Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ДӘРЕС

Алла — ул иң яҡшы дуҫ

Алла — ул иң яҡшы дуҫ

Алланың дуҫы булып китеү — ул һиңә теләүе мөмкин булған теләктәрҙең иң яҡшыһы. Алла һине нисек бәхетле булырға һәм нисек борсолоуһыҙ йәшәргә өйрәтәсәк. Ул һине ялған ышаныуҙар һәм зыянлы шөғөлдәрҙән азат итәсәк. Ул һинең доғаларыңды тыңлаясаҡ. Ул һиңә эске тыныслыҡ һәм ышаныс табырға ярҙам итәсәк (Мәҙхиә 70:5; 72:28). Алла һиңә ҡайғы-хәсрәт ваҡыттарында терәк буласаҡ (Мәҙхиә 17:19). Шулай уҡ Алла һиңә мәңгелек тормош бүләге тәҡдим итә (Римлыларға 6:23).

Алла менән яҡынлашып, һин Алланың дуҫтары менән яҡынлашырһың. Улар һинең дә дуҫтарың булып китерҙәр. Улар һинең өсөн хатта ағайҙар һәм апайҙар кеүек булырҙар. Улар һине Алла тураһында өйрәтергә шат буласаҡтар, ярҙам итәсәктәр һәм терәк буласаҡтар.

Беҙ Алла менән бер тиң түгел. Алла менән дуҫлыҡ эҙләгән саҡта, һиңә бер мөһим хәҡиҡәтте аңлар кәрәк. Алла менән дуҫлыҡ — ул бер тиңдәрҙең дуҫлығы түгел. Ул беҙҙән бик күпкә олораҡ, аҡыллыраҡ һәм көслөрәк. Ул хоҡуғы буйынса беҙҙең Хаким. Шуға күрә, әгәр уның дуҫтары булырға теләйбеҙ икән, беҙ уны тыңларға һәм, ул беҙгә нимә әйтһә, шуны эшләргә тейеш. Был һәр ваҡыт беҙгә файҙаға буласаҡ (Исаия 48:18).