Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

«Фәхешлектән ҡасығыҙ!»

«Фәхешлектән ҡасығыҙ!»

«Фәхешлек, нәжес, енси нәфсе, зарарлы теләк һәм боттарға табыныу менән бер булған ҡомһоҙлоҡ тыуҙыра торған ағзаларығыҙҙы үлтерегеҙ» (КӨЛӘСӘЙҘӘРГӘ 3:5).

1, 2. Валаам Йәһүә халҡына зыян килтерер өсөн ниндәй хәйлә ҡорған?

БАЛЫҠСЫ үҙенең яратҡан урынына балыҡ тоторға килә. Ул балыҡтың билдәле бер төрөн тоторға теләй, шуға күрә тейешле емде һайлай ҙа ҡармағын һыуға ырғыта. Бер заман балыҡ ҡаба башлай, һәм балыҡсы уны тартып сығара. Ул йылмая: емдең тап тейешлеһен һайлаған.

2 Б. э. т. 1473 йылда Валаам исемле бер кеше Вәғәҙә ителгән ер янында Муав тигеҙлектәрендә йыйылған Алла халҡын нисек алдарға, ниндәй «ем» һайларға тип уйланып торған. Ул үҙен Йәһүә пәйғәмбәре тип атаһа ла, ысынында Исраилды ҡарғар өсөн ялланған ҡомһоҙ бер кеше булған. Әммә Йәһүә Валаамға яуыз ниәттәрен тормошҡа ашырырға ҡамасаулаған, шуға күрә ул Исраилды тик фатихалай ғына алған. Валаам түләмен ҡулдан ысҡындырырға теләмәйенсә, былайыраҡ фекер йөрөткән: «Был халыҡ етди гөнаһ эшләһә, Алла үҙе уларҙы ҡәһәрләр». Шуға күрә ул тейешле «ем» — Муав иленең аҙғын ҡатындарын һайлап, үҙ «ҡармағын һалған» (Һандар 22:1—7; 31:15, 16; Асыш 2:14).

3. Валаам хәйләһе ни тиклем уңышлы булған?

3 «Балыҡ» ҡапҡанмы? Эйе, Исраилдың тиҫтәләгән мең ир-аты был «ҡармаҡҡа эләккән». Улар «Муав ҡыҙҙары менән зина ҡылған», хатта Муав илаһтарына, шул иҫәптән ерәнгес Феғор Баалына — уңдырышлыҡ йәки енси мөнәсәбәттәр илаһына, табына башлаған. Һөҙөмтәлә бик аяныс хәл булған: 24 000 исраиллы Вәғәҙә ителгән ерҙең тап сиктәре алдында һәләк булған! (Һандар 25:1—9)

4. Ни өсөн меңләгән исраиллы әхлаҡһыҙлыҡ ҡармағына эләккән?

4 Ни өсөн халыҡ ундай бәләгә юлыҡҡан? Күптәр Йәһүәнән — уларҙы Мысырҙан азат иткән, сүлдә ашатҡан һәм Вәғәҙә ителгән ергә алып барған Алланан — йыраҡлашып, яуыз йөрәкле булып киткән (Еврейҙарға 3:12). Бының тураһында уйланып, илсе Паул: «Ҡайһы берәүҙәре кеүек, фәхешлек тә ҡылмайыҡ: бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булған», — тип яҙған (1 Көринттәргә 10:8) *.

5, 6. Ни өсөн бөгөн Исраилдың гөнаһы тураһындағы хәбәр беҙҙең өсөн мөһим?

