Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

«Тыңлаусыларҙы нығытҡан» һүҙҙәр һөйләгеҙ

«Тыңлаусыларҙы нығытҡан» һүҙҙәр һөйләгеҙ

«Ауыҙығыҙҙан һис ниндәй серек һүҙ сыҡмаһын, ә тыңлаусыларҙы нығытыр өсөн... һөйләгеҙ» (ЭФЕСТАРҒА 4:29).

1—3. а) Йәһүә беҙгә ниндәй бүләк биргән, һәм ҡайһы ваҡыт уны нисек ҡулланалар? б) Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә һөйләшеү һәләтен нисек ҡулланырға кәрәк?

ӘЙТӘЙЕК, һин яҡын кешеңә берәй бүләк бирҙең, ти. Ул уны юрый дөрөҫ ҡулланмаһа, һин үҙеңде нисек хис итерһең? Мәҫәлән, һин уға машина бүләк иткәнһең, ә ул уны дөрөҫ йөрөтмәйенсә, башҡаларға зыян килтергән. Әлбиттә, был һине күңелһеҙләндерер.

2 «Һәр төрлө яҡшы һәм камил бүләк» Йәһүәнән, һәм беҙгә бирелгән һөйләшеү һәләте лә уның бүләге (Яҡуп 1:17). Был һәләт ерҙә йәшәгән башҡа тере заттарҙа юҡ. Уның ярҙамында беҙ фекерҙәребеҙҙе лә, хистәребеҙҙе лә башҡаларға аңлата алабыҙ. Әммә кеше, машинаны дөрөҫ йөрөтмәгән кеүек, һөйләшеү һәләтен дә дөрөҫ ҡулланмаҫҡа мөмкин. Кеше уйламайынса тупаҫ итеп һөйләшкәндә һәм бының арҡаһында башҡаларға күңел әрнеүе, ғазап килтергәндә, Йәһүә бик ныҡ күңелһеҙләнәлер!

3 Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә был бүләкте Барлыҡҡа килтереүсе ниәтләгәнсә ҡулланырға кәрәк. Йәһүә үҙ Һүҙендә ниндәй һөйләшеү уға шатлыҡ килтергәнен асыҡлап биргән: «Ауыҙығыҙҙан һис ниндәй серек һүҙ сыҡмаһын, ә тыңлаусыларҙы нығытыр өсөн, кәрәкле һүҙҙәрҙе осрағына ҡарап һөйләгеҙ, һүҙҙәрегеҙ уларға файҙа килтерһен» (Эфестарға 4:29). Ни өсөн телеңә хужа булырға кәрәк? Беҙ ниндәй телмәрҙән һаҡланырға тейеш? «Тыңлаусыларҙы нығытыр өсөн», ниндәй һүҙҙәр әйтергә? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

НИ ӨСӨН ҮҘ ТЕЛЕҢӘ ХУЖА БУЛЫРҒА КӘРӘК?

4, 5. Һүҙҙәрҙең көскә эйә булыуы Изге Яҙмаларҙың ҡайһы бер шиғырҙарында нисек күрһәтелә?

4 Үҙ телеңә хужа булыр өсөн беренсе мөһим сәбәп — һүҙҙәрҙең көскә эйә булыуы. «Йомшаҡ тел — тереклек ағасы, әммә тотанаҡһыҙ тел рухты ҡаҡшатыр», — тип әйтелә Ғибрәтле һүҙҙәр 15:4-тә *. Һыуһаған ағас һыуҙан йәшәреп киткән кеүек, йомшаҡ тел дә кешегә көс өҫтәп, уны рухландырып ебәрә. Ә тотанаҡһыҙ телдең боҙоҡ һүҙҙәре арҡаһында кеше төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Эйе, һүҙҙәребеҙ кешене йә яралай, йә дауалай ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:21).

