12-СЕ ДӘРЕС
Аллаға нисек яҡынлашып була?
1. Алла бөтә доғаларҙы ла тыңлаймы?
Алла бөтә кешеләрҙе лә үҙенә доға ҡылып яҡынлашырға саҡыра (Зәбур 65:2). Әммә, ул бөтә доғаларҙы ла ҡабул итә, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, ҡатыны менән үҙен тупаҫ тотҡан кешенең доғаларын Алла тыңламай (1 Петр 3:7). Шулай уҡ, израилдәр тиҫкәреләнеп яуызлыҡ ҡылғанда, Алла уларҙың доғаларын кире ҡаҡҡан. Эйе, доға ҡылыу мөмкинлеге — ул хөрмәт. Шулай ҙа, Алла хатта етди гонаһ ҡылған кешенең дә, ул тәүбә итһә, доғаһын ҡабул итә. Ишағыя 1:15 *; Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡығыҙ.
«Алла доғаларҙың барыһын да тыңлаймы?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
2. Нисек доға ҡылырға кәрәк?
Доға Аллаға табыныуыбыҙҙың өлөшө булып тора. Шуға күрә тик Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүәгә генә доға ҡылырға кәрәк (Матфей 4:10; 6:9). Беребеҙ ҙә камил түгел, шунлыҡтан беҙгә Ғайсаның ролен танып доға ҡылырға кәрәк, сөнки ул, гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, үҙ ғүмерен биргән (Яхъя 14:6). Йәһүә ятланған йә яҙылған доғаларҙы ҡат-ҡат әйтеүебеҙҙе теләмәй. Ул ысын күңелдән доға ҡылыуыбыҙҙы теләй. Матфей 6:7; Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.
Барлыҡҡа килтереүсебеҙ хатта эстән генә әйтелгән доғаларыбыҙҙы ишетә (1 Самуил 1:12, 13). Ул беҙҙе һәр төрлө ваҡытта доға ҡылырға саҡыра. Беҙ уға көндөң башында һәм аҙағында, ашар алдынан һәм ауырлыҡтар менән осрашҡанда доға ҡыла алабыҙ. Матфей 15:36; 1 Петр 5:7-не уҡығыҙ.
3. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре бергә йыйылырға тейеш?
Беҙ Аллаға ышанмаған һәм уның, ерҙе ожмахҡа әйләндерәм, тигән вәғәҙәһенән мыҫҡыллап көлгән кешеләр араһында йәшәйбеҙ, шунлыҡтан Аллаға яҡынлашыу еңел түгел 2 Тимофейға 3:1, 4; 2 Петр 3:3, 13). Шуға күрә, имандаштарыбыҙ менән аралашып, бер-беребеҙҙе нығытып тороу бик мөһим. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.
(Алланы яратҡан кешеләр менән аралашыу уға яҡынайырға ярҙам итә. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары — иманығыҙҙы нығытыр өсөн иҫ киткес мөмкинлек. Римдарға 1:11, 12-не уҡығыҙ.
4. Аллаға нисек яҡынлашып була?
Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн, уның Һүҙенән белгәндәрегеҙ хаҡында уйланығыҙ. Уның ғәмәлдәренә, ҡанундарына һәм вәғәҙәләренә төшөнөргә тырышығыҙ. Доға һәм уйланыу һеҙгә Йәһүәнең мөхәббәтен һәм зирәклеген баһаларға ярҙам итер. Ешуа 1:8 *; Зәбур 1:1—3-тө * уҡығыҙ.
Аллаға таянып, иман итһәгеҙ генә, уға яҡынлаша алырһығыҙ. Иманды гөл менән сағыштырып була. Гөл һыу һибеүгә мохтаж булған шикелле, иман да нығытып тороуға мохтаж. Бының өсөн, һәр ваҡыт ышаныуҙарығыҙҙың нимәгә нигеҙләнгәнен тикшереп торорға кәрәк. Матфей 4:4; Еврейҙарға 11:1, 6-ны уҡығыҙ.
5. Аллаға яҡынлашыу ниндәй файҙа килтерә?
Йәһүә уны яратҡандар хаҡында ҡайғырта. Ул иманыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырҙай һәм мәңгелек тормоштан мәхрүм итерҙәй һәр нәмәнән дә яҡлай (Зәбур 91:1, 2, 7—10). Ул һаулығыбыҙға зыян килтереүсе һәм беҙҙе бәхетһеҙ итеүсе тормош рәүешенән киҫәтә. Йәһүә беҙҙе иң яҡшы тормош юлына өйрәтә. Яҡуб 1:25; 4:4, 8-ҙе уҡығыҙ.
^ 1 абз. Ишағыя 1:15: «Һеҙ ҡулдарығыҙҙы һуҙғанда, мин күҙемде ситкә борам. Һеҙ күп доға ҡылһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе тыңламайым. Һеҙҙең ҡулығыҙ ҡанға батҡан».
^ 6 абз. Ешуа 1:8: «Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн, ундағы һүҙҙәр һинең телеңдән төшмәһен, уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең».
^ 6 абз. Зәбур 1:1—3: «Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған, гонаһ ҡылыусылар юлына баҫмаған һәм мыҫҡыллап көлөүселәр менән ултырмаған кеше бәхетле. Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана. Ул ағым һыуҙар буйында ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».