28-СЕ ДӘРЕС
Беҙҙең интернет-ресурста нимә табып була?
Ғайса Мәсих шәкерттәренә: «Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын», — тип әйткән (Матфей 5:16). Шул маҡсат менән беҙ алдынғы технологияларҙы, шул иҫәптән Интернетты ҡулланабыҙ. Беҙҙең интернет-ресурс — Йәһүә шаһиттарының тәғлимәттәре һәм эшмәкәрлеге тураһында рәсми мәғлүмәт сығанағы. Унда нимә табып була?
Йыш бирелгән һорауҙарға Изге Яҙманан яуаптар. Интернет-ресурсыбыҙҙа һеҙ кешеләрҙе борсоған мөһим һорауҙарға яуаптар таба алаһығыҙ. Мәҫәлән, «Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?» һәм «Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?» тигән буклеттарҙы 600-ҙән ашыу телдә онлайн уҡып була. Шулай уҡ һеҙ унда 130-ҙан артыҡ телдә Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһе»н, Изге Яҙманы өйрәнергә ярҙам иткән ҡайһы бер баҫмаларҙы һәм брошюраларҙың һуңғы һандарын таба алаһығыҙ. Был баҫмаларҙың күпселеген онлайн уҡып һәм тыңлап була. Шулай уҡ һеҙ уларҙы MP3, PDF йәки EPUB кеүек форматтарҙа үҙегеҙгә күсереп ала алаһығыҙ. Һеҙ хатта ҡыҙыҡһынған кеше өсөн уның туған телендә кәрәкле мәғлүмәттең бер нисә битен баҫтырып сығара алаһығыҙ! Интернет-ресурсыбыҙҙа тиҫтәләгән ишаралар телендә видеобаҫмалар табырға мөмкин. Шулай уҡ унан Изге Яҙманы сәнғәтсә уҡыуҙы, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән постановкаларҙы һәм буш ваҡытта рәхәтләнеп тыңлар өсөн матур музыканы күсереп алып була.
Йәһүә шаһиттары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт. Беҙҙең интернет-ресурста бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүебеҙ тураһында һуңғы яңылыҡтар һәм видеояҙмалар урынлаштырылған. Һеҙ унда яҡын арала үткәреләсәк конгрестар тураһындағы мәғлүмәтте һәм төрлө илдәрҙә булған филиалдарыбыҙҙың адрестарын да таба алаһығыҙ.
Был алдынғы технологиялар ярҙамында хәҡиҡәт яҡтылығы ерҙең иң алыҫ урындарында ла балҡый. Бөтә континенттарҙағы, шул иҫәптән Антарктидала йәшәгән кешеләрҙең Алла менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ, бөтә ер йөҙө буйынса Йәһүәнең һүҙе тиҙ таралһын һәм уның исеме данланһын, тип доға ҡылабыҙ (2 Фессалоникаларға 3:1).
-
Интернет-ресурсыбыҙ нисек күп кешеләргә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белергә ярҙам итә?
-
Һеҙ беҙҙең интернет-ресурста нимә ҡарарға теләр инегеҙ?