Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Яҡшы һүҙ — йән аҙығы

Яҡшы һүҙ — йән аҙығы

«Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын... тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ» (ЕФЕСТАРҒА 4:29).

1—3. а) Йәһүә беҙгә ниндәй бүләк биргән? Уны дөрөҫ ҡулланмау нимәгә килтерә? б) Һөйләү һәләтен беҙ нисек ҡулланырға тейеш?

АТАЙ үҫмер улына велосипед бүләк итте, ти. Улына шундай шәп бүләк бирә алыуына ул бик ҡыуана. Әммә улы велосипедта ипһеҙ йөрөһә, берәйһен бәреп йыҡһа һәм зыян килтерһә, атаһы нимә хис итер?

2 «Һәр игелекле һәм камил бүләк» Атайыбыҙҙан, Йәһүәнән килә (Яҡуб 1:17). Ундай иҫ киткес бүләктәрҙең береһе — һөйләү һәләте. Һүҙҙәр ярҙамында беҙ уй-хистәребеҙҙе белдерәбеҙ. Кәрәкле һүҙҙәр әйтеп, беҙ кешеләргә ярҙам итә алабыҙ, кәйефен күтәрә алабыҙ. Ләкин һүҙҙәребеҙ кешеләрҙе шулай уҡ рәнйетергә лә, уларға зыян килтерергә лә мөмкин.

3 Һүҙ ҙур ҡеүәткә эйә, һәм Йәһүә беҙҙе һөйләү һәләтен дөрөҫ ҡулланырға өйрәтә. Ул былай ти: «Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ» (Ефестарға 4:29). Алланың хуплауын алыр өсөн һәм башҡаларҙың рухын күтәрер өсөн, был бүләкте нисек ҡулланырға? Әйҙә, быны ҡарап сығайыҡ.

УЙЛАП ҺӨЙЛӘ

4, 5. Изге Яҙма буйынса, һүҙҙәр ниндәй көскә эйә?

4 Һүҙ ҙур көскә эйә, шуға күрә лә нимә һәм нисек һөйләребеҙ хаҡында ныҡлы уйларға кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 15:4-тә: «Йомшаҡ тел — тереклек ағасы, әммә тотанаҡһыҙ тел рухты ҡаҡшатыр», — тиелә. Эҫе көндә ағас күләгәһенә йәшенге килә. Шуның кеүек үк игелекле һүҙҙәр ҙә кешегә көс өҫтәп ебәрә. Тупаҫ һүҙҙәр иһә зыян килтерә һәм кешене кәмһетә (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:21).

Яғымлы һөйләшеү сафландыра

5 «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай», — тиелә Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙә. Яман һүҙҙәр күңелде яраларға һәм мөнәсәбәттәрҙе емерергә мөмкин. Бәлки, һин дә берәйһенең үҙеңә ниҙер әйтеп рәнйеткәнен хәтерләйһеңдер. Әммә шул уҡ аяттың икенсе өлөшөндә былай тиелә: «Аҡыллының теле дауалай». Эйе, уйлап әйтелгән һүҙҙәр йөрәк яраһын дауалай һәм бер-береңде аңламау арҡаһында емерелгән дуҫлыҡты яңырта ала. (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:24-те уҡы.) Һүҙҙәребеҙҙең башҡаларға йоғонто яһағанын иҫтә тотһаҡ, беҙ уйлап ҡына һөйләрбеҙ.

6. Ни өсөн телде контролдә тотоу ауыр?

6 Һүҙ менән һаҡ булырға кәрәклектең тағы бер сәбәбе — камил булмауыбыҙ. «Кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була», һәм һүҙҙәребеҙ йыш ҡына йөрәгебеҙҙә булғанды асыҡлай (Башланмыш 8:21; Лука 6:45). Телде контролдә тотоуҙы ысын көрәш менән сағыштырып була. (Яҡуб 3:2—4-те уҡы.) Шулай ҙа һүҙҙәребеҙ башҡаларға файҙа килтерһен өсөн, беҙгә яғымлы һөйләшергә өйрәнергә кәрәк.

7, 8. Һүҙҙәребеҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

7 Нисек һәм нимә һөйләүебеҙ өсөн беҙ Йәһүә алдында яуаплы. Был уйлап һөйләргә кәрәклектең тағы бер сәбәбе булып тора. Яҡуб 1:26-ла былай тиелә: «Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ». «Файҙаһыҙ» тип тәржемә ителгән һүҙ төп нөсхәлә «буш» тигәнде лә аңлата (1 Коринфтарға 15:17). Шуға күрә телде контролдә тотмаһаҡ, беҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерергә һәм хатта уны емерергә мөмкинбеҙ (Яҡуб 3:8—10).

8 Шулай итеп, нимә һәм нисек һөйләребеҙ хаҡында ныҡлы уйлау бик мөһим. Һөйләү һәләтен Йәһүә теләгәнсә ҡулланырға өйрәнер өсөн, нимәнән һаҡланырға тейешбеҙ икәнен дә белергә кәрәк.

ЙӘНДЕ ЯРАЛАЙ ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

9, 10. а) Беҙҙең көндәрҙә ниндәй телмәр киң таралған? б) Ни өсөн беҙ әҙәпһеҙ һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгел?

9 Беҙҙең көндәрҙә әҙәпһеҙ, әшәке һөйләшеүҙәр киң таралған. Күптәр, һүгенеп һәм насар һүҙҙәр ҡулланып ҡына үҙ фекереңде теүәл еткереп була, тип һанай. Тамашасыларҙы көлдөрөр өсөн, мәҙәкселәр йыш ҡына әшәке һәм әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләй. Әммә илсе Павел былай тигән: «Быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ» (Колосстарға 3:8). Ул шулай уҡ мәсихселәр араһында оятһыҙ мәҙәктәр һөйләү хаҡында «һүҙ ҙә булырға тейеш түгел» тип өҫтәгән (Ефестарға 5:3, 4).

10 Әҙәпһеҙ һүҙҙәр Йәһүәне һәм уны яратыусыларҙы хурлай. Был шаҡшы һәм әшәке телмәр. Изге Яҙмала, «шаҡшылыҡ» «гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре» иҫәбенә инә, тиелә (Галаттарға 5:19—21). «Шаҡшылыҡ», йәғни әшәкелек төрлө гонаһтарҙы үҙ эсенә ала, һәм бер әшәке ғәҙәт икенсе алама ғәҙәткә килтерә. Әгәр кеше әҙәпһеҙ, әшәке һүҙҙәр ҡулланырға ғәҙәтләнгән булһа һәм үҙгәрергә теләмәһә, уны йыйылыштан сығарыуҙары ихтимал. (2 Коринфтарға 12:21; Ефестарға 4:19; 23-сө ҡушымтаны ҡара.)

11, 12. а) Ҡара ғәйбәт нимә ул? б) Ни өсөн яла яғырға ярамай?

11 Беҙгә шулай уҡ ғәйбәттән һаҡланырға кәрәк. Дуҫтар һәм туғандарға ҡағылышлы яңылыҡтар менән бүлешеү, башҡалар менән ҡыҙыҡһыныу кеше өсөн тәбиғи. Беренсе быуатта ла мәсихселәр үҙ ҡәрҙәштәренең хәлен белергә, уларға нисек ярҙам итеү хаҡында хәстәрләргә теләгән (Ефестарға 6:21, 22; Колосстарға 4:8, 9). Әммә башҡалар хаҡында һөйләшеү еңел генә ғәйбәткә әйләнергә мөмкин. Ғәйбәтте ҡабатлап, ялғанды таратыуыбыҙ йәки кемдеңдер серен һатыуыбыҙ ихтимал. Һаҡ булмаһаҡ, яманлап һөйләү ялған ғәйепләүгә, йәғни яла яғыуға әйләнергә мөмкин. Фарисейҙар Ғайсаны ул эшләмәгән эштәрҙә ғәйепләп, яла яҡҡан (Матфей 9:32—34; 12:22—24). Яла яғыу кешенең исеменә тап төшөрә, бәхәстәр тыуҙыра, йөрәкте әрнетә һәм дуҫлыҡты емерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:20).

12 Йәһүә телебеҙҙе дуҫтарҙан дошман яһар өсөн түгел, ә башҡаларҙы нығытыр өсөн, уларға ярҙам итер өсөн ҡулланыуыбыҙҙы теләй. Ул «ҡәрҙәштәр араһында ғауға сығарыусы» һәр кемде нәфрәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19). Беренсе яла яғыусы Иблис-Шайтан булған, ул Аллаға яла яҡҡан (Асылыш 12:9, 10). Бөгөнгө донъяла бер-береңде алдау кешеләр өсөн ғәҙәти хәл. Әммә мәсихселәр йыйылышында улай булырға тейеш түгел (Галаттарға 5:19—21). Шуға күрә беҙгә тел менән һаҡ булырға һәм ниҙер әйтер алдынан һәр ваҡыт уйларға кәрәк. Берәйһе хаҡында һөйләрҙән алда үҙеңдән былай тип һора: «Мин һөйләргә йыйынған хәбәр ысынмы? Уны һөйләү игелек күрһәтеү булырмы? Ул файҙа килтерерме? Был хәбәрҙе шул кешенең үҙе алдында һөйләр инемме? Минең хаҡта шундай хәбәр һөйләһәләр, миңә оҡшар инеме?» (1 Фессалоникаларға 4:11-ҙе уҡы.)

13, 14. а) Яман теллелек башҡаларға нисек тәьҫир итә? б) Яла яғыу нимә ул? Ни өсөн мәсихселәр яла яғыуҙан ҡасырға тейеш?

13 Барыбыҙ ҙа ваҡыт-ваҡыт ниҙер әйтәбеҙ ҙә, һуңынан үкенәбеҙ. Әммә башҡаларҙы тәнҡитләү йә яман, тупаҫ һүҙҙәр ҡулланыу ғәҙәткә инеп китеүен теләмәйбеҙ. Яман теллелеккә беҙҙең тормошта урын юҡ. Павел: «Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ», — тигән (Ефестарға 4:31). Изге Яҙманың башҡа тәржемәләрендә «яман теллелек» тигән һүҙбәйләнеш «уҫал һүҙҙәр», «сәнскеле тел» һәм «мыҫҡыллау һүҙҙәре» тип тә тәржемә ителә. Яман һүҙҙәр кешенең дәрәжәһен төшөрә, һәм кеше үҙен булдыҡһыҙ тип хис итә. Ундай һүҙҙәр айырыуса балаларҙы рәнйетә. Шуға күрә, уларҙың наҙлы күңелен һүҙ менән имгәтмәҫ өсөн, беҙгә үтә һаҡ булырға кәрәк (Колосстарға 3:21).

14 Изге Яҙма беҙҙе яман теллелектең иң аяуһыҙ төрөнән дә — яла яғыуҙан да киҫәтә. Яла яғыу — ул башҡаларға зыян килтереү маҡсаты менән уларҙы өҙлөкһөҙ яманлау. Мәсихсе үҙ иптәше йә балалары менән шулай мөғәмәлә итһә, ҡалай аяныс булыр ине! Киҫәтеүҙәргә ҡарамаҫтан башҡаларға яла яғыуҙан туҡтамаған кеше йыйылыш ағзаһы булып ҡала алмай (1 Коринфтарға 5:11—13; 6:9, 10). Белеүебеҙсә, ялған һөйләү һәм әҙәпһеҙ, тупаҫ телмәр Йәһүә һәм башҡалар менән мөнәсәбәтебеҙгә зыян килтерә.

ЙӘНДЕ ЙЫЛЫТА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

15. Ниндәй телмәр мөнәсәбәттәрҙе нығыта?

15 Һөйләү һәләтен Йәһүә теләгәнсә ҡулланырға беҙгә нимә ярҙам итә ала? Изге Яҙмала нимә һөйләргә ярай, ә нимә һөйләргә ярамай икәне теүәл генә әйтелмәй. Шулай ҙа унда, «тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн... тик яҡшы һүҙҙәр» генә һөйләргә, тигән саҡырыу яҙылған (Ефестарға 4:29). Саф, игелекле һәм хаҡ һүҙҙәр йәнде йылыта. Йәһүә һүҙҙәребеҙҙең башҡаларға көс биреүен, ярҙам итеүен теләй. Быны эшләү ҡайһы ваҡыт бик еңелдән түгел. Тупаҫ һәм уйламай һөйләүгә ҡарағанда, кешенең күңелен күтәреп ебәреү тырышлыҡ талап итә (Титҡа 2:8). Әйҙә, һүҙ менән нисек кешенең күңелен йылытып була икәнен ҡарап сығайыҡ.

16, 17. а) Ни өсөн беҙ башҡаларҙы маҡтарға тейеш? б) Кемде маҡтарға була?

16 Йәһүә лә, Ғайса ла маҡтауға йомарт. Беҙ уларҙан өлгө алырға теләйбеҙ (Матфей 3:17; 25:19—23; Яхъя 1:47). Кешене ысындан да дәртләндереп ебәрер өсөн, уға ҡарата иғтибарлы булырға һәм уйлап һөйләргә кәрәк. «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ шундай яҡшы!» — тип яҙылған Ғибрәтле һүҙҙәр 15:23-тә. Башҡарған эшебеҙ йә һалған тырышлығыбыҙ өсөн берәйһе беҙҙе эскерһеҙ маҡтаһа, рәхмәт белдерһә, беҙ ҡанатланып китәбеҙ. (Матфей 7:12-не уҡы; 27-се ҡушымтаны ҡара.)

17 Әгәр башҡаларҙың яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнһәк, уларҙы ысын күңелдән маҡтау еңел булыр. Әйтәйек, кемдер, яҡшы әҙерләнеп, телмәр менән сығыш яһаны, ә кемдер тырышып комментарий бирҙе, ти. Йә булмаһа, йәш ҡәрҙәш мәктәптә үҙ иманын ҡыйыу яҡлай, ә оло йәштәге ҡәрҙәш хеҙмәттә даими ҡатнаша икән, ти. Һинең маҡтау һүҙҙәрең уларҙы дәртләндереп ебәрергә мөмкин. Ирҙең дә ҡатынына үҙенең яратыуын, ҡәҙерләүен белдереүе бик мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 28). Үҫемлектәргә яҡтылыҡ һәм һыу кәрәк булған кеүек кешеләргә яҡшы һүҙ кәрәк. Айырыуса балалар ҡәҙерләүгә мохтаж. Уларҙы һәр мөмкинлектән файҙаланып, яҡшы сифаттары һәм тырышлыҡтары өсөн маҡтағыҙ. Маҡтау һүҙҙәре уларға ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәй һәм артабан да дөрөҫ эштәр ҡылырға дәртләндерә.

Һүҙҙәребеҙ һәм һөйләү рәүешебеҙ башҡаларҙы дәртләндерә һәм йыуата ала

18, 19. Ни өсөн беҙ башҡаларҙы дәртләндерер һәм йыуатыр өсөн, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейеш? Быны нисек эшләргә?

