Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ДӘРЕС

Һин нисек Алла тураһында күберәк белә алаһың

Һин нисек Алла тураһында күберәк белә алаһың

Изге Яҙмаларҙы уҡып, һин Йәһүә тураһында күберәк белә алаһың. Элекке ваҡыттарҙа Алла, улар уның фекерҙәрен яҙып алһындар өсөн, ҡайһы бер кешеләрҙе һайлап алған. Был яҙмалар Изге Яҙмалар тип атала. Бөгөн беҙ Алла менән Изге Яҙмаларҙы уҡып танышабыҙ. Изге Яҙмаларҙа Йәһүәнең һүҙе йә хаты яҙылғанға күрә, уны шулай уҡ Алла Һүҙе тип атайҙар. Беҙ Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнгә ышана алабыҙ, сөнки Йәһүә бер ҡасан да алдамай. «Алланың алдауы мөмкин түгел» (Еврейҙарға 6:18). Алла Һүҙендә хәҡиҡәт яҙылған (Яхъя 17:17).

Изге Яҙмалар — ул беҙгә Алла биргән иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе. Уны яратыусы атаның балаларына яҙған хаты менән сағыштырырға була. Ул Алланың ерҙе йәшәү өсөн һоҡландырғыс урынға — Ожмахҡа — әйләндерергә вәғәҙәһе тураһында һөйләй. Изге Яҙмалар Алла үҙенең тоғро балаларына элек нимә эшләгәне, хәҙер нимә эшләүе һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында һөйләй. Ул шулай уҡ беҙгә проблемаларыбыҙҙы хәл итергә һәм бәхет табырға ярҙам итә (2 Тимофейға 3:16, 17).

Йәһүә Шаһиттары — ул Алланың дуҫтары; улар һиңә Изге Яҙмалар нимәгә өйрәткәнен аңларға ярҙам итерҙәр. Уларға Изге Яҙмаларҙы өйрәнергә теләүең тураһында әйт кенә. Өйрәткән өсөн улар аҡса алмай (Матфей 10:8). Шулай уҡ һин мәсихселәр осрашыуына килә алаһың. Улар Батшалыҡ Залы тип аталған табыныу урындарында үткәрелә. Әгәр был осрашыуҙарға йөрөһәң, һин тиҙ ваҡыт эсендә Алла тураһында күп белем алырһың.

Һин Алла тураһында уның барлыҡҡа килтергән нәмәләрен өйрәнеп белә алаһың. Мәҫәлән, Изге Яҙмаларҙа: «Башта Алла ерҙе һәм күкте барлыҡҡа килтергән»,— тип әйтелгән (Йәшәйеш 1:1). Йәһүә, күкте барлыҡҡа килтергән саҡта, ҡояшты яһаған. Был беҙгә Алла тураһында нимә һөйләй ала һуң? Ул Йәһүәнең бөйөк көскә эйә булыуы тураһында һөйләй. Тик ул ғына шундай сағыу яҡтыртҡан ҙур ҡояшты яһай алған. Был шулай уҡ Йәһүәнең бик аҡыллы булыуы тураһында һөйләй. Сөнки йылылыҡ һәм яҡтылыҡ таратҡан, тик шулай ҙа янып бөтмәгән ҡояшты булдырыу өсөн ҙур аҡыллылыҡ кәрәк.

Йәһүәнең барлыҡҡа килтергән нәмәләре уның беҙҙе яратыуын күрһәтә. Ерҙәге емештәрҙең күп төрлөлөгө тураһында уйлап ҡара. Йәһүәнең беҙгә бер генә емеш биреүе йә бөтөнләй бирмәүе мөмкин ине. Әммә Йәһүә беҙгә формаһы, ҙурлығы, төҫө һәм тәме буйынса бик күп төрлө емештәр биргән. Был Йәһүәнең яратыусан, йомарт, ҡайғыртыусан һәм игелекле Алла икәнен күрһәтә (Мәҙхиә 103:24).