Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ДӘРЕС

Алланың дуҫтары изгелек эшләй

Алланың дуҫтары изгелек эшләй

Әгәр һинең һоҡланған һәм хөрмәт иткән дуҫың булһа, һин уға оҡшарға тырышаһың. Изге Яҙмаларҙа: «Алла шәфҡәтле һәм ғәҙел»,— тип әйтелә (Мәҙхиә 25:8; «Танах», Д. Йосифон [24:8]). Алланың дуҫы булыр өсөн, беҙ яҡшылыҡлы һәм ғәҙел булырға тейеш. Изге Яҙмаларҙа: «Яратҡан балалар һымаҡ, Аллаға оҡшарға тырышығыҙ һәм яратып йәшәгеҙ»,— тип әйтелә (Ефеслыларға 5:1, 2). Бына ошоно эшләй алыуҙың бер нисә юлы:

Ярҙам итергә әҙер бул. «Барлыҡ кешеләргә лә яҡшылыҡ эшләйек» (Галаттарға 6:10).

Тырышып эшлә. «Кем урлашҡан, артабан урлама, ә үҙ ҡулдарың менән файҙалы эш эшләһәң, яҡшыраҡ булыр» (Ефеслыларға 4:28).

Әхлаҡи һәм физик яҡтан таҙа бул. «Алланан ҡурҡып, изге эштәр эшләйек һәм үҙебеҙҙе барлыҡ тән һәм рух әшәкелектәренән таҙартайыҡ» (2 Коринфлыларға 7:1).

Ғаилә ағзаларыңды ярат һәм хөрмәт ит. «Һәр кем ҡатынын үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатыны иренән ҡурҡһын [тәрән ихтирам итһен]. Балалар ата-әсәләрегеҙҙе Аллала тыңлағыҙ» (Ефеслыларға 5:33—6:1).

Башҡаларҙы ярат. «Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки яратыу Алланан» (1 Яхъя 4:7).

Үҙ илеңдең закондарын үтә. «Һәр бер йән юғары властарға буйһонһон... Һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: „...кемгә һалым — һалым“» (Римлыларға 13:1, 7).