18 Башҡаларҙы дәртләндереп һәм йыуатып, беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ. Ул «баҫалҡылар» һәм «иҙелгәндәр» хаҡында ихлас ҡайғырта (Ишағыя 57:15). Йәһүә бер-беребеҙгә ышаныс өҫтәүебеҙҙе һәм хәлһеҙҙәргә таяныс булыуыбыҙҙы теләй (1 Фессалоникаларға 5:11, 14). Беҙ шулай эшләргә тырышҡанда, ул быны күрә һәм юғары баһалай.

19 Йыйылышта берәйһенең бойоғоп китеүен йә төшөнкөлөккә бирелеүен күрһәң, уға ярҙам итер өсөн нимә әйтеп була? Бәлки, һин уның проблемаһын сисә лә алмаҫһың, шулай ҙа уның хәле һинең өсөн барыбер түгел икәнен күрһәтә алаһың. Мәҫәлән, уның менән бергә ваҡыт үткәрергә, уға Изге Яҙманан күңел күтәрерлек берәй өҙөк уҡырға йә бергәләп доға ҡылырға тәҡдим итергә була (Зәбур 34:18; Матфей 10:29—31). Уны ҡәрҙәштәрҙең яратыуына ышандыр (1 Коринфтарға 12:12—26; Яҡуб 5:14, 15). Ҡәрҙәш һинең һүҙҙәреңдән эскерһеҙ ҡайғыртыуыңды һәм әйткән һүҙҙәреңә үҙеңдең ныҡлы инаныуыңды күрһен. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25-те уҡы.)

20, 21. Башҡалар кәңәшебеҙҙе еңел ҡабул итһен өсөн, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

20 Кешене яҡшы кәңәш тә нығыта ала. Камил булмағанлыҡтан һәр беребеҙ ваҡыт-ваҡыт кәңәшкә мохтаж. Ғибрәтле һүҙҙәр 19:20-лә: «Кәңәшкә ҡолаҡ һал, тәрбиәне ҡабул ит, һәм киләсәктә һин зирәк булырһың», — тиелә. Әммә кәңәште тик өлкәндәр генә бирергә тейеш тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ата-әсәләр үҙ балаларына күрһәтмәләр бирә (Ефестарға 6:4). Апай-ҡәрҙәштәр бер-береһен иҫкәртә ала (Титҡа 2:3—5). Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ, шуға күрә кәңәшебеҙҙән һуң уларҙың күңелендә рәнйеү хисе ҡалыуын теләмәҫ инек. Беҙгә нимә ярҙам итә ала?

21 Бәлки, һиңә лә кемдер яҡшы кәңәш биргәндер, һәм уны ҡабул итеү һиңә еңел булғандыр. Нимә арҡаһында был кәңәш уңышлы булды? Бәлки, кешенең һинең хаҡта эскерһеҙ ҡайғыртыуын һиҙгәнһеңдер. Ә, бәлки, ул һинең менән ипле һәм яғымлы һөйләшкәндер (Колосстарға 4:6). Өҫтәүенә, кәңәш Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булғандыр (2 Тимофейға 3:16). Изге Яҙманың үҙенән уҡыйбыҙмы йә үҙ һүҙҙәребеҙ менән әйтәбеҙме, һәр хәлдә кәңәш Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булырға тейеш. Бер кем дә башҡаларға үҙ ҡарашын тағырға, йә булмаһа, үҙ фекерен ҡеүәтләр өсөн, Изге Яҙманы үҙенсә ҡулланырға тейеш түгел. Үҙеңә кәңәштең нисек бирелгәнен иҫеңдә тотһаң, башҡаларға яҡшы кәңәш бирә алырһың.

22. Һөйләү һәләтеңде һин нисек ҡулланырға теләр инең?

22 Һөйләү һәләтебеҙ — Алла бүләге. Йәһүәне яратыуыбыҙ беҙҙе телде дөрөҫ ҡулланырға дәртләндерергә тейеш. Онотма, һүҙ йә нығыта, йә емерә ала. Шуға күрә башҡаларҙы нығыта һәм дәртләндерә алған һүҙҙәр һайлар өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек.