Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

«Фәхешлектән ҡасығыҙ»

«Фәхешлектән ҡасығыҙ»

«Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ» (КОЛОССТАРҒА 3:5).

1, 2. Валаам Алла халҡына нисек зыян килтерергә тырышҡан?

БАЛЫҠСЫ балыҡтың билдәле бер төрөн тоторға теләй һәм кәрәкле урынға килә. Тейешле ем һайлап, ул ҡармағын һыуға ырғыта. Шунан сабырлыҡ менән көтә, һәм сиртә башлау менән ул ҡармағын ҡапыл тартып, балыҡты эләктереп ала.

2 Кешеләрҙе лә шулай эләктереп була. Мәҫәлән, израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә яҡынлашҡас, Муав тигеҙлектәрендә лагерь ҡороп урынлашҡан. Муав батшаһы Валаам исемле кешегә Израилде ҡәһәрләргә ҡушҡан һәм бының өсөн күп аҡса вәғәҙә иткән. Һөҙөмтәлә Валаам тура килгән «емде» тапҡан: израилдәрҙе үҙ-үҙенә ләғнәт төшөрөргә этәргән. Ирҙәрҙе аҙҙырыр өсөн, ул Израиль лагерына Муавтың йәш ҡыҙҙарын ебәргән (Һандар 22:1—7; 31:15, 16; Асылыш 2:14).

3. Нисек израилдәр Валаамдың «еменә ҡапҡан»?

3 Валаамдың «еменә балыҡ ҡапҡанмы»? Эйе. Меңләгән израиль ир-аты «Муав ҡыҙҙары менән фәхешлек ҡылған» (Һандар 25:1—9). Улар шулай уҡ ялған илаһтарға, шул иҫәптән фәхешлек илаһы ерәнгес Пиғур Ваалы, табына башлаған. Һөҙөмтәлә 24 000 израиль кешеһе Вәғәҙә ителгән ерҙең тап сигендә һәләк булған! (Һандар 25:1—9).

4. Ни өсөн израилдәр енси әхлаҡһыҙлыҡ тоҙағына эләккән?

4 Ни өсөн шул тиклем күп кеше Валаамдың «еменә ҡапҡан» һуң? Улар үҙенең эгоистик теләктәрен ҡәнәғәтләндереү хаҡында ғына уйлаған һәм Йәһүәнең үҙҙәре хаҡына эшләгән бар эштәрен дә онотҡан. Аллаға тоғролоҡ һаҡлар өсөн, израилдәрҙең күп сәбәптәре булған. Ул уларҙы Мысырҙан азат иткән, сүлдә ашатҡан һәм Вәғәҙә ителгән ергә алып килгән (Еврейҙарға 3:12). Шуға ҡарамаҫтан улар енси әхлаҡһыҙлыҡ тоҙағына эләккән. Илсе Павел былай тип яҙған: «Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек — бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды» (1 Коринфтарға 10:8).

5, 6. Муав тигеҙлектәрендә булған хәлдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 Яңы донъя бик яҡын. Беҙ ҙә, израилдәр кеүек, Вәғәҙә ителгән ерҙең ситендә торабыҙ, тип әйтергә була (1 Коринфтарға 10:11). Бөгөнгө донъя, секс тип, муавтарҙан да нығыраҡ ҡоторона. Ундай ҡараш еңел генә Йәһүә халҡына ла тәьҫир итергә мөмкин. Эйе, енси әхлаҡһыҙлыҡ — Иблис ҡулланған иң уңышлы «ем» (Һандар 25:6, 14; 2 Коринфтарға 2:11; Йәһүҙә 4).

6 Үҙеңә шундай һорау бир: «Мин нимә һайлармын — ҡыҫҡа ваҡытлы ғына ҡәнәғәтлек кисереүҙеме, әллә яңы донъяла мәңге йәшәүҙеме?» Йәһүәнең «фәхешлектән ҡасығыҙ» тигән әмеренә буйһонор өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләү мөһим түгелме ни? (1 Коринфтарға 6:18).

ЕНСИ ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠ НИМӘ УЛ?

7, 8. Енси әхлаҡһыҙлыҡ нимә ул? Ни өсөн был бик етди һорау?

