Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УНЫНСЫ БҮЛЕК

Никах — Алланың бүләге

Никах — Алланың бүләге

«Өс ҡатлы бауҙы тиҙ генә өҙөп булмай» (ВӘҒӘЗСЕ 4:12).

1, 2. а) Кейәү менән кәләш нимәгә өмөтләнә? б) Был бүлектә беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

ТУЙ көнөн күҙ алдыңа килтер. Кейәү менән кәләш ҙур хыялдар менән алдағы тормошон тулҡынланып көтә. Улар никахының ғүмерлек һәм бәхетле буласағына өмөтләнә.

2 Әммә, шундай шатлыҡлы мәлдән башланған булһа ла, күп кенә никахты бәхетле тип атап булмай. Никах ғүмерлек һәм бәхетле булһын өсөн, ир менән ҡатынға Алланың күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Никахтың ыңғай яҡтары ниндәй? Өйләнергә хәл итһәң, тура килгән тормош иптәшен нисек һайларға? Нисек яҡшы ир һәм яҡшы ҡатын булырға? Никахты ғүмерлек итергә нимә ярҙам итер? Әйҙә, Изге Яҙма ошо һорауҙарға ниндәй яуап биргәнен ҡарап сығайыҡ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ны уҡы.)

МИҢӘ ҒАИЛӘ ҠОРОРҒАМЫ?

3. Бәхетле булыр өсөн, мотлаҡ никахҡа инергә кәрәкме? Аңлат.

3 Ҡайһы берәүҙәр никахтан тыш кеше бәхетле була алмай, тип һанай. Әммә был дөрөҫ түгел. Никахҡа инмәйенсә йәшәү — ул Алла бүләге, тигән Ғайса (Матфей 19:11, 12). Илсе Павел да өйләнмәй йәшәүҙең ыңғай яҡтары бар тигән (1 Коринфтарға 7:32—38). Никахҡа инергәме, юҡмы — үҙең хәл итәһең. Дуҫтарыңдың, ғаиләңдең, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙең баҫымына бирешмә.

4. Никахтың ниндәй ыңғай яҡтары бар?

4 Никах тураһында ла Изге Яҙмала Алла бүләге тип әйтелә. Никахтың үҙ ыңғай яҡтары бар. Йәһүә беренсе кеше Әҙәмгә былай тигән: «Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайыҡ» (Башланмыш 2:18). Әҙәмгә ҡатын итеп, Йәһүә Һауаны барлыҡҡа килтергән. Улар беренсе ғаилә булған. Никах балалар үҫтерер өсөн иң уңайлы шарттар тыуҙыра. Әммә никахҡа балалар тыуҙырыр өсөн генә инмәйҙәр (Зәбур 127:3; Ефестарға 6:1—4).

5, 6. Ҡайһы осраҡта никахты өс ептән ишелгән «өс ҡатлы бау» менән сағыштырып була?

5 Сөләймән батша былай тип яҙған: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки улар үҙ эштәре өсөн әжерен ала. Береһе йығылһа, икенсеһе иптәшенә торорға ярҙам итер. Әммә торғоҙорлоҡ кешеһе булмай тороп йығылһа, ни эшләр? [...] Өс ҡатлы бауҙы тиҙ генә өҙөп булмай» (Вәғәзсе 4:9—12).

6 Ныҡлы никахта ир менән ҡатын араһында иң яҡын дуҫлыҡ барлыҡҡа килә. Улар бер-береһенә ярҙам итә, бер-береһен йыуата һәм яҡлай. Мөхәббәт никахты нығыта, ә инде ир менән ҡатын Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылһа, никах ҡаҡшамаҫлыҡ була. Шул осраҡта уларҙың никахы үҙ-ара тығыҙ итеп өс ептән ишелгән «өс ҡатлы бау» һымаҡ була. Ундай бау ике ептән үрелгән бауҙан күпкә нығыраҡ. Әгәр өс ҡатлы бауҙың бер ебе Йәһүә булһа, ундай никах емерелмәҫ.

7, 8. Павел никахҡа ҡағылышлы ниндәй кәңәш биргән?

7 Никахҡа ингәс, ир менән ҡатын бер-береһенең тәбиғи енси теләктәрен ҡәнғәтләндерә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18). Әммә кеше енси теләген ҡәнәғәтләндерер өсөн генә никахҡа инергә теләһә, тормош иптәшен аҡыллы һайлай алмаҫ. Бына ни өсөн Изге Яҙмала кешегә бик йәш саҡта, йәғни енси теләктәр әле бик көслө булғанда, никахҡа инергә ашыҡмаҫҡа кәңәш бирелә (1 Коринфтарға 7:36, ЯДТ). Был теләктәр баҫылғанға тиклем өйләнмәй йәки кейәүгә сыҡмай тороу яҡшыраҡ булыр. Шул саҡ кешегә аныҡ фекер йөрөтөргә һәм дөрөҫ һайлау яһарға бер нәмә лә ҡамасауламаҫ (1 Коринфтарға 7:9; Яҡуб 1:15).

8 Никахҡа инеү хаҡында уйланһаң, айыҡ ҡарашлы булырға һәм һәр ғаиләлә лә ауырлыҡтар бар икәнен аңларға кәрәк. Павел, өйләнешкәндәрҙең «тормошо мәшәҡәтле булыр», тип яҙған (1 Коринфтарға 7:28). Хатта иң уңышлы никахта ла ауыр ваҡыттар булыр. Шуға күрә өйләнергә йә кейәүгә сығырға хәл иткәнһең икән, тормош юлдашын аҡыллы һайла.

КЕМ МЕНӘН ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА?

9, 10. Йәһүәгә табынмаған кеше менән тормош ҡорһаҡ, нимә булыр ине?

9 Тормош иптәшен һайлағанда Изге Яҙмалағы ошо принципты иҫтә тотоу мөһим: «Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ» (2 Коринфтарға 6:14). Был миҫал ауыл тормошонан алынған. Ерҙе эшкәрткән саҡта кеше ҙурлығы йә көсө менән бик ныҡ айырылып торған ике төрлө малды бер тәртәгә екмәй. Был хайуандарҙың икеһенә лә тик интегеү генә килтерер ине. Тап шулай уҡ Йәһүә хеҙмәтсеһе Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше менән никахлашһа, был йыш ҡына байтаҡ проблемаларға килтерә. Шуға күрә Изге Яҙмала «Раббыға инаныусыға ғына» кейәүгә сығырға йә өйләнергә тигән аҡыллы кәңәш бирелә (1 Коринфтарға 7:39).

10 Ваҡыт-ваҡыт ҡайһы бер мәсихселәргә Йәһүәгә табынмаған кеше менән никахҡа инеү яңғыҙ ҡалыуға ҡарағанда хәйерлерәк кеүек тойола. Әммә Изге Яҙмалағы кәңәште һанға һуҡмау йыш ҡына бәхетһеҙлеккә һәм әрнеүгә килтерә. Беҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм беҙҙең өсөн иң мөһиме — уға хеҙмәт итеү. Үҙең өсөн иң мөһим эштә тормош иптәшең менән бергә ҡатнаша алмаһаң, үҙеңде нисек хис итер инең? Күптәр, Йәһүәне яратмаған һәм уға хеҙмәт итмәгән кеше менән ғаилә ҡороуға ҡарағанда, яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ, тип хәл итә. (Зәбур 32:8-ҙе уҡы.)

11. Һин үҙеңә нисек яраҡлы тормош иптәше һайлай алаһың?

11 Әлбиттә, Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһе лә һиңә яраҡлы тормош иптәше булыр, тип әйтеп булмай. Һин ғаилә ҡороу хаҡында уйланһаң, үҙең ысындан да оҡшатҡан һәм аралашыуы еңел булған кешене эҙлә. Маҡсаттары һинеке һымаҡ булған, Аллаға хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйған кешене тапҡанға тиклем көт. Ышаныслы хеҙмәтсе биргән баҫмаларыбыҙҙа никахҡа ҡағылышлы файҙалы кәңәштәрҙе уҡыр өсөн һәм уйланыр өсөн ваҡыт бүл. (Зәбур 119:105-те уҡы.)

