Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Алланың һөйөүе мәңгелек

Алланың һөйөүе мәңгелек

«Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел» (1 ЯХЪЯ 5:3).

1, 2. Ни өсөн һин Йәһүә Алланы яратаһың?

ҺИН Алланы яратаһыңмы? Бәлки, көслө яратыуыңды уға бағышланып күрһәткәнһеңдер. Ул ғына ла түгел, һин уны иң яҡшы Дуҫың тип һанайһыңдыр. Әммә һин Йәһүәне ярата башлағанға тиклем, ул һине инде яратҡан булған. Инжилдә: «Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты», — тиелә (1 Яхъя 4:19).

2 Йәһүә беҙҙе яратыуын нисек күрһәтә? Ул беҙгә гүзәл йорт — матур ер шарын бүләк иткән һәм рәхәтләнеп йәшәр өсөн барыһын да биргән (Матфей 5:43—48; Асылыш 4:11). Ул беҙҙең үҙе менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтереүебеҙҙе теләй. Беҙ уның хаҡында белһен өсөн, ул барыһын да эшләгән. Изге Яҙманы уҡығанда беҙ Йәһүә һөйләгәнде тыңлайбыҙ. Ә доға ҡылғанда, ул беҙҙе тыңлай (Зәбур 65:2). Ул күрһәтмәләр бирә һәм үҙенең ҡеүәтле изге рухы менән беҙҙе нығыта (Лука 11:13). Беҙҙе гонаһ һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн, ул хатта үҙенең ҡәҙерле Улын ергә ебәргән. (Яхъя 3:16; Римдарға 5:8-ҙе уҡы.)

3. Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе нисек һаҡлап була?

3 Ә хәҙер ҡайғыла ла, шатлыҡта ла таяныс һәм терәк булған берәй яҡын дуҫыңды иҫеңә төшөр. Ундай дуҫлыҡты һаҡлар өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә. Иң яҡшы Дуҫ — Йәһүә — хаҡында ла шуны уҡ әйтеп була. Уның менән дуҫлығыбыҙ мәңгелек булырға мөмкин. Бына ни өсөн Изге Яҙма беҙҙе: «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ», — тип иҫкәртә (Йәһүҙә 21). Ә быны нисек эшләргә? «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел», — тиелә Инжилдә (1 Яхъя 5:3).

АЛЛАНЫ ЯРАТЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

4, 5. Йәһүәгә ҡарата яратыуың нисек үҫә башланы?

4 Алланы ҡасан ярата башлағаныңды хәтерләйһеңме? Уны яратырға һине нимә дәртләндерҙе?

Йәһүәгә бағышланып һәм һыуға сумдырылып, һин уға яратыуыңды һәм мәңге буйһонорға теләүеңде күрһәтәһең

5 Йәһүәнең яңы донъяла мәңге йәшәүеңде теләүен белгәс, нимә тойғаныңды иҫеңә төшөр. Был мөмкин булһын өсөн, һин Йәһүәнең нимәләр эшләгәнен белдең. Улын ергә ебәреп, уның беҙгә ниндәй ҡәҙерле бүләк биргәнен аңланың (Матфей 20:28; Яхъя 8:29; Римдарға 5:12, 18). Былар барыһы ла йөрәгеңә үтеп инде, һәм һин Йәһүәне ярата башланың. (1 Яхъя 4:9, 10-ды уҡы.)

6. Яратыу кешене нимәгә дәртләндерә? Аллаға ҡарата яратыуың һине нимәгә этәрә?

6 Әммә тәүге хистәр Йәһүәгә ҡарата ысын һөйөүҙең башы ғына әле. Мәҫәлән, берәйһен яратҡанда, беҙ «мин һине яратам» тигән һүҙҙәр менән генә сикләнмәйбеҙ. Яратыу беҙҙе был кешене бәхетле итер өсөн барыһын да эшләргә дәртләндерә. Шуның кеүек үк Йәһүәне яратыу һине ул хуплағанса йәшәргә этәрҙе. Яратыуың үҫә барған һайын һин, бәлки, уға бағышланып, һыуға сумдырылғанһыңдыр. Шулай итеп һин Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙең. (Римдарға 14:7, 8-ҙе уҡы.) Һиңә үҙ вәғәҙәңде үтәргә нимә ярҙам итер?

АЛЛАНЫҢ ӘМЕРҘӘРЕН ҮТӘЙБЕҘ

7. Йәһүәне яратһаҡ, беҙ нимә эшләрбеҙ? Уның ҡайһы бер әмерҙәрен әйтеп бир.

7 Алланы яратҡанға беҙ уның әмерҙәрен үтәйбеҙ. Нисек итеп? Беҙ уға буйһонабыҙ. Изге Яҙманан Йәһүә беҙҙән нимә көтә икәнен беләбеҙ. Мәҫәлән, Йәһүә эскелекте, урлашыуҙы, алдашыуҙы, законлы никахта тормаған кеше менән енси мөнәсәбәткә инеүҙе, үҙенән башҡа кемгәлер йә нәмәгәлер табыныуҙы тыя (1 Коринфтарға 5:11; 6:18; 10:14; Ефестарға 4:28; Колосстарға 3:9).

