Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Туйҙан һуң

Туйҙан һуң

«Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» (1 КОРИНФТАРҒА 13:8).

1, 2. Никахтағы проблемалар никахтың уңышһыҙ булыуын күрһәтәме? Аңлат.

НИКАХ — Йәһүәнең бүләге. Никах кешене бәхетле итә ала. Шулай ҙа һәр никахтың үҙ ауырлыҡтары була. Ҡайһы ваҡыт проблемалар бер ҡасан да бөтмәҫ кеүек. Шул арҡала ир менән ҡатындың аралары һыуынырға мөмкин.

2 Никахта ауырлыҡтарҙың ваҡыт-ваҡыт тыуып тороуы беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Был ғаилә тормошонан уңмауҙы аңлатмай әле. Етди проблемалары булған ғаиләләр ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәтен яйға һалып, никахын нығытыу юлын тапҡан. Нисек итеп?

АЛЛАҒА ҺӘМ БЕР-БЕРЕГЕҘГӘ ЯҠЫНАЙЫҒЫҘ

3, 4. Ҡайһы саҡта никахта ниндәй хәл булырға мөмкин?

3 Никах ике кешене берләштерә. Уларҙың һәр береһенә нимәлер оҡшай, нимәлер оҡшамай, ҡараштары ла, бер үк эште башҡарыу ысулдары ла төрлө. Ир менән ҡатындың тәрбиәһе лә, сығышы ла төрлө булырға мөмкин. Бер-береһен яҡшыраҡ белер өсөн һәм аңларға өйрәнер өсөн, ваҡыт һәм тырышлыҡ кәрәк.

4 Ваҡыт үтеү менән ир һәм ҡатындың һәр береһе үҙ эшенә сумып китеп, бер-береһенән алыҫая башларға мөмкин. Әйтерһең дә, һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй. Уларға бер-береһенә яҡынайырға нимә ярҙам итер?

Никах ныҡ булһын өсөн Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыу бик мөһим

5. а) Мәсихсегә үҙенең тормош иптәшенә яҡынайырға нимә ярҙам итер? б) Еврейҙарға 13:4-тәге һүҙҙәргә ярашлы, беҙ никахҡа нисек ҡарарға тейеш?

5 Йәһүәнең бер-берегеҙгә, шулай уҡ уның үҙенә яҡынайырға ярҙам итеүсе иҫ киткес кәңәштәре бар (Зәбур 25:4; Ишағыя 48:17, 18). «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын», — ти ул (Еврейҙарға 13:4). Ғәҙәттә, юғары баһалаған нәмәне ҡәҙерләйһең. Уны һаҡлайһың һәм ғәҙәти нәмәгә ҡарағандай ҡарамайһың. Йәһүә никахҡа ла тап шулай ҡарауыбыҙҙы теләй.

ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫУ НИКАХЫҒЫҘҘЫ ҠОТҠАРА АЛА

6. Матфей 19:4—6-лағы һүҙҙәрҙән беҙ Йәһүәнең никахҡа ҡарашы хаҡында нимә беләбеҙ?

6 Беренсе никахты Йәһүә булдырған. Бер көндө Ғайса тыңлаусыларынан: «Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк „уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты“, — тигәнде уҡыманығыҙмы ни?» — тип һораған. Һуңынан былай тип дауам иткән: «Алла шулай уҡ: „Шуға күрә, ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар“, — тигән. Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын» (Матфей 19:4—6). Эйе, Йәһүәнең ниәте буйынса никах мәңгелек булырға тейеш булған. Ул ғаиләләрҙең берҙәм һәм бәхетле булып рәхәтләнеп йәшәүен теләгән.

7. Ир менән ҡатын үҙ никахын нисек нығыта ала?

7 Ләкин беҙҙең көндәрҙә өйләнешкән парҙар бығаса булмаған көсөргәнешкә һәм баҫымға дусар була. Ҡай саҡ баҫым шул тиклем көслө була, хатта улар, никахты бер нисек тә һаҡлап ҡалып булмай, тип уйлай һәм бирешә. Әммә Йәһүәнең никахҡа нисек ҡарауын аңлау беҙгә ярҙам итә ала (1 Яхъя 5:3).

