Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ДӘРЕС

Ожмах яҡын!

Ожмах яҡын!

Ерҙәге әле эшләнгән бөтә яуызлыҡ Ожмах яҡын икәнен күрһәтә. Изге Яҙмаларҙа, тап Ожмах етер алдынан беҙ ҡурҡыныс ваҡыттарҙы күрәсәкбеҙ, тип алдан әйтелгән булған. Хәҙер беҙ шундай ваҡытта йәшәйбеҙ. Бына Изге Яҙмаларҙа әйтелгән ҡайһы бер күренештәр:

Ҙур һуғыштар. «Халыҡ халыҡҡа ҡаршы, батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер» (Матфей 24:7). Был пәйғәмбәрлек үтәлде. 1914 йылдан алып ике бөтә донъя һуғышы һәм күп бәләкәйерәк масштабтағы һуғыштар булды. Был һуғыштарҙа миллионлаған кеше үлде.

Ауырыуҙар таралыуы. «Урыны-урыны менән... үләттәр сығыр» (Лука 21:11). Был һүҙҙәр үтәлдеме һуң? Эйе. Рак, йөрәк ауырыуҙары, туберкулез, малярия, СПИД һәм башҡа ауырыуҙар миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен алып китте.

Аҙыҡ етешмәүе. Бөтә ер йөҙө буйынса ас йәшәгән кешеләр бар. Йыл һайын аслыҡтан миллионлаған кеше үлә. Был оҙаҡламай Ожмах килеп етеүен күрһәтеүсе тағы бер билдә. Изге Яҙмаларҙа, аҙыҡ етешмәйәсәк, тип әйтелә (Марк 13:8).

Ер тетрәүҙәр. «Урыны-урыны менән... ер тетрәүҙәр [булыр]» (Матфей 24:7). Был шулай уҡ беҙҙең ваҡытта үтәлде. 1914 йылдан алып ер тетрәүҙәрҙә миллиондан ашыу кеше үлде.

Яуыз кешеләр. Кешеләр «көмөш яратыусан» һәм «үҙ-үҙен яратыусан» булырҙар. Улар «Алланы яратыуға ҡарағанда рәхәтлекте яратыусан» булыр. Балалар «ата-әсәһенә буйһонмаусан» булырҙар (2 Тимофейға 3:1—5). Күп кешеләр бөгөн нәҡ шундай булыуы менән һин риза түгелме ни? Уларҙың Аллаға хөрмәте юҡ, ә Алла тураһында белергә тырышҡандарға улар уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Енәйәтселек. Шулай уҡ «законһыҙлыҡтың артыуы» булыр (Матфей 24:12). Енәйәттәрҙең бөгөн бер нисә йыл элеккә ҡарағанда күберәк эшләнеүе менән, моғайын, һин ризалашырһың. Кешеләрҙең бөтә ерҙә лә талауҙың, алдауҙың һәм башҡа яуызлыҡтың ҡорбаны булыуы мөмкин.

Быларҙың бөтәһе лә Алла Батшалығының яҡын икәнен күрһәтә. Изге Яҙмаларҙа: «Был [күренештәрҙең] тормошҡа ашыуын күрһәгеҙ, шуны белегеҙ: „Алла Батшалығы яҡын“»,— тип әйтелә (Лука 21:31). Нимә ул Алла Батшалығы? Ул Алланың күктәге ерҙе Ожмахҡа әйләндерәсәк хөкүмәте. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ (Даниел 2:44).