Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Иблискә ҡаршы тор

Иблискә ҡаршы тор

«Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр» (ЯҠУБ 4:7).

1, 2. Иблис менән ендәр хаҡында нимә белергә кәрәк?

ЙӘҺҮӘ вәғәҙә иткән яңы донъяла тормош иҫ киткес матур буласаҡ — беҙ, Алла иң баштан нисек ниәтләгән, шулай йәшәйәсәкбеҙ. Әммә әлегә беҙ Иблис һәм уның ендәре идара иткән донъяла йәшәйбеҙ (2 Коринфтарға 4:4). Беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, ләкин улар бар һәм улар ҙур ҡеүәткә эйә.

2 Был бүлектә беҙ нисек Йәһүә янында ҡалырға һәм нисек Иблистән һаҡланырға икәнен ҡарап сығырбыҙ. Йәһүә беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Әммә беҙгә Иблистең һәм ендәрҙең беҙҙе алдар өсөн, беҙгә һөжүм итер өсөн ҡулланған алымдарын белергә кәрәк.

«ҮКЕРЕҮСЕ АРЫҪЛАН»

3. Иблистең маҡсаты ниндәй?

3 Иблис әйтеүенсә, кешеләр файҙа алыр өсөн генә Йәһүәгә хеҙмәт итә, әммә етди ауырлыҡтар башланыу менән улар уны ташлаясаҡ. (Әйүп 2:4, 5-те уҡы.) Иблис менән ендәр кешенең Йәһүәне яҡшыраҡ белеү теләген күреп ҡалыу менән, шунда уҡ уға ҡамасауларға тотона. Кеше, үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылһа, улар бик ярһый. Изге Яҙмала, «Иблис үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй», тиелә (1 Петр 5:8). Иблистең маҡсаты — Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емереү (Зәбур 7:1, 2; 2 Тимофейға 3:12).

Тормошобоҙҙо Йәһүәгә бағышлағанда, Иблис ярһый

4, 5. а) Нимә Иблистең ҡулынан килмәй? б) Иблискә нисек ҡаршы торорға?

4 Әммә Иблис менән ендәрҙән ҡурҡаһы юҡ. Йәһүә уларға беҙҙең менән ни теләй шуны эшләргә юл ҡуймай. Ҙур афәт ваҡытында ысын мәсихселәр иҫән ҡалыр һәм улар «бихисап күп» булыр, тип вәғәҙә итә Йәһүә (Асылыш 7:9, 14). Иблис быға бер нисек тә ҡамасаулай алмай, сөнки Йәһүә үҙ халҡын яҡлай.

5 Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ ныҡлы булһа, Иблис уны емерә алмаҫ. Изге Яҙмала ошондай ышандырыу бар: «Йәһүә менән булһағыҙ, ул да һеҙҙең менән булыр» (2 Йылъяҙма 15:2; 1 Коринфтарға 10:13-тө уҡы). Боронғо заманда Алланың күп кенә тоғро хеҙмәтселәре Иблискә уңышлы ҡаршы тора алған. Мәҫәлән, Һабил, Ханох, Нух, Сара, Муса (Еврейҙарға 11:4—40). Был беҙҙең дә хәлебеҙҙән килә. Алла Һүҙендә: «Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр», — тиелә (Яҡуб 4:7).

«РУХИ КӨСТӘРГӘ ҠАРШЫ КӨРӘШӘБЕҘ»

6. Иблис беҙгә нисек һөжүм итә?

6 Иблис белә, Йәһүә уға беҙҙең менән ни теләһә, шуны эшләргә рөхсәт итмәйәсәк. Шулай булһа ла, Иблис Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташа. Беҙгә һөжүм итер өсөн, ул бөгөн, инде меңләгән йылдар дауамында һыналған алымдарҙы ҡуллана. Уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап китәйек.

7. Ни өсөн Иблис Йәһүә халҡына һөжүм итә?

7 Илсе Яхъя: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тип яҙған (1 Яхъя 5:19). Иблис был яуыз донъя менән идара итә һәм Йәһүәнең хеҙмәтселәрен дә үҙ ихтыярына буйһондорорға теләй (Миҡай 4:1; Яхъя 15:19; Асылыш 12:12, 17). Ул ваҡыты аҙ ҡалғанын белә, шуға күрә, һәр беребеҙҙе Алланан алып китер өсөн, бөтә көсөн һала. Ҡайһы саҡта Иблис асыҡтан-асыҡ һөжүм итә, ә ҡайһы саҡта ул аҫтыртын эш итә.

8. Һәр мәсихсе нимәне танырға тейеш?

8 Ефестарға 6:12-лә: «Беҙ... күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ», — тиелә. Һәр мәсихсе Иблис һәм ендәр менән шәхси көрәш алып бара. Беҙгә шуны танырға кәрәк: үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышлаған һәр кеше шундай көрәштә ҡатнаша. Бына шуға күрә лә Ефестарға яҙған хатында илсе Павел, мәсихселәрҙе ныҡ ҡалырға саҡырып, ҡат-ҡат өндәшә (Ефестарға 6:11, 13, 14).

9. Иблис һәм ендәр беҙҙең хаҡта нимә белергә тырыша?

9 Иблис һәм ендәр беҙҙе төрлө юлдар менән алдарға маташа. Бер һөжүмгә ҡаршы тора алыуыбыҙ, икенсеһендә лә уңышлы булырбыҙ тигәнде аңлатмай әле. Иблис, беҙҙе эләктерергә тоҙаҡ һайлар өсөн, йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы эҙләй. Әммә уның тоҙаҡтарынан ҡасып була, сөнки улар хаҡында Изге Яҙмала ап-асыҡ яҙылған (2 Коринфтарға 2:11; 31-се ҡушымтаны ҡара). Уларҙың береһе — ендәр менән бәйләнешкә инеү.

ЕНДӘРҘӘН СИТТӘ ТОР

10. а) Ендәр менән бәйләнешкә инеү үҙ эсенә нимәне ала? б) Йәһүә ендәр менән бәйләнешкә инеүгә нисек ҡарай?

10 Ендәр менән бәйләнешкә инеү күрәҙәлек итеү, сихырлау, әпсен уҡыу (өшкөрөү) һәм әруахтар менән һөйләшергә маташыу һымаҡ тәбиғәттән өҫтөн нәмәләрҙе үҙ эсенә ала. Тәүратта, ендәр менән бәйләнешкә инеү — ул әшәке эш, һәм, ендәр менән бәйле булһаң, Йәһүәгә табыныу мөмкин түгел, тиелә (Ҡанун 18:10—12; Асылыш 21:8). Мәсихселәр ендәр менән бәйле һәр нәмәнән ситтә торорға тейеш (Римдарға 12:9).

11. Тәбиғәттән өҫтөн нәмәләр менән ҡыҙыҡһыныу нимәгә килтерергә мөмкин?

11 Иблис шуны белә: беҙҙе тәбиғәттән өҫтөн нәмәләр йәлеп итһә, ендәр менән бәйле эштәрҙә беҙҙе ҡатнаштырыу еңел буласаҡ. Ә ендәр менән бәйләнешкә инеүҙең һәр төрө Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы боҙа.

ИБЛИС БЕҘҘЕ АЛДАРҒА ТЫРЫША

12. Иблис фекер йөрөтөүебеҙгә нисек тәьҫир итергә теләй?

12 Иблис, кешеләрҙең фекер йөрөтөүенә тәьҫир итеп, уларҙы аҙаштырырға теләй. Кешеләр «яҡшылыҡты яманлыҡ тип, яманлыҡты яҡшылыҡ тип» һанай башлаһын өсөн, Иблис уларҙың аңына яйлап ҡына шик һала (Ишағыя 5:20). Ул беҙҙе, Изге Яҙманың кәңәштәре файҙаһыҙ, һәм Аллаға буйһонмаһаҡ, бәхетлерәк булырбыҙ, тип ышандырырға тырыша.

13. Иблис кешеләрҙә нисек шик тыуҙырырға тырыша?

13 Шик тыуҙырыу — Иблистең инде күптән ҡулланып килгән иң отошло алымдарының береһе. Эденда ул: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» — тип һорап, Һауаның аңында шик тыуҙырырға тырышҡан (Башланмыш 3:1). Ә һуңыраҡ, Әйүп заманында, Иблис фәрештәләр алдында Йәһүәнән: «Әллә Әйүп Алланан юҡҡа ғына ҡурҡып йәшәйме?» — тип һораған (Әйүп 1:9). Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң Иблис уны ҡотортоп: «Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш», — тигән (Матфей 4:3).

14. Иблис кешеләрҙе, ендәр менән бәйләнешкә инеүҙең бер насарлығы ла юҡ, тигән фекергә нисек ышандыра?

14 Бөгөн дә Иблис шиктәр тыуҙырырға маташа. Ул кешеләрҙе, ендәр менән бәйләнешкә инеүҙең бер насарлығы ла юҡ, тип ышандырырға теләй. Шунлыҡтан уның ҡайһы бер формаларын зыянһыҙ итеп күрһәтә. Хатта ҡайһы бер мәсихселәр ҙә уларҙы абайламай ҡалған (2 Коринфтарға 11:3). Үҙебеҙҙе һаҡлар өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Иблистең мәкерле тоҙағына эләкмәгәнебеҙҙе нисек тикшереп була? Был уңайҙан тормоштоң ике өлкәһен ҡарап сығайыҡ: күңел асыу һәм дауаланыу.

ИБЛИС ТӘБИҒИ ТЕЛӘКТӘРЕБЕҘҘӘН ФАЙҘАЛАНА

15. Кеше нисек күңел асыуҙар аша ендәрҙе үҙ тормошона индерергә мөмкин?

15 Бөгөн күп кенә фильмдар, видеояҙмалар, телетапшырыуҙар, компьютер уйындары һәм веб-сайттар ендәргә, сихырсылыҡҡа һәм тәбиғи булмаған көстәргә арналған. Күптәр быны зарарһыҙ күңел асыу тип күрә һәм үҙ тормошоңа ендәрҙе индереү ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңламай. Йондоҙнамә, кәрт һалып йә устарҙағы һыҙаттарға ҡарап юрау, ноҡот һалыу һәм ҡот ҡойоу кеүек эштәр менән шөғөлләнеүселәр ендәр менән бәйләнешкә инә, тип әйтеп була. Иблис ундай эштәрҙең ҡурҡыныс булыуын йәшереп, уларҙы серле, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ итеп күрһәтергә маташа. Кеше: «Мин бит үҙем ендәр менән бәйләнешкә инмәйем. Шул турала йә илаһи көстәр тураһында ни ҙә булһа ҡарағандан ғына нимә булһын инде?» — тип уйларға мөмкин. Ни өсөн шулай тип уйлау ҡурҡыныс? (1 Коринфтарға 10:12).

16. Ни өсөн беҙ тәбиғәттән өҫтөн көстәр менән ҡыҙыҡһыныуҙан ситтә торорға тейеш?

16 Иблис һәм ендәр беҙҙең ни уйлауыбыҙҙы белә алмай. Ләкин, үҙебеҙгә һәм ғаиләбеҙгә ҡағылышлы ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙы күҙәтеп, улар нимә теләүебеҙҙе, нимә хаҡында уйлауыбыҙҙы аңларға мөмкин. Әгәр беҙ медиумдар, им-томсолар, ен эйәләшкән кешеләр, сихырсы ҡатын-ҡыҙҙар, вампирҙар тураһында йә шуларға оҡшаш башҡа темаларға фильмдар ҡараһаҡ, музыка тыңлаһаҡ йә китаптар уҡыһаҡ, был Иблис һәм ендәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күреп, улар беҙҙе ендәр менән бәйле эштәргә батырырға тырышыр. (Галаттарға 6:7-не уҡы.)

17. Иблис кешенең һау-сәләмәт булыу теләгенән нисек файҙалана?

17 Күңел асыуҙарҙан тыш Иблис кешенең һау-сәләмәт булыу теләгенән файҙаланырға мөмкин. Бөгөн күптәр етди ауырыуҙар арҡаһында ғазап сигә. Кемдер, бәлки, дауаланыуҙың әллә күпме төрөн ҡулланып ҡарағандыр, әммә һауыҡмағандыр (Марк 5:25, 26). Ул өмөтһөҙлөктән һәр ҡайһы дауаланыуға ла ризалашырға мөмкин. Әммә беҙгә, Йәһүә хеҙмәтсеһе булараҡ, дауаланыуҙың сихырсылыҡ менән бәйле төрөн һайламаҫ өсөн, һаҡ булырға кәрәк (Ишағыя 1:13).

Ауырыған саҡта Йәһүәгә таян

18. Мәсихселәр ниндәй дауаланыуҙан баш тартырға тейеш?

18 Боронғо Израилдә ҡайһы берәүҙәр сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәһүә шул кешеләргә былай тигән: «Һеҙ ҡулдарығыҙҙы һуҙғанда, мин күҙемде ситкә борам. Һеҙ күп доға ҡылһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе тыңламайым» (Ишағыя 1:15). Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә уларҙың доғаларын хатта тыңламаған да! Беҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы боҙорҙай һәм бигерәк тә ауырыған сағыбыҙҙа уға беҙгә ярҙам итергә ҡамасауларҙай бер ни ҙә эшләргә теләмәйбеҙ (Зәбур 41:3). Шуға күрә үҙебеҙгә тәҡдим иткән дауаланыу төрөнөң ендәр йә тәбиғәттән өҫтөн көстәр менән берәй нисек бәйле түгелме икәнен ныҡлап тикшерергә кәрәк (Матфей 6:13). Әгәр, хатта әҙ генә булһа ла, бәйле икән, ундай дауаланыуҙан баш тартырға кәрәк. (32-се ҡушымтаны ҡара.)

ЕНДӘР ХАҠЫНДАҒЫ ХӘБӘРҘӘР

19. Иблис кешеләрҙе нисек ҡурҡыта?

19 Ҡайһы берәүҙәр, Иблис һәм ендәр әкиәттә генә осрай, тип һанай, башҡалар иһә уларҙың барлығына үҙ тәжрибәһенән сығып ышана. Күптәр, яуыз рухтарҙан ҡурҡып, хөрәфәттәр ҡоллоғона эләккән. Ә кемдер ендәрҙең кешеләрҙе яфалауы хаҡында төрлө ҡурҡыныс хәбәр тарата. Йыш ҡына ундай хикәйәләр менән тәьҫирләнгән кешеләр уларҙы башҡаларға илһамланып һөйләй. Уларҙы тыңлау кешеләрҙә Иблистән ҡурҡыу тыуҙыра.

20. Иблистең ялғанын таратыуҙа нисек ҡатнашмаҫҡа?

20 Иблискә шул ғына кәрәк: ул кешеләрҙең үҙенән ҡурҡыуын теләй (2 Фессалоникаларға 2:9, 10). Ул — ялғансы һәм ендәргә ҡағылышлы нәмәләр менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең аңына нисек тәьҫир итергә, дөрөҫ булмаған нәмәләргә нисек ышандырырға икәнен белә. Ундай кешеләр, үҙҙәре, имеш, күргәнен һәм ишеткәнен һөйләргә мөмкин. Ҡат-ҡат һөйләгәнгә, уларҙың был хәбәрҙәре ваҡыт уҙыу менән күперә бара. Ундай хәбәрҙәрҙе ҡабатлап, ҡурҡыу таратып, беҙ Иблискә булышлыҡ күрһәтергә теләмәйбеҙ (Яхъя 8:44; 2 Тимофейға 2:16).

21. Ендәр хаҡында һөйләү урынына нимә хаҡында һөйләшергә кәрәк?

21 Әгәр Йәһүә шаһиты элек ендәр менән бәйле булған булһа, башҡаларҙың күңелен асыр өсөн, улар хаҡында хәбәрҙәр һөйләмәҫ. Йәһүә халҡы Иблистең һәм ендәрҙең эштәренән ҡурҡырға тейеш түгел. Киреһенсә, үҙ иғтибарыбыҙҙы Ғайсаға һәм Йәһүә уға биргән ҡеүәткә тупларға кәрәк (Еврейҙарға 12:2). Ғайса, илселәренең күңелен асыр өсөн, ендәр хаҡында хикәйәләр һөйләмәгән. Уның һөйләгәндәре күбеһенсә Батшалыҡ һәм «Алланың бөйөк эштәре» хаҡында булған (Ғәмәлдәр 2:11; Лука 8:1; Римдарға 1:11, 12).

22. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә әҙерһегеҙ?

22 Иблистең маҡсаты — Йәһүә менән дуҫлығыңды емереү икәнен бер ҡасан да онотма. Быға ирешер өсөн ул көсөнән килгәндең барыһын да эшләргә әҙер. Әммә беҙ Иблис ҡулланған алымдарҙы беләбеҙ һәм ендәргә бәйле һәр нәмәне тәүәккәллек менән кире ҡағабыҙ. Дошманыбыҙға тәүәккәллегебеҙҙе ҡаҡшатырға юл ҡуймайыҡ. (Ефестарға 4:27-не уҡы.) Эйе, Иблискә ҡаршы торһаҡ, уның тоҙаҡтарына эләкмәҫбеҙ һәм Йәһүәнең яҡлауы аҫтында ҡалырбыҙ (Ефестарға 6:11).