Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Выжданың Алла алдында саф булһын

Выжданың Алла алдында саф булһын

«Быны... саф выждан менән эшләгеҙ» (1 ПЕТР 3:16).

1, 2. Ни өсөн таныш булмаған ерҙән барғанда, йүнәлеш биреүсе ярҙамсы кәрәк? Йәһүә беҙгә ниндәй ярҙамсы биргән?

ӘЙТӘЙЕК, һин икһеҙ-сикһеҙ сүл буйлап бараһың, ти. Көслө ел ҡомдо бер ерҙән икенсе ергә күсергәнгә, тирә-яҡтағы күренеш алмашынып тора. Аҙашыу бик еңел. Ҡайһы яҡҡа барырға кәрәк икәнен нисек белергә? Һин кемдеңдер йәки нимәнеңдер йүнәлеш биреп тороуына мохтаж. Был ҡояш, йондоҙҙар, карта, навигатор йә хатта шул сүлде яҡшы белгән берәй кеше булырға мөмкин. Шундай шарттарҙа ярҙамсы бик тә кәрәк, сөнки дөрөҫ йүнәлештә барһаң, иҫән ҡалырһың.

2 Һәр беребеҙ тормош юлында күп төрлө проблемалар менән осраша, шул арҡала үҙен аҙашҡан кеүек хис итергә мөмкин. Беҙгә дөрөҫ йүнәлеш биреп торһон өсөн, Йәһүә һәр беребеҙгә выждан биргән (Яҡуб 1:17). Әйҙә, выждандың нимә икәнен һәм уның нисек эш итеүен беләйек. Шунан ошо һорауҙарға яуап табырбыҙ: выжданыбыҙҙы нисек өйрәтергә? Ни өсөн башҡаларҙың да выжданын иҫәпкә алырға кәрәк? Саф выждан тормошобоҙҙо нисек яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала?

ВЫЖДАН НИМӘ УЛ, ҺӘМ УЛ НИСЕК ЭШ ИТӘ?

3. Выждан нимә ул?

3 Выждан — ул Йәһүә биргән ҡиммәтле бүләк. Ул — дөрөҫтө һәм яңылышты айыра торған эске тойғо. Изге Яҙмала «выждан» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «үҙеңде белеү» тигәнде аңлата. Выжданыбыҙ дөрөҫ эшләһә, ул беҙгә үҙебеҙҙең ысынында ниндәй кеше булыуыбыҙҙы тикшерергә ярҙам итә. Ул беҙгә иң тәрән фекерҙәребеҙҙе һәм хистәребеҙҙе намыҫлы баһаларға ярҙам итә. Выждан беҙҙе яҡшы нимәгә йүнәлтә һәм насар нимәнән киҫәтә ала. Аҡыллы ҡарар ҡабул иткәндә беҙ үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ, ә насар ҡарар ҡабул иткәндә, ғәйеп хисе тоябыҙ. (5-се ҡушымтаны ҡара.)

4, 5. а) Әҙәм менән Һауа выждан тауышына ҡолаҡ һалмағас, нимә булған? б) Выждандың нисек эшләгәнен күрһәткән миҫалдар килтер.

4 Выжданыбыҙҙы тыңларғамы, юҡмы, үҙебеҙ һайлайбыҙ. Әҙәм менән Һауа выжданын тыңламаҫҡа булған, һөҙөмтәлә гонаһ ҡылған. Ғәйеп тойғоһо кисерһә лә, һуң булған, сөнки улар Йәһүәгә буйһонмауын инде күрһәткән (Башланмыш 3:7, 8). Икеһе лә камил выжданға эйә булған һәм Йәһүәне тыңламау дөрөҫ түгел икәнен белгән, шулай ҙа выждан тауышына ҡолаҡ һалмаҫҡа булған.

5 Уларҙан айырмалы булараҡ, камил булмаған күп кенә кеше выжданын тыңлап йәшәгән. Мәҫәлән, Әйүп пәйғәмбәр яҡшы өлгө ҡалдырған. Ул дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул иткән, шуға күрә: «Тере сағымда йөрәгем мине ғәйепләмәҫ», — тип әйтә алған (Әйүп 27:6). «Йөрәк» тип әйткәндә, Әйүп үҙ выжданын — дөрөҫтө һәм яңылышты айырған эске тойғоһон күҙ уңында тотҡан. Дауыт иһә ҡайһы саҡта выжданын һанға һуҡмаған һәм Йәһүәне тыңламаған. Һөҙөмтәлә, ул ғәйеп хисе тойған, әйтерһең дә, йөрәге «уны ғазаплай башлаған» (1 Самуил 24:5). Дауыттың выжданы уның насар эш итеүе хаҡында иҫкәрткән. Выжданына ҡолаҡ һалып, ул башҡа ундай хаталар яһамаҫҡа өйрәнгән.

6. Ни өсөн, выжданыбыҙ — Йәһүә биргән ҡиммәтле бүләк, тип әйтеп була?

6 Хатта Йәһүәне белмәгән кешеләр ҙә, ғәҙәттә, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белә. Изге Яҙмала улар хаҡында былай тиелә: «Быны... ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай» (Римдарға 2:14, 15). Мәҫәлән, күптәр кеше үлтерергә, урлашырға ярамай икәнен белә. Улар ысынында, быны танымаһа ла, выжданын — Йәһүә биргән дөрөҫ һәм яңылышты айыра торған эске тойғоһон тыңлай. Улар шулай уҡ Йәһүә тарафынан бирелгән принциптар, йәғни тормошобоҙҙа дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән төп хәҡиҡәттәр буйынса эш итә.

7. Ни өсөн выжданыбыҙ ҡайһы саҡта яңылышырға мөмкин?

7 Әммә выжданыбыҙ ҡайһы саҡта яңылышырға мөмкин. Мәҫәлән, гонаһлы уй-хистәребеҙҙең тәьҫире арҡаһында выжданыбыҙ беҙҙе дөрөҫ булмаған йүнәлештә алып китергә мөмкин. Саф выждан үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй (Башланмыш 39:1, 2, 7—12). Уны өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн Йәһүә беҙгә Изге Яҙма аша принциптар һәм үҙенең изге рухын бирә (Римдарға 9:1). Выжданды нисек дөрөҫ тәрбиәләргә һуң? Әйҙә, ҡарап сығайыҡ.

ВЫЖДАНДЫ НИСЕК ӨЙРӘТЕРГӘ?

8. а) Хистәр выжданыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин? б) Ҡарар ҡабул итер алдынан үҙебеҙгә ниндәй һорау бирергә кәрәк?

8 Ҡайһы берәүҙәр, выждан тауышына ҡолаҡ һалыу — ул хистәргә таянып эш итеү, тип уйлай. Уларса, үҙеңә яҡшы булып күренгән һәр эште эшләргә була. Әммә беҙ бит камил түгел, яңылышыуыбыҙ ҙа ихтимал. Хистәр шул тиклем көслө булырға мөмкин, хатта улар выжданыбыҙға тәьҫир итә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк. Кем уны белә ала?» (Иремия 17:9). Ниндәйҙер эште яҡшы тип уйлауыбыҙ бар, ә ысынында иһә уның насар булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Павел, мәсихсе булып китмәҫ элек, Алла халҡын аяуһыҙ эҙәрләгән һәм, мин дөрөҫ эшләйем, тип ышанған. Үҙе уйлауынса, уның выжданы саф булған. Әммә һуңыраҡ ул: «Фәҡәт Раббы ғына минең Хөкөмдарым», — тип әйткән (1 Коринфтарға 4:4; Ғәмәлдәр 23:1; 2 Тимофейға 1:3). Павел, үҙенең эштәре хаҡында Йәһүәнең ни уйлауын белгәс, үҙгәрергә кәрәклеген аңлаған. Беҙгә лә, ниҙер эшләр алдынан үҙебеҙҙән: «Йәһүә минән нимә көтә?» — тип һорарға кәрәк.

9. Алланан ҡурҡыу нимәне аңлата?

