Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ДӘРЕС

Алланың дуҫтары ожмахта йәшәйәсәк

Алланың дуҫтары ожмахта йәшәйәсәк

Ожмах беҙ хәҙер йәшәгән донъяға оҡшаш булмаясаҡ. Алла бер ҡасан да ерҙең ҡайғы, хәсрәт, ауыртыуҙар, ғазаптар менән тулы булыуын теләмәгән. Киләсәктә Алла ерҙе Ожмахҡа әйләндерәсәк. Был Ожмах ниндәй буласаҡ? Изге Яҙмаларҙа нимә әйтелеүен ҡарайыҡ:

Яҡшы кешеләр. Ожмах Алланың дуҫтарының өйө буласаҡ. Улар бер-береһенә тик изгелек эшләйәсәк. Улар Алланың ғәҙел юлдарына ярашлы рәүештә йәшәйәсәк (Ғибрәтле хикәйә 2:21).

Аҙыҡтың муллығы. Ожмахта аслыҡ булмаясаҡ. Изге Яҙмалар: «Ерҙә аҙыҡҡа муллыҡ буласаҡ»,— тип әйтә (Мәҙхиә 71:16).

Матур йорттар һәм күңелгә ятышлы эш. Ожмахта һәр ғаиләнең үҙ өйө буласаҡ. Һәр кем шатлыҡ килтергән эш менән мәшғүл буласаҡ (Исаия 65:21—23).

Бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ. Кешеләр башҡа һуғышмаясаҡ һәм һуғышта үлмәйәсәк. Алла Һүҙендә: «[Алла] һуғыштарҙы туҡтатты»,— тип әйтелә (Мәҙхиә 45:9, 10).

Яҡшы һаулыҡ. Изге Яҙмалар: «[Ожмахтағы] бер генә кеше лә: „мин ауырыу“,— тип әйтмәҫ»,— тип вәғәҙә итә (Исаия 35:5, 6).

Ауырыу, хәсрәт һәм үлем юҡҡа сығасаҡ. Алла һүҙендә: «...инде үлем дә булмаҫ, илау ҙа, ғазаплы тауыштар ҙа, ауырыуҙар ҙа инде булмаҫ, сөнки элеккеләр үтеп китте»,— тип әйтелә (Асыш 21:4).

Яуыз кешеләр булмаясаҡ. Йәһүә: «Законһыҙҙар ерҙән юҡ ителәсәктәр һәм хыянатлылар унан юҡҡа сығарыласаҡтар»,— тип вәғәҙә итә (Ғибрәтле хикәйә 2:22).

Кешеләр бер-береһен яратасаҡ һәм хөрмәт итәсәк. Башҡа ғәҙелһеҙлек, йәберләү, ҡомһоҙлоҡ һәм нәфрәт булмаясаҡ. Кешеләр берҙәм буласаҡ, улар Алланың ғәҙел юлдарына ярашлы итеп йәшәйәсәк (Исаия 26:9).