Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠУШЫМТА

Байраҡҡа честь биреү, тауыш биреү һәм граждан хеҙмәте

Байраҡҡа честь биреү, тауыш биреү һәм граждан хеҙмәте

Байраҡҡа честь биреү. Күп кешеләр байраҡ алдында баш эйәләр йәки уға честь бирәләр, һәм был йыш ҡына гимн яңғыраған ваҡытта башҡарыла. Йәһүә Шаһиттары иҫәпләүенсә, бындай саралар дини йолаға тиң, сөнки унда ҡатнашҡан кешеләр ҡотҡарыуҙы Алла менән түгел, ә дәүләт йәки уның етәкселәре менән бәйләй (Ишағия 43:11; 1 Көринттәргә 10:14; 1 Яхъя 5:21). Ундай етәкселәрҙең береһе — боронғо Бабилдың батшаһы Навуходоносор. Кешеләрҙә үҙенең бөйөклөгө һәм дини ашҡыныуы менән тәьҫир ҡалдырыр өсөн, был көслө батша ҙур тораташ яһаған һәм үҙ хеҙмәтселәренә уның алдында, гимн кеүек музыка уйнаған ваҡытта, баш эйергә ҡушҡан. Әммә өс йәһүд Седрах, Мисах һәм Авденаго, үлем янаһа ла, тораташҡа баш эймәгән (Данил, 3-сө бүлек).

Беҙҙең быуатта «байраҡ милләтселектең төп символы һәм табыныу өсөн төп әйбер булып тора — тип яҙған тарихсы Карлтон Хейс. — Ир кешеләр янынан байраҡ күтәреп уҙһалар, улар баш кейемен һала. Байраҡты данлап, шағирҙар одалар яҙа, ә балалар гимндар йырлай». Милләтселектең шулай уҡ «изге көндәре» бар, мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа 4-се июль (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө), шулай уҡ уның «изгеләре һәм геройҙары», «ғибәҙәтханалары», йәғни изге урындары бар, тип өҫтәй Карлтон Хейс. Бразилияла халыҡ алдында сығыш яһағанда, бер ҙур хәрби чиновник: «Байраҡты ололайҙар һәм уға, Ватанға кеүек, табыналар», — тигән. Ә «Америка энциклопедияһы»нда әйтелгәнсә, «байраҡ, тәре кеүек, изге тип һанала» («The Encyclopedia Americana»).

Шул энциклопедияла күптән түгел былай тиелгән булған: «Дәүләт гимндарында патриотик хистәр сағыла һәм уларҙа йыш ҡына доғаға оҡшаш үтенестәр бар: илаһтарҙан етәкселек һәм хакимдарға йә халыҡҡа яҡлау һорайҙар». Шуға күрә Йәһүә хеҙмәтселәренең патриотик церемонияларҙы, шул иҫәптән байраҡҡа честь биреүҙе һәм дәүләт гимндарын, дини йолаға тиңләүҙәре аҡылһыҙ түгел. «Америка рухы» тигән китапта әйтелгәнсә, Йәһүә Шаһиттарының балалары Ҡушма Штаттарҙағы мәктәптәрҙә байраҡҡа честь бирергә йәки уға тоғролоҡ анты бирергә ризалашмай. Унда шулай уҡ былай тиелгән: «Был көндәлек ритуалдың ысындан да дини булыуын ахыр сиктә Юғары суд та таныны» («The American Character»).

Йәһүә халҡы Изге Яҙмаларға нигеҙләнмәгән йолаларҙа ҡатнашмаһа ла, башҡаларҙың быны эшләргә хоҡуҡтарын ихтирам итә. Улар милли байраҡтарҙы символ булараҡ хөрмәт итәләр һәм законлы хөкүмәттәрҙе «Алла хеҙмәтсеһе» ролен үтәгән «өҫтөн тороусы хакимлыҡ» итеп таныйҙар (Римлыларға 13:1—4). Шуға күрә Йәһүә Шаһиттары «батшалар менән башлыҡтар тураһында доға ҡылығыҙ» тигән саҡырыуға ҡолаҡ һала, сөнки уларҙың «Аллаға тулыһынса бирелгән булып һәм бар эштәрҙе етдилек менән башҡарып тыныс, татыу ғына ғүмер кисергеһе» килә (1 Тимутегә 2:2).

Сәйәси һайлауҙарҙа тауыш биреү. Ысын мәсихселәр башҡаларҙың һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуҡтарын хөрмәт итә. Улар һайлауҙарға ҡаршы сыҡмай һәм һайланған идара итеүселәргә буйһона. Әммә улар халыҡтарҙың сәйәси эштәрендә нейтралитет һаҡлай (Маттай 22:21; 1 Петер 3:16). Ҡайһы бер илдәрҙә тауыш биреү мотлаҡ, ә башҡа илдәрҙә халыҡ һайлауҙарға килмәгән кешеләргә ҡаршы күтәрелә. Ундай осраҡтарҙа мәсихселәргә нимә эшләргә? Седрах, Мисах һәм Авденаго Деир яланына барған. Быны иҫтә тотоп, мәсихсе лә, выжданы рөхсәт итһә, һайлау кабинкаһына инер. Әммә нейтралитетын боҙмаҫ өсөн, уға һаҡ булырға һәм бындай алты принципты иҫәпкә алырға кәрәк:

  1. Ғайса шәкерттәре «донъяныҡы түгел» (Яхъя 15:19).

  2. Мәсихселәр — Мәсихтең һәм уның Батшалығының вәкилдәре (Яхъя 18:36; 2 Көринттәргә 5:20).

  3. Мәсихсе йыйылыштың бөтә ағзалары берҙәмлектә иман итә һәм Мәсих күрһәткән мөхәббәтте сағылдырып йәшәй (1 Көринттәргә 1:10; Көләсәйҙәргә 3:14).

  4. Кешене берәй урынға һайлаусылар уның эштәре өсөн яуаплы. (1 Ишмуил 8:5, 10—18 һәм 1 Тимутегә 5:22-лә яҙылған һүҙҙәрҙәге принциптарға иғтибар ит.)

  5. Исраилдар үҙҙәре өҫтөнән берәй кешене батша итеп ҡуйырға теләк белдергәс, Йәһүә быны үҙен кире ҡағыу итеп ҡабул иткән (1 Ишмуил 8:7).

  6. Төрлө сәйәси ҡарашлы кешеләр менән Алла Батшалығы тураһында һөйләшкәндә, мәсихсенең һөйләү иреклеге булырға тейеш (Маттай 24:14; 28:19, 20; Еврейҙарға 10:35).

Граждан хеҙмәте. Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт хәрби хеҙмәттән баш тартҡан кешеләрҙән билдәле бер ваҡыт дауамында граждан хеҙмәтен башҡарырға талап итә. Бындай хәлгә эләкһәк, беҙгә доға ҡылырға һәм, бәлки, етлеккән мәсихсе менән кәңәшләшергә кәрәк булыр. Шунан һуң был һорау буйынса белгән мәғлүмәтте иҫәпкә алып, выжданыбыҙ ҡушҡанса эш итеп, ҡарар ҡабул итергә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5; Филиппийҙарға 4:5).

Алла Һүҙе буйынса беҙгә «хөкүмәттәргә һәм хакимиәттәргә буйһонорға», «һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер булырға» һәм «аҡыллы булырға» кәрәк (Титусҡа 3:1, 2). Быны иҫтә тотоп, үҙебеҙгә бындай һорау бирәйек: «Граждан хеҙмәтенә ризалашһам, мин мәсихсе нейтралитетына тоғро ҡала алырмынмы? Шулай уҡ мин ялған дин эштәрендә ҡатнашыусы булып китмәҫменме?» (Михей 4:3, 5; 2 Көринттәргә 6:16, 17). «Был эште башҡарғанда, миңә мәсихсе вазифаларымды үтәргә ауыр булмаҫмы? Был эш мине вазифаларымды бөтөнләй үтәй алмаҫлыҡ хәлгә килтермәҫме?» (Маттай 28:19, 20; Эфестарға 6:4; Еврейҙарға 10:24, 25) «Йәиһә был хеҙмәт рухи эштәрҙә күберәк ҡатнашырға йә хатта тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға ярҙам итмәҫме?» (Еврейҙарға 6:11, 12)

Әгәр мәсихсе өйрәтелгән выжданы буйынса эш итеп, төрмәлә ултырыр урынына граждан хеҙмәтенә ризалашһа, имандаштары уның ҡарарын хөрмәт итергә тейеш (Римлыларға 14:10). Йәки ул бындай хеҙмәтте башҡара алмаҫ тип һанаһа, башҡалар уның был ҡарарын шулай уҡ хөрмәт итергә тейеш (1 Көринттәргә 10:29; 2 Көринттәргә 1:24).