Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ДӘРЕС

Ни өсөн Алла хаҡында артабан да белем алырға кәрәк?

Ни өсөн Алла хаҡында артабан да белем алырға кәрәк?

1. Изге Яҙманы өйрәнеүҙе дауам итеү һеҙгә ниндәй файҙа килтерәсәк?

Һис шикһеҙ, Изге Яҙманың төп хәҡиҡәттәрен ҡарап сығыу Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙы нығытҡандыр. Шул яратыуҙы даими нығытып торорға кәрәк (1 Петр 2:2). Мәңгелек тормошҡа өмөтөбөҙ, Алла Һүҙен өйрәнеп, артабан да уға яҡынлашыуыбыҙға бәйле. Яхъя 17:3; Йәһүҙә 21-ҙе уҡығыҙ.

Алла тураһында белем алған һайын иманығыҙ ҙа көсәйә барыр. Иман һеҙгә Алла хуплауын алырға ярҙам итер (Еврейҙарға 11:1, 6). Ул һеҙҙе тәүбә итергә һәм тормошоғоҙҙа кәрәкле үҙгәрештәр яһарға этәрер. Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡығыҙ.

2. Алла тураһындағы белемегеҙ башҡаларға нисек ярҙам итә ала?

Һеҙ Йәһүәнең дуҫы була алаһығыҙ

Әлбиттә, һеҙ белгәндәрегеҙҙе башҡаларға ла һөйләргә теләрһегеҙ, сөнки бөтә кеше лә һөйөнөслө яңылыҡтар менән уртаҡлашырға ярата. Белем алыуығыҙҙы дауам итеп, һеҙ ҡараштарығыҙҙы башҡаларға Изге Яҙма ярҙамында аңлатырға өйрәнерһегеҙ. Римдарға 10:13—15-те уҡығыҙ.

Күп кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе тәүҙә дуҫтарына һәм туғандарына һөйләй. Әммә ипле булығыҙ. Кешегә, һинең динең дөрөҫ түгел, тип әйтмәгеҙ. Бының урынына Алла вәғәҙәләре хаҡында һөйләгеҙ. Иҫтә тотоғоҙ, йыш ҡына кешенең тәртибе, һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡаларға нығыраҡ тәьҫир итә. 2 Тимофейға 2:24, 25-те уҡығыҙ.

3. Изге Яҙманы өйрәнеү ниндәй мөмкинлек аса?

Алла Һүҙен өйрәнеү һеҙгә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер. Ваҡыт уҙыу менән һеҙ Йәһүәнең дуҫы булып китерһегеҙ. Үҙегеҙҙе доғала уға бағышлап, уның хеҙмәтсеһе була алырһығыҙ. Улай ғына ла түгел, һеҙ уның улы йә ҡыҙы булырһығыҙ. 2 Коринфтарға 6:18-ҙе уҡығыҙ.

4. Һеҙгә артабан да аҙымдар яһарға нимә ярҙам итер?

Рухи яҡтан үҫергә теләһәгеҙ, Алла Һүҙен даими өйрәнегеҙ (Еврейҙарға 5:13, 14). Йәһүә шаһиттарының береһенә өндәшеп, үҙегеҙ менән Изге Яҙма өйрәнеүен һорағыҙ. Улар өйрәнеүҙе «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китап буйынса үткәрер. Алла Һүҙен өйрәнгән һайын тормошта уңышлыраҡ булырһығыҙ. Римдарға 12:2; 1 Тимофейға 4:15, 16-ны уҡығыҙ.

Һөйөнөслө хәбәр Йәһүәнән — бәхетле Алланан килә. Уның халҡына ҡушылһағыҙ, уға тағы ла нығыраҡ яҡынайырһығыҙ (Еврейҙарға 10:24, 25). Йәһүәнең хуплауын алырға тырышып, һеҙ ысын тормошҡа — мәңгелек тормошҡа ирешерһегеҙ. Алла менән дуҫлығығыҙҙы нығытығыҙ, сөнки уның менән мөнәсәбәттәр — кеше эйә була алған нәмәләрҙең иң ҡиммәтлеһе. 1 Тимофейға 1:11; 6:19-ҙы уҡығыҙ.