12. Балаһы өсөн тормош иптәшен ата-әсәһе һайлаһа, Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан нимәгә өйрәнеп була?

12 Ҡайһы бер халыҡта улы йә ҡыҙы өсөн тормош иптәшен ата-әсәһе һайлай. Улар үҙ балаһы өсөн кем тап килә икәнен белә, тип һанала. Был йола боронғо замандарҙа ла киң таралған булған. Ғаилә шул йола буйынса эш итергә булһа, Изге Яҙма атай-әсәйҙәргә кейәүҙең йә кәләштең ниндәй сифаттарына иғтибар итергә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итә ала. Мәҫәлән, Ибраһим улы Исхаҡҡа ҡатын һайлағанда, уның өсөн аҡса йә ҡыҙҙың йәмғиәттәге дәрәжәһе түгел, ә уның Йәһүәне яратыуы мөһим булған. (Башланмыш 24:3, 67; 25-се ҡушымтаны ҡара.)

ҒАИЛӘ ТОРМОШОНА НИСЕК ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ?

13—15. а) Ир кеше нисек яҡшы ир булырға әҙерләнә ала? б) Ҡатын-ҡыҙ нисек яҡшы ҡатын булырға әҙерләнә ала?

13 Никахҡа инеү хаҡында уйланһаң, үҙеңдән: «Мин әҙерменме?» — тип һора. Бәлки, әҙермен, тип уйлайһыңдыр, әммә ғаилә тормошона ысындан да әҙер булыу нимәне аңлата? Яуап һине ғәжәпләндерергә мөмкин. Әйҙә, шул хаҡта һөйләшәйек.

Алла Һүҙендәге никахҡа ҡағылышлы кәңәштәрҙе уҡыр өсөн һәм улар өҫтөндә уйланыр өсөн ваҡыт бүл

14 Изге Яҙма ирҙең һәм ҡатындың ғаиләләге ролдәре төрлө икәнен күрһәтә. Тимәк, «ғаилә тормошона әҙер булыу» тигән һүҙҙәр ир һәм ҡатын өсөн төрлө мәғәнә йөрөтә. Ир кеше өйләнергә йыйынһа, үҙенән: «Мин ғаилә башлығы булырға әҙерменме?» — тип һорарға тейеш. Йәһүә ирҙең үҙ ҡатыны, балалары хаҡында эмоциональ һәм матди яҡтан ҡайғыртыуын көтә. Иң мөһиме, ир үҙ ғаиләһенең Аллаға ғибәҙәт ҡылыуы өсөн яуаплы. Ғаиләһе хаҡында ҡайғыртмаған ир тураһында Инжилдә «ул иманһыҙҙан да яманыраҡ» тиелә (1 Тимофейға 5:8). Әгәр өйләнергә теләйһең икән, Изге Яҙмалағы ошо принцип һиңә нисек ҡағыла икәне хаҡында уйлан: «Тәүҙә тыштағы эштәреңде башҡар, ҡырҙа барыһын әҙерләп ҡуй, шунан һуң ғына йортоңдо ҡор». Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, өйләнерҙән алда Йәһүә һинең ниндәй ир булыуыңды теләй шундай ир була алыуыңа инанырға кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:27).

15 Ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығырға уйлаһа, үҙенән: «Мин ҡатын һәм, бәлки, әсәй булыу бурысын үҙ өҫтөмә алырға әҙерменме?» — тип һорарға тейеш. Изге Яҙмала яҡшы ҡатындың үҙ ире, балалары хаҡында ҡайғыртыуының ҡайһы бер яҡтарына иғтибар ителә (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31). Бөгөн күптәр тормош иптәшенең улар өсөн нимә эшләргә тейешлеге хаҡында ғына уйлай. Әммә Йәһүә беҙҙең, тормош юлдашым өсөн мин нимә эшләй алам, тип уйлауыбыҙҙы теләй.

16, 17. Никахҡа инергә булһаң, һин нимә тураһында уйланырға тейеш?

16 Никахҡа инер алдынан Йәһүәнең ирҙәр һәм ҡатындар тураһында нимә әйтеүе хаҡында уйлан. Ғаилә башлығы булыу, ир үҙ ғаиләһен физик йә эмоциональ яҡтан йәберләй ала, тигәнде аңлатмай. Яҡшы ғаилә башлығы Ғайсанан өлгө ала. Ғайса уға ышанып тапшырылған кешеләргә яратыу һәм игелек күрһәткән (Ефестарға 5:23). Ҡатын иһә иренең ҡарарҙарына булышлыҡ күрһәтеү һәм уның менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында уйларға тейеш (Римдарға 7:2). Уға үҙенән, камил булмаған кешегә буйһоноп мин бәхетле була алырмынмы, тип һорарға кәрәк. Әгәр, юҡ тип уйлай икән, бәлки, ул әлегә никахҡа инмәй тороу яҡшыраҡ булыр, тип хәл итер.

17 Ир менән ҡатынға үҙ бәхетенән бигерәк тормош иптәшен бәхетле итеү хаҡында ҡайғыртырға кәрәк. (Филиптарға 2:4-те уҡы.) Павел былай тип яҙған: «Һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен» (Ефестарға 5:21—33). Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа мөхәббәткә һәм хөрмәткә мохтаж. Ләкин ғаилә бәхетле булһын өсөн, иргә ҡатынының уны хөрмәт итеүен, ә ҡатынға иренең уны яратыуын белеү айырыуса мөһим.

18. Ни өсөн егет менән ҡыҙға осрашып йөрөгән саҡта һаҡ булырға кәрәк?

18 Осрашып йөрөгән саҡ күңел асыу ваҡыты ғына түгел, ул егет менән ҡыҙға бер-береһе менән яҡшыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Тап ошо ваҡытта уларға ысындан да тормош юлы буйлап бергә барырға теләйҙәрме, юҡмы икәнен билдәләр өсөн, айыҡ ҡарашлы һәм намыҫлы булырға кәрәк. Егет менән ҡыҙ үҙ-ара аралашырға өйрәнә һәм бер-береһенең йөрәгендә ысынында нимә булғанын аңларға тырыша. Мөнәсәбәттәре тәрәнәйгән һайын, уларҙың бер-береһенә тартыла башлауы тәбиғи хәл. Әммә әхлаҡһыҙлыҡ ҡылмаҫ өсөн, никахҡа инмәҫ борон хистәр сағылдырыуҙа һаҡ булырға кәрәк. Ысын мөхәббәт уларға тотанаҡлы булырға ярҙам итер һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәренә лә, Йәһүә менән дуҫлыҡтарына ла зыян килтерерҙәй эштәрҙән һаҡлар (1 Фессалоникаларға 4:6).

Осрашып йөрөгән саҡта егет менән ҡыҙ үҙ-ара аралашырға өйрәнә

НИКАХЫҢ НЫҠ БУЛҺЫН

19, 20. Мәсихселәр никахҡа нисек ҡарай?

19 Күп кенә китаптар һәм фильмдар ҡупшы туй мәжлесе менән тамамлана. Ә ысынбарлыҡта иһә туй тормоштоң башы ғына әле. Йәһүәнең ниәте буйынса, никах мәңгелек булырға тейеш (Башланмыш 2:24).