9 Әгәр берәй кешене яратһаң, уны һис тә рәнйетергә теләмәҫһең. Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, шуға уны көйөндөрөрҙәй бер ни ҙә эшләргә теләмәйбеҙ. Йәһүәне рәнйетеүҙән ҡурҡыу бик көслө булырға тейеш. Быны Ниҡәми миҫалынан күреп була. Ул ҙур хаким булһа ла, үҙ дәрәжәһен байыу маҡсатында файҙаланмаған. Ни өсөн? Үҙе аңлатыуынса, ул «Алланан ҡурҡҡан» (Ниҡәми 5:15). Ниҡәми Йәһүәнең күңелен ҡырырлыҡ бер ни ҙә эшләргә теләмәгән. Беҙ ҙә, Ниҡәми кеүек үк, берәй насарлыҡ эшләп Йәһүәне көйөндөрөп ҡуймайыҡ, тип ҡурҡабыҙ. Ә Йәһүәгә нимә шатлыҡ килтерә икәнен беҙ Изге Яҙманы уҡып белә алабыҙ. (6-сы ҡушымтаны ҡара.)

10, 11. Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар беҙгә иҫерткес эсемлектәр эсеүгә ҡарата дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә ала?

10 Әйтәйек, бер мәсихсегә иҫерткес эсемлектәр эсергәме, юҡмы икәнен хәл итергә кәрәк, ти. Уға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ниндәй принциптар ярҙам итер? Бына бер нисә принцип. Изге Яҙма алкоголь эсеүгә ҡаршы түгел. Унда хатта, шарап — ул Алланың бүләге, тиелә (Зәбур 104:14, 15). Шулай ҙа Ғайса үҙенең шәкерттәрен, «эсеп иҫермәгеҙ», тип киҫәткән (Лука 21:34). Ә Павел мәсихселәргә «ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек[тән]» ҡасырға ҡушҡан (Римдарға 13:13). Ул, «эскеселәр... Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ», тигән (1 Коринфтарға 6:9, 10).

11 Мәсихсе үҙенә ошондай һорауҙар бирә ала: «Минең өсөн алкоголь әһәмиәтлеме? Күңелгә ял бирер өсөн миңә бер аҙ эсеп алыу кәрәкме? Ҡыйыулыҡ өсөн эсәмме? Күпме эсеүемде, ни ҡәҙәр йыш эсеүемде контроль аҫтында тота аламмы? * Иҫерткес эсемлектәр булмағанда ла, дуҫтар менән ваҡыт үткәреү миңә күңеллеме?» Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, беҙ Йәһүәнән ярҙам һорай алабыҙ. (Зәбур 139:23, 24-те уҡы.) Шул рәүешле беҙ выжданыбыҙҙы Изге Яҙмалағы принциптарға ҡарата һиҙгер булырға өйрәтәбеҙ. Әммә был ғына әле етерлек түгел икәнен күрербеҙ.

НИ ӨСӨН БЕҘ БАШҠАЛАРҘЫҢ ВЫЖДАНЫН ИҪӘПКӘ АЛАБЫҘ?

12, 13. Ни сәбәптәрҙән беҙҙең выждан башҡаларҙыҡынан айырылып торорға мөмкин? Был айырмаға нисек ҡарарға?

12 Һәр кешенең үҙ выжданы. Выжданың һиңә башҡаларға үҙ выжданы ҡушмағанды эшләргә рөхсәт итергә мөмкин. Мәҫәлән, һин иҫерткес эсемлек эсергә булдың, ти, ә кемдер эсмәҫкә ҡарар итер. Ни өсөн бер үк осраҡта ике кеше ике төрлө ҡарар ҡабул итә?

Өйрәтелгән выждан иҫерткес эсемлектәрҙе эсергәме, юҡмы икәнен хәл итергә ярҙам итер

13 Кешенең берәй нәмәгә мөнәсәбәтенә уның ҡайҙа үҫеүе, ғаилә ағзаларының ҡарашы, уның тормош тәжрибәһе һәм башҡа факторҙар тәьҫир итә. Алкоголь хаҡында әйткәндә, бәлки, элегерәк ул сама белмәй эскәндер, шуға ла хәҙер бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткәндер (1 Батшалар 8:38, 39). Әгәр берәйһенә эсергә тәҡдим итһәң, ә ул баш тартһа, быға нисек ҡарарһың? Үпкәләрһеңме? Әйҙә инде эс, тип ныҡышырһыңмы? Йә булмаһа, ниңә эсмәйһең, тип сәбәбен аңлатыуын талап итерһеңме? Юҡ, улай итмәҫһең, һин бит уның выжданын ихтирам итәһең.

14, 15. Павел йәшәгән көндәрҙә ниндәй хәл тыуған? Павел ниндәй яҡшы кәңәш биргән?

14 Бөтә кешенең дә выжданы бер үк түгел икәнен Павел йәшәгән көндәрҙә булған бер хәл күрһәтә. Ул ваҡыттарҙа баҙарҙа ялған табыныуҙа ҡулланылған ит һатылған (1 Коринфтарға 10:25). Павел, был итте һатып алыу һәм ашау дөрөҫ түгел, тип уйламаған. Уныңса, бөтә ризыҡты Йәһүә бирә. Әммә элек боттарға табынған ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең башҡа хистәре тыуған. Улар, ундай итте ашарға ярамай, тип һанаған. Павел, выжданым тыныс, тимәк, нимә теләйем, шуны ашайым, тип уйлағанмы?

15 Павел улай уйламаған. Ҡәрҙәштәрҙең хистәре уның өсөн шул тиклем мөһим булған, ул хатта үҙ хоҡуҡтарынан баш тартырға әҙер булған. Павел, беҙ «үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға» тейеш түгел, тигән. Һәм: «Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны», — тип өҫтәгән (Римдарға 15:1, 3). Ғайсанан өлгө алып, Павел, үҙенә ҡарағанда, күберәк башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан. (1 Коринфтарға 8:13; 10:23, 24, 31—33-тө уҡы.)

16. Ни өсөн беҙ, ҡәрҙәштең выжданы уға ни ҙә булһа эшләргә рөхсәт итһә, уны хөкөм итергә тейеш түгел?

16 Ә кешенең выжданы, беҙҙең уйлауыбыҙса, дөрөҫ булмағанды эшләргә рөхсәт итһә? Ул саҡта беҙгә тәнҡитсел булып китеүҙән һәм, беҙ хаҡ, ә ул хаҡ түгел, тип раҫлауҙан һаҡ булырға кәрәк. (Римдарға 14:10-ды уҡы.) Йәһүә выжданды беҙгә башҡаларҙы түгел, ә үҙебеҙҙе хөкөм итер өсөн биргән (Матфей 7:1). Шәхси ҡараштарыбыҙ арҡаһында йыйылышта бүленештәр килеп сығыуын беҙ һис тә теләмәҫ инек. Киреһенсә, яратыу һәм берҙәмлек хөкөм һөрһөн өсөн, беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә ынтылабыҙ (Римдарға 14:19).

САФ ВЫЖДАН ФАЙҘА КИЛТЕРӘ

17. Ҡайһы бер кешенең выжданы менән нимә була?

17 Илсе Петр: «Быны... саф выждан менән эшләгеҙ», — тип яҙған (1 Петр 3:16). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше Йәһүәнең принциптарын һанға һуҡмаһа, выжданы уны киҫәтеүҙән туҡтай. Ундай кешеләр хаҡында Павел, «намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған», тип әйткән (1 Тимофейға 4:2). Ҡасан да булһа һинең берәй ерең бешкәне бармы? Бешкән урында йөй барлыҡҡа килә, һәм тире тойоу һәләтен юғалта. Кеше ярамағанды ҡабат-ҡабат эшләһә, уның выжданы «ҡарайған» булып китә һәм ваҡыт уҙыу менән уны бөтөнләй киҫәтмәй башлай.

Саф выждан, тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп, шатлыҡ һәм йән тыныслығы бирә ала

18, 19. а) Ғәйеп йә оят хисе беҙҙе нимәгә өйрәтә? б) Үткәндәге гонаһтар өсөн тәүбә итһәк, әммә ғәйеп хисенән һаман да арына алмаһаҡ, нимә эшләргә?

18 Ғәйеп хисе тойоуыбыҙ беҙҙең берәй насар эш ҡылғаныбыҙ хаҡында хәбәр итергә мөмкин. Выждандың шулай эш итеүе беҙгә хаталы эште билдәләргә һәм уны бүтән ҡабатламаҫҡа ярҙам итә. Беҙ хаталарыбыҙҙан фәһем алырға теләйбеҙ. Мәҫәлән, Дауыт батша гонаһ ҡылһа ла, выжданы уны тәүбәгә этәргән. Ул ҡылған эшен нәфрәт иткән һәм киләсәктә Йәһүәгә буйһонорға тәүәккәл булған. Дауыт үҙ тәжрибәһенән сығып, Йәһүә хаҡында: «Һин игелекле һәм кисерергә әҙер», — тигән. (Зәбур 51:1—19; 86:5; 7-се ҡушымтаны ҡара.)

19 Ә кемдер тәүбә итһә лә, ғәйеп хисенән оҙаҡ арына алмай. Выждан ғазабы кешегә әрнеү килтерә һәм үҙен булдыҡһыҙ тип хис итергә этәрә. Әгәр һиндә лә шундай хистәр тыуһа, үткәндәрҙе үҙгәртеп булмай икәнен иҫеңдә тот. Белә торопмо, белмәгәнлектән насарлыҡ ҡылғанһыңмы, Йәһүә һине тулыһынса кисергән һәм гонаһтарыңды юйған. Йәһүә алдында үҙеңдең саф, һәм әлеге эштәрең дөрөҫ икәнен беләһең. Йөрәгең һине һаман да хөкөм итергә мөмкин, әммә Инжилдә Алла хаҡында: «Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ», — тиелгән. (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡы.) Был шуны аңлата: уның яратыуы һәм кисереүе беҙ тойған ғәйеп һәм оят хисенән күпкә көслөрәк. Кеше Йәһүәнең кисереүен ҡабул иткәндә, уның выжданы тыныслана, һәм ул уға шатланып хеҙмәт итә ала (1 Коринфтарға 6:11; Еврейҙарға 10:22).

20, 21. а) Был китап һиңә нимәлә ярҙам итәсәк? б) Йәһүә беҙгә ниндәй ирек биргән? Беҙ уны нисек ҡулланырға тейеш?

20 Был һуңғы ауыр көндәрҙә выжданың һине киҫәтеп һәм яҡлап торһон өсөн, уны тәрбиәләргә кәрәк. Был йәһәттән ошо китап һиңә ярҙам итер. Шулай уҡ тормоштағы төрлө хәлдәрҙә Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланып булыуын белерһең. Әлбиттә, был китапта һәр осраҡҡа ҡағылышлы ҡағиҙәләр исемлеге килтерелмәй. Беҙ Алла принциптарына нигеҙләнгән «Мәсих ҡануны» буйынса йәшәйбеҙ (Галаттарға 6:2). Беҙ берәй һорау буйынса Изге Яҙмала аныҡ ҡанун юҡлығына һылтанып, насар эштәрҙе аҡламайбыҙ (2 Коринфтарға 4:1, 2; Еврейҙарға 4:13; 1 Петр 2:16). Киреһенсә, беҙ үҙ иркебеҙҙе Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн ҡулланабыҙ.

21 Изге Яҙма принциптары тураһында уйланып һәм уларҙы ҡулланып, беҙ «яҡшылыҡ менән яманлыҡты» айырыу һәләтен үҫтерербеҙ һәм Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнербеҙ (Еврейҙарға 5:14). Һөҙөмтәлә, выжданыбыҙ өйрәтелгән буласаҡ, тормош юлында беҙгә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп торасаҡ һәм Алланың һөйөүендә ҡалырға ярҙам итәсәк.

^ 11 абз. Күп табиптар раҫлауынса, алкоголиктарға үҙенең күпме эскәнен контролдә тотоу ауыр. Ундай кешеләргә табиптар бөтөнләй эсмәҫкә кәңәш итә.