Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡушымталар

Ҡушымталар

 1 ПРИНЦИПТАР

Алла ҡанундары уның принциптарына нигеҙләнгән. Был принциптар төп хәҡиҡәттәрҙе тәшкил итә, беҙ уларҙы Изге Яҙмала таба алабыҙ. Улар Алланың ниндәй ҙә булһа һорауға ҡағылышлы фекерҙәрен һәм хистәрен аңларға булышлыҡ итә. Принциптар беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм дөрөҫ эштәр ҡылырға ярҙам итә. Изге Яҙмала берәй һорау хаҡында туранан-тура әйтелмәгәндә лә, принциптар беҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирә ала.

1-се бүлек, 8-се абзац

 2 ТЫҢЛАУСАНЛЫҠ

Аллаға тыңлаусан булыу уның ҡушҡандарын теләп үтәүҙе аңлата. Йәһүә үҙенә яратыуҙан сығып буйһоноуыбыҙҙы теләй (1 Яхъя 5:3). Йәһүәне яратһаҡ һәм уға таянһаҡ, беҙ һәр саҡ уның кәңәштәре буйынса эш итербеҙ, ауыр саҡта ла уға буйһонорбоҙ. Йәһүәгә тыңлаусан булыу беҙгә файҙа килтерә, сөнки ул беҙҙе хәҙер ҙә бәхетле тормош алып барырға өйрәтә, киләсәктә лә фатихаларға кинәнеп йәшәйәсәгебеҙҙе вәғәҙә итә (Ишағыя 48:17).

1-се бүлек, 10-сы абзац

 3 ҺАЙЛАУ ИРКЕ

Йәһүә һәр кешегә һайлау ирке, йәғни ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге биргән. Ул беҙҙе робот кеүек итеп барлыҡҡа килтермәгән (Ҡанун 30:19; Ешуа 24:15). Беҙ һайлау иркен аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ҡуллана алабыҙ. Әммә һаҡ булмаһаҡ, аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙ ҙә бар. Һайлау иркенә эйә булыу шуны аңлата: Йәһүәгә тоғро булырғамы, юҡмы һәм уны бөтә йөрәктән яратырғамы, юҡмы икәнен беҙ шәхсән үҙебеҙ хәл итергә тейеш.

1-се бүлек, 12-се абзац

 4 ӘХЛАҠ НОРМАЛАРЫ

Йәһүә тәртибебеҙгә һәм эштәребеҙгә ҡағылышлы әхлаҡи нормалар, йәғни күрһәтмәләр биргән. Был нормалар Изге Яҙмала яҙылған, улар ярҙамында беҙ бәхетле тормош алып бара алабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; 1 Коринфтарға 6:9—11). Был күрһәтмәләр Алла ҡарашында нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белергә ярҙам итә. Улар шулай уҡ беҙгә башҡаларға ҡарата ҡайғыртыусан, изгелекле булырға һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Донъяуи нормалар түбәнәйә барһа ла, Йәһүә нормалары үҙгәрмәй (Ҡанун 32:4—6; Малахи 3:6). Улар буйынса йәшәү беҙҙе физик һәм эмоциональ зыяндан һаҡлай.

1-се бүлек, 17-се абзац

 5 ВЫЖДАН

Выждан — ул дөрөҫтө һәм яңылышты айырыусы эске тойғо. Был тойғоно Йәһүә һәр кешегә бирә (Римдарға 2:14, 15). Выжданыбыҙ дөрөҫ эшләһен өсөн, беҙ уны Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса тәрбиәләргә тейеш. Шул саҡта выжданыбыҙ Аллаға яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (1 Петр 3:16). Берәй аҡылһыҙ һайлау яһарға торғанда, выжданыбыҙ беҙҙе быны эшләүҙән киҫәтә йә дөрөҫ булмаған эш эшләгәндән һуң беҙҙә йән әрнеүе тыуҙыра ала. Выжданыбыҙ көсһөҙләнеп китергә мөмкин, әммә Йәһүә ярҙамы менән уны яңынан көслө итергә була. Выжданыбыҙ саф булһа, беҙ йән тыныслығы тойорбоҙ һәм үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итербеҙ.

