Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Алла һөйөүендә ҡал

Алла һөйөүендә ҡал

«Тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ... Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» (ЙӘҺҮҘӘ 20, 21).

1, 2. Алла һөйөүендә ҡалыр өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?

ҺӘР БЕРЕБЕҘ көслө һәм һау-сәләмәт булырға теләй. Шунлыҡтан беҙ файҙалы ризыҡ менән туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә, һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға тырышабыҙ. Быларҙың барыһы күп көс талап итһә лә, һөҙөмтәһе беҙҙе шатландыра, һәм беҙ киләсәктә лә шулай йәшәргә ҡарар итәбеҙ. Әммә башҡа яҡтан да беҙ көслө һәм һау-сәләмәт булырға теләйбеҙ.

2 Йәһүә тураһында белем ала башлап, һин инде күп нимәгә өлгәшкәнһең, әммә уның менән дуҫлығыңды артабан да нығытып тороу мөһим. Шәкерт Йәһүҙә мәсихселәрҙе, «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ», тип өндәгәндә, шулай уҡ быны нисек эшләп булыуын да аңлатҡан. «Үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ», — тигән ул (Йәһүҙә 20, 21). Ныҡлы иманды нисек үҫтереп була?

НЫҠЛЫ ИМАН ҮҪТЕР

3—5. а) Йәһүә нормалары тураһында әйткәндә, Иблис беҙҙе нимәгә ышандырырға тырыша? б) Һин Йәһүә нормаларына нисек ҡарайһың?

3 Йәһүә нормалары иң яҡшы нормалар икәненә инаныу бик мөһим. Иблис беҙҙе, Йәһүә нормалары буйынса йәшәү үтә ауыр, һәм нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙебеҙ хәл итһәк, бәхетлерәк булырбыҙ, тип ышандырырға тырыша. Эден баҡсаһында уҡ, Иблис беренсе кешеләрҙе шулай уйларға ҡотортҡан (Башланмыш 3:1—6). Ул үҙенең маташыуҙарын бөгөн дә ташламай.

4 Иблис хаҡмы? Йәһүә нормалары ысындан да иркебеҙҙе сикләйме? Һис тә юҡ. Күҙ алдыңа килтер, һин матур парк буйлап китеп бараһың, ти. Шул саҡ юлыңда бейек кәртә күрәһең. Һин: «Ниңә бында кәртәләп ҡуйғандар икән?» — тип аптырайһың. Әммә шул мәл кәртә артында арыҫлан үкереүен ишетәһең. Хәҙер кәртәгә нисек ҡарарһың? Һин, моғайын, кәртә ҡуйыусыларға рәхмәттәр уҡырһың, сөнки ул һине арыҫландың ризығы булыуҙан һаҡлай! Йәһүә нормаларын шундай кәртә менән, ә Иблисте арыҫлан менән сағыштырып була. Алла Һүҙе беҙҙе былай тип киҫәтә: «Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй» (1 Петр 5:8).

5 Йәһүә беҙҙең өсөн иң яҡшыһын теләй. Ул Иблистән алданыуыбыҙҙы теләмәй. Шуға ла ул беҙҙе яҡлаған һәм бәхетле иткән ҡанундар һәм принциптар бирә (Ефестарға 6:11). Шәкерт Яҡуб: «Кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала... ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ», — тип яҙған (Яҡуб 1:25).

6. Йәһүә күрһәтмәләренең иң яҡшы күрһәтмәләр булыуына беҙ нисек инанабыҙ?

6 Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш иткәндә, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә, һәм Алла менән дуҫлыҡ нығына. Мәҫәлән, ул беҙҙе үҙенә доға ҡылырға саҡыра, һәм уның менән өҙлөкһөҙ һөйләшеү файҙа ғына килтерә (Матфей 6:5—8; 1 Фессалоникаларға 5:17). Уның күрһәтмәләренә буйһоноп, беҙ бергә йыйылып уға ғибәҙәт ҡылабыҙ, бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ. Шулай уҡ вәғәздә ашҡынып ҡатнашыу, башҡаларҙы өйрәтеү беҙгә күп шатлыҡ килтерә (Матфей 28:19, 20; Галаттарға 6:2; Еврейҙарға 10:24, 25). Быларҙың барыһы иманды нығыта, ошо хаҡта күберәк уйланған һайын беҙ Йәһүәнең күрһәтмәләре иң яҡшы күрһәтмәләр икәненә нығыраҡ инанабыҙ.

7, 8. Беҙгә киләсәктә үҙебеҙҙе көткән иман һынауҙары хаҡында артыҡ борсолмаҫҡа нимә ярҙам итер?

7 Беҙ, киләсәктә үҙебеҙҙе көткән иман һынауҙары артыҡ ауыр булмаҫмы икән, тип уйланып, борсолорға мөмкин. Һинең дә шундай хистәрең тыуһа, Йәһүәнең һүҙҙәрен иҫеңә төшөр: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла. Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың — йылға һымаҡ, тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине» (Ишағыя 48:17, 18).

8 Йәһүә әйткәнсә эшләһәк, тыныслығыбыҙ — бер ҡасан да ҡоромай торған йылға һымаҡ, ә тәҡүәлегебеҙ ярға өҙлөкһөҙ ҡағылған диңгеҙ тулҡындары һымаҡ буласаҡ. Тормошобоҙҙа ниндәй генә хәлдәр булмаһын, беҙ тоғро ҡала алырбыҙ. Изге Яҙмала бындай вәғәҙә бар: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер. Тәҡүә кешегә ул бер ҡасан да йығылырға бирмәҫ» (Зәбур 55:22).

ЕТЛЕККӘНЛЕККӘ ЫНТЫЛАЙЫҠ

9, 10. Рухи яҡтан өлгөрөп еткән кеше ниндәй була?

9 Йәһүә менән дуҫлығыңды нығытҡан һайын һин «камиллыҡҡа [«етлеккәнлеккә», ЯДТ]» ынтылаһың (Еврейҙарға 6:1). Етлеккәнлек нимәне аңлата?

10 Йылдар уҙыу менән олоғая барыуыбыҙ рухи яҡтан да өлгөрә барыуыбыҙҙы аңлатмай әле. Йәһүә беҙҙең иң яҡын Дуҫыбыҙ булһа ғына, һәм барыһына ла уның ҡарашы менән ҡараһаҡ ҡына, беҙҙе рухи яҡтан етлеккән мәсихсе тип атап була (Яхъя 4:23). Павел былай тип яҙған: «Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй» (Римдарға 8:5). Рухи яҡтан өлгөрөп еткән кешенең тормошо күңел асыуҙар йә материаль нәмәләр тирәһендә әйләнмәй. Ул иғтибарын Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә туплай һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; Яҡуб 1:2, 3-тө уҡы). Рухи яҡтан өлгөрөп еткән кешене ниндәй ҙә булһа насарлыҡ эшләргә күндереп булмай. Ул нисек дөрөҫ эш итергә кәрәк икәнен белә һәм бер нигә ҡарамай тап шулай эшләргә әҙер.

11, 12. а) Павел «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле» булыу тураһында нимә тигән? б) Етлеккән мәсихсе ҡайһы яҡтан тәжрибәле гимнасҡа оҡшаш?

11 Тырышмайынса етлеккән мәсихсе булып булмай. Илсе Павел: «Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр [«етлеккәндәр», ЯДТ] өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле», — тип яҙған (Еврейҙарға 5:14). «Һәләтле» тип тәржемә ителгән һүҙ Изге Яҙманың төп нөсхәһендә «күнеккән» тигән мәғәнә йөрөтә. Был һүҙҙе ишеткәндә күнеккән гимнасты күҙ алдына килтереп була.

12 Тәжрибәле гимнастың сығышын күҙәткәндә, уның оҫталығы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәгәнен аңлайһың. Уға йылдар дауамында көсөргәнешле күнегеүҙәр яһарға тура килгән. Ул атлет булып тыумаған. Яңы ғына тыуған сабый аяҡ-ҡулын ҡуллана белмәй. Әммә яйлап ҡына ул атларға һәм төрлө әйберҙәрҙе тоторға өйрәнә. Бала күнегеүҙәр яһаһа, ваҡыт уҙыу менән спортсы булып китә ала. Шул рәүешле, рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихсе булыр өсөн дә, йылдар буйы үҙ өҫтөңдә тырышып эшләргә кәрәк.

13. Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә беҙгә нимә ярҙам итер?

13 Был китаптан беҙ нисек Йәһүә һымаҡ фекер йөрөтөргә һәм нисек бар нәмәгә уның кеүек ҡарарға икәнен белдек. Шулай уҡ Йәһүә нормаларын яратырға һәм юғары баһаларға өйрәндек. Ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ үҙебеҙҙән: «Ошо осраҡта Изге Яҙмалағы ниндәй ҡанундар һәм принциптар ҡулланырлыҡ? Уларҙы нисек ҡулланырға? Йәһүә ниндәй ҡарар ҡабул итеүемде көтә?» — тип һорайбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6; Яҡуб 1:5-те уҡы.)

14. Иманыбыҙ ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

14 Беҙ Йәһүәгә иманыбыҙҙы өҙлөкһөҙ нығытып торорға тейеш. Һаулығыбыҙ яҡшы булһын өсөн файҙалы ризыҡ менән туҡланыу мөһим. Ә иманыбыҙ ныҡ булһын өсөн Йәһүә менән яҡшыраҡ танышырға кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда беҙ Йәһүә һәм уның фекер йөрөтөү рәүеше хаҡындағы төп хәҡиҡәттәрҙе белдек. Әммә беҙгә белемебеҙҙе артабан да тәрәнәйтергә кәрәк. Илсе Павел «ҡаты ризыҡ иһә етлеккәндәр өсөн» тип әйткәндә тап шуны күҙ уңында тотҡан да. Белгәндәребеҙ буйынса эш иткәндә беҙ зирәклек туплайбыҙ. Изге Яҙмала: «Иң мөһиме — зирәклек», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:5—7; 1 Петр 2:2).

15. Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәрҙе эскерһеҙ яратыу ни тиклем мөһим?

15 Кеше көслө һәм һау-сәләмәт булырға мөмкин, әммә, шул килеш ҡалыр өсөн, уға артабан да үҙе хаҡында ҡайғыртырға кәрәк. Рухи яҡтан етлеккән кеше лә, Йәһүә менән дуҫлығын ныҡ килеш һаҡлар өсөн, көсөнән килгәндең барһын да эшләргә кәрәк икәнен аңлай. «Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!» — тип өндәй беҙҙе Павел (2 Коринфтарға 13:5). Әммә ныҡлы иманға эйә булыу ғына етмәй. Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәрҙе яратыу ҙа үҫә барырға тейеш. Илсе Павел былай тип яҙған: «Төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел» (1 Коринфтарға 13:1—3).

ӨМӨТӨҢДӨ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМА

16. Иблис ниндәй уйҙарға бирелеүебеҙҙе теләй?

16 Иблис, Йәһүәгә ярап булмай, тигән фекер тағырға теләй. Бойоғоп, проблемаларыбыҙ йырып сыҡҡыһыҙ, тип, төшөнкөлөккә бирелһәк, Иблис бик тә шатланыр ине. Ул ҡәрҙәштәребеҙгә ышанмауыбыҙҙы һәм бәхетһеҙ булыуыбыҙҙы теләй (Ефестарға 2:2). Иблис тиҫкәре фекер йөрөтөү үҙебеҙгә лә, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға ла зыян килтерә алыуын белә. Әммә Йәһүә биргән өмөт беҙгә тиҫкәре уйҙар менән көрәшергә ярҙам итә.

17. Өмөт ни ҡәҙәр мөһим?

17 Инжилдә өмөтөбөҙ ғәскәриҙең башын һаҡлаған «тимер башлыҡ» менән сағыштырыла (1 Фессалоникаларға 5:8). Йәһүә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә өмөт, аңыбыҙҙы һаҡлап, тиҫкәре уйҙар менән көрәшергә ярҙам итә ала.

18, 19. Өмөт Ғайсаға нисек көс өҫтәп торған?

18 Өмөт Ғайсаға көс өҫтәп торған. Ерҙәге һуңғы төнөндә уға бер-бер артлы барған ауыр һынауҙар аша үтергә тура килгән. Яҡын дуҫы уға хыянат иткән. Икенсеһе, Ғайсаны белмәйем тип, унан ваз кискән. Ҡалғандары иһә уны ташлап ҡасҡан. Милләттәштәре уға ҡаршы сыҡҡан һәм уны язалап үлтереүҙе талап иткән. Был ғазаптарҙы кисереп сығырға уға нимә ярҙам иткән? «Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы», — тиелә Инжилдә (Еврейҙарға 12:2).

19 Ғайса, тоғро ҡалһа, Йәһүәне данлаясағын, ә Иблистең ялғансы икәнен раҫлаясағын белгән. Был өмөт Ғайсаға сағыштырғыһыҙ ҙур шатлыҡ килтергән. Күктәге Атаһы янына тиҙҙән ҡайтасағына өмөт тә уға бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам иткән. Беҙ ҙә өмөтөбөҙҙө күҙҙән ысҡындырмаҫҡа теләйбеҙ. Ул беҙгә һәр ҡайһы ауырлыҡты кисереп сығырға ярҙам итәсәк.

20. Ыңғай ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?

20 Йәһүә һинең иманыңды һәм сыҙамлығыңды күрә (Ишағыя 30:18; Малахи 3:10-ды уҡы). Ул «күңелеңдең теләктәрен үтәр[гә]» вәғәҙә итә (Зәбур 37:4). Шуға күрә өмөтөңдө һәр ваҡыт иҫеңдә тот. Иблис һинең, өмөт юғалтып, Йәһүәнең вәғәҙәләре бер ҡасан да үтәлмәҫ инде, тигән уйҙарға бирелеүеңде теләй. Әммә ундай тиҫкәре уйҙарға үҙеңде еңергә юл ҡуйма! Өмөтөң һүнә башлауын абайлаһаң, Йәһүәнән ярҙам һора. Филиптарға 4:6, 7-лә яҙылған һүҙҙәрҙе иҫтә тот: «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар».

21, 22. а) Йәһүәнең ергә ҡарата ниәте ниндәй? б) Һин тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһың?

21 Киләсәктә үҙеңде көткән иҫ киткес ваҡиғалар хаҡында уйланыр өсөн, даими рәүештә ваҡыт бүл. Оҙаҡламай ерҙә йәшәйәсәк кешеләрҙең барыһы ла Йәһүәгә табынасаҡ (Асылыш 7:9, 14). Яңы донъялағы тормош хаҡында уйлап ҡына ҡара. Тормош һин күҙ алдыңа килтерә алғандан күпкә яҡшыраҡ буласаҡ! Иблис, ендәр һәм бер ниндәй ҙә яуызлыҡ булмаясаҡ. Һин бер ҡасан да ауырымаясаҡһың һәм үлмәйәсәкһең. Һәр иртә шатлыҡ менән уянасаҡһың, һәм көсөң ташып торасаҡ. Бергәләшеп ерҙе ожмахҡа әйләндерербеҙ. Ризығыбыҙ тәмле һәм файҙалы булыр. Кешеләр хәүефһеҙлектә йәшәр. Улар бер-береһенә ҡарата эскерһеҙ, игелекле булыр, ә аяуһыҙлыҡ һәм тупаҫлыҡ онотолор. Ваҡыт уҙыу менән бөтә кешеләр «Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ» (Римдарға 8:21).

22 Йәһүә уны иң яҡшы Дуҫың тип һанауыңды теләй. Шуға күрә уға буйһонор өсөн, уға көндән-көн яҡынлаша барыр өсөн, ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Әйҙәгеҙ, мәңгелеккә Алла һөйөүендә ҡалайыҡ! (Йәһүҙә 21).