5 Һүҙҙәрҙең көскә эйә булыуы башҡа шиғырҙа былай итеп күрһәтелә: «Әҙәпһеҙҙең һүҙҙәре кеше йәнен үткен ҡылыстай телгеләй» (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Уйламайынса, ашығып әйтелгән һүҙҙәр кеше күңеленә тәрән яралар һалырға, мөнәсәбәттәрҙе боҙорға мөмкин. Һинең йөрәгеңде һүҙ менән яралағандары бармы? Әммә шул уҡ шиғырҙа: «Аҡыллы кешенең һүҙҙәре йөрәккә дауа булып ята», — тип әйтелә. Алла аҡыллылығына эйә булған кешенең уйлап әйтелгән һүҙҙәре әрнегән йөрәкте дауалай, боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға ярҙам итә. Игелекле һүҙҙәрҙең шифалы көсөн кисергәнең бармы? (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:24 уҡы.) Һүҙҙәрҙең ундай көскә эйә булғанын белеп, беҙ, әлбиттә, телебеҙҙе башҡаларға зыян килтерер өсөн түгел, ә уларҙы дауалар өсөн ҡулланырға теләйбеҙ.

Йомшаҡ тел кешене рухландырып ебәрә

6. Ни өсөн үҙ телеңде тыйыу шул тиклем ауыр?

6 Нисек кенә тырышһаҡ та, беҙ барыбер телебеҙҙе тулыһынса тыя алмайбыҙ. Гөнаһлы һәм камилһыҙ булыуыбыҙ арҡаһында беҙ телебеҙҙе дөрөҫ ҡуллана алмайбыҙ. Был — үҙ телеңә хужа булыр өсөн икенсе сәбәп. Һүҙҙәр йөрәктән сыға, ә «кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була» (Башланмыш 8:21; Лука 6:45). Шуға күрә телеңде тыйыр өсөн, ҙур көс һалырға кәрәк. (Яҡуп 3:2—4 уҡы.) Телебеҙҙе тулыһынса тыя алмаһаҡ та, уны дөрөҫ ҡулланыр өсөн, тырышлыҡтар һала алабыҙ. Ағымға ҡаршы йөҙгән йөҙөүсе ағымды еңергә тырышҡан кеүек, беҙ ҙә телде дөрөҫ ҡулланмау һәүәҫлеге менән өҙлөкһөҙ көрәшергә тейеш.

7, 8. Беҙ Йәһүә ҡаршыһында нимә өсөн яуаплы?

7 Беҙ әйткән һүҙҙәребеҙ өсөн Йәһүә ҡаршыһында яуап тотасаҡбыҙ. Был — үҙ телебеҙгә хужа булыр өсөн өсөнсө сәбәп. Һүҙҙәребеҙ кешеләр менән мөнәсәбәттәребеҙгә генә түгел, ә шулай уҡ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға ла тәьҫир итә. Яҡуп 1:26-ла былай тип әйтелә: «Берәйһе үҙен Аллаға табыныусы тип һанап та, телен тыймай икән, ул үҙ йөрәген алдай, һәм уның ғибәҙәт ҡылыуы буш» *. Үткән бүлектән белгәнебеҙсә, һөйләшеү рәүешебеҙ — ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың бер өлөшө. Телебеҙҙе тыймайынса, зыянлы, ағыулы һүҙҙәр ҡулланһаҡ, бөтә мәсихсе хеҙмәтебеҙ Алла ҡаршыһында буш булырға мөмкин. Шуға күрә телде белеп ҡулланырға кәрәк! (Яҡуп 3:8—10)

8 Эйе, беҙгә бирелгән бүләкте, йәғни телебеҙҙе дөрөҫ ҡулланыр өсөн етди сәбәптәр бар. Әйҙәгеҙ, тәүҙә ысын мәсихселәр ниндәй телмәрҙән һаҡланырға тейеш икәнлеген ҡарап сығайыҡ, шунан һуң тыңлаусыларҙы нығыта алған телмәргә иғтибар итербеҙ.

ЗЫЯН КИЛТЕРӘ ТОРҒАН ТЕЛМӘР

9, 10. а) Телмәрҙең ниндәй төрҙәре бөгөнгө донъя кешеләренең ғәҙәтенә инеп киткән? б) Ни өсөн беҙ әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән һаҡланырға тейеш? (Төшөрмәне лә ҡара.)

9 Әҙәпһеҙ һүҙҙәр. Әҙәпһеҙ телмәр бөгөнгө донъяла киң таралған: кешеләр һүгенә һәм башҡа төрлө әшәке һүҙҙәр әйтә. Күптәр телмәрҙәрен «дәрәжәлерәк» итер өсөн йәки һүҙҙәре етмәгәнгә күрә һүгенеү һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшә. Кешеләрҙе көлдөрөр өсөн, артистар енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләй. Әммә ундай телмәргә етди ҡарарға кәрәк. Яҡынса 2 000 йыл элек Алла тарафынан рухландырылып илсе Паул Көләсәйҙәге йыйылышҡа «әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән» һаҡланырға кәңәш биргән (Көләсәйҙәргә 3:8). Ә Эфестағы йыйылышҡа ул, ысын мәсихселәр араһында «әҙәпһеҙ мәҙәктәр һөйләү» килешмәй, тигән (Эфестарға 5:3, 4).

10 Әҙәпһеҙ һүҙҙәр Йәһүәне лә, уны яратыусыларҙы ла хурлай. Йәһүәне яратҡанға, беҙ ундай һүҙҙәр ҡулланмайбыҙ. Паул «гөнаһлы тәндең эштәре» тураһында әйткәндә, «нәжесте» иҫкә ала. «Нәжес» әҙәпһеҙ һөйләшеүҙе лә үҙ эсенә ала (Галаттарға 5:19—21). Ундай телмәр етди эҙемтәләргә килтерә. Кеше үҙенә ҡат-ҡат кәңәш бирелеүенә ҡарамаҫтан, тәүбә итмәйенсә, боҙоҡ, әхлаҡһыҙ, әшәке һүҙҙәр ҡулланып һөйләшә икән, ул йыйылыштан сығарылырға мөмкин *.

11, 12. а) Ғәйбәт һатыу нимә ул, һәм нисек ул зыянлы булып китергә мөмкин? б) Ни өсөн Йәһүә хеҙмәтселәренә яла яғыуҙан һаҡланырға кәрәк?

11 Ҡара ғәйбәт, яла яғыу. Ғәйбәт һатыу — башҡалар һәм уларҙың эштәре тураһында имеш-мимеш таратыу. Кешеләр тураһында һөйләшеү һәр ваҡытта ла насармы? Беҙ яҡшы яңылыҡтар тураһында йәки кешене ыңғай яҡтан баһалап, зыян килтермәгән һөйләшеүҙәр алып барған саҡта юҡ тип әйтеп була. Мәҫәлән, кешенең һыуға сумдырылыуы йәки кемдеңдер дәртләндереүгә мохтаж булыуы тураһында һөйләшә алабыҙ. Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһенең хәле менән тәрән ҡыҙыҡһынған һәм имандаштары тураһында тейешле мәғлүмәтте бер-береһенә еткергән (Эфестарға 6:21, 22; Көләсәйҙәргә 4:8, 9). Шулай ҙа башҡалар тураһында һөйләгәндә, кешенең үҙенә генә ҡағылышлы һәм һөйләргә ярамаған яҡтарҙы йәки мәғлүмәтте боҙоп һөйләһәк, ундай һөйләшеүҙе ҡара ғәйбәт тип атап була. Тағы ла насарырағы шул: был яла яғыуға килтерә ала, ә ул һәр ваҡыт зыянлы. Яла яғыу — кешене яман яҡтан күрһәтер өсөн ялған имеш-мимештәр таратыу. Мәҫәлән, фарисейҙар Ғайсаны насар яҡтан күрһәтер өсөн, уға яла яҡҡандар (Маттай 9:32—34; 12:22—24). Яла яғыу күп осраҡтарҙа талашыуға килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:20).

12 Кеше һөйләшеү һәләтен башҡаларға ҡара яғыр өсөн йәки бүленеүҙәргә килтерер өсөн ҡулланһа, Йәһүә уны язаһыҙ ҡалдырмаҫ. Алла «ҡәрҙәш-туғандар араһында янъял, ғауға тыуҙырыусы кешене» нәфрәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19). «Яла яғыусы» тип тәржемә ителгән диа́болос тигән грек һүҙе шулай уҡ Шайтандың титулы итеп ҡулланыла. Ул — «Иблис», Аллаға яла яғыусы (Асыш 12:9, 10). Әлбиттә, беҙ Иблискә оҡшаш иткән телмәрҙән һаҡланырға теләйбеҙ. Йыйылышта яла яғыу булмаҫҡа тейеш. Ул «бәхәстәр, бүленештәр» кеүек гөнаһлы тәндең эштәрен тыуҙыра (Галаттарға 5:19—21). Шуға күрә берәйһе тураһында яңылыҡты ҡабатлар алдынан үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Был хәбәр дөрөҫмө? Уны ҡабатлау зыян килтермәҫме? Был хәбәрҙе башҡаларға һөйләү кәрәкме һәм аҡыллымы?» (1 Тессалуникиҙарға 4:11 уҡы.)

13, 14. а) Кәмһетеүле һүҙҙәр кешеләргә нисек тәьҫир итә? б) Кешене кәмһетеү нимәне аңлата, һәм ни өсөн башҡаларҙы кәмһеткән кеше үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя?

13 Кәмһетеүле һүҙҙәр. Өҫтәрәк әйтелгәнсә, һүҙҙәр кеше йөрәген яраларға мөмкин. Эйе, гөнаһлы булыуыбыҙ арҡаһында ваҡыт-ваҡыт беҙ барыбыҙ ҙа әйткән һүҙҙәребеҙгә һуңыраҡ үкенәбеҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, мәсихселәр ғаиләһендә лә, йыйылышта ла телмәрҙең ҡайһы бер төрҙәренә урын юҡ. «Һәр ҡайһы уҫаллыҡ, асыу, ярһыу, ҡысҡырыу, кәмһетеүле һүҙҙәрҙән... арынығыҙ», — тигән кәңәш биргән Паул (Эфестарға 4:31). «Кәмһетеүле һүҙҙәр» тигән һүҙбәйләнеш башҡа тәржемәләрҙә «яуыз һүҙҙәр», «зарар килтерә торған телмәр» һәм «рәнйетеүсе телмәр» тип тәржемә ителгән. Кәмһетеүле һүҙҙәр шулай уҡ кешене мыҫҡыллауҙы һәм тупаҫ һүҙҙәр ҡулланып, уны өҙлөкһөҙ тәнҡитләүҙе үҙ эсенә ала. Кеше бының арҡаһында үҙ-үҙен хөрмәт итмәй башлай һәм үҙен бер нәмәгә лә яраҡһыҙ итеп хис итә. Балалар нескә күңелле, ышаныусан булғанға күрә, ундай һүҙҙәр уларҙы айырыуса рәнйетә (Көләсәйҙәргә 3:21).

14 Изге Яҙмаларҙа кешене кәмһетеү, йәғни рәнйетеүсе, түбәнһетеүсе һүҙҙәр ҡулланып, уны мыҫҡыллау ҡаты хөкөм ителә. Ундай һүҙҙәрҙе ҡулланған кеше үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя: ул үҙенә үҙгәрер өсөн күрһәтелгән ярҙамды ҡабул итмәһә, уның йыйылыштан сығарылыуы ихтимал. Әгәр үҙгәрмәһә, ул шулай уҡ яңы донъяла буласаҡ фатихаларҙан мәхрүм булыр (1 Көринттәргә 5:11—13; 6:9, 10). Эйе, зарарлы, ялған йәки яуыз һүҙҙәрҙе ҡулланһаҡ, беҙ Алла мөхәббәтендә ҡала алмаясаҡбыҙ. Бындай телмәр рәнйетә.

«ТЫҢЛАУСЫЛАРҘЫ НЫҒЫТҠАН» ҺҮҘҘӘР

15. Ниндәй һүҙҙәр «тыңлаусыларҙы нығыта»?

15 Алла биргән бүләкте, һөйләшеү һәләтен, уның ихтыяры буйынса ҡулланыр өсөн нимә эшләргә? Алла Һүҙендә «тыңлаусыларҙы нығытыр өсөн» һүҙҙәр һөйләгеҙ тигән кәңәш бирелә (Эфестарға 4:29). Беҙ башҡаларҙы нығыта алған, уларҙы дәртләндергән һәм көс өҫтәгән һүҙҙәр әйткәндә, Йәһүә шатлана. Ундай һүҙҙәр әйтер өсөн, башта яҡшылап уйларға кәрәк. Изге Яҙмаларҙа быға ҡағылышлы бер ниндәй ҡағиҙә юҡ. Унда шулай уҡ файҙалы һүҙҙәрҙең исемлеге лә килтерелмәй (Титусҡа 2:8). «Тыңлаусыларҙы нығытҡан» һүҙҙәр һөйләр өсөн, беҙгә был һүҙҙәрҙе айырып торған өс ябай, ләкин мөһим яҡты иҫтә тотоу яҡшы булыр ине: улар дәртләндергес, хаҡ һәм шәфҡәтле булырға тейеш. Быны иҫтә тотоп, ундай телмәрҙең ҡайһы бер миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. (« Һүҙҙәрем башҡаларға көс өҫтәйме?» тигән рамканы ҡара.)

16, 17. а) Ни өсөн беҙ башҡаларҙы маҡтарға тейеш? б) Йыйылышта йәки ғаиләлә маҡтау һүҙҙәре әйтер өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар?

16 Ысын күңелдән маҡтау. Йәһүә лә, Ғайса ла маҡтау һәм хуплау һүҙҙәрен әйтергә кәрәклеген белә (Маттай 3:17; 25:19—23; Яхъя 1:47). Мәсихселәр булараҡ, беҙ ҙә башҡаларҙы ысын күңелдән маҡтарға тейеш. Ни өсөн? «Һүҙҙең ваҡытында әйтелгәне яҡшы», — тип яҙылған Ғибрәтле һүҙҙәр 15:23-тә. Үҙ-үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Мине ысын күңелдән маҡтаһалар, мин үҙемде нисек хис итәм? Ундай һүҙҙәр күңелемде күтәрәме һәм дәртләндереп ебәрәме?». Ысынлап та, эскерһеҙ маҡтап әйтелгән һүҙҙәр шуны күрһәтә: һиңә иғтибар итәләр, һине ҡайғырталар һәм һинең тырышлыҡтарың яҡшы яҡтан баһаланған. Һин үҙ-үҙеңә күберәк ышана башлайһың, һәм был һине тағы ла тырышыбыраҡ эш итергә дәртләндерә. Маҡтау һүҙҙәрен ишетеү һиңә оҡшайҙыр, улайһа һин дә башҡаларҙы маҡтар өсөн көс ҡуйырға тейеш түгелме? (Маттай 7:12 уҡы.)

17 Башҡаларҙың яҡшы яҡтарын күрер өсөн тырышлыҡтар ҡуй, һәм уларҙы маҡта. Осрашыуҙарҙа яҡшы әҙерләнгән телмәр яңғырай, рухи маҡсаттарға ирешер өсөн көс ҡуйған йәш кешеләр килә йәки йәшенә һәм ауырыуҙарына ҡарамаҫтан, осрашыуҙарға даими йөрөгән оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе күреп була. Ысын күңелдән әйтелгән маҡтау һүҙҙәре ундай кешеләрҙең йөрәктәренә май булып ятырға һәм уларҙы рухи яҡтан нығытырға мөмкин. Ғаиләлә ир менән ҡатын бер-береһенә маҡтау һүҙҙәре һәм рәхмәт тулы йылы һүҙҙәр әйтергә тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 28). Балаларға иғтибар итеп торһаҡ, уларҙы ҡәҙерләһәк, был уларға ҙур файҙа килтерәсәк. Улар өсөн маҡтау менән хуплау һүҙҙәре үҫемлек өсөн ҡояш менән һыу кеүек. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы яҡшы сифаттары һәм ҡуйған тырышлыҡтары өсөн маҡтарға мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Был уларға батырлыҡ һәм ышаныс өҫтәй, уларҙы тағы ла күберәк тырышлыҡ һалып дөрөҫ булғанды эшләргә дәртләндерә.

18, 19. Ни өсөн беҙ ҡәрҙәштәрҙе йыуатып, дәртләндерер өсөн бар көсөбөҙҙө ҡуйырға тейеш, һәм быны нисек эшләп була?

18 Йыуатығыҙ һәм дәртләндерегеҙ. Йәһүә «китек күңелле» кешеләр тураһында ҡайғырта (Мәҙхиә 146:3). Уның Һүҙендә, «бер-берегеҙҙе дәртләндереп» һәм «бойоҡҡандарҙы йыуатып» тороғоҙ, тип әйтелә (1 Тессалуникиҙарға 5:11, 14). Ҡайғы-хәсрәткә батҡан имандаштарыбыҙҙы йыуатыр өсөн һәм уларҙы дәртләндерер өсөн ҡуйған тырышлыҡтарыбыҙ Алланың күҙ уңынан ысҡынмай, ул уларҙы юғары баһалай. Быға бер ҙә шикләнмәйек.

Беҙ башҡаларҙы нығыта алған һүҙҙәр һөйләгәндә Йәһүә шатлана

19 Әммә бойоҡҡан һәм ҡайғырған мәсихсене нығытыр өсөн, уға нимә әйтеп була? Һин уның проблемаһын хәл итергә тейеш тип уйлама. Күп осраҡтарҙа ябай ғына һүҙҙәр ярҙам итә. Төшөнкө күңелле кеше һинең ҡайғыртыуыңды күрһен. Бергә доға ҡылырға тәҡдим ит. Доғала шул турала һора: Йәһүә үҙенең һәм башҡаларҙың көслө яратыуын уға күрергә ярҙам итһен (Яҡуп 5:14, 15). Кешене, ул йыйылыштың кәрәкле һәм ҡәҙерле ағзаһы, тип ышандыр (1 Көринттәргә 12:12—26). Йәһүәнең уның хаҡында ысынлап та ҡайғыртҡанын күрһәтер өсөн, Изге Яҙмаларҙан көс өҫтәүсе шиғыр уҡы (Мәҙхиә 33:19; Маттай 10:29—31). Бойоҡҡан кешегә «яғымлы һүҙ» әйтер өсөн һәм уның менән ысын күңелдән һөйләшер өсөн, етерлек ваҡыт бүлеп ҡуй. Был, һис шикһеҙ, уға үҙен яратҡандарын һәм ҡәҙерләгәндәрен күрергә ярҙам итәсәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25 уҡы.)

20, 21. Ниндәй кәңәш яҡшы?

20 Файҙалы кәңәш. Беҙ камил түгел, шуға күрә барыбыҙға ла ваҡыт-ваҡыт кәңәштәр кәрәк. «Аҡыллы булыр өсөн хәҙерҙән үк кәңәште тыңла һәм өгөт-нәсихәтте ҡабул ит», — тип әйтелгән Ғибрәтле һүҙҙәр 19:20-лә. Кәңәште өлкәндәр генә түгел, ә шулай уҡ башҡалар ҙа бирә ала. Мәҫәлән, ата-әсәләр үҙ балаларына кәңәштәр бирә (Эфестарға 6:4). Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәр йәш ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәш бирә ала (Титусҡа 2:3—5). Кеше кәңәшебеҙҙән һуң бойоғоп йөрөмәһен өсөн, уға ҡарата яратыу кәңәште тейешле рәүештә бирергә дәртләндерәсәк. Кәңәште нимә тағы ла файҙалыраҡ итә? Кәңәштең ниндәй ниәттәрҙән сығып бирелеүе, уның нигеҙе һәм кәңәш биреү рәүеше.

21 Кәңәштең файҙалы булыуы-булмауы кәңәш биреүсенән тора. Кәңәш бирер алдынан үҙ-үҙеңдән һора: «Миңә ниндәй кәңәште ҡабул итеү еңел?» Кәңәш биреүсенең беҙҙең хаҡта ҡайғыртып, беҙгә яҡшылыҡ теләп, эскерһеҙ рәүештә кәңәш биргәнен белгәндә, кәңәште ҡабул итеү еңел. Шуға күрә кәңәш биргәндә, был яҡтарҙы иҫтә тотоу яҡшы булыр ине. Яҡшы кәңәш шулай уҡ Алла Һүҙенә нигеҙләнә (2 Тимутегә 3:16). Кәңәш биргәндә, беҙ Изге Яҙмаларҙың үҙенән уҡымаһаҡ та, ул Алла Һүҙенә нигеҙләнгән булырға тейеш. Был өлкәндәргә үҙ ҡараштарын башҡаларға таҡмаҫҡа ярҙам итәсәк. Улар шулай уҡ Изге Яҙмалар йәнәһе берәй кешенең шәхси ҡарашын хуплай икәнен күрһәтер өсөн, Алла Һүҙен үҙгәртмәй. Кәңәш дөрөҫ бирелһә, ул күберәк файҙа килтерә. Шәфҡәтлек менән бирелгән кәңәште ҡабул итеү еңелерәк, ул шулай уҡ кешегә үҙ абруйын һаҡларға ярҙам итә (Көләсәйҙәргә 4:6).

22. Һин Алланың ҡиммәтле бүләген нисек ҡулланырға теләйһең?

22 Һис шикһеҙ, һөйләү һәләте — Алланың ҡиммәтле бүләге. Йәһүәне яратыу беҙҙе был бүләкте дөрөҫ ҡулланырға дәртләндерһен. Әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: беҙҙең һүҙҙәребеҙ көскә эйә һәм башҡаларға йә зыян, йә файҙа килтерә ала. Шуға күрә, был бүләкте Алла ниәтләгәнсә, йәғни «тыңлаусыларҙы нығытыр өсөн» ҡулланырға тырышайыҡ. Шулай итеп, беҙ башҡаларға көс өҫтәп, уларҙы дәртләндерербеҙ, ә үҙебеҙ Алла мөхәббәтендә ҡалырбыҙ.

^ 4 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 15:4-тә «тотанаҡһыҙ» тип тәржемә ителгән еврей һүҙенең шулай уҡ «кәкре, боҙоҡ» тигән мәғәнәһе бар.

^ 7 абз. «Буш» тип тәржемә ителгән грек һүҙен «файҙаһыҙ» һәм «мәғәнәһеҙ» тип тә тәржемә итәләр (1 Көринттәргә 15:17).

^ 10 абз. Изге Яҙмаларҙа «нәжес» тип әйтелгәндә, һүҙ төрлө гөнаһтар тураһында бара. Уның ҡайһы бер төрҙәренә хоҡуҡ саралары ҡулланылмай, шулай ҙа кеше тәүбә итмәйенсә тупаҫ нәжес ҡыла икән, ул йыйылыштан сығарылырға мөмкин (2 Көринттәргә 12:21; Эфестарға 4:19; 2006 йылдың 15 июль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән рубриканы ҡара).