Алла тураһында белем алыр өсөн нимә эшләргә?

  3. 3 Изге Яҙмаларҙы яҙыуҙа кем ҡатнашҡан?

  4. 4 Изге Яҙмалар фәнни яҡтан теүәлме?

  5. 5 Изге Яҙмаларҙың төп темаһы ниндәй?

  6. 6 Изге Яҙмаларҙа Мәсих тураһында ниндәй пәйғәмбәрлектәр яҙылған?

  7. 7 Изге Яҙмаларҙа беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтелә?

  8. 8 Кешеләрҙең ғазаптарында Алла ғәйеплеме?

  9. 9 Ни өсөн кешеләр ғазап сигә?

  10. 10 Изге Яҙмаларҙа киләсәк тураһында нимә әйтелә?

  11. 11 Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

  12. 12 Үлгән кешеләр өсөн ниндәй өмөт бар?

  13. 13 Изге Яҙмаларҙа эш тураһында нимә әйтелә?

  14. 14 Үҙ мөлкәтеңде нисек дөрөҫ ҡулланырға?

  15. 15 Кем бәхетле?

  16. 16 Борсолоуҙарыбыҙҙы еңер өсөн нимә эшләргә?

  17. 17 Изге Яҙмалар ғаиләгеҙгә нисек ярҙам итә ала?

  18. 18 Нисек Аллаға яҡынлашып була?

  19. 19 Изге Яҙмаларҙы тәшкил иткән китаптарҙа нимә тураһында яҙылған?

  20. 20 Изге Яҙмаларҙы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә?

КӘРӘКЛЕ ӨҘӨКТӨ ТАБЫР ӨСӨН ЯРҘАМ

Изге Яҙмалар китабы — 66 бәләкәй китаптан торған йыйынтыҡ. Ул ике өлөштән тора: Еврей-арамей Яҙмалары (Тәүрат, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары) һәм Грек Яҙмалары (Инжил). Изге Яҙмаларҙы тәшкил иткән китаптарҙың күбеһе бүлектәргә һәм шиғырҙарға бүленгән. Изге Яҙмаларҙан берәй өҙөк килтерелгәндә, тәүҙә китаптың исеме, унан һуң бүлек менән шиғырҙың һаны килтерелә. Мәҫәлән, Башланмыш 1:1 тип яҙылһа, был өҙөк Башланмыш китабының 1-се бүлегенән, 1-се шиғырҙан алынған икәнен аңлата.