Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ДӘРЕС

Алланы яратыуыңды күрһәт

Алланы яратыуыңды күрһәт

Дуҫлыҡты дауам иттереү өсөн, дуҫ менән һөйләшеү кәрәк. Һин уны тыңлайһың, ә ул һине тыңлай. Һин шулай уҡ башҡаларға дуҫың тураһында яҡшы нәмәләр һөйләйһең. Алла менән дуҫлыҡ тураһында шуны уҡ әйтергә мөмкин. Изге Яҙмаларҙа был турала нимә әйтелеүе тураһында уйла.

Йәһүә менән һәр ваҡыт доға аша һөйләш. «Доғала тотороҡло» булығыҙ (Римлыларға 12:12).

Алланың Һүҙе — Изге Яҙмаларҙы уҡы. «Бөтә Яҙмалар Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәнеү, ғәйепте асыу, төҙәлеү... өсөн файҙалы» (2 Тимофейға 3:16).

Алла тураһында башҡаларҙы өйрәт. «Барығыҙ, барлыҡ халыҡты... мин һеҙгә ҡушҡандарҙың бөтәһен дә үтәргә өйрәтегеҙ» (Матфей 28:19, 20).

Алланың дуҫтары менән яҡынлаш. «Аҡыллылар менән аралашҡан кеше аҡыллы булыр» (Ғибрәтле хикәйә 13:20).

Батшалыҡ Залында үткәрелгән осрашыуҙарға йөрө. «Яратыу һәм яҡшы эштәргә дәртләндереп, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ... бер-беребеҙҙе өгөтләйек» (Еврейҙарға 10:24, 25).

Батшалыҡ эшендә булышлыҡ күрһәт. «Һәр кем кәйефе ҡырылып һәм мәжбүр иткәнгә түгел, ә йөрәге ҡушыуы буйынса бүлеп бирһен, сөнки үҙ теләге менән биреүсене Алла ярата» (2 Коринфлыларға 9:7).