Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ДӘРЕС

Һиңә Алла тураһында белем алырға кәрәк

Һиңә Алла тураһында белем алырға кәрәк

Алланың дуҫы булыр өсөн, һиңә уның тураһында белергә кәрәк. Дуҫтарың һинең исемеңде беләме һәм улар һиңә исемеңде әйтеп өндәшәме? Әлбиттә. Алла ла һин уның исемен белеүеңде һәм уны исеме менән атауыңды теләй. Алланың исеме — Йәһүә (Сығыш 15:3; Матфей 6:9). Шулай уҡ һиңә уға нимә оҡшай, ә нимә — юҡ икәнен белергә кәрәк. Һиңә уның дуҫтары кем, дошмандары кем булыуын белергә кәрәк. Кемделер белеү өсөн ваҡыт кәрәк. Изге Яҙмаларҙа Йәһүә менән танышыу өсөн ваҡыт бүлеү дөрөҫ булғанлығы әйтелә (Ефеслыларға 5:15, 16).

Алланың дуҫтары, уға нимә оҡшай, шуны эшләйҙәр. Үҙеңдең дуҫтарың тураһында уйлап ҡара. Әгәр улар менән насар мөғәмәлә итһәң һәм, улар нимә яратмай, шуны эшләһәң, улар һинең дуҫтарың булып ҡалырмы икән? Әлбиттә, юҡ! Әгәр һин Алланың дуҫы булырға теләһәң, һиңә лә, уға нимә оҡшай, шуны эшләргә кәрәк (Яхъя 4:24).

Бөтә диндәр ҙә Алла менән дуҫлыҡҡа алып бармай. Ғайса — Алланың иң яҡын дуҫы — ике юл тураһында һөйләгән. Бер юл — киң, һәм унда кешеләр күп. Был юл һәләкәткә алып бара. Икенсе юл — тар, һәм унан бик аҙ ғына кешеләр бара. Был юл мәңгелек тормошҡа алып бара. Был, әгәр һин Алла менән дуҫлыҡ табырға теләһәң, һиңә мотлаҡ уға нисек дөрөҫ табынырға икәнен белергә кәрәк тигәнде аңлата (Матфей 7:13, 14).