Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠУШЫМТА

Айырылышыуға һәм айырым йәшәүгә Алланың ҡарашы

Айырылышыуға һәм айырым йәшәүгә Алланың ҡарашы

Йәһүә никахҡа инеүселәрҙең никах анттарына тоғро ҡалыуҙарына өмөтләнә. Ул беренсе ир кеше менән ҡатын-ҡыҙҙы никахта берләштереп, былай тигән: «Кеше... ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр». Һуңыраҡ Ғайса Мәсих был һүҙҙәрҙе ҡабатлаған һәм: «Алла ҡушылдырғанды кеше айырмаһын», — тип өҫтәгән (Башланмыш 2:24; Маттай 19:3—6). Тимәк, Йәһүә менән Ғайса иҫәпләүенсә, никах — ғүмерлек бәйләнеш, һәм был бәйләнеште ирҙең йәки ҡатындың үлеме генә өҙә ала (1 Көринттәргә 7:39). Никах изге булғанға күрә, айырылышыуға еңел ҡарарға ярамай. Йәһүә кешеләрҙең Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәп булмайынса айырылышыуҙарҙын нәфрәт итә (Малахий 2:15, 16).

Изге Яҙмаларҙа айырылышыр өсөн ниндәй сәбәп яҙылған? Йәһүә зина ҡылыуҙы һәм фәхешлекте күрә алмай (Башланмыш 39:9; 2 Ишмуил 11:26, 27; Мәҙхиә 50:6). Ул фәхешлекте шул тиклем ерәнгес эш тип һанай, хатта уның арҡаһында айырылышырға рөхсәт итә (фәхешлек тураһында 9-сы бүлектең 7-се абзацында әйтелә). Йәһүә ғәйепһеҙ иргә йә ҡатынға үҙенә ҡарар итергә хоҡуҡ бирә: гөнаһ ҡылған тормош иптәше менән ҡалырғамы йәки айырылышырғамы (Маттай 19:9). Шулай итеп, ғәйепһеҙ ир йәки ҡатын айырылышырға булһа, ул Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләмәй. Шул уҡ ваҡыт мәсихсе йыйылыш бер кемде лә айырылышырға дәртләндермәй. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ғәйепһеҙ ир йәки ҡатын гөнаһ ҡылған тормош иптәше менән, бигерәк тә ул ысын күңелдән тәүбә итһә, ҡалырға булыр. Ахыр сиктә, айырылышыр өсөн Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәбе булған кеше үҙе ҡарар ҡабул итергә һәм был ҡарарҙың эҙемтәләренә әҙер булырға тейеш (Галаттарға 6:5).

Бик һирәк осраҡтарҙа ҡайһы бер мәсихселәр тормош иптәшенән айырым йәшәргә йәки, ул зина ҡылмаһа ла, уның менән айырылышырға булғандар. Изге Яҙмаларҙа айырым йәшәү рөхсәт ителһә лә, айырым йәшәгән кеше яңғыҙ торһон йәки үҙенең тормош иптәше менән «килешһен», тип әйтелә (1 Көринттәргә 7:11). Ундай мәсихсе яңынан никахлашыр өсөн башҡа тормош иптәшен эҙләй алмай (Маттай 5:32). Ҡайһы бер мәсихселәр, ниндәйҙер шарттар уларға тормош иптәштәренән айырым йәшәргә йәки айырылышырға (Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) хоҡуҡ бирә, тип иҫәпләгәндәр. Был ғәҙәттән тыш шарттарҙы ҡарап сығайыҡ.

Ғаилә тураһында ҡайғыртыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу. Ир, мөмкинлеге була тороп, ғаиләһе тураһында ҡайғыртмаһа, ғаилә ярлы булып китеп иң кәрәкле нәмәләрҙән мәхрүм булырға мөмкин. Изге Яҙмаларҙа былай тип әйтелгән: «Кеше яҡындарының, айырыуса ғаиләһенең ихтыяждарын ҡайғыртмай икән, ул имандан ваз кискән һәм иманһыҙҙан да яманыраҡ була» (1 Тимутегә 5:8). Бындай ир кеше үҙгәрергә теләмәһә, ҡатын үҙенең һәм балаларының именлеген ҡайғыртыр өсөн, ире менән айырым йәшәргәме йәки айырылышырғамы (Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) тигән һорауҙы үҙе хәл итергә тейеш. Әлбиттә, мәсихсе өлкәндәр ҡәрҙәш үҙ ғаиләһе тураһында ҡайғыртмай тигән ғәйепләүҙе ентекләп тикшереп сығырға тейеш. Ғаиләһе тураһында ҡайғыртмаған мәсихсе йыйылыштан сығарылырға мөмкин.

Үтә мәрхәмәтһеҙ мөғәмәлә. Ир йәки ҡатындың мәрхәмәтһеҙ тәртибе арҡаһында тормош иптәшенең һаулығына һәм хатта тормошона ҡурҡыныс янарға мөмкин. Мәрхәмәтһеҙ ир йәки ҡатын мәсихсе булһа, йыйылыш өлкәндәре ташланған ғәйепте тикшерергә тейеш. Бик ныҡ ярһыу һәм аяуһыҙ мөғәмәлә мәсихсене йыйылыштан сығарыр өсөн нигеҙ булып тора (Галаттарға 5:19—21).

Хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашырға ҡамасаулау. Ир йәки ҡатын тормош иптәшенә хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡылырға һәр ваҡыт ҡамасауларға йә хатта уны берәй яҡтан Алла әмерҙәрен боҙорға мәжбүр итергә мөмкин. Был осраҡта рухилығына ҡурҡыныс янаған ир йәки ҡатын «кешеләргә түгел, ә иң элек хакимыбыҙ Аллаға буйһонор» өсөн, бәлки, айырым йәшәргә йә айырылышырға (Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәп булмаһа ла) ҡарар итер (Илселәр 5:29).

Бөтә ҡаралған осраҡтарҙа бер кем дә ғәйепһеҙ ҡәрҙәште тормош иптәшенән китергә йәки уның менән ҡалырға мәжбүр итергә тейеш түгел. Рухи яҡтан етлеккән дуҫтар һәм мәсихсе өлкәндәр уға таяныс булып Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән кәңәш бирә алһа ла, уларға ир менән ҡатын араһындағы хәлдең ҡайһы бер яҡтары билдәле түгел. Бөтә ентеклектәрҙе Йәһүә Алла ғына белә. Мәсихсе ир йәки ҡатын тормош иптәшенән айырым йәшәр өсөн генә ғаиләләге ауырлыҡтарҙы күпертеп ебәрһә, Алланы һәм никах төҙөлөшөн хөрмәт итмәүен күрһәтер ине. Кешеләр айырым йәшәүҙәренең йәки айырылышыуҙарының ысын сәбәбен нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, Йәһүә барыһын белә. Ысынлап та, «уның күҙҙәре бар нәмәне асыҡ һәм ниндәй булһа, шундай итеп күрә. Беҙ уға хисап бирәсәкбеҙ» (Еврейҙарға 4:13). Әммә ғаиләлә ҡалыу һаман да ҡурҡыныс булһа һәм мәсихсе айырым йәшәргә йәки айырылышырға ҡарар итһә, уны бер кем дә хөкөм итергә тейеш түгел. Ахыр сиктә, «һәр беребеҙ Аллаға үҙе хаҡында хисап бирәсәк» (Римлыларға 14:10—12).