Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Эшеңдән ҡәнәғәтлек тап

Эшеңдән ҡәнәғәтлек тап

«Кеше өсөн... тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ» (ВӘҒӘЗСЕ 2:24).

1—3. а) Күптәрҙең эшкә ҡарашы ниндәй? б) Был бүлектә беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

БӨГӨНГӨ көндә кешеләр үҙен һәм ғаиләһен тәьмин итер өсөн, көс түгеп күп эшләй. Күптәргә эше оҡшамай, һәм улар көн һайын эшкә үҙ-үҙен һөйрәп тигәндәй алып бара. Һиңә лә шундай хистәр таныштыр. Улайһа, эшең шатлыҡ килтерһен өсөн, ниндәй аҙымдар яһарға була?

2 Йәһүә кешеләр хаҡында: «Улар ашап-эсергә һәм тырыш хеҙмәттәренән ҡәнәғәтлек табырға тейеш. Был — Алла бүләге», — ти (Вәғәзсе 3:13). Йәһүә беҙҙе эшләү ихтыяжы һәм теләге менән барлыҡҡа килтергән. Уның ниәте буйынса эш беҙгә ҡәнәғәтлек килтерергә тейеш. (Вәғәзсе 2:24; 5:18-ҙе уҡы.)

3 Быға нисек ирешеп була? Мәсихселәр эштең ҡайһы төрҙәренән баш тартырға тейеш? Эшебеҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға ҡамасауламаһын өсөн, нисек аҡыллы ҡараш һаҡларға? Ниндәй эш беҙҙең өсөн иң мөһим?

ИКЕ ИҢ БӨЙӨК ЭШСЕ

4, 5. Йәһүә эшкә нисек ҡарай?

4 Йәһүә эшләргә ярата. Башланмыш 1:1-ҙә: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тиелә. Ерҙе һәм унда булған бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереп бөткәс, ул эшләгәндәренә, «бик яҡшы», тип баһа биргән (Башланмыш 1:31). Барлыҡҡа килтереүсебеҙ бар иткәндәре менән ҡәнәғәт булған (1 Тимофейға 1:11).

5 Йәһүә бер ҡасан да эшләүҙән туҡтамай. Ғайса: «Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә», — тигән (Яхъя 5:17). Әлбиттә, Йәһүәнең бөтә ғәжәп эштәре хаҡында белеп булмай, әммә ниҙер беҙгә билдәле. Мәҫәлән, ул үҙенең Улы Ғайса Мәсих менән бергә күктә идара итеүселәрҙе һайлай (2 Коринфтарға 5:17). Йәһүә шулай уҡ арымай-талмай кешеләр хаҡында хәстәрлек күрә. Бөтә донъя буйлап үткәрелгән вәғәз эше ярҙамында миллионлаған кеше Йәһүә менән таныша һәм ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү өмөтөнә эйә була (Яхъя 6:44; Римдарға 6:23).

6, 7. Ғайса эшкә нисек ҡарай?

6 Атаһы шикелле, Ғайса ла эшләргә ярата. Ергә килер алдынан ул күктә һәм ерҙә бар нәмәне барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашып, Алла янында «оҫта һөнәрсе» булған (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22—31; Колосстарға 1:16, 17). Ерҙә йәшәгәндә лә Ғайса ҡулдарына ял бирмәгән. Үҫмер сағынан уҡ ул балтасылыҡ һөнәрен тырышып өйрәнгән. Ул, бәлки, өй йыһаздары эшләгәндер һәм йорттар төҙөүҙә ҡатнашҡандыр. Ғайса үҙ һөнәрен шул тиклем яҡшы үҙләштергән, уны, хатта, «балта оҫтаһы» булараҡ белгәндәр (Марк 6:3).

7 Шулай ҙа һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү һәм кешеләргә Йәһүә хаҡында һөйләү Ғайсаның иң мөһим эше булған. Был эште башҡарыу өсөн уның өс йыл ярым ваҡыты булған, һәм ул таңдан алып ҡара төнгә тиклем бар көсөн һалып хеҙмәт иткән (Лука 21:37, 38; Яхъя 3:2). Һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерер өсөн, Ғайса туҙанлы юлдарҙан йәйәүләп йөҙәрләгән саҡрым үткән (Лука 8:1).

8, 9. Ни өсөн хеҙмәт Ғайсаға ҡәнәғәтлек килтергән?

8 Алла ҡушҡан эште башҡарыу Ғайса өсөн ризыҡҡа тиң булған. Был эш уны илһамландырған һәм көс биреп торған. Ҡайһы саҡтарҙа Ғайса хеҙмәт менән шул тиклем мауыҡҡан, хатта ашап алырға ла ваҡыты булмаған (Яхъя 4:31—38). Атаһы хаҡында һөйләр өсөн ул бер мөмкинлекте лә ҡулынан ысҡындырмаған. Шуға ла ул: «Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем», — тип әйтә алған (Яхъя 17:4).

9 Күреүебеҙсә, Йәһүә лә, Ғайса ла тырышып эшләй һәм үҙ эшенән шатлыҡ, ҡәнәғәтлек таба. Беҙ Йәһүәнән өлгө алырға һәм «Мәсих... эҙенән барырға» теләйбеҙ (Ефестарға 5:1; 1 Петр 2:21). Бына шуға күрә беҙ эшсән булырға һәм, нимә генә эшләһәк тә, барыһын да мөмкин тиклем һәйбәтерәк башҡарырға тырышабыҙ.

ҮҘ ЭШЕҢӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ

10, 11. Эшебеҙгә ҡарата ыңғай ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?

10 Йәһүәгә хеҙмәт итеү менән бер рәттән беҙ, үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн, тырышып эшләйбеҙ. Һәр беребеҙ эштән шатлыҡ табырға теләй, әммә беҙ уйлағанса ғына килеп сыҡмай шул. Эшеңдән ҡәнәғәт булмаһаң, ниндәй аҙымдар яһап була?

Ыңғай ҡараш һаҡлаһаң, һәр эштән ҡәнәғәтлек табырға була

11 Ыңғай ҡараш үҫтер. Ҡай саҡ беҙ эш урынын алмаштыра ла, эш сәғәтен ҡыҫҡарта ла алмайбыҙ, әммә ҡарашыбыҙҙы үҙгәртә алабыҙ. Бының өсөн, Йәһүәнең үҙебеҙҙән нимә көтөүен аңларға кәрәк. Мәҫәлән, Йәһүә ғаилә башлығының үҙ ғаиләһен тәьмин итер өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләүен көтә. Эйе, Изге Яҙмала, «ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек» күрмәгән кеше «иманһыҙҙан да яманыраҡ», тиелә (1 Тимофейға 5:8). Һин ғаилә башлығы икән, тимәк, ғаиләң хаҡында ҡайғыртыр өсөн, тырышып эшләйһең. Эшең һиңә оҡшаймы, оҡшамаймы, иҫтә тот, ғаиләңде тәьмин итеп, һин Йәһүәне һөйөндөрәһең.

12. Эшсән һәм намыҫлы булыу ниндәй файҙа килтерә?

12 Эшсән һәм намыҫлы бул. Шул саҡта эшең һиңә күберәк ҡәнәғәтлек килтерер (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:24; 22:29). Беренсенән, эш биреүсе һиңә ышаныс менән ҡарар. Намыҫлы эшселәрҙе ҡәҙерләйҙәр, сөнки улар эш ваҡытын да, эш биреүсенең аҡсаһын да, милкен дә урламай (Ефестарға 4:28). Икенсенән, һәм был иң мөһиме, эшсән һәм намыҫлы булыуыңды Йәһүә күрә. Йәһүәнең үҙеңде хуплауын белеп, саф выжданға эйә булырһың (Еврейҙарға 13:18; Колосстарға 3:22—24).

13. Эшсән һәм намыҫлы булыу тағы ниндәй емештәр килтерә?

13 Иҫтә тот, һин тәртибең менән Йәһүәне данлай алаһың. Был, эш менән ҡәнәғәт булыр өсөн, тағы бер сәбәп (Титҡа 2:9, 10). Тәртибеңде күреп, һинең менән бергә эшләгән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре хатта, бәлки, Изге Яҙманы өйрәнергә теләр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; 1 Петр 2:12-не уҡы.)

НИНДӘЙ ЭШ ҺАЙЛАРҒА?

14—16. Эш һайлағанда, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

14 Изге Яҙмала мәсихселәр өсөн ниндәй эш рөхсәт ителә, ә ниндәйҙән улар баш тартырға тейеш икәнен күрһәткән исемлек юҡ. Әммә унда эшкә ҡағылышлы аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән принциптар бар (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6). Шул принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡулланып, беҙ киләһе һорауҙарға яуап бирербеҙ.

Йәһүә нормаларына ҡаршы килмәгән эш эҙлә

15 Йәһүә хупламағанды эшләргә кәрәк булырмы? Белеүебеҙсә, Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләр бар. Мәҫәлән, урлау һәм алдау (Сығыш 20:4; Ғәмәлдәр 15:29; Ефестарға 4:28; Асылыш 21:8). Тимәк, беҙ Йәһүә нормаларына ҡаршы килгән һәр ҡайһы эште кире ҡағабыҙ. (1 Яхъя 5:3-тө уҡы.)

16 Был шөғөл Йәһүә хөкөм иткән эштәргә булышлыҡ күрһәтмәйме? Әйтәйек, һиңә тәмәке кибетендә эшләргә тәҡдим итәләр, ти. Һатыусы булып эшләүҙең бер насарлығы ла юҡ. Әммә һин Йәһүәнең тәмәке тартыуға нисек ҡарағанын беләһең. Һин үҙең тәмәке тартмаһаң да, унда эшләһәң, һиндә, башҡаларҙы үҙ тәнен нәжесләргә этәрәм, тигән хистәр тыумаҫмы? (2 Коринфтарға 7:1).

17. Йәһүәнең күңеленә хуш килгән ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

17 Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, беҙ Еврейҙарға 5:14-тә тасуирланған кешеләр һымаҡ булып китә алабыҙ. Унда былай тиелә: «Уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле». Үҙеңдән һора: «Ошо эшкә урынлашһам, башҡалар өсөн кәртә булмаҫмынмы? Эш тиеп, тормош иптәшемде һәм балаларымды ҡалдырып, алыҫ ергә, хатта сит илгә сығып китергә тура килмәҫме? Уларға был нисек тәьҫир итер?»

НИМӘ МӨҺИМЕРӘК, ШУНЫ АЙЫРА БЕЛ

18. Рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйыу ни өсөн ауыр булырға мөмкин?

18 Ошо «ауыр ваҡыттарҙа» Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйыу еңел булмаҫҡа мөмкин (2 Тимофейға 3:1). Эш табыу, эш урыныңды һаҡлау етди мәсьәлә булып тора. Ғаиләне тәьмин итергә кәрәк, әммә Йәһүәгә табыныуыбыҙ беренсе урында булырға тейеш. Матди нәмәләр тормошоңда иң мөһиме булып китмәһен өсөн, һаҡ бул (1 Тимофейға 6:9, 10). Әммә, мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белеп, шул уҡ ваҡытта ғаилә ихтыяждары хаҡында нисек ҡайғыртырға? (Филиптарға 1:10).

19. Йәһүәгә таяныу эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡларға беҙгә нисек ярҙам итер?

19 Тулыһынса Йәһүәгә таян. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-уҡы.) Беҙгә билдәле булыуынса, Йәһүә бөтә ихтыяждарыбыҙҙы ла белә һәм наҙ менән беҙҙең хаҡта ҡайғырта (Зәбур 37:25; 1 Петр 5:7). Изге Яҙмала былай тиелә: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: „Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам“, — тип әйткән» (Еврейҙарға 13:5). Йәһүә беҙҙең тик ғаиләбеҙҙе тәьмин итеү хаҡында ғына уйлап йөрөүебеҙҙе теләмәй. Ул үҙ хеҙмәтселәренең ихтыяждары хаҡында ҡайғырта алыуын инде күп тапҡырҙар күрһәткән (Матфей 6:25—32). Шарттарыбыҙ ниндәй генә булмаһын, эшебеҙ Изге Яҙманы даими өйрәнергә, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм мәсихселәр осрашыуҙарына йөрөргә ҡамасауларға тейеш түгел (Матфей 24:14; Еврейҙарға 10:24, 25).

20. Нисек ябай тормош алып барырға?

20 Күҙҙәрең «һау» булһын. (Матфей 6:22, 23-тө уҡы.) Ошо һүҙҙәргә ярашлы ябай тормош алып барһаҡ, хеҙмәткә туплана алырбыҙ. Эйе, аҡсаны, рәхәт тормошто йә яңы сыҡҡан гаджеттарҙы Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙан өҫтөн ҡуйыу ахмаҡлыҡ булыр ине. Иң мөһим нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйырға нимә ярҙам итер? Бурысҡа батмаҫ өсөн, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Әгәр инде бурысың булһа, уны кәметер өсөн йә бөтөрөр өсөн реаль план төҙө. Аҡсаға еңел ҡараһаҡ, материаль әйберҙәр хаҡында ҡайғыртыу беҙҙең бөтә ваҡытыбыҙҙы биләп аласаҡ, һөҙөмтәлә доға ҡылыу, өйрәнеү һәм вәғәзләү өсөн ваҡытыбыҙ ҡалмаҫҡа ла мөмкин. Матди әйберҙәргә тормошоңдо ҡатмарлаштырырға бирмә, ә ризыҡ һәм кейем һымаҡ иң кәрәкле нәмәләр менән ҡәнәғәт бул (1 Тимофейға 6:8). Нисек кенә булмаһын, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итеүҙә тағы ниҙер эшләп буламы, юҡмы икәнен белер өсөн, ваҡыт-ваҡыт үҙ шарттарыңды тикшереп торорға кәрәк.

21. Ни өсөн тормошобоҙҙа беренсе урында нимә булырға тейешлеген хәл итергә кәрәк?

21 Иң мөһим нәмәләрҙе һайла. Беҙ ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм милкебеҙҙе аҡыллы ҡулланырға тейеш. Быға етди ҡарамаһаҡ, ҡайҙалыр уҡып сығыу йә аҡса эшләү һымаҡ эштәр, ҡиммәтле ваҡытыбыҙҙы урларға мөмкин. «Иң тәүҙә Алла Батшалығын... эҙләгеҙ», — тигән Ғайса (Матфей 6:33). Ҡарарҙарыбыҙ, ғәҙәттәребеҙ, көндәлек эштәребеҙ һәм маҡсаттарыбыҙ — быларҙың барыһы ла йөрәгебеҙҙә беренсе урында нимә тороуын күрһәтә.

ИҢ МӨҺИМ ЭШ

22, 23. а) Мәсихсе өсөн ниндәй эш иң мөһиме? б) Эшеңдән ҡәнәғәтлек табырға нимә ярҙам итер?

22 Йәһүәгә хеҙмәт итеү һәм кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү — беҙ башҡара алған иң мөһим эш (Матфей 24:14; 28:19, 20). Был йәһәттән беҙ, Ғайса һымаҡ, хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә теләйбеҙ. Ҡайһы бер мәсихселәр вәғәзселәр етмәгән ергә күсә. Башҡалары, сит тел өйрәнеп, шул телдә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләй. Шундай ҡарарҙар ҡабул иткән ҡәрҙәштәр менән һөйләшеп ал. Улар һиңә тормоштары күпкә ҡыҙығыраҡ һәм бәхетлерәк булып китеүе хаҡында әйтер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22-не уҡы.)

Йәһүәгә хеҙмәт итеү — беҙ башҡара алған иң мөһим эш

23 Күбебеҙгә бөгөн ауыр эштә күп ваҡыт үткәрергә тура килә. Ҡайһы берәүҙәргә, ғаиләһенең хатта төп ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн генә лә, бер нисә эшкә урынлашырға тура килә. Йәһүә быны белә һәм ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй. Артабан да ниндәй генә эш башҡарһаң да, Йәһүәнән һәм Ғайсанан үрнәк алып, эшсән бул. Иҫтә тот, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән дә, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡ. Тап шул эш ысын ҡәнәғәтлек килтерә лә.