5 Һандар китабында килтерелгән был хәбәрҙә Алла халҡы өсөн мөһим һабаҡтар бар, сөнки бөгөн беҙ күпкә бөйөгөрәк Вәғәҙә ителгән ер алдында торабыҙ (1 Көринттәргә 10:11). Мәҫәлән, бөгөнгө донъяла енси аҙғынлыҡ, боронғо Муав менән сағыштырғанда, киңерәк таралған. Өҫтәүенә, һәр йыл меңләгән мәсихсе әхлаҡһыҙлыҡ ҡармағына эләгә: улар боронғо исраилдар кеүек шул уҡ «емде ҡабып» алданалар (2 Көринттәргә 2:11). Исраилдар алдында үҙ сатырына Муав ҡатын-ҡыҙын алып килгән Зимри һымаҡ, бөгөнгө Алла халҡы менән тығыҙ аралашҡан ҡайһы бер кешеләр мәсихсе йыйылышына насар йоғонто яһай (Һандар 25:6, 14; Йәһүд 4).

6 Һин дә бөгөнгө Муав тигеҙлектәрендә баҫып тораһың тип әйтеп була. Үҙ бүләгеңде, шул тиклем оҙаҡ көткән яңы донъяны, күрәһеңме? Улайһа: «Фәхешлектән ҡасығыҙ!» — тигән әмерҙе үтәп, Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн хәлеңдән килгәнде эшлә (1 Көринттәргә 6:18).

Муав тигеҙлектәренә ҡарау

ФӘХЕШЛЕК НИМӘ УЛ?

7, 8. «Фәхешлек» нимә ул, һәм фәхешлек ҡылыу нимәгә килтерә?

7 Изге Яҙмаларҙа ҡулланылған фәхешлек (грекса порне́йа) тигән һүҙ никахтан тыш, йәғни Алла Һүҙе буйынса законлы тип танылған никахтан тыш, енси мөнәсәбәттәрҙе аңлата. Был, мәҫәлән, зина ҡылыу, фәхишәлек, өйләнешмәгән кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәр, ораль, аналь секс һәм уларҙың, ләззәт алыр өсөн, бер-береһенең енси ағзаларын иркәләүе. Был шулай уҡ бер енесле кешеләр араһындағы ундай аҙғынлыҡ ҡылыу һәм хайуан менән енси мөнәсәбәттәргә инеү *.

8 Изге Яҙмаларҙа фәхешлек ҡылыусылар мәсихсе йыйылышында ҡала алмай һәм мәңгелек тормошҡа эйә була алмаясаҡ, тип асыҡтан-асыҡ әйтелә (1 Көринттәргә 6:9; Асыш 22:15). Өҫтәүенә, улар үҙҙәренә бөгөн үк күп зыян килтерә. Мәҫәлән, улар бер-береһенә ышаныстарын юғалта, үҙ-үҙҙәрен хөрмәт итмәй, выждан ғазабы кисерә, уларҙың ғаиләләрендә талашыуҙар тыуа, улар никахлашмайынса балаға уҙа, төрлө ауырыуҙарға һәм хатта үлемгә дусар була. (Галаттарға 6:7, 8 уҡы.) Ниңә шундай күп ғазаптарға алып барған юлға баҫырға кәрәк? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр беренсе дөрөҫ булмаған аҙымды яһағанда — мәҫәлән, порнография ҡарағанда — аяныс эҙемтәләр тураһында уйламайҙар.

ПОРНОГРАФИЯ — ФӘХЕШЛЕК ҠЫЛЫУҒА БЕРЕНСЕ АҘЫМ

9. Ҡайһы берәүҙәр порнографияны зыянһыҙ тип һанаһа ла, был ысынында ла шулаймы? Аңлат.

9 Күп илдәрҙә порнография менән бәйле баҫмалар гәзит-журнал һатыла торған урындарҙа бар, уны Интернет, телевидение аша күреп һәм музыка тыңлағанда, ишетеп була *. Ҡайһы берәүҙәр уны зыянһыҙ тип һанай, әммә был ысынлап та шулаймы? Юҡ! Порнография ҡараусыларҙа мастурбация кеүек насар ғәҙәт тамырланып китергә мөмкин, ундай кешеләр «оятһыҙ енси нәфселәргә» дусар була, ә был боҙоҡ енси теләктәргә һәм енси мөнәсәбәттәрҙәге ҡомһоҙлоҡҡа, никахтағы етди ҡаршылыҡтарға һәм хатта айырылышыуға килтерергә мөмкин (Римлыларға 1:24—27; Эфестарға 4:19) *. Бер тикшереүсе енси мөнәсәбәттәрҙәге ҡомһозлоҡто рак ауырыуы менән сағыштыра: «Кешенең был теләге үҫә һәм көсәйә. Уны дауалау бик ауыр һәм ул кәмемәй тиерлек».

Интернетҡа тоташтырылған компьютер өйөгөҙҙә һәр кемгә күренә торған урында торһа, аҡыллы булыр

10. Яҡуп 1:14, 15-ге принципты нисек ҡулланып була? (« Әхлаҡи яҡтан саф булыр өсөн көс таптым» тигән рамканы ла ҡара.)

10 Яҡуп 1:14, 15-ге һүҙҙәргә иғтибар ит: «Һәр кемде үҙ теләге ҡыҙыҡтырып юлдан яҙҙыра, һәм шулай итеп кеше һынала. Шунан һуң теләк, үҫә барып, гөнаһ тыуҙыра, ә ҡылған гөнаһ үлемгә килтерә». Шуға күрә насар теләк тыуһа, унан шунда уҡ арыныр өсөн, көс ҡуй! Мәҫәлән, көтмәгәндә эротик һүрәттәрҙе күреп ҡалһаң, йәһәт йөҙөңдө ситкә бор, компьютерҙа эшләһәң, уны һүндер, телевизор ҡараһаң, каналды алмаштыр. Әхлаҡһыҙ теләккә бирешмәҫ өсөн кисектермәйенсә бөтә кәрәкле аҙымдар яһа, юғиһә ул үҫеп китеп, һине солғап алыр. (Маттай 5:29, 30 уҡы.)

11. Беҙ насар теләктәр менән көрәшкәндә, Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

11 Алла беҙҙе үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә һәм: «Фәхешлек, нәжес, енси нәфсе, зарарлы теләк һәм боттарға табыныу менән бер булған ҡомһоҙлоҡ тыуҙыра торған ағзаларығыҙҙы үлтерегеҙ», — тип саҡыра (Көләсәйҙәргә 3:5). Был ауыр булһа ла, шуны иҫеңдә тот: беҙҙең күктә яратыусан, сабыр Атабыҙ бар һәм беҙ ялбарып унан ярҙам һорай алабыҙ (Мәҙхиә 67:20). Уйҙарыңда насар фекерҙәр тыуғанда, шунда уҡ уға доға ҡыл. «Кеше көсөнән өҫтөнөрәк ҡөҙрәт» һора һәм үҙеңде башҡа нәмәләр тураһында уйларға мәжбүр ит (2 Көринттәргә 4:7; 1 Көринттәргә 9:27 Насар ғәҙәттәрҙән нисек ҡотолорға?» тигән рамканы ҡара.)

12. Изге Яҙмаларҙағы «йөрәк» тигән һүҙ нимәне аңлата, һәм ни өсөн беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ?

12 Аҡыллы батша Сөләймән былай тип яҙған: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла; сөнки йөрәк — тереклек сығанағы» (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23). «Йөрәк» тигән һүҙ беҙҙең эске асылыбыҙҙы, йәғни Алла алдында ысынында ниндәй булғаныбыҙҙы аңлата. Өҫтәүенә, беҙ мәңгелек тормошҡа эйә булырбыҙмы-юҡмы, был башҡа кешеләрҙең ҡарашынан түгел, ә Алланың «йөрәгебеҙгә» ҡарашынан тора. Был бик ябай хәҡиҡәт, әммә быға мәңгелек тормошобоҙ бәйле. Тоғро Әйүп ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ булмаған ҡараш менән ҡарамаҫ өсөн, үҙ күҙҙәре менән килешеү төҙөгән (Әйүп 31:1). Был беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк! Мәҙхиә йырлаусы ла: «Күҙҙәремде ығы-зығыға [«боҙоҡ нәмәгә», ЯД] ҡарауҙан бор», — тип доға ҡылған (Мәҙхиә 118:37).

ДИНӘНЕҢ АҠЫЛҺЫҘ ҺАЙЛАУЫ

13. Динә кем булған, һәм ни өсөн ул дуҫтар һайлағанда, аҡылһыҙ эш иткән тип әйтеп була?

13 Өсөнсө бүлектән белгәнебеҙсә, дуҫтарыбыҙ беҙгә йә яҡшы, йә насар яҡтан тәьҫир итергә мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Көринттәргә 15:33 уҡы). Ырыу башлығы Яҡуптың ҡыҙы Динәнең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уға яҡшы тәрбиә бирелгән булһа ла, ул аҡылһыҙ эш иткән: ҡынаанлы ҡыҙҙар менән дуҫлашҡан. Ҡынаандар, муавлылар кеүек, әхлаҡһыҙ кешеләр булған (Левиттар 18:6—25). Ҡынаан ирҙәре, шул иҫәптән «атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше» Шехем дә, Динә, башҡа Ҡынаан ҡатындары һымаҡ, әхлаҡһыҙ мөнәсәбәттәргә инергә әҙер тип һанаған (Башланмыш 34:18, 19).

14. Дуҫтар һайлағанда, Динәнең аҡылһыҙ эш итеүе нисек бәләгә килтергән?

14 Шехемде күргәс, Динәлә бер ниндәй ҙә әхлаҡһыҙ уй тыумағандыр. Ә Шехем ҡынаандарҙа, енси теләк тыуғанда, тәбиғи тип һаналғанды эшләгән: ул ҡыҙҙы көсләгән. Динә уға ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, был уға ярҙам итмәгән инде. Унан һуң Шехем, күрәһең, Динәгә «ғашиҡ булған», ләкин уның һөйөүе тыуған хәлде үҙгәртә алмаған. (Башланмыш 34:1—4 уҡы.) Һөҙөмтәлә Динә үҙе генә түгел, ә уның бөтә ғаиләһе ғазап сиккән. Ул насар дуҫтар һайлағанға, уның ғаиләһенә хурлыҡ килтереүсе ваҡиғалар башланған (Башланмыш 34:7, 25—31; Галаттарға 6:7, 8).

15, 16. Ысын аҡыллылыҡҡа нисек эйә булырға? (« Уйланыр өсөн изге яҙмаларҙан шиғырҙар» тигән рамканы ла ҡара.)

15 Динә мөһим һабаҡ алған булһа ла, был уға бик ҡиммәткә төшкән. Тормош һабаҡтарын алыр өсөн, Йәһүәне яратҡан һәм уға тыңлаусан булған кешеләргә ундай хаҡ түләргә кәрәкмәй. Улар Аллаға тыңлаусан, шуға күрә «аҡыллылар менән аралаша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20а). Шулай итеп улар «игелекле юлдың мәғәнәһен аңлап», үҙҙәрен кәрәкмәгән ауырлыҡтарҙан һәм бәләләрҙән һаҡлайҙар (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—9; Мәҙхиә 1:1—3).

16 Алланан килгән аҡыллылыҡҡа һәр кеше эйә була ала. Бының өсөн уға доға ҡылырға, Алла Һүҙен, шулай уҡ ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе тарафынан бирелгән материалды даими рәүештә өйрәнергә кәрәк (Маттай 24:45; Яҡуп 1:5). Шулай уҡ баҫалҡы булыу мөһим. Кеше Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәрҙе әҙерлек менән үтәп, был сифатты сағылдыра (2 Батшалар 22:18, 19). Мәҫәлән, мәсихсе үҙ йөрәгенең мәкерле һәм дыуамал булыуы менән ризалашыр (Иремия 17:9). Әммә уның, кәрәк булғанда, үҙенә яратыу менән бирелгән кәңәште һәм ярҙамды ҡабул итергә баҫалҡылығы етерме?

17. Ғаиләлә ниндәй хәл тыуырға мөмкин, һәм атай кеше үҙ ҡыҙы менән нисек фекер алыша ала?

17 Әйтәйек, бер атай кешенең ҡыҙы йәш мәсихсе егет менән осраша, һәм ул уларға икәүҙән-икәү генә ҡалырға рөхсәт итмәй. Уның ҡыҙы былай ти: «Атай, һин миңә ышанмайһыңмы әллә? Беҙ бит бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылмаясаҡбыҙ!» Был ҡыҙ Йәһүәне яраталыр, уның ниәттәре лә яҡшылыр, әммә ул аҡыллылыҡ сифатын сағылдырамы? Ул «фәхешлектән ҡасамы»? Йәки ул аҡылһыҙланып, «үҙенә генә өмөт итәме»? (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:26) Һин, бәлки, үҙең дә был осраҡта атай кеше менән уның ҡыҙына ярҙам итә алған башҡа принциптарҙы килтерә алырһың. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3; Маттай 6:13; 26:41 ҡара.)

ЙОСОФ ФӘХЕШЛЕКТӘН ҠАСҠАН

18, 19. Йософ ниндәй вәсүәсә менән осрашҡан, һәм ул нисек эш иткән?

18 Йәш Йософ, Динәнең бер атанан тыуған ағаһы, Алланы яратҡан һәм фәхешлектән ҡасҡан (Башланмыш 30:20—24). Йософ бала сағында апаһының аҡылһыҙ эше итеүе арҡаһында тыуған бәләләрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән. Һуңыраҡ, Мысырҙа Йософ хужа ҡатыны тарафынан «көн дә» вәсүәсәгә тартылғанда, һис шикһеҙ, был хәтирәләр ҙә, уның Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләге лә уға яҡлау булып торған. Әлбиттә, Йософ ҡол булараҡ, үҙенең был эшен ташлап, икенсе урынға күсә алмаған. Уға был хәлдә үҙен аҡыллы тотоп ҡыйыулыҡ менән эш итергә кәрәк булған. Ул шулай эшләгән дә: хужа ҡатынын һәр ваҡыт кире ҡағып торған һәм ахыр сиктә унан ҡасҡан. (Башланмыш 39:7—12 уҡы.)

19 Уйлап ҡара: әгәр Йософ был ҡатын-ҡыҙ тураһында буш хыялдарға бирелеп йөрөһә йәки енси мөнәсәбәттәр тураһында хыялланыу уның ғәҙәтенә инеп китһә, ул үҙ сафлығын һаҡлап ҡала алыр инеме? Юҡтыр. Йософ гөнаһлы уйҙарға бирелмәгән, киреһенсә, Йәһүә менән үҙ мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләгән. Был уның Потифар ҡатынына әйткән һүҙҙәренән күренә: «Хужам бөтә нәмәһен ҡарарға миңә ышанып тапшырҙы... Һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ бында. Һин уның ҡатыныһың. Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гөнаһлы булайыммы?» (Башланмыш 39:8, 9).

20. Йәһүә Йософ осрағында барыһын нисек ойошторған?

20 Йәш Йософ ғәиләһенән йыраҡ булһа ла, үҙ сафлығын һаҡлар өсөн көн һайын тырышлыҡтар һалған. Йәһүәгә был ниндәй ҙур шатлыҡ килтергәндер! (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11) Һуңыраҡ Йәһүә Йософтоң төрмәнән азат ителеүен һәм бөтөн Мысыр ерҙәре өҫтөнән ризыҡ менән идара итеүсе итеп ҡуйылыуын да ойошторған (Башланмыш 41:39—49). Мәҙхиә 96:10-ғы: «Хоҙайҙы яратыусылар, уҫаллыҡты нәфрәт итегеҙ! Ул Үҙ изгеләренең йәндәрен һаҡлай; уларҙы гөнаһлылар ҡулынан ҡотҡара», — тигән һүҙҙәр ысынлап та хаҡ!

21. Бер йәш ҡәрҙәш әхлаҡи сафлығын нисек һаҡлаған?

21 Бөгөн дә күп кенә Алланың хеҙмәтселәре яуызлыҡты нәфрәт иткәндәрен һәм яҡшылыҡты яратҡандарын күрһәтә (Амос 5:15). Африканың бер илендә ағай-ҡәрҙәштән синыфташ ҡыҙ математиканан контроль эшендә ярҙам итеүен үтенгән һәм «түләү» итеп оялмайынса үҙе менән енси мөнәсәбәттәргә инергә тәҡдим иткән. «Мин бер ҙә икеләнмәйенсә был тәҡдимдән баш тарттым, — тип һөйләй ҡәрҙәшебеҙ. — Сафлығымды һаҡлап, мин үҙ-үҙемде хөрмәт иткәнемде күрһәттем, ә был алтын менән көмөшкә ҡарағанда күпкә ҡиммәтлерәк». Эйе, гөнаһ «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт» килтерә ала, ләкин ундай тиҙ үтә торған ләззәттең эҙемтәләре ахыр сиктә аяныс була (Еврейҙарға 11:25). Өҫтәүенә, Йәһүәгә тыңлаусан булыу мәңгелек бәхет килтерә, һәм «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәтте» ундай бәхет менән сағыштырғанда, уның сүп кенә икәнен аңлайһың (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22).

МӘРХӘМӘТЛЕ АЛЛАНАН ЯРҘАМДЫ ҠАБУЛ ИТ

22, 23. а) Ни өсөн ауыр гөнаһ ҡылған мәсихсенең хәле өмөтһөҙ түгел? б) Уға ниндәй ярҙам күрһәтелә?

22 Беҙ барыбыҙ ҙа камилһыҙ, шуға күрә беҙгә тән теләктәрен буйһондорор өсөн һәм Алла ҡаршыһында дөрөҫ булғанды эшләр өсөн көрәшәргә тура килә (Римлыларға 7:21—25). Йәһүә быны белә һәм беҙҙең «тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Мәҙхиә 102:14). Әммә мәсихсенең ауыр гөнаһ ҡылыуы ихтимал. Был уның өмөтһөҙ хәлгә эләккәнен аңлатамы? Һис тә юҡ. Шулай ҙа ул, Дауыт батша кеүек, гөнаһының аяныс эҙемтәләрен үҙ башынан үткәрер. Ләкин тәүбә итеп, үҙ «гөнаһтарын иҡрар иткән» кешене Алла һәр ваҡыт кисерергә әҙер (Мәҙхиә 85:5; Яҡуп 5:16; Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13 уҡы).

23 Шулай уҡ Алла яратыуҙан сығып мәсихсе йыйылыштарға «бүләк итеп кешеләр биргән». Был кешеләр, йәғни рухи яҡтан етлеккән көтөүселәр башҡаларға ярҙам итә ала һәм быны эшләргә әҙер ҙә (Эфестарға 4:8, 12; Яҡуп 5:14, 15). Уларҙың маҡсаты — гөнаһ ҡылған кешегә Алла менән үҙ мөнәсәбәттәрен ҡайтарырға һәм ҡабат гөнаһ ҡылмаҫ өсөн «аҡыл йыйырға» ярҙам итеү (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:32).

«АҠЫЛ ЙЫЙ»

24, 25. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 7:6—23-тә әйтелгән йәш кеше үҙенең «аҡылһыҙ» булыуын нисек күрһәткән? б) Беҙгә нисек «аҡыл йыйырға»?

24 Изге Яҙмаларҙа «аҡылһыҙ» һәм «аҡыл йыйған» кешеләр тураһында әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:7, ЯД). Ҡайһы бер кешеләр рухи яҡтан етлекмәгәнгә һәм Аллаға хеҙмәт итеүҙә тәжрибәһеҙ булғанға, аҡыл менән эш итә алмайҙар. Ундай кешеләр, Ғибрәтле һүҙҙәр 7:6—23-тә әйтелгән йәш кеше кеүек, еңел генә етди гөнаһ ҡылырға мөмкин. Әммә «аҡыл йыйған кеше» доға ҡылып Алла Һүҙен даими рәүештә өйрәнеү аша үҙенең эске асылын ҙур иғтибар менән тикшереп тора. Ул камил булмаһа ла, бар көсөн ҡуйып, үҙ фекерҙәрен, теләктәрен, хистәрен һәм маҡсаттарын Аллаға яраҡлы итеп үҙгәртә. Шулай эш итеп ул үҙ «йәнен... яратҡанын», йәғни яуызлыҡтан һаҡланғанын күрһәтә, һәм «бәхет таба» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:8).

25 Үҙ-үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Мин Алла нормаларының дөрөҫ булыуына ысынлап та ышанаммы? Улар буйынса йәшәү миңә ҙур бәхет килтерәсәк икәненә ышанысым ныҡмы?» (Мәҙхиә 18:8—11; Ишағия 48:17, 18). Әгәр аҙ ғына ла шикләнһәң, шигеңде юҡҡа сығарыр өсөн, көс ҡуй. Алла ҡанундарын һанға һуҡмаһаң, бының ахыры ниндәй буласағы тураһында уйлан. Өҫтәүенә, хәҡиҡәт буйынса йәшәп һәм үҙ аҡылыңды файҙалы — хаҡ, дөрөҫ, саф, яратыуға лайыҡ һәм яҡшы фекерҙәр менән тултырып, Йәһүәнең игелекле икәнен татып ҡарарһың (Мәҙхиә 33:9; Филиппийҙарға 4:8, 9). Бер ҙә шикләнмәйенсә шуны әйтеп була: һинең Аллаға ҡарата яратыуың үҫәсәк, һин ул яратҡанды нығыраҡ яратырһың һәм ул нәфрәт иткәнде нығыраҡ нәфрәт итерһең. Йософ та камил булмаған, әммә ул «фәхешлектән ҡаса» алған, сөнки Аллаға шатлыҡ килтерергә теләп, күп йылдар дауамында уға үҙен үҙгәртергә рөхсәт иткән. Һин дә Йософтан үрнәк ал (Ишағия 64:8).

26. Сираттағы ике бүлектә ниндәй мөһим тема ҡараласаҡ?

26 Барлыҡҡа килтереүсе беҙгә енси ағзаларҙы уйынсыҡ итеп ҡулланыу өсөн түгел, ә балалар табыу һәм никахта шатланып йәшәү өсөн биргән (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18). Сираттағы ике бүлектә Алланың никахҡа ҡарашы ҡараласаҡ.

^ 4 абз. Һандар китабында 24 000 кеше һәләк булған тип әйтелә. Күрәһең, был һанға хакимдар тарафынан үлтерелгән 1000-гә яҡын халыҡ башлыҡтары ингән. Шулай уҡ һәләк булғандар иҫәбенә Йәһүә үҙе үлтергән кешеләр ҙә кергән (Һандар 25:4, 5).

^ 7 абз. Бысраҡлыҡ» һәм «аҙғынлыҡ» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тураһында күберәк белер өсөн, 2006 йылдың 15 июль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡара. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

^ 9 абз. «Порнография» тураһында һүҙ барғанда, енси дәрт уятыр өсөн эротик рәсемдәр, баҫтырылған текст йәки аудиотекст материалдары күҙ уңында тотола. Порнография кешенең эротик позаларын күрһәтеүсе һүрәттәрҙе, шулай уҡ ике йәки күберәк кешеләр араһындағы ерәнгес енси мөнәсәбәттәрҙе күрһәткән сәхнәләрҙе үҙ эсенә алырға мөмкин.

^ 9 абз. Мастурбация тураһында күберәк белер өсөн «Мастурбация. Был ғәҙәттән нисек арынырға?» тигән ҡушымтаны ҡара.