2-се бүлек, 3-сө абзац

 6 АЛЛАНАН ҠУРҠЫУ

Алланан ҡурҡыу үҙ эсенә уны яратыуыбыҙҙы һәм хөрмәт итеүебеҙҙе ала. Алланы яратҡан кеше ул хупламаған эштәр ҡылмаҫ. Алланан ҡурҡыу яҡшылыҡ эшләргә һәм яманлыҡтан ҡасырға ярҙам итә (Зәбур 111:10). Ул беҙҙе Йәһүәнең бөтә һүҙҙәрен иғтибар менән тыңларға дәртләндерә. Шулай уҡ Алланан ҡурҡыу беҙгә Йәһүәгә биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәргә ярҙам итә. Алланан ҡурҡыу фекер йөрөтөүебеҙгә, башҡалар менән мөғәмәлә итеүебеҙгә һәм көн дә ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙға тәьҫир итә.

2-се бүлек, 9-сы абзац

 7 ТӘҮБӘ ИТЕҮ

Тәүбә итеү ярамаған эш ҡылғандан һуң тәрән үкенеүҙе үҙ эсенә ала. Алланы яратҡан кешеләр уның нормаларына ҡаршы эш ҡылғанын аңлағанда ныҡ үкенә. Дөрөҫ булмаған берәй эш ҡылһаҡ, беҙ Йәһүәнән Ғайсаның йолом ҡорбаны нигеҙендә кисереүен үтенергә тейеш (Матфей 26:28; 1 Яхъя 2:1, 2). Эскерһеҙ тәүбә итһәк һәм насар эштәр ҡылыуҙан туҡтаһаҡ, беҙ Йәһүәнең һис шикһеҙ кисерәсәгенә ышана алабыҙ. Элекке эштәребеҙ өсөн беҙ үҙебеҙҙе инде ғәйепләргә тейеш түгел (Зәбур 103:10—14; 1 Яхъя 1:9; 3:19—22). Хаталарыбыҙҙан фәһем алыр өсөн, дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөүебеҙҙе үҙгәртер өсөн һәм Йәһүә нормалары буйынса йәшәр өсөн, беҙ күп тырышлыҡ һалырға тейеш.

2-се бүлек, 18-се абзац

 8 ЙЫЙЫЛЫШТАН СЫҒАРЫЛЫУ

Алланың берәй хеҙмәтсеһе етди гонаһ ҡылғандан һуң тәүбә итергә теләмәһә һәм Йәһүә нормалары буйынса йәшәүҙән баш тартһа, ул инде йыйылыш ағзаһы була алмай. Уны йыйылыштан сығарырға кәрәк. Беҙ ундай кеше менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙәбеҙ һәм уның менән һөйләшмәйбеҙ (1 Коринфтарға 5:11; 2 Яхъя 9—11). Йыйылыштан сығарылыу сараһы Йәһүә исемен һәм йыйылышты яҡлай (1 Коринфтарға 5:6). Йыйылыштан сығарылыу гонаһ ҡылған кешегә тәүбәгә килергә һәм Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам итергә мөмкин (Лука 15:17).

3-сө бүлек, 19-сы абзац

 9 ЕТӘКСЕЛЕК, КҮРҺӘТМӘЛӘР ҺӘМ КӘҢӘШ

Йәһүә беҙҙе ярата һәм беҙгә ярҙам итергә теләй. Бына ни өсөн ул беҙгә Изге Яҙма аша һәм уны яратҡан кешеләр аша йүнәлеш бирә. Камил булмаған кешеләр булараҡ, беҙ был ярҙамға ныҡ мохтаж (Иремия 17:9). Күрһәтмәләр биргән кешеләрҙе тыңлаһаҡ һәм хөрмәт итһәк, беҙ Йәһүәне ихтирам итәбеҙ һәм уға буйһонорға теләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Еврейҙарға 13:7).