8, 9. Изге Яҙмала берәй осраҡҡа ҡағылышлы аныҡ әмер булмаһа, Йәһүә беҙҙән нимә талап итә икәнен нисек белергә? Миҫал килтер.

8 Әммә Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, уның әмерҙәрен үтәү генә әҙ. Йәһүә тормошта була торған һәр осраҡҡа ҡағылышлы ҡанундар яҙылған оҙон исемлек бирмәй. Ҡайһы саҡта нимә эшләргә кәрәклеген күрһәтеүсе аныҡ әмер Изге Яҙмала булмаҫҡа ла мөмкин. Ундай осраҡтарҙа беҙгә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер? (Ефестарға 5:17). Изге Яҙмала Йәһүәнең ҡарашын белергә ярҙам иткән һәм төп хәҡиҡәттәргә нигеҙләнгән принциптар бар. Уны уҡып, беҙ Йәһүә менән Шәхес булараҡ яҡыныраҡ танышабыҙ. Уның нисек фекер йөрөтөүен, нимәне ярата, нимәне нәфрәт итә икәнен беләбеҙ. (Зәбур 97:10-ды уҡы; Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; 1-се ҡушымтаны ҡара.)

9 Мәҫәлән, телевизорҙа йә интернетта нимә ҡарарға икәнен нисек һайларға? Бындай осраҡта Йәһүә беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген теүәл генә әйтмәй. Ләкин ул биргән принциптар беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Бөгөн күңел асыуҙарҙың күбеһе көс ҡулланыу һәм әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле. Изге Яҙмала Йәһүә «йәбер-золом яратыусы һәр кемде» нәфрәт итә һәм «аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк» тиелә (Зәбур 11:5; Еврейҙарға 13:4). Был принциптар беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам итер? Әгәр ҙә Йәһүәнең нимәнелер нәфрәт итеүен йә әхлаҡһыҙлыҡ тип һанауын белһәк, беҙ ундай нәмәнән ҡасырға тейеш.

10, 11. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә буйһонабыҙ?

10 Ни өсөн беҙ Йәһүәгә буйһонабыҙ? Язанан ҡурҡҡанға ғына йә насар ҡарарҙар ҡабул итеү килтергән аяныс эҙемтәләрҙән һаҡланыу өсөн генә түгел (Галаттарға 6:7). Юҡ, беҙ Йәһүәне яратҡанға уға буйһонабыҙ. Һәр бала үҙенең атаһын шатландырырға теләгән кеүек, беҙ ҙә күктәге Атабыҙҙы шатландырырға теләйбеҙ. Йәһүәнең беҙҙе хуплай икәнен белеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡтың булыуы мөмкинме һуң! (Зәбур 5:12; Ғибрәтле һүҙҙәр 12:2; 2-се ҡушымтаны ҡара.)

11 Беҙ Йәһүәгә еңел булғанда ғына йә башҡа сара ҡалмағанға ғына буйһонмайбыҙ. Ҡайһы әмергә буйһонорға, ҡайһыһына буйһонмаҫҡа икәнен дә һайламайбыҙ (Ҡанун 12:32). Киреһенсә, беҙ: «Әмерҙәреңә тартылам мин, уларҙы бик яратам», — тип әйткән мәҙхиә яҙыусы һымаҡ, Йәһүәгә һәр ваҡыт буйһонабыҙ (Зәбур 119:47; Римдарға 6:17). Беҙ Нух кеүек булырға теләйбеҙ. Ул, барыһын да Йәһүә ҡушҡанса эшләп, уға үҙ яратыуын күрһәткән. Тәүратта: «Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне», — тиелә (Башланмыш 6:22). Һинең хаҡта ла Йәһүәнең шундай уҡ һүҙҙәр әйтеүен теләр инеңме?

12. Беҙ нисек Йәһүәне бәхетле итә алабыҙ?

12 Беҙ Йәһүәгә буйһонғанда, ул нимә хис итә? Уның йөрәге һөйөнә (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:20; 27:11). Уйлап ҡына ҡара, Ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсене тыңлап, беҙ уны һөйөндөрәбеҙ! Әммә ул беҙҙе бер ҡасан да быны эшләргә мәжбүр итмәй, ул беҙгә һайлау ирке биргән. Яҡшылыҡ йәки насарлыҡ эшләргәме — беҙ үҙебеҙ һайлайбыҙ. Йәһүә беҙҙең яратыуҙан сығып дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙҙе теләй, сөнки шулай эшләп беҙ иң яҡшы тормош юлынан барырбыҙ (Ҡанун 30:15, 16, 19, 20; 3-сө ҡушымтаны ҡара.)

«УНЫҢ ӘМЕРҘӘРЕ АУЫР ТҮГЕЛ»

13, 14. Алланың әмерҙәре үтәрлек икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Аңлат.

13 Бәлки, беҙ, Йәһүәнең талаптары үтә ауыр йәки улар иркебеҙҙе сикләй, тип уйлайбыҙҙыр. Инжилдә ап-асыҡ итеп: «Уның әмерҙәре ауыр түгел», — тиелә (1 Яхъя 5:3). Изге Яҙманың башҡа өҙөктәрендә шул уҡ грек һүҙе үтәй алмаҫлыҡ ауыр ҡағиҙәләргә ҡарата әйтелә. Ул һүҙ башҡаларҙы күҙәтеп, кәмһетеп йөрөгән кешеләр хаҡында һөйләгәндә лә ҡулланыла (Матфей 23:4; Ғәмәлдәр 20:29, 30). Йәһүәнең әмерҙәре «ауыр» түгел, йәғни уларға буйһоноу көсөбөҙҙән килә. Уның әмерҙәре һәр саҡ аҡыллылыҡ сағылдыра.

14 Әйтәйек, һин дуҫыңа яңы йортҡа күсенергә ярҙам итәһең, ти. Ул бөтә әйберҙәрен ҡаптарға һалып әҙерләп ҡуйған. Ҡайһы берҙәре еңел һәм уларҙы бер кеше күтәрә ала, әммә ҡайһылары — ауыр һәм уларҙы күтәрер өсөн ике кеше кәрәк. Дуҫың ауыр ҡапты үҙеңә генә күтәрергә ҡушырмы? Юҡ, сөнки ул һинең имгәнеүеңде теләмәй. Шундай дуҫ шикелле, Йәһүә бер ҡасан да беҙгә артыҡ ауыр эш ҡушмаҫ (Ҡанун 30:11—14). Ул көсөбөҙҙөң сикле икәнен аңлай. Йәһүә «беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:14).

15. Йәһүәнең әмерҙәре файҙабыҙға ғына икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

15 Муса пәйғәмбәр, Израиль халҡына Йәһүәнең әмерҙәре улар «иҫән булһын өсөн» һәм «имен йәшәһен өсөн» бирелгән, тигән (Ҡанун 5:28—33; 6:24). Беҙҙең көндәрҙә лә шулай. Йәһүәнең әйткәндәрен үтәү беҙгә файҙа ғына килтерә. (Ишағыя 48:17-не уҡы.) Беҙҙең өсөн иң яҡшыһы нимә икәнен Йәһүә Атайыбыҙ белә (Римдарға 11:33). Инжилдә: «Алла — мөхәббәт ул», — тиелә (1 Яхъя 4:8). Был һүҙҙәр Йәһүәнең бар әйткәндәре лә, бар эшләгәндәре лә мөхәббәт менән һуғарылғанын аңлата.

16. Камил булмауыбыҙға һәм был яуыз донъяның тәьҫиренә ҡарамаҫтан беҙ Аллаға тыңлаусан була алыуыбыҙҙы ҡайҙан беләбеҙ?

16 Аллаға һәр ваҡыт тыңлаусан булыу еңел түгел. Беҙ Иблис идара иткән донъяла йәшәйбеҙ. Ул кешеләрҙе насар эштәр ҡылырға ҡоторта (1 Яхъя 5:19). Беҙгә шулай уҡ дөрөҫ булмаған уйҙарыбыҙ һәм хистәребеҙ менән көрәшергә тура килә, сөнки улар беҙҙе Алла ҡанундарын боҙорға этәрә (Римдарға 7:21—25). Әммә Йәһүәне яратыу дөрөҫ эштәр ҡылырға көс биреп тора. Йәһүә уға тыңлаусан булырға тырышыуыбыҙҙы күрә, һәм ярҙам итер өсөн үҙенең изге рухын бирә (1 Самуил 15:22, 23; Ғәмәлдәр 5:32). Изге рух тәьҫире менән беҙ Аллаға тыңлаусан булырға ярҙам иткән сифаттар үҫтерә алабыҙ (Галаттарға 5:22, 23).

17, 18. а) Ошо баҫманан беҙ нимә белербеҙ? б) Киләһе бүлектә һүҙ нимә тураһында барыр?

17 Ошо баҫма беҙгә Йәһүәгә яраҡлы тормош алып барырға ярҙам итер. Беҙ уның принциптарын һәм әхлаҡи нормаларын үҙ тормошобоҙҙа ҡулланырға өйрәнербеҙ. Онотма, Йәһүә бер ҡасан да беҙҙе үҙенә буйһонорға мәжбүр итмәй. Уны тыңлап йәшәһәк, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, киләсәгебеҙ ҙә иҫ киткес буласаҡ. Ә иң мөһиме, тыңлаусанлығыбыҙ Аллаға уны ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы күрһәтер. (4-се ҡушымтаны ҡара.)

18 Нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен айыра белер өсөн, Йәһүә һәр беребеҙгә выждан биргән. Выжданыбыҙҙы өйрәтһәк, ул беҙгә Алланың әмерҙәрен үтәргә ярҙам итер. Нимә ул выждан, һәм уны нисек өйрәтеп була? Әйҙә, ҡарайыҡ.