Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ДӘРЕС

Алланың дуҫтары яуызлыҡ эшләүҙән ҡаса

Алланың дуҫтары яуызлыҡ эшләүҙән ҡаса

Иблис, кешеләрҙе әүрәтеп, яуызлыҡ эшләтә. Кем Алланың дуҫы булырға теләй, шул Йәһүә яратмаған нәмәләрҙе яратмаҫҡа тейеш (Мәҙхиә 96:10). Мәҫәлән, Алланың дуҫтары түбәндәгеләрҙе эщләүҙән ҡаса:

Енси мораль менән бәйле гонаһтар. «Зина ҡылма» (Сығыш 20:14). Никахҡа тиклем енси бәйләнешкә кереү шулай уҡ дөрөҫ түгел (1 Коринфлыларға 6:18).

Эскелек. «Эскеселәр... Алла Батшалығын мираҫ итмәйҙәр» (1 Коринфлыларға 6:10).

Үлтереш, аборт. «Үлтермә» (Сығыш 20:13).

Урлашыу. «Урлама» (Сығыш 20:15).

Ялған. Йәһүә «ялған телде» яратмай (Ғибрәтле хикәйә 6:17).

Көс ҡулланыу һәм тыйылғыһыҙ асыу. «Намыҫһыҙҙы һәм көс ҡулланырға яратыусыны [Йәһүә] яратмай» (Мәҙхиә 10:5). «Физик тән эштәренә (гонаһлы эштәр)... асыу... [керә]» (Галаттарға 5:19, 20).

Ҡомарлы уйындар. «Кем... ҡомһоҙ... булып ҡала, шулар менән аралашмаҫҡа, тип яҙғайным» (1 Коринфлыларға 5:11).

Раса йәки этник нәфрәт. «Үҙегеҙҙең дошмандарығыҙҙы яратығыҙ... һәм һеҙҙе ҡыуғандар... өсөн доға ҡылығыҙ» (Матфей 5:43, 44).

Алла беҙгә нимә әйтә, шул беҙҙең файҙаға хеҙмәт итә. Насар эштәрҙән ҡасыу һәр ваҡытта ла еңел булмай. Йәһүә һәм уның Шаһиттары ярҙамы менән һин Алланы ҡайғыртҡан эштәрҙән һаҡлана алаһың (Исаия 48:17; Филипплыларға 4:13; Еврейҙарға 10:24, 25).