4-се бүлек, 2-се абзац

 10 ҒОРУРЛЫҠ ҺӘМ БАҪАЛҠЫЛЫҠ

Камил булмау сәбәпле беҙгә ғорурлыҡ һәм үҙебеҙҙе генә яратыу хас. Әммә Йәһүә беҙҙең баҫалҡы булыуыбыҙҙы көтә. Үҙебеҙҙе Йәһүә менән сағыштырғанда һәм ни тиклем бәләкәй булыуыбыҙҙы танығанда, баҫалҡылыҡҡа өйрәнә башлайбыҙ (Әйүп 38:1—4). Баҫалҡылыҡтың тағы бер мөһим яғы бар — был үҙебеҙгә ҡарағанда, башҡалар хаҡында күберәк уйларға һәм уларҙың ихтыяжын үҙебеҙҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйырға өйрәнеү. Ғорурлыҡ кешене, мин башҡаларҙан яҡшыраҡ, тип уйларға этәрә. Баҫалҡы кеше иһә үҙенә ҡарата намыҫлы ҡараш һаҡлай: ул үҙенең көслө яҡтарын да, йомшаҡ яҡтарын да күрә. Ул үҙ хаталарын танырға, ғәфү үтенергә, кәңәштәр һәм тәҡдимдәр ҡабул итергә ҡурҡмай. Баҫалҡы кеше Йәһүәгә таяна һәм уның күрһәтмәләре буйынса эш итә (1 Петр 5:5).

4-се бүлек, 4-се абзац

 11 ХАКИМЛЫҠ

Хакимлыҡ — ул башҡаларға бойороҡ биреү һәм улар урынына ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғы. Йәһүә күктә һәм ерҙә иң ҙур хакимлыҡҡа эйә. Ул бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән, тимәк, ул Ғаләмдәге иң ҡөҙрәтле Зат. Ул һәр саҡ үҙ көсөн башҡаларҙың файҙаһына ғына ҡуллана. Йәһүә ҡайһы бер кешеләргә, беҙҙең хаҡта ҡайғыртһындар өсөн, яуаплылыҡ биргән. Мәҫәлән, ата-әсәләр, йыйылыштағы өлкәндәр һәм хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре ниндәйҙер хакимлыҡҡа эйә, һәм Йәһүә уларҙы тыңлауыбыҙҙы теләй (Римдарға 13:1—5; 1 Тимофейға 5:17). Әммә кеше ҡанундары Алла ҡанундарына ҡаршы килһә, беҙ кешеләргә түгел, ә Аллаға буйһонабыҙ (Ғәмәлдәр 5:29). Йәһүә ҡулланған кешеләрҙең хакимлығына буйһонғанда, беҙ Йәһүә ҡарарҙарын хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

4-се бүлек, 7-се абзац

 12 ӨЛКӘНДӘР

Йәһүә өлкәндәрҙе — тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәрҙе — йыйылыш хаҡында ҡайғыртыр өсөн ҡуллана (Ҡанун 1:13; Ғәмәлдәр 20:28). Был ағай-ҡәрҙәштәр беҙгә Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға, татыу һәм тәртипле булып, уға берҙәм табынырға ярҙам итә (1 Коринфтарға 14:33, 40). Изге рух менән өлкән итеп билдәләнер өсөн, ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙмалағы талаптарға тура килергә тейеш (1 Тимофейға 3:1—7; Титҡа 1:5—9; 1 Петр 5:2, 3). Беҙ Алланың ойошмаһына ышанабыҙ, уға булышлыҡ күрһәтәбеҙ, шунлыҡтан шатланып өлкәндәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ (Зәбур 138:6; Еврейҙарға 13:17).

4-се бүлек, 8-се абзац

 13 ҒАИЛӘ БАШЛЫҒЫ

Йәһүә ата-әсәләргә балалары хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан. Әммә Изге Яҙма буйынса, ғаиләнең башлығы — ир. Ғаиләлә атай булмаһа, әсәй ғаилә башлығы була. Ғаилә башлығы өйҙәгеләрҙе ризыҡ, кейем һәм йәшәү урыны менән тәьмин итергә тейеш. Уның иң мөһим вазифаһы — ғаилә менән Йәһүәгә табыныуҙа етәкселек итеү. Мәҫәлән, ул өйҙәгеләрҙең даими рәүештә осрашыуҙарға йөрөүе, вәғәздә ҡатнашыуы һәм бергәләп Изге Яҙманы өйрәнеүе тураһында ҡайғырта. Ул шулай уҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙә өҫтөнлөк ала. Ул һәр ваҡыт Ғайсанан өлгө алып, игелек, аҡыллылыҡ күрһәтергә тырыша һәм бер ҡасан да үҙен мәрхәмәтһеҙ һәм тупаҫ тотмай. Шул саҡта ғаиләлә йылы мөхит тыуа, һәр кем үҙен хәүефһеҙлектә тоя һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәр үҫтерә.