8, 9. а) Беҙ ҡасан Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итергә тейеш? б) Никахыбыҙ бик ҡәҙерле икәнен нисек күрһәтергә?

8 Йәһүәнең күрһәтмәләре һәр ваҡыт файҙаға ғына. Өҫтә ҡарап кителгәнсә, Алла «барыһы ла никахты юғары баһалаһын» тигән кәңәш бирә (Еврейҙарға 13:4; Вәғәзсе 5:4). Йәһүәнең әмере буйынса эш итеү ауыр булғанда ла уға буйһонһаҡ, был беҙгә, һис шикһеҙ, файҙа килтерер (1 Фессалоникаларға 1:3; Еврейҙарға 6:10).

9 Никахыбыҙ бик ҡәҙерле, шуға ла беҙ уны емерерҙәй эштәрҙән һәм һүҙҙәрҙән һаҡланырға тырышабыҙ. Улай ғына ла түгел, беҙ тормош иптәшебеҙ менән мөнәсәбәтте нығытырға теләйбеҙ. Быны нисек эшләргә?

ҺҮҘҘӘРЕҢ ҺӘМ ЭШТӘРЕҢ МЕНӘН НИКАХЫҢДЫ ЮҒАРЫ БАҺАЛА

10, 11. а) Ҡайһы бер никахтарҙа ниндәй етди проблема бар? б) Тормош иптәше менән һөйләшеү рәүешебеҙ ни өсөн мөһим?

10 Кешенең үҙ тормош иптәшен төрлөсә рәнйетеүе ихтимал. Белеүебеҙсә, мәсихсе бер ҡасан да үҙ юлдашын туҡмарға йә башҡа юл менән физик зыян килтерергә тейеш түгел. Әммә бер-беребеҙҙе һүҙ менән дә рәнйетеүебеҙ бар. Һүҙҙе ҡорал менән сағыштырып була. Бер ҡатын былай ти: «Ирем мине һүҙ менән рәнйетә. Тәнемдә күгәргән эҙҙәр булмаһа ла, гел уның „Һин миңә йөк!“ йә „Ҡалай һин булдыҡһыҙ!“ тигән сәнскеле һүҙҙәре йөрәгемдә тәрән яралар ҡалдыра». Ә бер ирҙең һөйләүенсә, ҡатыны уны һәр ваҡыт һүҙ менән кәмһеткән, уға төрлө ҡушаматтар таҡҡан. «Кеше алдында уның һүҙҙәрен ҡабатларға минең телем дә әйләнмәй. Шуның өсөн уның менән һөйләшкем дә килмәй, эштән ҡайтмай һуңға ҡәҙәр ултырам. Миңә эштә тынысыраҡ», — тип һөйләй ул. Күңел әрнеүенә килтергән кәмһетеүле һүҙҙәр, тупаҫ һәм әсе һөйләшеү бөгөн киң таралған.

11 Ир менән ҡатын, үҙ-ара тупаҫ һөйләшеп, бер-береһенә оҙаҡ уңалмаҫлыҡ күңел яралары һала. Әлбиттә, Йәһүә ир менән ҡатын араһындағы ундай мөғәмәләне хупламай. Әммә тормош иптәшеңде үҙең дә аңламаҫтан рәнйетеүең бар. Бәлки, һин, бер насарлыҡ та эшләмәнем, тип уйлайһыңдыр. Ә тормош иптәшең нимә хис итә? Һүҙҙәрең уны рәнйеткән булһа, һин үҙгәрергә теләрһеңме? (Галаттарға 5:15; Ефестарға 4:31-ҙе уҡы).

12. Ирҙең йә ҡатындың Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә нимә тәьҫир итергә мөмкин?

12 Кеше алдындамы, икәү генә ҡалғандамы, тормош иптәшең менән нисек һөйләшеүең Йәһүә өсөн мөһим. (1 Петр 3:7-не уҡы.) Шулай уҡ Яҡуб 1:26-ла: «Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ», — тигән иҫкәртеү бар.

13. Тормош иптәшен тағы нимә рәнйетергә мөмкин?

13 Ир менән ҡатынға башҡа яҡтарҙан да бер-береһенә ҡарата бик иғтибарлы булырға кәрәк. Әйтәйек, һин башҡа берәй кеше менән күп ваҡыт үткәрә башланың, ти. Ул саҡта тормош юлдашың нимә хис итер? Һинең вәғәздә берәйһе менән хеҙмәттәшлек итеү йә берәй проблеманы сисеүҙә ярҙам итеү кеүек сәбәбең барҙыр, шулай ҙа тормош иптәшеңдең күңеле кителмәҫме? Бер апай-ҡәрҙәш былай тигән: «Ирем йыйылыштағы бер апай-ҡәрҙәшкә сиктән тыш күп иғтибар һәм ваҡыт бүлә. Был мине шул тиклем көйөндөрә, мин хатта үҙемде кәрәкһеҙ тип тоям».

14. а) Башланмыш 2:24-тән беҙ ниндәй мөһим хәҡиҡәтте беләбеҙ? б) Үҙеңә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

14 Мәсихсе булараҡ, ата-әсәләребеҙ алдында ла, ҡәрҙәштәребеҙ алдында ла бурыстарыбыҙ бар. Әммә, никахҡа ингәс, төп бурысыбыҙ — тормош иптәшебеҙ хаҡында ҡайғыртыу. Йәһүә, ир «ҡатынына ҡушылыр», тигән (Башланмыш 2:24). Тормош юлдашыбыҙҙың хистәре беҙҙең өсөн бик мөһим булырға тейеш. Үҙеңдән: «Мин тормош юлдашыма ваҡыт бирәмме, иғтибар һәм наҙлы һөйөү күрһәтәмме? Уның быға мохтаж һәм хаҡлы булыуын аңлайыммы?» — тип һора.

15. Ни өсөн мәсихсегә үҙенең ире йә ҡатыны булмаған кеше менән тығыҙ аралашыуҙан һаҡ булырға кәрәк?

15 Тормош иптәшебеҙ булмаған кеше менән сиктән тыш яҡынайыуҙы йоҡа боҙ өҫтөндә йөрөү менән сағыштырып була. Сит кеше менән мауығып, уға эҫенеп китеүебеҙ ихтимал (Матфей 5:28). Ундай хистәр тамыр йәйеп, никахыңды хурлаған ҡылыҡҡа килтерергә мөмкин.

«НИКАХ ТҮШӘКТӘРЕ САФ БУЛҺЫН»

16. Изге Яҙмала никахҡа ҡағылышлы ниндәй әмер яҙылған?

16 «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын» тигән һүҙҙәрҙән һуң Изге Яҙмала: «Никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит», — тиелә (Еврейҙарға 13:4). Бында «никах түшәктәре» ир менән ҡатын араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе аңлата (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18). Беҙ нисек шул мөнәсәбәттәргә хөрмәт күрһәтеп, уларҙы саф килеш һаҡлай алабыҙ?

17. а) Бөгөн күптәр зина ҡылыуға нисек ҡарай? б) Мәсихселәр зина ҡылыуға нисек ҡарарға тейеш?

17 Бөгөн күптәр тормош юлдашына хыянат итеүҙә бер насарлыҡ та күрмәй. Әммә беҙ был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенә үҙебеҙгә тәьҫир итергә юл ҡуйырға тейеш түгел. Йәһүә енси әхлаҡһыҙлыҡты һәм зина ҡылыуҙы нәфрәт итеүен Изге Яҙмала ап-асыҡ күрһәтә. (Римдарға 12:9-ҙы уҡы; Еврейҙарға 10:31; 12:29.) Иребеҙ йә ҡатыныбыҙ булмаған кеше менән енси мөнәсәбәткә инеп, беҙ никахыбыҙҙы бысратыр инек. Шулай итеп беҙ Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмауыбыҙҙы күрһәтер инек һәм уның менән дуҫлығыбыҙҙы емерер инек. Шуға күрә зина ҡылыуға килтерә торған юлға аяҡ та баҫырға ярамай. Был башҡа кеше хаҡында таҙа булмаған уйҙарҙан ҡасыуҙы ла үҙ эсенә ала (Әйүп 31:1).

18. а) Ни өсөн зина ҡылыуҙы ялған илаһтарға табыныу менән сағыштырып була? б) Йәһүәнең зина ҡылыуға ҡарашы ниндәй?

18 Боронғо Израилдә зина ҡылыу Муса ҡануны буйынса ялған илаһтарға табыныу кеүек үк ауыр гонаһ тип һаналған. Был ике гонаһтың һәр береһе өсөн кешене үлем язаһы көткән (Левиттар 20:2, 10). Зина ҡылыуҙың ялған илаһтарға табыныу менән ниндәй уртаҡлығы бар? Ялған илаһтарға табынған израиль кешеһе, Йәһүәгә тоғролоҡҡа биргән антын боҙоп, уға хыянат иткән. Зина ҡылған кеше иһә тормош иптәшенә хыянат иткән (Сығыш 19:5, 6; Ҡанун 5:9; Малахи 2:14-те уҡы). Эйе, боронғо заманда Йәһүә зина ҡылыуҙы ауыр гонаһ тип һанаған.

19. Беҙгә зина ҡылмаҫҡа нимә тәүәккәллек өҫтәр?

19 Ә бөгөнгө көндә нисек? Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡан булһа ла, Йәһүәнең зина ҡылыуға ҡарашы үҙгәрмәгән. Беҙ бер ҡасан да ялған илаһҡа табынмаясаҡбыҙ, шуның кеүек үк зина ҡылырға ла тейеш түгелбеҙ (Зәбур 51:1, 4; Колосстарға 3:5). Әгәр шулай эшләһәк, никахыбыҙҙы ла, Аллабыҙ Йәһүәне лә хурлар инек. (26-сы ҡушымтаны ҡара.)

НИКАХЫБЫҘҘЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА?

20. Зирәклек никахты нығытырға нисек ярҙам итә?

20 Һин никахыңды нисек нығыта алаһың? Алла Һүҙендә: «Йорт зирәклек менән ҡорола һәм үткер аҡыл менән нығытыла», — тип әйтелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:3). Йорт һыуыҡ, буш йәиһә йылы, йәмле һәм хәүефһеҙ булырға мөмкин. Никах тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Зирәк кеше никахы хәүефһеҙ, шатлыҡлы булһын һәм көс биреп торһон өсөн, күп тырышлыҡ һала.

21. Белем никахты нисек нығыта ала?

21 Изге Яҙмала, йорт хаҡындағы фекерҙе дауам итеп, былай тиелә: «Белем ярҙамында уның бүлмәләре төрлө-төрлө ҡиммәтле һәм матур нәмәләр менән тула» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:4). Алла Һүҙендәге белем никах тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала (Римдарға 12:2; Филиптарға 1:9). Һеҙ, ирле-ҡатынлы булараҡ, бергәләп Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте уҡығанда, белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланыу хаҡында фекер алышығыҙ. Бер-берегеҙгә яратыу һәм хөрмәт күрһәтер өсөн, игелекле һәм иғтибарлы булыр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Йәһүәнән тормош иптәшең өсөн һине күркәмерәк иткән, никахыңды нығытырға булышлыҡ иткән сифаттар үҫтерергә ярҙам һора (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:16, 17; 1 Петр 1:7).

Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылғанда Йәһүәнән ярҙам һора

22. Ни өсөн тормош иптәшеңә яратыу һәм хөрмәт күрһәтергә кәрәк?

22 Беҙгә, бөтә көсөбөҙҙө һалып, тормош иптәшебеҙгә хөрмәт һәм яратыу күрһәтергә тырышырға кәрәк. Шул саҡта никахыбыҙ тағы ла нығыраҡ һәм йылыраҡ булыр. Ә иң мөһиме, шулай итеп беҙ Йәһүәне ҡыуандырырбыҙ (Зәбур 147:11; Римдарға 12:10).