Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?

Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?

«Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ» (ЕФЕСТАРҒА 5:10).

1. Йәһүәнең табыныуыбыҙҙы хуплауына инаныр өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн?

ҒАЙСА: «Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй», — тигән (Яхъя 4:23; 6:44). Һәр беребеҙ «Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра» белергә тейеш (Ефестарға 5:10). Ҡайһы саҡта быны эшләү еңелдән түгел. Иблис беҙҙе Йәһүә хупламағанды эшләргә ҡоторта (Асылыш 12:9).

2. Синай тауы янында нимә булғанын һүрәтләп бир.

2 Иблис беҙҙе нисек алдатырға тырыша? Мәҫәлән, ул кешеләрҙе алдап, нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен билдәләргә ҡамасаулай. Синай тауы янында Израиль халҡы менән нимә булғанын хәтереңә төшөр. Муса тауға менеп киткән, ә халыҡ, уның лагерға әйләнеп ҡайтыуын көтөп, аҫта ҡалған. Көтә-көтә арығас, улар Һарундан үҙҙәренә алла яһауын үтенгән. Һарун уларға быҙау ҡиәфәтле алтын илаһ яһаған. Шунан халыҡ байрам ойошторған. Улар быҙау тирәләй бейегән, уға баш эйгән. Быҙауға табынып, улар ысынында Йәһүәгә табынабыҙ, тип уйлаған. Был байрамды «Йәһүә хөрмәтенә байрам» тип атау менән генә ул Алланың күңеленә хуш килгән, тип әйтеп булмай. Йәһүә уны ботҡа табыныу тип һанаған, һәм шул арҡала күп израилле һәләк булған (Сығыш 32:1—6, 10, 28). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Үҙеңде алдарға ирек бирмә. «Әшәке нәмәләргә ҡағылма» һәм Йәһүәгә үҙеңде нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәненә өйрәтергә юл ҡуй (Ишағыя 52:11; Йәзәкил 44:23; Галаттарға 5:9).

3, 4. Ни өсөн киң таралған ҡайһы бер байрамдарҙың сығышын ҡарап китеү файҙалы?

3 Ғайса ерҙә булғанда үҙ илселәрен саф ғибәҙәттә үрнәк күрһәтеп йәшәргә өйрәткән. Ул үлгәндән һуң илселәр яңы шәкерттәрҙе Йәһүәнең принциптарына өйрәткән. Әммә илселәр үлгәс, ялған өйрәтеүселәр йыйылышта дөрөҫ булмаған ҡараштарҙы, мәжүси байрамдарҙы һәм йолаларҙы таратҡан. Улар мәжүси байрамдарҙы, мәсихсе байрам итеп күрһәтер өсөн, башҡа исемдәр менән атаған (2 Фессалоникаларға 2:7, 10; 2 Яхъя 6, 7). Шул байрамдарҙың күбеһе бөгөн дә киң таралған. Улар һаман да ялған инаныуҙарҙы, хатта ендәр менән бәйле ышаныуҙарҙы алға һөрә * (Асылыш 18:2—4, 23).

4 Бөгөн бөтә донъя буйынса байрамдар кеше тормошонда мөһим урын биләй. Әммә Йәһүә менән яҡыныраҡ таныша барған һайын, һин, бәлки, ҡайһы бер байрамдарға ҡарата үҙ фекереңде үҙгәртергә кәрәклеген аңларһың. Был еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә шикләнмә: Йәһүә һиңә ярҙам итәсәк. Киң таралған ҡайһы бер байрамдарға Йәһүәнең ҡарашын аңлар өсөн, әйҙә, уларҙың сығышын ҡарап китәйек.

РАШТЫУА БАЙРАМЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?

5. Ғайсаның 25 декабрҙә тыумағанын күрһәтеүсе ниндәй дәлилдәр бар?