4-се бүлек, 12-се абзац

 14 ЕТӘКСЕ КӘҢӘШМӘ

Етәксе кәңәшмә — ул күктә йәшәргә өмөтләнгән, Алла ҡулланған ағай-ҡәрҙәштәр төркөмө. Улар аша Алла үҙ халҡының эшмәкәрлеге менән етәкселек итә. Беренсе быуатта, мәсихселәр йыйылышы менән етәкселек итер өсөн һәм вәғәзләү эшендә күрһәтмәләр бирер өсөн, Йәһүә етәксе кәңәшмәне ҡулланған (Ғәмәлдәр 15:2). Бөгөн дә, Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәр төркөмө Алла халҡына етәкселек, күрһәтмәләр бирә һәм уны яҡлай. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, улар Алла Һүҙенә һәм уның изге рухына таянып эш итә. Майланған ағай-ҡәрҙәштәрҙән торған был төркөмдө Ғайса «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» тип атаған (Матфей 24:45—47).

4-се бүлек, 15-се абзац

 15 БАШТЫ ҠАПЛАУ

Ҡайһы саҡта ағай-ҡәрҙәш башҡара торған эште апай-ҡәрҙәшкә ҡушалар. Бындай эште башҡарғанда апай-ҡәрҙәш, башын ҡаплап, Йәһүә урынлаштырған тәртипте хөрмәт итеүен күрһәтә. Мәҫәлән, апай-ҡәрҙәш ире йә һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш янында берәйһе менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә башын ҡапларға тейеш (1 Коринфтарға 11:11—15).

4-се бүлек, 17-се абзац

 16 НЕЙТРАЛИТЕТ ҺАҠЛАУ

Нейтралитет һаҡлау сәйәси һорауҙарҙа бер кем яҡлы ла булмауҙы аңлата (Яхъя 17:16). Йәһүә халҡы Батшалыҡ яҡлы. Беҙ ҙә, Ғайса кеүек, донъя эштәренә ҡыҫылмайбыҙ.

Йәһүә беҙгә «етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға» ҡуша (Титҡа 3:1, 2; Римдарға 13:1—7). Ләкин Алла ҡанунында шулай уҡ, үлтермә, тиелә. Шуға күрә мәсихсегә үҙ выжданы һуғышта ҡатнашырға рөхсәт итмәҫ. Әгәр мәсихсенең хәрби хеҙмәт урынына альтернатив граждан хеҙмәте үтергә мөмкинлеге бар икән, ул выжданы ҡушҡанса эш итергә тейеш.

Беҙ Йәһүәгә генә табынабыҙ, сөнки ул — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Дәүләт символдарына ихтирам менән ҡараһаҡ та, беҙ байраҡҡа честь бирмәйбеҙ һәм гимн йырламайбыҙ (Ишағыя 43:11; Данил 3:1—30; 1 Коринфтарға 10:14). Йәһүә хеҙмәтселәре шулай уҡ ниндәй ҙә булһа сәйәси партия йә кандидат файҙаһына тауыш бирмәҫ өсөн, шәхси ҡарар ҡабул итә. Сөнки беҙ инде Алла хөкүмәтен һайлағанбыҙ (Матфей 22:21; Яхъя 15:19; 18:36).

5-се бүлек, 2-се абзац

 17 ДОНЪЯ РУХЫ

Был донъя Иблис кеүек фекер йөрөтөүгә этәрә. Ундай фекер йөрөтөү рәүеше Йәһүәне яратмаған, уға оҡшарға теләмәгән һәм уның нормаларын һанға һуҡмаған кешеләргә хас (1 Яхъя 5:19). Иблис кеүек фекер йөрөтөү һәм ул тыуҙырған тәртип донъя рухы тип атала (Ефестарға 2:2). Йәһүә хеҙмәтселәре шул рух тәьҫиренә бар көсөнә ҡаршы тора (Ефестарға 6:10—18). Беҙ Йәһүәнең нормаларын яратабыҙ һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерергә тырышабыҙ.

5-се бүлек, 7-се абзац

 18 МӨРТӘТЛЕК

Мөртәтлек — ул Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә ҡаршы сығыу. Мөртәттәр Йәһүәгә һәм Алла Батшалығының Батшаһы Ғайсаға ҡаршы фетнә күтәрә һәм башҡаларҙы үҙҙәренә эйәртергә тырыша (Римдарға 1:25). Улар Йәһүәгә табыныусыларҙың аңында шик тыуҙырырға ынтыла. Беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышындағы ҡайһы берәүҙәр мөртәт булып киткән. Ундайҙар беҙҙең көндәрҙә лә бар (2 Фессалоникаларға 2:3). Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең мөртәттәр менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Беҙ ҡыҙыҡ өсөн йә башҡаларҙың баҫымына бирелеп, мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен бер ҡасан да уҡымаҫбыҙ ҙа, тыңламаҫбыҙ ҙа. Беҙ Йәһүәгә генә тоғро һәм уға ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ.

5-се бүлек, 9-сы абзац

 19 ЙОЛОП АЛЫУ (ГОНАҺТАРҘЫ КИСЕРЕҮ)

Муса ҡанунына ярашлы Израиль халҡы Йәһүәнән гонаһтарын кисереүен һораған. Улар ғибәҙәтханаға йолоп алыу ҡорбандары — бойҙай, май, хайуандар килтергән. Шулай итеп Йәһүә израилдәргә уларҙың дөйөм халыҡ булараҡ та, һәр береһен айырым алғанда ла гонаһтарын кисерергә әҙер булыуын иҫтәренә төшөрөп торған. Һуңыраҡ, Ғайса үҙ ғүмерен беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ҡорбан иткәс, йолоп алыу ҡорбандары инде кәрәк булмаған. Ғайса, камил ҡорбан биреп, кешеләрҙе «бер тапҡыр һәм мәңгегә» йолоп алған (Еврейҙарға 10:1, 4, 10).

7-се бүлек, 6-сы абзац

 20 ЙӘНЛЕКТӘРҘЕҢ ҒҮМЕРЕН БАҺАЛАУ

Муса ҡануны йәнлектәрҙе ашарға рөхсәт иткән. Шулай уҡ йәнлектәрҙе ҡорбан итеп килтерергә ҡушылған булған (Левиттар 1:5, 6). Әммә Йәһүә үҙенең халҡына йәнлектәргә ҡарата мәрхәмәтһеҙ булыуҙы тыйған (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:10). Ҡанунда йәнлектәрҙе кешеләрҙең рәхимһеҙ мөғәмәлә итеүенән яҡлаған әмерҙәр булған. Израилдәргә хайуандар хаҡында тейешенсә ҡайғыртырға ҡушылған (Ҡанун 22:6, 7).

7-се бүлек, 6-сы абзац

 21 ҠАН ФРАКЦИЯЛАРЫ ҺӘМ МЕДИЦИНА ПРОЦЕДУРАЛАРЫ

Ҡан фракциялары. Ҡан дүрт төп өлөштән — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманан тора. Ҡандың был дүрт төп компонентын тағы ла бәләкәсерәк компоненттарға бүлергә була, улар ҡан фракциялары тип атала *.

Мәсихселәр ҡанды һәм уның дүрт төп компонентының береһен дә ебәрмәй. Әммә ҡандың фракциялары хаҡында нимә әйтеп була? Изге Яҙмала быға ҡарата айырым ҡағиҙәләр юҡ. Шуға күрә һәр мәсихсе Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданы буйынса шәхси ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Ҡайһы бер мәсихселәр ҡандың бөтә фракцияларынан да баш тарта. Улар үҙ ҡарарын хайуандар һуйыуға ҡағылышлы израилдәргә бирелгән ҡанунға нигеҙләй. Унда хайуандың бөтә ҡанын «ергә түгергә» ҡушылған (Ҡанун 12:22—24).

Икенселәре иһә башҡа төрлө ҡарар ҡабул итә. Выждандары уларға ҡайһы бер фракцияларҙы ҡабул итергә рөхсәт итә. Улар үҙ ҡарарын былай тип аңлатырға мөмкин: ҡандың бәләкәй фракциялары шул ҡан алынған заттың ғүмеренә инде тиң түгел.

Ҡандың фракцияларына ҡағылышлы ҡарар ҡабул иткәндә, киләһе һорауҙар өҫтөндә уйлан:

  • Бөтә фракцияларҙан баш тартып, ауырыуҙар менән көрәшергә йә ҡан туҡтатырға ярҙам иткән ҡайһы бер дарыуҙарҙан да баш тартыуымды аңлайыммы?

  • Мин ҡан фракцияларының береһен йә бер нисәһен ҡулланырға ризалашыуымды йә баш тартыуымды табипҡа нисек аңлата алыр инем?

