Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ДӘРЕС

Мәңгелеккә Алланың дуҫы бул!

Мәңгелеккә Алланың дуҫы бул!

Дуҫты табыу өсөн тырышлыҡ кәрәк; әммә тырышлыҡ дуҫлыҡты дауам иттереү өсөн дә кәрәк. Алла менән дуҫлыҡ булдырырға һәм уны дауам иттерергә тырышҡаның өсөн, һиңә бик күп фатихалар бирелер. Ғайса уға ышаныусыларға: «Хәҡиҡәт һеҙҙе азат итер»,— тигән (Яхъя 8:32). Был нимәне аңлата?

Һин азатлыҡҡа хәҙер шатлана алаһың. Һин Иблис таратҡан алдыҡ тәғлимәттәр һәм ялғанлыҡтан азат була алаһың. Һин Йәһүәне белмәгән миллионлаған кешеләрҙең тормошон тултырған өмөтһөҙлөктән ҡотола алаһың (Римлыларға 8:22). Алланың дуҫтары хатта «үлем ҡурҡынысынан» да азат (Еврейҙарға 2:14, 15).

Һин азатлыҡҡа Алланың яңы донъяһында шатлана алаһың. Һин киләсәктә ирешә аласаҡ азатлыҡ ни тиклем матур! Ожмах ерендә һуғыштарҙан, ауырыуҙарҙан һәм енәйәтселектән азатлыҡ буласаҡ. Ярлылыҡтан һәм аслыҡтан азатлыҡ. Ҡурҡыуҙан, йәберләүҙән һәм ғәҙелһеҙлектән азатлыҡ. Изге Яҙмалар Алла тураһында: «Ҡулыңды асаһың да мәрхәмәтлелегеңдән бөтә тереклекте туйғансы ашатаһың»,— тип әйтә (Мәҙхиә 144:16).

Алланың дуҫтары мәңге йәшәйәсәк. Мәңгелек тормош — ул Алла уның менән дуҫлыҡ эҙләгәндәрҙең барыһына ла бирәсәк ҡиммәтле бүләк (Римлыларға 6:23). Икһеҙ-сикһеҙ тормош һинең өсөн нимә аңлатасағын уйлап ҡына ҡара!

Һинең күп нәмәгә ваҡытың буласаҡ! Бәлки, һин музыкаль инструментта уйнарға өйрәнергә теләйһеңдер. Йә иһә һин һүрәт төшөрөргә өйрәнергә йәки ағас оҫтаһы һөнәренә эйә булырға теләйһеңдер. Моғайын, һинең хайуандар һәм үҫемлектәр тураһында күберәк белгең киләлер. Ихтимал, һине сәйәхәттәр ҡыҙыҡһындыралыр, һәм һинең төрлө илдәр һәм халыҡтарҙы күргең киләлер. Мәңгелек тормошта быларҙың барыһы ла мөмкин буласаҡ.

Һинең күп дуҫтар табырға ваҡытың буласаҡ. Мәңгелек тормош Алланың дуҫтары булып киткән күп кешеләрҙе белергә мөмкинселек бирәсәк. Һин уларҙың таланттары һәм сифаттары тураһында белерһең, һәм улар шулай уҡ һинең дуҫтарың булыр. Һин уларҙы яратырһың, һәм улар һине яратасаҡ (1 Коринфлыларға 13:8). Икһеҙ-сикһеҙ тормош һиңә ер йөҙөндәге бөтә кешеләргә дуҫ булырға мөмкинселек бирәсәк! Әммә иң яҡшыһы шул: быуаттар дауамында һинең Йәһүә менән дуҫлығың артҡандан артасаҡ! Мәңгелеккә Алланың дуҫы булсы!