Ҡәҙерле ата-әсәләр!
Һеҙ балаларығыҙға бирә алған бүләктәрҙең иң яҡшыһы ниндәй? Әлбиттә, улар күп нәмәгә, шул иҫәптән яратыуығыҙға, кәңәштәрегеҙгә һәм яҡлауығыҙға, мохтаж. Әммә һеҙ бирә алған бүләктәрҙең иң ҡиммәтлеһе — Йәһүә тураһында белем һәм уның Һүҙендәге, Изге Яҙмаларҙағы, хәҡиҡәттәр (Яхъя 17:3). Ундай белем һеҙҙең балаларығыҙға сабый саҡтан уҡ Йәһүәгә ҡарата яратыуҙарын үҫтерергә һәм ысын күңелдән уға хеҙмәт итергә ярҙам итәсәк (Маттай 21:16).
Күп ата-әсәләр иғтибар иткәнсә, бәләкәй балалар ябай һорауҙарға яуап бирергә һәм ҡыҫҡа ғына күнегеүҙәр яһарға ярата. Шуға күрә беҙ һеҙгә «Бәләкәстәр өсөн Изге Яҙмаларҙан һабаҡтар» тигән брошюраны тәҡдим итергә шатбыҙ. Унда һеҙ ябай һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр табырһығыҙ. Рәсемдәр менән текст бигерәк тә өс йәшкә тиклем балалар өсөн әҙерләнгән. Дәрестәрҙә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр ҙә килтерелә. «Бәләкәстәр өсөн Изге Яҙмаларҙан һабаҡтар» тигән брошюра уйнар өсөн түгел, ә балаларығыҙҙы өйрәтер өсөн баҫтырылған. Балағыҙға уны уҡығыҙ һәм уның нигеҙендә фекер алышығыҙ.
Был баҫма һеҙгә балаларығыҙҙы «сабый саҡтан уҡ» Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәттәр менән таныштырырға ярҙам итер тип ышанабыҙ (2 Тимутегә 3:14, 15).
Һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ,
Йәһүә Шаһиттарының Етәксе советы