7 Бөгөн күп кешегә аҙғынлыҡ һәм Алланың енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы ҡанундарын асыҡтан-асыҡ һанға һуҡмау хас. Изге Яҙма буйынса, енси әхлаҡһыҙлыҡ законлы никахта тормаған ике кеше араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе аңлата. Ул шулай уҡ бер енестәге кешеләр араһындағы аҙғынлыҡ ҡылыуҙы һәм хайуан менән енси мөнәсәбәттәргә инеүҙе үҙ эсенә ала. Енси мөнәсәбәттәр ораль һәм аналь секс, башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләүҙе лә аңлата. (23-сө ҡушымтаны ҡара.)

8 Әгәр ҙә берәйһе Алланың әхлаҡи нормаларын боҙоп йәшәүен дауам итә икән, ундай кеше йыйылышта ҡала алмай, тип Изге Яҙмала ап-асыҡ әйтелә (1 Коринфтарға 6:9; Асылыш 22:15). Бынан тыш, әхлаҡһыҙ кеше үҙ-үҙенә ихтирамын һәм башҡаларҙың ышанысын юғалта. Әхлаҡһыҙлыҡ һәр ваҡыт проблемаларға килтерә. Ғәҙәттә ул выждан ғазабына, сирҙәргә, ә йыш ҡына ауырға ҡалыуға, никахтағы ауырлыҡтарға, хатта үлемгә килтерә. (Галаттарға 6:7, 8-ҙе уҡы.) Әгәр кеше, туҡта әле, был нимәгә килтерәсәк, тип уйланһа, ул моғайын, әхлаҡһыҙ эш ҡылырға теләмәҫ ине. Әммә әхлаҡһыҙлыҡҡа тәүге аҙым яһағанда, йыш ҡына кеше үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндереү хаҡында ғына уйлай. Ғәҙәттә, тәүге аҙым порнография була.

ПОРНОГРАФИЯ — ТӘҮГЕ АҘЫМ

9. Ни өсөн порнография бик ҡурҡыныс?

9 Порнография енси дәрт уятыр өсөн уйлап сығарылған. Бөгөн порнография бөтә ерҙә лә осрай: уны музыка тыңлағанда ишетергә, журналдарҙа, китаптарҙа, интернетта, телевидениела күрергә була. Ҡайһы берәүҙәр уны зыянһыҙ тип һанай, әммә ысынында ул бик ҡурҡыныс. Ул кешелә сексҡа әүәҫлек һәм боҙоҡ теләктәр тыуҙыра. Порнография менән мауығыу мастурбация ғәҙәтенә, ҡомһоҙлоҡҡа, никахтағы етди ҡаршылыҡтарға һәм хатта айырылышыуға килтерергә мөмкин. (Римдарға 1:24—27; Ефестарға 4:19; 24-се ҡушымтаны ҡара.)

Интернетҡа ингәндә һаҡ булырға кәрәк

10. Яҡуб 1:14, 15-тә яҙылған принцип беҙгә әхлаҡһыҙлыҡтан ситтә торорға нисек ярҙам итә ала?

10 Енси әхлаҡһыҙлыҡ нисек ылыҡтырырға мөмкин икәнен аңлау бик мөһим. Яҡуб 1:14, 15-тәге иҫкәртеүгә иғтибар ит. Унда: «Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра. Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә», — тиелә. Шуға күрә дөрөҫ булмаған уйҙар тыуыу менән үк уларҙан шунда уҡ ҡотолорға тырыш. Яңылыш берәй эротик һүрәт күреп ҡалһаң, ситкә борола һал, компьютерҙы һүндер, каналды алмаштыр. Алама теләктәрҙе тормошоңа индермә. Юғиһә, насар теләктәр көсәйеп китһә, уларҙы контролдә тотоу ауыр булыр. (Матфей 5:29, 30-ҙы уҡы.)

11. Насар уйҙар тыуғанда Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә ала?

11 Йәһүә беҙҙе үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә. Ул камил булмауыбыҙҙы лә белә. Ул шулай уҡ насар теләктәрҙе еңә алыуыбыҙҙы ла белә. Йәһүә беҙгә былай ти: «Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ» (Колосстарға 3:5). Быны эшләү еңел булмаһа ла, Йәһүә беҙгә ҡарата түҙемле һәм ярҙам итергә әҙер (Зәбур 68:19). Бер йәш ағай-ҡәрҙәш порнография ҡарау тоҙағына эләккән һәм мастурбацияға ғәҙәтләнеп киткән. Мәктәптәге дуҫтары быны ҙурайыуҙың тәбиғи бер өлөшө тип һанаған, әммә ул былай ти: «Бының арҡаһында выжданым тупаҫланды, һәм мин әхлаҡһыҙ тормош юлына аяҡ баҫтым». Ул теләктәрен контролгә алырға кәрәклеген аңлаған һәм Йәһүә ярҙамында алама ғәҙәттәрен ташлаған. Башыңа насар уйҙар килһә, фекерҙәрең саф булһын өсөн, Йәһүәнән «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» һора (2 Коринфтарға 4:7; 1 Коринфтарға 9:27).

12. Ни өсөн беҙгә йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк?

12 Сөләймән: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йөрәк — йәшәү сығанағы бит», — тип яҙған (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23). «Йөрәк» — эске булмышыбыҙ, Йәһүә күргән эске шәхесебеҙ. Нимәгә ҡарауыбыҙ беҙгә ныҡ тәьҫир итә. Тоғро Әйүп былай тигән: «Мин күҙем менән килешеү төҙөнөм. Нисек инде ғиффәтле ҡыҙға күҙ һалайым, ти?» (Әйүп 31:1). Әйүп кеүек беҙ ҙә ҡайҙа ҡарауыбыҙҙы һәм нимә хаҡында уйлауыбыҙҙы контролдә тоторға тейеш. Мәҙхиә йырлаусы һымаҡ беҙ: «Күҙҙәремде боҙоҡ нәмәләрҙән ситкә бор», — тип доға ҡылабыҙ (Зәбур 119:37).

ДИНӘНЕҢ АҠЫЛҺЫҘ ҺАЙЛАУЫ

13. Динә үҙенә ниндәй дуҫтар һайлаған?

13 Дуҫтарыбыҙ беҙгә ныҡ тәьҫир итә ала: йә яҡшы яҡтан, йә насар яҡтан. Үҙеңә Алланың нормалары буйынса йәшәгән дуҫтар һайлаһаң, улар һиңә лә шулай йәшәргә ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Коринфтарға 15:33-тө уҡы). Дуҫтарҙы аҡыллы һайлау ни тиклем мөһим икәнен Динә менән булған хәл күрһәтә. Ул Яҡуп ҡыҙҙарының береһе булған, тимәк, ул Йәһүәгә табынған ғаиләлә үҫкән. Динә инсафлы ҡыҙ булһа ла, Йәһүәгә табынмаған Ҡынаан ҡыҙҙары менән дуҫлашып киткән. Ҡынаандарҙың енси мөнәсәбәткә ҡарашы Алла халҡыныҡынан ныҡ айырылып торған. Ҡынаандар әхлаҡһыҙлығы менән билдәле булған (Левиттар 18:6—25). Динә әхирәттәре янына килгән саҡта Шехем исемле Ҡынаан егете менән танышҡан. Шехем уны оҡшатҡан. Ул «атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше» тип һаналған. Шулай ҙа ул Йәһүәне яратмаған (Башланмыш 34:18, 19).

14. Динә менән нимә булған?

14 Динәне оҡшатҡас, Шехем үҙе өсөн ғәҙәти һәм тәбиғи булғанса эш иткән. Ул «ҡыҙҙы тотоп алды ла көсләне», — тиелә Изге Яҙмала. (Башланмыш 34:1—4-те уҡы.) Был енәйәт арҡаһында Динәнең үҙенә һәм ғаиләһенә бәлә килтергән башҡа аяныс ваҡиғалар башланған (Башланмыш 34:7, 25—31; Галаттарға 6:7, 8).

15, 16. Нисек зирәгерәк булып китергә?

15 Алланың әхлаҡи нормалары файҙа килтергәненә инаныр өсөн, беҙгә Динәнең хатаһын ҡабатларға кәрәк түгел. «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). «Игелек юлының асылына» төшөнөүҙе маҡсат итеп ҡуй, шул саҡта кәрәкмәгән әрнеүҙәрҙән һәм ғазаптарҙан ситтә торорһоң (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—9; Зәбур 1:1—3).

16 Беҙ, Алла Һүҙен өйрәнеп, берәй ҡарар ҡабул итер алдынан доға ҡылып, ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, зирәгерәк булып китә алабыҙ (Матфей 24:45; Яҡуб 1:5). Әлбиттә, барыбыҙ ҙа үҙенең көсһөҙ һәм камил түгеллеген белә (Иремия 17:9). Әммә һине, бына-бына әхлаҡһыҙ эш ҡылыу алдында тораһың, тип иҫкәртһәләр, үҙеңде нисек тотор инең? Үпкәләр инеңме йә, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, кәңәште ҡабул итер инеңме? (2 Батшалар 22:18, 19).

17. Ҡәрҙәштең кәңәше беҙгә нисек ярҙам итә алғанын күрһәткән миҫал килтер.

17 Мәҫәлән, ошондай хәлде күҙ алдыңа килтер. Апай-ҡәрҙәшебеҙгә уның менән бергә эшләгән бер ир иғтибар күрһәтә башлай һәм осрашырға тәҡдим итә. Ул Йәһүәгә хеҙмәт итмәй, әммә һөйкөмлө һәм игелекле булып күренә. Башҡа бер апай-ҡәрҙәш уларҙы бергә күрә һәм һуңыраҡ уны киҫәтергә тырыша. Теге апай-ҡәрҙәш үҙен нисек тотор? Ул аҡлана башлармы йә иҫкәртеүҙең ни тиклем аҡыллы булыу хаҡында уйланырмы? Апай-ҡәрҙәш Йәһүәне яраталыр һәм дөрөҫ эш итергә теләйҙер. Әммә хеҙмәттәше менән осрашыуын дауам итһә, уның хаҡында, фәхешлектән ҡаса, тип әйтеп буламы йә ул үҙ йөрәгенә таянамы? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3; 28:26; Матфей 6:13; 26:41).

ЙОСОФТАН ӨЛГӨ АЛ

18, 19. Йософ енси әхлаҡһыҙлыҡтан нисек ҡасҡан? Аңлат.

18 Йәш сағында Йософ Мысырға ҡоллоҡҡа эләккән. Хужаһының ҡатыны көн һайын уны яҡынлыҡ ҡылырға өгөтләгән, ләкин Йософ бының дөрөҫ түгел икәнен белгән. Ул Йәһүәне яратҡан һәм уны ҡыуандырырға теләгән. Шуға күрә был ҡатын уға бәйләнгән һайын, Йософ баш тартҡан. Ҡол булғанлыҡтан ул үҙ хужаһынан былай ғына китә алмаған. Бер заман хужаһының ҡатыны уны үҙе менән ятырға көсләгәндә, ул «йорттан йүгереп сығып» киткән. (Башланмыш 39:7—12-не уҡы.)

19 Әгәр Йософ әхлаҡһыҙ уйҙарға бирелһә йә был ҡатын хаҡында хыялланып йөрөһә, бәлки, хәл башҡасараҡ булыр ине. Ләкин Йософ өсөн иң мөһиме Йәһүә менән мөнәсәбәттәр булған. Ул хужа ҡатынына былай тигән: «Хужам бөтә нәмәһен ҡарарға миңә ышанып тапшырҙы. [...] Һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ бында. Һин уның ҡатыныһың. Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» (Башланмыш 39:8, 9).

20. Йәһүәнең Йософто хуплағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

20 Йософ үҙ ғаиләһенән һәм тыуған йортонан алыҫта булһа ла, һәр ваҡыт Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған, һәм Йәһүә уны фатихалаған (Башланмыш 41:39—49). Йософтоң тоғролоғо Йәһүәне бик һөйөндөргән (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Эйе, әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тороу ауыр булырға мөмкин. Әммә ошо һүҙҙәрҙе онотма: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара» (Зәбур 97:10).

21. Бер йәш ағай-ҡәрҙәш нисек Йософтан өлгө алған?

21 Йәһүә халҡы «яуызлыҡты нәфрәт итеүен» һәм «яҡшылыҡты яратыуын» ҡыйыулыҡ менән күрһәтеп йәшәй (Амос 5:15). Нисә йәштә генә булһаң да, һин Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай алаһың. Бер йәш ағай-ҡәрҙәштең иманы мәктәптә һыналған. Синыфташ ҡыҙы, әгәр математиканан контроль эшендә ярҙам итһәң, һинең менән енси мөнәсәбәткә инәм, тигән. Ағай-ҡәрҙәш нимә эшләгән? Ул Йософ һымаҡ эш иткән. «Мин һис икеләнмәй был тәҡдимдән баш тарттым», — тип һөйләй ағай-ҡәрҙәш. «Сафлығымды һаҡлап, мин үҙ-үҙемде хөрмәт итеүемде күрһәттем». Әхлаҡһыҙлыҡтан «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт» йыш ҡына күңел әрнеүенә һәм йән ғазабына килтерә (Еврейҙарға 11:25). Йәһүәгә буйһоноу иһә һәр ваҡыт оҙайлы бәхеткә илтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22).

ЙӘҺҮӘ ҺИҢӘ ЯРҘАМ ИТҺЕН

22, 23. Беҙ хатта ауыр гонаһ ҡылһаҡ та, Йәһүә нисек ярҙам итә ала?

22 Иблис енси аҙғынлыҡ менән әүрәтеп, беҙҙе эләктерергә тырышасаҡ, һәм был етди һынау булырға мөмкин. Ихтимал, һәр беребеҙҙең дә ваҡыт-ваҡыт насар уйҙары тыуалыр (Римдарға 7:21—25). Йәһүә быны аңлай һәм «беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:14). Ә мәсихсе, әхлаҡһыҙлыҡҡа бирелеп, етди гонаһ ҡылһа? Уның хәле өмөтһөҙмө? Юҡ. Әгәр кеше ихлас тәүбә итһә, Йәһүә уға ярҙам итәсәк. Алла «кисерергә әҙер» (Зәбур 86:5; Яҡуб 5:16; Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13-тө уҡы).

23 Йәһүә шулай уҡ беҙҙең хаҡта ҡайғыртыусы өлкәндәрҙе биргән (Ефестарға 4:8, 12; Яҡуб 5:14, 15). Беҙгә уның менән мөнәсәбәттәрҙе яңыртырға ярҙам итер өсөн, Йәһүә өлкәндәрҙе ҡуллана (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:32).

АЙЫҠ АҠЫЛҒА ЭЙӘ БУЛ

24, 25. Айыҡ аҡылға эйә булыу беҙгә нисек әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға ярҙам итә?

24 Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, Йәһүәнең ҡанундары беҙгә ниндәй файҙа килтерә икәнен аңларға кәрәк. Беҙ Ғибрәтле һүҙҙәр 7:6—23-тә һүрәтләнгән егет кеүек булырға теләмәйбеҙ. Аҡылһыҙлығы арҡаһында, йәғни айыҡ аҡылға эйә булмағанға, ул енси әхлаҡһыҙлыҡ «еменә ҡапҡан». Айыҡ аҡыллы булыу белемле булыуҙан күберәкте аңлата. Айыҡ аҡыллы булһаҡ, беҙ Алланың фекер йөрөтөү рәүешен аңларға һәм уны тормошта ҡулланырға тырышырбыҙ. Ошо аҡыллы һүҙҙәрҙе иҫтә тот: «Зирәк йөрәккә эйә булған һәр кем үҙ йәнен ярата. Үткер аҡыл туплаусы уңышҡа ирешер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:8).

25 Һин Алла ҡанундарының дөрөҫ икәненә инандыңмы? Улар буйынса йәшәү ысындан да бәхет килтерә икәненә ышанаһыңмы? (Зәбур 19:7—10; Ишағыя 48:17, 18). Әгәр ҙә әлегә шиктәрең ҡалһа, Йәһүәнең һинең хаҡҡа эшләгән бөтә игелекле эштәрен иҫеңә төшөр. «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ», — тиелә Изге Яҙмала (Зәбур 34:8). Игелеге хаҡында күберәк уйлаған һайын, һин Йәһүәне нығыраҡ яратырһың. Ул яратҡанды ярат, ул нәфрәт иткәнде нәфрәт ит. Аҡылыңды яҡшы фекерҙәр менән — хәҡиҡәткә, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә һәм әҙәпкә лайыҡлы уйҙар менән тултыр (Филиптарға 4:8, 9). Беҙ ҙә Йәһүәнең зирәклеген файҙаланған Йософ һымаҡ эш итә алабыҙ (Ишағыя 64:8).

26. Киләһе ике бүлектә нимә ҡарала?

26 Никахтамы һин, юҡмы, Йәһүә һинең бәхетле йәшәүеңде теләй. Киләһе ике бүлектә һүҙ бәхетле ғаилә ҡороу хаҡында барасаҡ.