20 Бөгөн күптәр никахты ваҡытлы нәмә тип кенә һанай. Кешеләр никахҡа еңел генә инә, еңел генә айырылыша. Ҡайһы берәүҙәр, проблемалар башланған икән, тормош иптәшеңде ҡалдырырға һәм никахты өҙөргә ваҡыт, тип иҫәпләй. Әммә Изге Яҙмала килтерелгән өс ҡаттан ишелгән ныҡлы бау тураһындағы миҫалды иҫкә төшөр. Ундай бау ни тиклем ныҡ тартһаң да, өҙөлмәй. Ярҙам һорап Йәһүәгә мөрәжәғәт итһәк, никахыбыҙҙы һаҡлай алырбыҙ. Ғайса: «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын», — тип әйткән (Матфей 19:6).

21. Ир менән ҡатынға бер-береһен яратырға нимә ярҙам итер?

21 Һәр кешенең көслө һәм йомшаҡ яҡтары бар. Иғтибарҙы башҡа кешенең, айырыуса тормош иптәшеңдең йомшаҡ яҡтарына туплау бик еңел. Әммә был беҙҙе бәхетлерәк итмәҫ. Тормош юлдашыбыҙҙың көслө яҡтарына тупланһаҡ, никахыбыҙ бәхетле булыр. Үҙеңдең камил булмаған иптәшеңә шулай ҡарап буламы? Эйе. Йәһүә беҙҙең ни тиклем камил булмауыбыҙҙы белә, шулай ҙа иғтибарын яҡшы сифаттарыбыҙға туплай. Ул шулай эшләмәһә, ни булырын күҙ алдына килтереп кенә ҡара! Мәҙхиә йырлаусы: «Эй Йәһ, ҡарашыңды гонаһтарға төбәһәң, һинең алдыңда, эй Йәһүә, кем тора алһын?» — тип әйткән (Зәбур 130:3). Ир һәм ҡатын, тормош иптәшенең яҡшы яҡтарына иғтибар итеп, бер-береһен ихлас кисереп, Йәһүәнән үрнәк ала. (Колосстарға 3:13-тө уҡы.)

22, 23. Ибраһим менән Сара өйләнешкәндәргә ниндәй үрнәк күрһәткән?

22 Йылдар үтеү менән никах нығынырға мөмкин. Ибраһим менән Сара никахта бәхетле һәм оҙаҡ йәшәгән. Йәһүә Ибраһимға Ур ҡалаһындағы йортон ҡалдырып китергә ҡушҡанда, Сара инде, күрәһең, 60 йәштән үткән булған. Уға уңайлы йортон ҡалдырып, сатырҙарҙа йәшәү ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына килтер. Әммә Сара ире өсөн яҡшы дуҫ һәм ярҙамсы булған һәм уны ысындан да хөрмәт иткән. Шуға күрә ул Ибраһимға ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ күрһәткән (Башланмыш 18:12; 1 Петр 3:6).

23 Әлбиттә, бәхетле никах ир менән ҡатындың бер-береһе менән һәр ваҡыт риза булыуын аңлатмай әле. Бер көн Ибраһим Сара менән ризалашмағас, Йәһүә уға: «Сара нимә әйтһә, шуны тыңла», — тигән. Ибраһим уны тыңлаған, һәм был яҡшы емеш килтергән (Башланмыш 21:9—13). Ваҡыт-ваҡыт тормош иптәшегеҙ менән ризалашмаһағыҙ, бойоҡмағыҙ. Иң мөһиме, ундай саҡтарҙа ла бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтеү.

Алла Һүҙе баштан уҡ никахығыҙҙың нигеҙе булһын

24. Никахыбыҙ Йәһүәгә нисек дан килтерә ала?

24 Мәсихселәр йыйылышында меңләгән бәхетле ғаилә бар. Өйләнергә йә кейәүгә сығырға теләһәң, тормош иптәшен һайлау иң мөһим ҡарарҙарҙың береһе икәнен иҫеңдә тот. Һайлауың алдағы бөтә тормошоңа тәьҫир итәсәк, шуға күрә етәкселекте Йәһүәнән эҙлә. Шул саҡта һин, тормош иптәшен аҡыллы һайлап һәм ғаилә тормошона әҙерләнеп, Йәһүәгә дан килтерәсәк, яратыу хөкөм һөргән ныҡлы ғаилә ҡора алырһың.