Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Йәһүәне һәм уның Һүҙе Изге Яҙманы яратҡан уҡыусыбыҙ!

«Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән Ғайса (Яхъя 8:32). Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишеткәс, ниндәй хистәр кисергәнеңде хәтерләйһеңме? Эйе, ялған киң таралған был донъяла хәҡиҡәтте белеү — ғәжәйеп мөмкинлек (2 Тимофейға 3:1).

Йәһүә Алла хәҡиҡәтте белеүебеҙҙе теләй. Беҙ кешеләрҙе яратабыҙ, шуға уларға хәҡиҡәтте һөйләйбеҙ. Әммә Аллаға хеҙмәт итеү үҙ эсенә күберәкте ала. Мәсихсе булараҡ беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә Йәһүәнең принциптары буйынса йәшәргә тырышырға тейеш. Ғайса былай тигән: «Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ» (Яхъя 15:10). Ғайсаның ошо кәңәшен тотһаҡ, Аллаға үҙ яратыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

Ғайса үҙенең Атаһын ысынлап та ярата һәм уны һәр ваҡыт тыңлай. Ғайса эҙенән барһаҡ, Йәһүә беҙҙе яратасаҡ, һәм беҙ бәхетле булырбыҙ. Ғайса: «Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ», — тигән (Яхъя 13:17).

Ошо китап һиңә хәҡиҡәт буйынса йәшәргә, Алланың дуҫы булырға һәм һөҙөмтәлә мәңгелек тормошҡа ирешергә ярҙам итер тип, ысын күңелдән өмөтләнәбеҙ. Аллаға ҡарата яратыуың үҫһен, һәм ул һиңә «Алла һөйөүендә» ҡалырға ярҙам итһен, тип доға ҡылабыҙ (Йәһүҙә 21).

Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе