Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Йәһүә үҙ халҡының саф булыуын теләй

Йәһүә үҙ халҡының саф булыуын теләй

«Саф күңелле кеше менән һин үҙеңде саф тотасаҡһың» (ЗӘБУР 18:26).

1—3. а) Ни өсөн әсәй кеше балаһының таҙа булыуы һәм бөхтә кейенеүе хаҡында ҡайғырта? б) Ни өсөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең таҙа булыуын теләй?

ҠАЙҒЫРТЫУСАН әсәйҙең бәләкәй улын мәктәпкә оҙатыуын күҙ алдыңа килтер. Ул иғтибар менән тикшереп сыға: улы йыуынғанмы, бөхтәме, кейеме таҙамы? Быларҙың барыһы ла баланың сәләмәтлеге өсөн мөһим. Башҡа кешеләр ҙә, балаға ҡарап, ата-әсәһенең уның хаҡында яҡшы ҡайғыртыуын күрә.

2 Атайыбыҙ Йәһүә беҙҙең саф булыуыбыҙҙы теләй (Зәбур 18:26). Ул таҙа булыу беҙгә файҙа килтереүен белә. Шулай уҡ саф булыуыбыҙ уны данлай (Йәзәкил 36:22; 1 Петр 2:12-не уҡы).

3 Саф булыу нимәне аңлата? Таҙалыҡ беҙҙең үҙебеҙгә ниндәй файҙа килтерә? Был һорауҙарҙы ҡарап сығып, үҙебеҙгә үҙгәрештәр яһарға кәрәк булған яҡтарҙы күреүебеҙ ихтимал.

НИ ӨСӨН БЕҘГӘ САФ БУЛЫРҒА КӘРӘК?

4, 5. а) Ни өсөн беҙ саф булырға тейеш? б) Тирә-яҡ донъя Йәһүәнең таҙалыҡҡа ҡарашын нисек аса?

4 Таҙа һәм саф булырға беҙ Йәһүәнең үҙенән өйрәнәбеҙ (Левиттар 11:44, 45). Шуға күрә сафлыҡ һаҡлауыбыҙҙың төп сәбәбе — Йәһүәнән үрнәк алырға теләү (Ефестарға 5:1).

5 Йәһүәнең сафлыҡҡа нисек ҡарауын барлыҡҡа килтергән нәмәләренән күреп була. Йәһүә урынлаштырған тәбиғәт ҡанундары ярҙамында һыу һәм һауа саф килеш һаҡлана (Иремия 10:12). Ерҙең, кешеләр уны бысратып торһа ла, төрлө ысулдар менән таҙарынғаны хаҡында уйлан. Мәҫәлән, Йәһүә микроскоп аша ғына күренгән тере организмдарҙы — бактерияларҙы барлыҡҡа килтергән. Бактериялар ағыулы ҡалдыҡтарҙы хәүефһеҙ матдәләргә әйләндерә ала. Был ысындан да ғәжәп процесс. Ғалимдар хатта шундай бактерияларҙың ҡайһы бер төрҙәрен тирә-яҡ мөхитте таҙартыуҙа ҡуллана (Римдарға 1:20).

6, 7. Муса ҡануны Йәһүә хеҙмәтселәренең саф булырға тейешлеген нисек күрһәтә?

6 Йәһүәнең израилдәргә Муса аша биргән Ҡанунынан да саф булыу ни ҡәҙәр мөһим икәнен белеп була. Мәҫәлән, табыныуҙарын Йәһүә ҡабул итһен өсөн, халыҡ физик яҡтан таҙалыҡ һаҡларға тейеш булған. Иң баш рухани Иң изге урынға ингән көндө ике тапҡыр йыуынған (Левиттар 16:4, 23, 24). Башҡа руханиҙар ҙа ҡорбандар килтерер алдынан ҡулын һәм аяғын йыуырға тейеш булған (Сығыш 30:17—21; 2 Йылъяҙма 4:6). Ҡайһы бер осраҡтарҙа таҙалыҡҡа ҡағылышлы ҡанундарҙы үтәмәгән кешене үлем язаһы көткән (Левиттар 15:31; Һандар 19:17—20).

