Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ҺОРАУ

Изге Яҙмалар ғаиләгеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Изге Яҙмалар ғаиләгеҙгә нисек ярҙам итә ала?

ИРҘӘР ҺӘМ АТАЙҘАР

«Тап шулай уҡ ирҙәр дә ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡан кеүек яратырға тейеш. Ҡатынын яратыусы кеше үҙен ярата, сөнки үҙ тәнен нәфрәт иткән кеше юҡ. Киреһенсә, һәр кем үҙ тәнен туҡландыра һәм уның хаҡында наҙ менән ҡайғырта. ...Һәр берегеҙ үҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын».

Эфестарға 5:28, 29, 33

«Аталар, балаларығыҙҙы ярһытмағыҙ, киреһенсә, уларҙы Йәһүә ҡушҡанса тәрбиәләп үҫтерегеҙ һәм өгөтләп аҡылға өйрәтегеҙ».

Эфестарға 6:4

ҠАТЫНДАР

«Ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итһен».

Эфестарға 5:33

«Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә мәсихселәрсә буйһоноп йәшәгеҙ».

Көләсәйҙәргә 3:18

БАЛАЛАР

«Балалар, ата-әсәләрегеҙҙе Раббы ҡушҡанса тыңлап йәшәгеҙ, сөнки был Алла ҡарашынан дөрөҫ. „Ата-әсәйеңде хөрмәт ит“, — тигән әмер Алланың беренсе әмере һәм ул уны бындай вәғәҙә менән бергә биргән: „Шул саҡта тормошоң яҡшы булыр, ер йөҙөндә оҙон ғүмерле булырһың“».

Эфестарға 6:1—3

«Балалар, ата-әсәләрегеҙгә һәр нәмәлә тыңлаусан булығыҙ, сөнки был Хужабыҙҙы һөйөндөрә».

Көләсәйҙәргә 3:20