5 Күп илдәрҙә Раштыуа байрамы 25 декабрҙә үткәрелә. Кешеләрҙең күбеһе был көндө Ғайсаның тыуған көнө тип иҫәпләй. Ғайсаның ниндәй көндә, хатта ниндәй айҙа тыуғаны хаҡында Изге Яҙмала әйтелмәй, шулай ҙа, уға нигеҙләнеп, Ғайса тыуған йылдың миҙгелен билдәләп була. Лука Ғайсаның Вифлеемда тыуыуы хаҡында бәйән иткәндә, «бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән», тип яҙа (Лука 2:8—11). Декабрь айында Вифлеемда, ғәҙәттә, һалҡын була, ямғыр, ҡар яуа. Тимәк, көтөүселәр был ваҡытта һарыҡтар менән яланда төнгә ҡалмаҫ ине. Был нимәне аңлата? Күренеүенсә, Ғайса декабрҙә түгел, ә йылыраҡ ваҡытта тыуған булып сыға. Тарих та, Изге Яҙма ла, ул беҙҙеңсә сентябрь йә октябрь тирәһенә тура килгән ваҡытта тыуған, тип белдерә.

6, 7. а) Раштыуа йолаларының күбеһе ҡайҙан килеп сыҡҡан? б) Беҙҙе бүләктәр бирергә нимә дәртләндерергә тейеш?

6 Улайһа, Раштыуа ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Уның тамыры мәжүси байрамдарға, мәҫәлән, игенселек аллаһы Сатурнға арналған рим сатурналийҙарына барып тоташа. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Декабрь уртаһында үткәрелә торған рим байрамы — сатурналий бик күп күңелле раштыуа йолаларын тыуҙырған. Мәҫәлән, мәжлестәр үткәреү, бүләктәр биреү, май шәмдәр ҡабыҙыу йолалары шул байрамдан башланғыс алған» («The Encyclopedia Americana»). 25 декабрҙә шулай уҡ фарсыларҙың ҡояш аллаһы Митраның тыуған көнөн үткәргәндәр.

7 Ләкин бөгөн Раштыуа байрамын үткәргән күп кеше уның мәжүси тамырҙары хаҡында уйлап тормай. Улар өсөн Раштыуа — ғаилә менән бергә булыу, тәмле ашау һәм бүләктәр биреү ваҡыты. Әлбиттә, беҙ туғандарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы яратабыҙ. Йәһүә беҙҙең бер-беребеҙ менән бүлешеүебеҙҙе теләй. 2 Коринфтарға 9:7-лә яҙылғанса: «Алла шатланып биргән кешене ярата». Йәһүә беҙҙең тик айырым осраҡтарҙа ғына бүләктәр биреүебеҙҙе теләмәй. Йәһүә халҡы туғандар һәм дуҫтар менән йылдың төрлө ваҡытында бергә йыйылырға ярата. Улар, ниҙер алырға өмөт итеп түгел, ә яратыуҙан сығып башҡаларға бүләктәр бирә (Лука 14:12—14).

Байрамдарҙың сығышын белеү нимәнән һаҡланырға икәнен аңларға ярҙам итер

8. Йондоҙсолар Ғайсаға бүләктәр биргәндә, ул яңы тыуған сабый булғанмы? Аңлатып бир.

8 Раштыуа ваҡытында бүләктәр биреү йолаһын күптәр өс аҡыл эйәһенең аҙбарҙа яңы тыуған Ғайсаға бүләктәр алып килеүе менән аҡлай. Ысынлап та, бер нисә кеше Ғайсаға бүләктәр килтереп биргән. Элекке заманда әһәмиәтле кешеләргә бүләк биреү ғәҙәти булған (1 Батшалар 10:1, 2, 10, 13). Изге Яҙманың төп нәсхәһе яҙылған телдә «аҡыл эйәләре» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр ысынында йондоҙсоларҙы аңлата. Ул кешеләр сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән һәм Йәһүәгә табынмаған. Шулай уҡ улар Ғайса тыуғас та аҙбарға килмәгән, ә һуңыраҡ, ул ата-әсәһе менән йәшәгән өйгә килгән. Өҫтәүенә, Көнсығыштан килеп етер өсөн, йондоҙсоларға бер нисә ай кәрәк булғандыр. Өйгә килгәндә, бәләкәй Ғайса инде яңы ғына тыуған сабый бала булмаған (Матфей 2:1, 2, 11).

ТЫУҒАН КӨН БАЙРАМЫ

9. Изге Яҙмала кемдәрҙең тыуған көнө иҫкә алына?

9 Бала тыуған көн — шатлыҡлы ваҡиға (Зәбур 127:3). Әммә был тыуған көндәрҙе үткәрергә кәрәк тигәнде аңлатмай әле. Уйлап ҡара, Изге Яҙмала ике тыуған көн генә иҫкә алына. Береһе — Мысыр фирғәүененең, ә икенсеһе Ирод Антипа батшаның тыуған көнө булған. (Башланмыш 40:20—22; Марк 6:21—29-ҙы уҡы.) Уларҙың икеһе лә Йәһүә хеҙмәтсеһе булмаған. Ысынында, Йәһүә хеҙмәтселәре тыуған көнөн үткәргән тип, Изге Яҙмала бер ҡайҙа ла әйтелмәй.

10. Беренсе мәсихселәр тыуған көндәргә нисек ҡараған?

10 «Беренсе мәсихселәр иҫәпләүенсә, кемдеңдер тыуған көнөн үткәреү — мәжүсиҙәрҙең ғөрөф-ғәҙәте», — тип әйтелә бер энциклопедияла («The World Book Encyclopedia»). Ундай ғөрөф-ғәҙәттәр ялған ышаныуҙарға нигеҙләнгән. Мәҫәлән, боронғо гректар, һәр кешенең уның тыуыуын күргән яҡлаусы рухы бар, тип ышанған. Имеш, кешенең тыуған көнө берәй илаһтың тыуған көнө менән тура килгән. Уларҙың уйлауынса, рух шул илаһ менән сихри бәйләнештә торған. Бындай мәжүси ышаныуҙарҙан тыш, тыуған көндәр шулай уҡ астрология һәм гороскоптар менән тығыҙ бәйле.

11. Йәһүәнең йомартлыҡҡа ҡарашы ниндәй?

11 Күптәр өсөн тыуған көн — әһәмиәтле көн. Ул көндө кешегә иғтибар һәм яратыу күрһәтергә кәрәк, тип һанала. Шулай ҙа беҙ туғандарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға айырым бер көндә генә түгел, ә йыл дауамында яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Йәһүә беҙҙең һәр ваҡыт игелекле һәм йомарт булыуыбыҙҙы теләй. (Ғәмәлдәр 20:35-те уҡы.) Йәшәү бүләге өсөн беҙ уға тыуған көнөбөҙҙә генә түгел, ә көн һайын рәхмәтле (Зәбур 8:3, 4; 36:9).

Мәсихселәр бүләктәрҙе яратыуҙан сығып бирә

12. Ниндәй мәғәнәлә «үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ»?

12 Вәғәзсе 7:1-ҙә былай тиелә: «Яҡшы исем — ҡиммәтле майҙан, үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ». Ниндәй мәғәнәлә «үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ» булырға мөмкин? Тыуған саҡта әле беҙ тормошобоҙҙа бер нимә лә — яҡшылыҡ та, насарлыҡ та эшләмәгәнбеҙ. Ләкин беҙ, тормошто Йәһүәгә хеҙмәт итеү өсөн ҡулланып һәм башҡалар өсөн яҡшылыҡ эшләп, үҙебеҙгә «яҡшы исем», йәғни абруй, булдырабыҙ, һәм үлһәк тә, Йәһүә беҙҙе онотмаҫ (Әйүп 14:14, 15). Йәһүә халҡы тыуған көндәрҙе, хатта Ғайсаның тыуған көнөн дә үткәрмәй. Ысынында, Ғайса беҙгә берҙән-бер көндө — үҙенең үләсәк көнөн байрам итергә ҡушҡан (Лука 22:17—20; Еврейҙарға 1:3, 4).

ПАСХА ҺӘМ ХЕЛЛОУИН БАЙРАМДАРЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?

13. Пасха символдарының ҡайһы берҙәре ҡайҙан килеп сыҡҡан?

13 Күптәр, Пасха байрамын үткәргәндә, Ғайсаның терелеүен байрам итәбеҙ, тип уйлай. Ысынында иһә, Пасха йолалары тамыры менән уңдырышлыҡҡа бәйле боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә барып тоташа. Мәҫәлән, йомортҡа, кулич һәм йорт ҡуяны Пасха символдары булараҡ нимәне аңлата? Бер китапта әйтелгәнсә, «„пасха“ йәки „пасха күмәсе“ көнсығыш славяндарҙа мәжүсилек ҡалдығы йә мәжүси йолаларҙың дауамы» булып тора («Очерки славянского язычества»). Шулай уҡ бер журналда былай тиелгән: «Боронғо ата-бабаларыбыҙ... йомортҡаны тормош башланғысы, уңдырышлыҡ, яҙғы яңырыу символы итеп хөрмәтләгән» («Наука и жизнь»). «Британия энциклопедияһы»нда яҙылғанса, боронғо мәжүси йолаларға ярашлы йорт ҡуяны уңдырышлыҡ символы булған. Күреүебеҙсә, Пасха йолалары Ғайсаның терелеүе менән бер нисек тә бәйле түгел. Кешеләрҙең Ғайсаның терелеүенә арналған байрамды мәжүси йолалар менән бутап үткәреүе Йәһүәгә оҡшаймы икән? Әлбиттә, юҡ (2 Коринфтарға 6:17, 18). Улай ғына ла түгел, Йәһүә бер ҡасан да Мәсихтең терелеүенә арнап байрамдар үткәрергә ҡушмаған.

14. Хеллоуин ҡайҙан килеп сыҡҡан?

14 Хеллоуин, йәғни Бөтә изгеләр көнө алды ла, боронғо байрам булып тора. Бөйөк Британия һәм Ирландия ерҙәрендә йәшәгән кельттар 1 ноябрь тирәһендә айҙың тулған сағында Самайн байрамын үткәргән. Улар, әруахтар тап шул ваҡытта ергә төшә, тип, уларҙы ризыҡ һәм эсемлектәр менән йыумаларға тырышҡан. Хеллоуин айҡанлы ойошторолған кисәләргә сихырсы ҡатындар, вампирҙар йә зомби булып кейенеп килгәндә, кешеләр был байрамдың боронғо замандан уҡ ендәр менән бәйле булыуы тураһында уйлап та бирмәй.

ҺАБАНТУЙҘЫҢ СЫҒЫШЫ

15. Һабантуйҙың сығышы ниндәй?

15 Башҡорт һәм татар халыҡтарында үткәрелә торған Һабантуй байрамы уларҙың ата-бабаларының боронғо йолаһына бәйле: был көндө улар йыйылып, күк һәм ҡояш Тәңреһенә һәм әруахтарға доға ҡылып, ҡорбандар килтергән. Шулай эшләп улар нәҫелдәре дауам ителер, мал-тыуарҙары үрсер һәм ер уңыш бирер, тип ышанған. Байрам «күмәкләп ғибәҙәт ҡылыуҙан башланған... Тәүге бураҙна һалғандар, шунан унда иген сәскәндәр. Был ерҙе аталандырыу символы булған. Һабантуй төрлө ярыштар, йыр һәм уйындар менән тамамланған. Еңеүселәргә бүләкте йәш килендәр тапшырған. Был ғәмәл ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән уңдырышлылыҡ араһындағы бәйләнеште кәүҙәләндергән» («Башҡортостан. Ҡысҡа энциклопедия», 1997). «Иртән ир-егеттәр ата-бабалары ҡәберҙәре эргәһендә мул уңыш һәм изге теләктәр теләп доғалар уҡыған... Төштән һуң ат сабышы башланған: һыбайлылар ҡалҡыулыҡты уратып сабышҡан һәм был уңыштың тиҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итергә тейеш булған» («Башҡорт энциклопедияһы», 7 том, 2018).

АЛЛАНЫ ҺӨЙӨНДӨРГӘН ТУЙҘАР

16, 17. Туй планлаштырғанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

16 Туй — шатлыҡлы ваҡиға. Төрлө илдәрҙә туйҙарҙы төрлөсә үткәрәләр. Ғәҙәттә, кешеләр туй йолаларының сығышы тураһында уйлап тормай, шуға күрә улар ҡайһы бер йолаларҙың мәжүси ышаныуҙарға нигеҙләнгәнен белмәҫкә лә мөмкин. Әммә туй үткәрергә теләгән мәсихсе пар Йәһүәне һөйөндөрөргә теләр. Туй йолалары тураһында күберәк белеп, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеп була (Марк 10:6—9).

17 Ҡайһы берәүҙәр, туй йолалары яңы өйләнешкәндәргә уңыш килтерә, тип ышана (Ишағыя 65:11). Мәҫәлән, ҡайһы бер ерҙәрҙә кейәү менән кәләш өҫтөнә тәңкә йә дөгө һибеү йолаһы бар. Был, йәш ғаиләгә балалар, бәхет, оҙон ғүмер килтерә һәм төрлө яуызлыҡтан һаҡлай, тип иҫәпләнә. Ләкин мәсихселәр ялған дин менән бәйле һәр йоланан ситтә торорға тейеш. (2 Коринфтарға 6:14—18-ҙе уҡы.)

18. Туйға Изге Яҙмалағы тағы ниндәй принциптар ҡағыла?

18 Мәсихселәр үҙенең туйының шатлыҡлы, тантаналы һәм саҡырылған һәр ҡунаҡ өсөн күңелле булыуын теләй. Ҡунаҡтар ҡотлау һүҙе әйткәндә ихтирамһыҙ, төртмәле, әҙәпһеҙ телмәрҙән һаҡланырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:18, 19; Лука 6:31; 10:27). Мәсихселәр туйы байлыҡ менән маҡтаныу сараһы түгел (1 Яхъя 2:16). Туй үткәрергә планлаштырһағыҙ, уның хаҡында тик шатлыҡлы иҫтәлектәр генә ҡалһын өсөн барыһын да эшләгеҙ. (28-се ҡушымтаны ҡара.)

ТОСТ КҮТӘРЕҮ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?

19, 20. Тост күтәреү йолаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

19 Туйҙарҙа һәм бергә йыйылғанда, кешеләр тостар әйтергә ярата. Һүҙ алған кеше яҡшы теләктәр әйтә, ә башҡалар бокалдарын күтәрә. Мәсихселәр тост күтәреүгә нисек ҡарай?

20 Бер китап буйынса, тост күтәреү, күрәһең, боронғо мәжүси йоланан килә. «Кешеләр илаһтарға, уларҙың теләктәрен үтәһен тип, изге ҡорбан рәүешендә иҫерткес эсемлек килтергән». Уларҙың теләктәрен, йәғни доғаларын ҡыҫҡаса ғына: «Оҙон ғүмер!» йәки «Сәләмәтлеккә!» — тигән һүҙҙәр менән әйтеп була («International Handbook on Alcohol and Culture»). Боронғо заманда, касалар күтәреп, илаһтарҙан фатиха һорау ғәҙәте булған. Әммә Йәһүә кешеләрҙе уға ҡарап фатихаламай (Яхъя 14:6; 16:23).

«ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫУСЫЛАР, ЯМАНЛЫҠТЫ НӘФРӘТ ИТЕГЕҘ»

21. Мәсихселәр тағы ниндәй байрамдарҙан ситтә торорға тейеш?

21 Берәй байрамда ҡатнашырғамы, юҡмы икәнен хәл иткәндә, уның ниндәй тәртипте һәм ҡараштарҙы хуплауы хаҡында уйла. Мәҫәлән, ҡайһы бер байрамдарға һәм карнавалдарға әхлаҡһыҙ бейеүҙәр, саманан тыш эсеү, хатта аҙғынлыҡ хас. Ундай байрамдар шулай уҡ гомосексуалистарҙың тормош рәүешен йә милләтселекте күркәм итеп күрһәтергә мөмкин. Ундай байрамдарҙа ҡатнашһаҡ, беҙ Йәһүә нәфрәт иткәнде нәфрәт итәбеҙ тип әйтә алырбыҙмы? (Зәбур 1:1, 2; 97:10; 119:37).

22. Мәсихсегә байрамда ҡатнашырғамы, юҡмы икәнен хәл итергә нимә ярҙам итер?

22 Мәсихселәр Алланы хурлаған һәр ҡайһы байрамдан ҡасырға тейеш. Илсе Павел былай тип яҙған: «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (1 Коринфтарға 10:31; 29-сы ҡушымтаны ҡара). Әлбиттә, бөтә байрамдар ҙа әхлаҡһыҙлыҡ, ялған дин йә милләтселек менән бәйле, тип әйтеп булмай. Байрам Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килмәһә, беҙ ул байрамда ҡатнашырғамы, юҡмы икәнен үҙебеҙ хәл итергә тейеш. Беҙ шулай уҡ ҡарарыбыҙҙың башҡаларға нисек тәьҫир итәсәге хаҡында ла уйларға тейеш.

ҺҮҘҘӘРЕҢ ҺӘМ ЭШТӘРЕҢ ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАҺЫН

23, 24. Йәһүә шаһиты булмаған яҡындарыңа ҡайһы бер байрамдарҙы үткәрмәүеңде нисек аңлатып була?

23 Йәһүәне хурлаған байрамда һин инде ҡатнашмайһыңдыр, моғайын. Ләкин яҡындарың Йәһүә шаһиты булмаһа, һин уларҙы яратмайһың һәм бүтән улар менән бергә ваҡыт үткәрергә теләмәйһең, тип уйларға мөмкин. Улар, бәлки, байрам — ул ғаилә менән бергә йыйылыр өсөн берҙән-бер мөмкинлек, тип һанайҙыр. Һин нимә эшләй алаһың? Яратыуыңды һәм үҙең өсөн уларҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен төрлөсә күрһәтеп була (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25; Вәғәзсе 3:12, 13). Һин уларҙы башҡа көндәрҙә бергә ваҡыт үткәрергә саҡыра алаһың.

24 Әгәр туғандарың ни өсөн хәҙер ҡайһы бер байрамдарҙы үткәрмәүеңде белергә теләһә, jw.org сайтынан мәғлүмәт табып, уларға сәбәбен аңлатып бирә алаһың. Уларҙа, һин бәхәстә еңергә йә уларҙы ла үҙең кеүек уйларға мәжбүр итергә теләйһең, тигән фекер тыумаһын. Яҡындарыңа шуны аңларға ярҙам ит: һин һәр яҡлап тикшереп, шәхси ҡарар ҡабул иткәнһең. Тыныслыҡ һаҡла, һүҙең «һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын» (Колосстарға 4:6).

25, 26. Ата-әсәләр балаларына Изге Яҙмалағы принциптарҙы яратырға нисек ярҙам итә ала?

25 Ни сәбәптән ҡайһы бер байрамдарҙа ҡатнашмауыбыҙҙы яҡшы аңлау беҙҙең өсөн бик мөһим (Еврейҙарға 5:14). Беҙҙең маҡсат — Йәһүәне һөйөндөрөү. Ә инде балаларыбыҙ бар икән, уларға Изге Яҙмалағы принциптарҙы аңларға һәм яратырға ярҙам итер өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк. Йәһүәнең тере Алла икәнен аңлағас, балалар уны шатландырырға теләр (Ишағыя 48:17, 18; 1 Петр 3:15).

26 Йәһүә, уға табыныуыбыҙ саф һәм эскерһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләүебеҙҙе күреп, бик шатлана (Яхъя 4:23). Әммә ҡайһы берәүҙәр, намыҫһыҙ донъяла намыҫ һаҡлап булмай, тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? Быны беҙ киләһе бүлектә ҡарап сығырбыҙ.

^ 3 абз. Байрамдар хаҡында күберәк мәғлүмәтте «Күҙәтеү манараһының онлайн-китапханаһы»нда һәм jw.org сайтында табып була.