7 Ә бөгөнгө көндә нисек? Йәһүәнең нормалары хаҡында күп нәмәне Ҡанундан белеп була (Малахи 3:6). Унда Йәһүәгә табынған кеше саф булырға тейеш икәне ап-асыҡ күрһәтелә. Йәһүәнең нормалары үҙгәрмәгән. Ул бөгөн дә үҙ хеҙмәтселәренең таҙа һәм саф булыуын теләй (Яҡуб 1:27).

САФ БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

8. Беҙ ҡайһы яҡтан саф булырға тейеш?

8 Йәһүә ҡарашы буйынса саф булыу тәнебеҙҙе, кейемебеҙҙе һәм йортобоҙҙо таҙа тотоуҙан күберәкте аңлата. Бөтә тормошобоҙ саф булырға тейеш. Шул иҫәпкә Аллаға ғибәҙәтебеҙ, тәртибебеҙ һәм фекерҙәребеҙ ҙә инә. Эйе, Йәһүә беҙҙе таҙа тип һанаһын өсөн, тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә саф ҡалырға кәрәк.

9, 10. Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙа саф булыу нимәне аңлата?

9 Саф ғибәҙәт. Беҙгә бер нисек тә ялған дин менән бәйле булырға ярамай. Израилдәр Вавилонда әсирлектә булған саҡта, әхлаҡһыҙ мәжүсиҙәр араһында йәшәгән. Ишағыя, израилдәр тыуған еренә ҡайтасаҡ һәм саф ғибәҙәтте торғоҙасаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән. Йәһүә уларға былай тигән: «Сығығыҙ унан, әшәке нәмәләргә ҡағылмағыҙ! Йәһүә йортоноң кәрәк-яраҡтарын күтәреп йөрөтөүселәр, уның араһынан сығығыҙ, үҙегеҙҙе таҙа килеш һаҡлағыҙ». Уларҙың Аллаға ғибәҙәт ҡылыуы Вавилондағы ялған дин тәғлимәттәре, ғәҙәттәре һәм йолалары менән буталырға тейеш булмаған (Ишағыя 52:11).

10 Бөгөн дә мәсихселәр ялған диндән ситтә тора. (1 Коринфтарға 10:21-ҙе уҡы.) Бөтә донъяла киң таралған йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һәм ышаныуҙарҙың күбеһе ялған дин өйрәтеүҙәренә нигеҙләнгән. Күп мәҙәниәттәрҙә, мәҫәлән, кешенең эсендә уның үлеменән һуң да йәшәүен дауам иткән ниҙер бар, тигән ышаныу таралған. Быға күп йолалар бәйле (Вәғәзсе 9:5, 6, 10). Мәсихселәр ундай йолаларҙан һаҡланырға тейеш. Туғандарыбыҙ шул арҡала беҙгә баҫым яһарға мөмкин. Әммә Йәһүәнең беҙҙе саф тип һанауын теләгәнгә күрә, беҙ ундай баҫымға бирешмәйбеҙ (Ғәмәлдәр 5:29).

11. Тәртиптә саф булыу нимәне аңлата?

11 Саф тәртип. Йәһүә беҙҙе саф тип һанаһын өсөн, беҙ енси әхлаҡһыҙлыҡтың һәр ҡайһы төрөнән һаҡланырға тейеш. (Ефестарға 5:5-те уҡы.) Изге Яҙмала Йәһүә беҙгә: «Фәхешлектән ҡасығыҙ», — тип ҡуша. Ул, кеше үҙен әхлаҡһыҙ тотһа һәм тәүбә итмәһә, «Алла батшалығына эйә була алмаясағын» ап-асыҡ күрһәтә. (1 Коринфтарға 6:9, 10, 18; 22-се ҡушымтаны ҡара.)