Медицина процедуралары. Мәсихсе булараҡ беҙ башҡаларға ебәрер өсөн үҙ ҡаныбыҙҙы бирмәйбеҙ һәм операция алдынан ҡаныбыҙҙы үҙебеҙ өсөн дә һаҡлап ҡалдырмайбыҙ. Әммә пациенттың үҙ ҡаны ҡулланылған башҡа процедуралар ҙа бар. Һәр мәсихсе үҙ ҡанының операция ваҡытында, анализдар биргәндә йә берәй төрлө дауаланыуҙа нисек ҡулланыласағы хаҡында үҙе ҡарар итә. Шундай процедуралар ваҡытында пациенттың ҡаны бер ни ҡәҙәр ваҡытҡа уның тәненән айырыла. (Был хаҡта күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, 2001 йылдың 1 февралендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 30, 31 биттәрен ҡара.)

Мәҫәлән, гемодилюция тип аталған процедура бар. Был процедура ваҡытында операция алдынан пациенттың ҡанының ниндәйҙер өлөшө алына һәм ҡан күләмен күбәйтә торған препаратҡа алмаштырыла. Операция ваҡытында йә операция бөткәс тә ҡан пациенттың организмына кире ҡайтарыла.

Икенсе бер процедура реинфузия тип атала. Реинфузия ваҡытында пациенттың операция барышында аҡҡан ҡанын йыялар, таҙарталар һәм операция ваҡытында йә операция бөткәс тә уны пациенттың организмына кире ҡайтаралар.

Һәр табип был процедураларҙы үҙенсәрәк үткәрергә мөмкин. Шуға күрә берәй процедураға, анализға йә дауаланыуға ризалашырҙан алда мәсихсегә уның ҡанын нисек ҡулланасаҡтары хаҡында белешергә кәрәк.

Үҙеңдең ҡаныңды ҡулланып үткәрелгән медицина процедураларына ҡағылышлы ҡарар ҡабул иткәндә киләһе һорауҙар өҫтөндә уйлан:

  • Әгәр минең ҡанымдың ниндәйҙер өлөшө организмдан алынһа һәм, бәлки, ул бер ни тиклем ваҡыт ҡан әйләнешемдә ҡатнашмаһа, выжданым был ҡанды һаман да тәнемдең өлөшө тип һанарға һәм, уны «ергә түгергә» тейеш түгелмен, тип уйларға рөхсәт итерме? (Ҡанун 12:23, 24).

  • Ҡанымдың ниндәйҙер өлөшөн организмдан алһалар, уны берәй нисек үҙгәртһәләр, Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданым уны тәнемә кире ҡабул итергә (йә ярам тиҙерәк төҙәлһен өсөн ҡулланырға) рөхсәт итерме?

  • Үҙ ҡаным ҡулланылып үткәрелгән бөтә медицина процедураларынан баш тартып, ҡанды анализға биреүҙән, гемодиализдан һәм яһалма ҡан әйләнеше аппаратынан да баш тартыуымды аңлайыммы?

Ҡандың фракциялары һәм үҙ ҡаныбыҙ ҡулланылып үткәрелгән медицина процедуралары менән бәйле ҡарар ҡабул итер алдынан, беҙ Йәһүәгә доға ҡылып етәкселек һорарға, шунан тикшереү үткәрергә тейеш (Яҡуб 1:5, 6). Шунан һуң, Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданыбыҙҙы иҫәпкә алып, шәхси ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ. Беҙ башҡаларҙан, һин минең урында булһаң, нишләр инең, тип һорарға тейеш түгел. Башҡалар ҙа беҙгә үҙ фекерен тағырға тейеш түгел (Римдарға 14:12; Галаттарға 6:5).

7-се бүлек, 11-се абзац

 22 ӘХЛАҠИ САФЛЫҠ

Әхлаҡи яҡтан сафлыҡ тәртибебеҙҙең һәм эштәребеҙҙең Алла ҡаршыһында саф булыуын аңлата. Әхлаҡи сафлыҡ уйҙарыбыҙҙа, һүҙҙәребеҙҙә, эштәребеҙҙә сағыла. Йәһүә беҙгә әхлаҡһыҙлыҡтың һәр ҡайһы төрөнән ҡасырға әмер бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:10; 3:1). Беҙҙе яман эш ҡылырға этәреүҙәре ихтимал, шуға күрә бер нигә ҡарамай Йәһүәнең әхлаҡи нормаларын тоторға алдан уҡ хәл итергә кәрәк. Фекерҙәребеҙҙе саф килеш һаҡларға ярҙам итһен өсөн, беҙгә, ярҙам һорап, Аллаға гел доға ҡылырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ ҙә әхлаҡһыҙ тәҡдимдәрҙе тәүәккәллек менән кире ҡағырға тейеш (1 Коринфтарға 6:9, 10, 18; Ефестарға 5:5).

8-се бүлек, 11-се абзац

 23 ОЯТҺЫҘ ТӘРТИП ҺӘМ ӘШӘКЕЛЕК

Алланың нормаларын тупаҫ рәүештә боҙоу, әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ сағылдырған һүҙҙәр һәм эштәр оятһыҙ тәртип тип һанала. Үҙен шулай тотҡан кеше Алла ҡанундарын һанға һуҡмауын күрһәтә. Ундай мәсихсенең тәртибен хоҡуҡ комитеты тикшерергә тейеш.

Әшәкелек төрлө гонаһтарҙы үҙ эсенә ала. Ҡайһы бер хәлдәрҙе, етдилегенә ҡарап, йыйылыштың хоҡуҡ комитеты тикшерә. (Галаттарға 5:19—21; Ефестарға 4:19; күберәк белер өсөн, 2006 йылдың 15 июлендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) баҫтырылған «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡара.)

9-сы бүлек, 7-се абзац; 12-се бүлек, 10-сы абзац

 24 МАСТУРБАЦИЯ

Йәһүә ир менән ҡатынға енси мөнәсәбәттәрҙе бер-береһенә саф мөхәббәт күрһәтер өсөн биргән. Мастурбация ваҡытында иһә кеше үҙенең енси ағзаларын иркәләп, енси ихтыяжын тәбиғи булмаған юл менән ҡәнәғәтләндерә. Был әшәке ғәҙәт кешенең Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә зыян килтерә. Шул арҡала кешелә әшәке теләктәр тыуа һәм енси мөнәсәбәттәргә ҡарата боҙоҡ ҡараш барлыҡҡа килә (Колосстарға 3:5). Был әшәке ғәҙәт менән көрәшеү ауыр булһа ла, кеше бирешмәҫкә тейеш (Зәбур 86:5; 1 Яхъя 3:20). Әгәр һинең ундай ғәҙәтең булһа, Йәһүәгә эскерһеҙ доға ҡыл һәм ярҙам һора. Уй-теләктәреңде аҙҙыра, йәғни бысрата алған нәмәләрҙән, мәҫәлән, порнографиянан ҡас. Мәсихсе атай-әсәйең йә Йәһүә ҡанундарын ихтирам иткән рухи яҡтан етлеккән дуҫың менән һөйләш (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9; 1 Фессалоникаларға 5:14; Титҡа 2:3—5). Шикләнмә, саф ҡалыр өсөн һалған тырышлыҡтарыңды Йәһүә күрә һәм ҡәҙерләй (Зәбур 51:17; Ишағыя 1:18).

9-сы бүлек, 9-сы абзац

 25 ПОЛИГАМИЯ

Бер үк ваҡытта берҙән артыҡ тормош иптәше менән йәшәү полигамия тип атала. Йәһүә ниәте буйынса, никахта бер ир һәм бер ҡатын булырға тейеш. Боронғо Израилдә Алла ирҙәргә берәүҙән артыҡ ҡатын алырға рөхсәт иткән, әммә был уның тәүге ниәтенә тура килмәгән. Бөгөн Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә полигамия рөхсәт итмәй. Ирҙең бер генә ҡатыны, ҡатындың бер генә ире булырға тейеш (Матфей 19:9; 1 Тимофейға 3:2).

10-сы бүлек, 12-се абзац

 26 АЙЫРЫЛЫШЫУ ҺӘМ АЙЫРЫМ ЙӘШӘҮ

Йәһүә ниәте буйынса, ир менән ҡатын ғүмер буйы бергә йәшәргә тейеш булған (Башланмыш 2:24; Малахи 2:15, 16; Матфей 19:3—6; 1 Коринфтарға 7:39). Тормош иптәше зина ҡылған осраҡта ғына, айырылышыу рөхсәт ителә. Шундай осраҡта Йәһүә ғәйепһеҙ тормош иптәшенә айырылырғамы, юҡмы икәнен хәл итергә хоