Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠУШЫМТА

Эш менән бәйле һорауҙарҙа тыуған бәхәстәрҙе нисек сисергә?

Эш менән бәйле һорауҙарҙа тыуған бәхәстәрҙе нисек сисергә?

1 Көринттәргә 6:1—8-ҙә илсе Паул ҡәрҙәштәрҙең бербереһен судҡа биреүҙәре тураһында яҙған. Көринттәге ҡайһы бер мәсихселәр «тәҡүә булмағандар алдында хөкөм ителергә» барған, һәм был Паулды күңелһеҙләндергән (1-се шиғыр). Ул ни өсөн мәсихселәр бер-береһен судҡа бирер урынына бәхәстәрҙе йыйылышта сисергә тейеш икәнлеген аңлатҡан һәм быға бик мөһим сәбәптәр килтергән. Ни өсөн Паул был Алла тарафынан рухландырылған кәңәште биргән? Әйҙәгеҙ, бер нисә сәбәпте ҡарап сығайыҡ. Унан һуң ниндәй осраҡтарҙа был кәңәштең ҡулланып булмағанын белербеҙ.

Ҡәрҙәш менән эшкә бәйле берәй бәхәс тыуһа, беҙ тәүҙә барыһын үҙебеҙсә түгел, ә Йәһүәгә яраҡлы ысул менән сисергә тырышырбыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:12). Ғайса күрһәткәнсә, ҡаршылыҡтарҙы, улар ҙурға киткәнсе, тиҙ арала хәл итергә кәрәк (Маттай 5:23—26). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәсихселәр үтә үҙ һүҙле булып китеп, хатта ҡәрҙәштәрен судҡа биргәндәр. Илсе Паул былай тип әйткән: «Бер-берегеҙ менән судлашыу — һеҙҙең өсөн инде еңелеү бит». Ни өсөн? Беренсе сиратта, бындай судлашыуҙар йыйылыштың һәм Аллабыҙҙың исеменә тап төшөрөргә мөмкин. Шуға күрә беҙ Паулдың: «Ни өсөн һеҙгә рәнйетелгән булып ҡалмаҫҡа?» — тигән һорауына етди ҡарайбыҙ (7-се шиғыр).

Паул шуға ла иғтибар иткән: Алла йыйылышта төрлө бәхәстәрҙе сисер өсөн бик яҡшы тәртип урынлаштырған. Өлкәндәр — Изге Яҙмаларҙан белем алып аҡыл йыйған мәсихселәр, һәм, Паул әйткәнсә, улар «ҡәрҙәштәр араһындағыны хәл итә» алалар (3—5-се шиғырҙар). Ғайса күрһәткәнсә, етди гөнаһ — мәҫәлән, яла яғыу һәм мутлыҡ — арҡаһында тыуған бәхәстәрҙе сисер өсөн өс аҙым яһарға кәрәк. Беренсенән, бәхәсте уға бәйле булған кешеләр араһында ғына хәл итер өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Икенсенән, беренсе аҙым ярҙам итмәһә, үҙең менән бер йәки ике шаһит алырға кәрәк. Икенсе аҙым да ярҙам итмәһә, был хәл тураһында йыйылышҡа, йәғни өлкәндәргә һөйләргә кәрәк (Маттай 18:15—17).

Әлбиттә, ундай хәлдәрҙе яйға һалыр өсөн, өлкәндәргә юрист йә эшҡыуар булырға кәрәкмәй. Улар ҡәрҙәштәр араһындағы эшкә бәйле бәхәстәрҙе хәл итер өсөн ниндәйҙер талаптар ҡуймай. Дөрөҫөрәге, улар был бәхәскә бәйле булған бөтә кешеләргә Изге Яҙмаларҙы ҡулланырға һәм был һорауҙы татыу ғына сисергә ярҙам итергә тырыша. Ҡатмарлы һорауҙар тыуғанда, өлкәндәр район күҙәтсеһе йәки Йәһүә Шаһиттарының филиалы менән кәңәшләшә ала. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа Паулдың кәңәшен ҡулланып булмай. Ниндәй осраҡтар тураһында һүҙ бара?

Ҡайһы берҙә судҡа мөрәжәғәт итеү формаль эш йәки рыяһыҙ һәм тыныс маҡсаттарға ирешер өсөн закон буйынса талап ителгән сара булып тора. Мәҫәлән, айырылышыр өсөн, балаларҙы опекаға алыр өсөн, алимент күләмен билдәләр өсөн, страховка аҡсаһын алыр өсөн, банкротлыҡ эшендә кредиторҙар араһына индерелер өсөн һәм васыятнамәне раҫлар өсөн берҙән-бер юл судҡа мөрәжәғәт итеү булырға мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡәрҙәш үҙен яҡлар өсөн судҡа ҡаршы дәғүә менән мөрәжәғәт итергә кәрәк тип табыр *.

Мәсихсе судҡа мөрәжәғәт иткәндә, ярышыу рухы сағылдырмаһа, ул Паулдың кәңәшенә ҡаршы килмәй *. Шулай ҙа мәсихсе өсөн иң мөһиме — Йәһүәнең исемен изгеләндереү, йыйылышта тыныслыҡ һәм берҙәмлек һаҡлау. Мәсихтең шәкерттәре беренсе сиратта яратыу менән айырылып тора, ә яратыу «үҙ файҙаһын эҙләмәй» (1 Көринттәргә 13:4, 5; Яхъя 13:34, 35).

^ 2 абз. Һирәк осраҡтарҙа бер мәсихсе икенсе мәсихсегә ҡарата етди енәйәт ҡылырға мөмкин, мәҫәлән: көсләү, һөжүм итеү, үлтереү йәки ҙур күләмдә урлау. Бындай осраҡтар судҡа йәки енәйәт эше асылыуына килтерһә лә, мәсихсе хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, булған хәл тураһында хәбәр итһә, был уның мәсихселәрсә эш итмәүен аңлатмай.

^ 3 абз. Бының тураһында күберәк белер өсөн «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1997 йыл, 15 март, 17—22-се биттәрҙе һәм 1991 йыл (урыҫ), 15 октябрь, 25—28-се биттәрҙе ҡара.