12, 13. Ни өсөн беҙгә уйҙарҙа саф булырға кәрәк?

12 Саф уйҙар. Уйҙар йыш ҡына эш итеүгә килтерә (Матфей 5:28; 15:18, 19). Таҙа уйҙар беҙҙе таҙа эштәргә этәрә. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа камил түгел, шуға күрә ваҡыт-ваҡыт беҙҙә насар уйҙар тыуып торорға мөмкин. Шундай саҡта беҙгә ундай уйҙарҙы шунда уҡ ҡыуырға кәрәк. Шулай эшләмәһәк, ваҡыт уҙыу менән йөрәгебеҙ инде саф түгел икәнен абайларбыҙ. Уйлап йөрөгән нәмәләрҙе тормошҡа ашырырға теләк тыуырға мөмкин. Бының урынына зиһенебеҙҙе таҙа уйҙар менән тултырырға кәрәк. (Филиптарға 4:8-ҙе уҡы.) Шуға күрә лә беҙ, мәҫәлән, әхлаҡһыҙ һәм аяуһыҙ күңел асыуҙарҙан ҡасабыҙ. Нимә уҡырға, ҡарарға һәм нимә хаҡында һөйләшергә икәнен беҙ ентекләп һайлайбыҙ (Зәбур 19:8, 9).

13 Алла һөйөүендә ҡалыр өсөн, ғибәҙәтебеҙ, тәртибебеҙ һәм уйҙарыбыҙ саф булырға тейеш. Әммә Йәһүә өсөн беҙҙең физик яҡтан да таҙа ҡалыуыбыҙ мөһим.

НИСЕК ФИЗИК ТАҘАЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА?

14. Ни өсөн физик яҡтан таҙа булыу мөһим?

14 Тәнебеҙҙең һәм милкебеҙҙең таҙалығы хаҡында ҡайғыртыу үҙебеҙгә лә, яныбыҙҙа булған кешеләргә лә файҙа килтерә. Таҙалыҡ һаҡлаһаҡ, үҙебеҙҙе яҡшы хис итербеҙ, башҡаларға ла беҙҙең эргәлә булыу оҡшар. Әммә физик яҡтан таҙа булыр өсөн мөһимерәк сәбәп тә бар. Таҙа булыуыбыҙ Йәһүәгә дан килтерә. Мәҫәлән, гел бысраҡ йөрөгән баланы күрһәң, һин уның ата-әсәһе тураһында нимә уйларһың? Шуның кеүек үк, әгәр үҙебеҙҙе ҡарамаһаҡ, бысраҡ йөрөһәк, башҡаларҙың Йәһүә хаҡында насар уйлауы бар. Павел былай тип яҙған: «Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел. Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ» (2 Коринфтарға 6:3, 4).

Йәһүә халҡы булараҡ, беҙ үҙебеҙҙе лә, милкебеҙҙе лә таҙа килеш һаҡларға теләйбеҙ

15, 16. Үҙебеҙҙе таҙа килеш һаҡлар өсөн нимә эшләп була?

15 Тәнебеҙ һәм кейемебеҙ. Шәхси таҙалыҡты һаҡлау тормош рәүешебеҙ булырға тейеш. Мәҫәлән, беҙ даими рәүештә, мөмкинлек булһа көн һайын, йыуынабыҙ. Ашар алдынан, ашарға бешерер алдынан, айырыуса бәҙрәфтән һуң йәки берәй бысраҡ нәмәне тотҡандан һуң ҡулыбыҙҙы һабынлап йыуабыҙ. Ҡул йыуыу ябай ғына эш булып күренһә лә, ул бактериялар һәм ауырыуҙар таралыуға юл ҡуймай, ә ҡайһы саҡта хатта ғүмерҙе лә һаҡларға мөмкин. Бәҙрәф йә канализация булмағанда ла, ҡалдыҡтарҙан арыныу ысулын табып була. Боронғо израилдәрҙә лә канализация булмаған, шунлыҡтан улар ҡалдыҡтарҙы, кеше йәшәгән урындан һәм һыу сығанаҡтарынан алыҫыраҡ ерҙә, соҡор ҡаҙып, күмә торған булған (Ҡанун 23:12, 13).

16 Кейемебеҙҙең ҡупшы, ҡыйбатлы йә иң һуңғы модаға ярашлы булыуы талап ителмәй. Ул бөхтә һәм таҙа булырға тейеш. (1 Тимофейға 2:9, 10-ды уҡы.) Беҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән Йәһүәне һәр ваҡыт данларға теләйбеҙ (Титҡа 2:10).

17. Ни өсөн беҙ йортобоҙҙо һәм милкебеҙҙе таҙа килеш һаҡларға теләйбеҙ?

17 Йортобоҙ һәм милкебеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, йортобоҙ таҙа булырға тейеш. Шулай уҡ машина, мотороллер, велосипед йә башҡа төр транспортты таҙа килеш һаҡларға кәрәк. Ә инде уны йыйылыш осрашыуҙарына йә вәғәзгә йөрөр өсөн ҡулланһаҡ, был бигерәк тә мөһим. Беҙ бит башҡаларға, киләсәктә таҙа ерҙә, ожмахта йәшәрбеҙ, тип вәғәзләйбеҙ (Лука 23:43; Асылыш 11:18). Йортобоҙҙоң һәм милкебеҙҙең таҙалығы беҙҙең инде хәҙер яңы донъялағы тормошҡа әҙерләнеүебеҙҙе күрһәтә.

18. Ни өсөн беҙ осрашыуҙар үткән урындарҙы таҙа килеш һаҡларға теләйбеҙ?

18 Осрашыуҙар үткән урын. Йыйылыш осрашыуҙары үткән урынды, мәҫәлән, Батшалыҡ залын йә конгрестар үткән урындарҙы таҙа килеш һаҡлап, беҙ сафлыҡ ни тиклем беҙҙең өсөн мөһим икәнен күрһәтәбеҙ. Кеше беренсе мәртәбә Батшалыҡ залына килгәндә, йыш ҡына ундағы таҙалыҡҡа иғтибар итә. Был Йәһүәне данлай. Йыйылыш ағзаһы булараҡ, һәр беребеҙ Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша ала (2 Йылъяҙма 34:10).

ӘШӘКЕ ҒӘҘӘТТӘРҘЕ ТАШЛА

19. Беҙ нимәнән ситтә торорға тейеш?

19 Изге Яҙмала бөтә насар ғәҙәттәр ҙә телгә алынмаһа ла, унда Йәһүәнең ҡарашын аңларға ярҙам иткән принциптар бар. Ул беҙҙең тәмәке тартыуыбыҙҙы, сама белмәйенсә иҫерткес эсемлектәр эсеүебеҙҙе йә наркотик ҡулланыуыбыҙҙы теләмәй. Алланың дуҫы булһаҡ, ундай нәмәләрҙән ҡасырбыҙ. Ни өсөн? Сөнки беҙ йәшәү бүләген бик ҡәҙерләйбеҙ. Ә ундай ғәҙәттәр ғүмерҙе ҡыҫҡарта, кешенең үҙенең һәм янындағыларҙың сәләмәтлегенә зыян килтерә. Күптәр, һаулығын яҡшыртырға теләп, насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырыша. Әммә Йәһүәнең дуҫтарының ундай ғәҙәттәрҙе ташлар өсөн етдиерәк сәбәбе бар — ул Йәһүәне яратыу. Бер йәш ҡатын былай тигән: «Йәһүәнең ярҙамы менән мин тормошомдо тәртипкә килтерҙем һәм алама ғәҙәттәремде ташланым. [...] Үҙ көсөм менән генә мин бындай үҙгәрештәр яһай алмаҫ инем, тип уйлайым». Зыянлы ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы биш принципты ҡарап сығайыҡ.

20, 21. Йәһүә беҙҙең ниндәй ғәҙәттәрҙән азат булыуыбыҙҙы теләй?

20 «Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ» (2 Коринфтарға 7:1). Йәһүә аҡылыбыҙҙы һәм тәнебеҙҙе зарарлаған ғәҙәттәрҙең ҡоло булыуыбыҙҙы теләмәй.

21 2 Коринфтарға 6:17, 18-ҙә «тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландыр[ыр]» өсөн бик етди сәбәп табып була. Унда Йәһүә былай ти: «Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен. Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ». Үҙебеҙҙе Алла алдында бысрата алған бар нәмәнән дә ситтә торһаҡ, Йәһүә беҙҙе, атай кеше үҙ балаларын яратҡандай яратасаҡ.

22—25. Әшәке ғәҙәттәрҙән һаҡланырға беҙгә ниндәй принциптар ярҙам итә?

22 «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат» (Матфей 22:37). Был иң мөһим әмер (Матфей 22:38). Йәһүә шундай яратыуыбыҙға лайыҡ та. Әгәр ғүмерҙе ҡыҫҡарта торған һәм мейене зарарлаған нәмәләр эшләргә ҡарар итһәк, нисек инде беҙ, Йәһүәне бөтә йөрәгем менән яратам, тип әйтә алырбыҙ? Йәһүәне яратһаҡ, үҙебеҙгә бирелгән йәшәү бүләген ҡәҙерләрбеҙ.

23 «[Йәһүә] һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә» (Ғәмәлдәр 17:24, 25). Дуҫың һиңә үҙенә күрә бер бүләк бирһә, һин уны ташлар йә ватыр инеңме? Йәшәү — Йәһүә биргән иҫ киткес бүләк. Беҙ уны юғары баһалайбыҙ. Шуға күрә беҙ Аллаға дан килтереп йәшәргә теләйбеҙ (Зәбур 36:9).

24 «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Матфей 22:39). Әшәке ғәҙәттәр үҙебеҙгә генә зыян килтерә, тип әйтеп булмай. Улар тирә-яғыбыҙҙағы кешеләрҙең, йыш ҡына яҡындарыбыҙҙың һаулығына зыян килтерә. Мәҫәлән, тәмәке тартыусы менән йәшәгән кеше төтөн йоғонтоһонан ғына ла ҡурҡыныс сир менән ауырып китергә мөмкин. Шулай итеп, насар ғәҙәттәрҙе ташлап, беҙ яныбыҙҙа йәшәгән кешеләргә ҡарата яратыу күрһәтәбеҙ (1 Яхъя 4:20, 21).

25 «Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға... кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор» (Титҡа 3:1). Күп илдәрҙә наркотиктар ҡулланыу һәм уларҙы һаҡлау тыйыла. Беҙ шундай ҡанундарға буйһонабыҙ, сөнки Йәһүә беҙгә хөкүмәттәргә хөрмәт күрһәтергә ҡуша (Римдарға 13:1).

Саф һәм таҙа ҡалып, беҙ Йәһүәгә дан килтерәбеҙ

26. а) Йәһүә ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк? б) Ни өсөн Йәһүә алдында саф булып ҡалыу — иң яҡшы тормош юлы?

26 Бәлки, һин Йәһүәнең дуҫы булыр өсөн үҙеңдә ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген күргәнһеңдер. Шулай булһа, кисектергеһеҙ эш ит. Әшәке ғәҙәттән арыныу еңел булмаҫҡа ла мөмкин, әммә һин булдырырһың! Йәһүә ярҙам итергә вәғәҙә итә, ул былай ти: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (Ишағыя 48:17). Саф булып ҡалыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләһәк, Аллабыҙға дан килтерербеҙ.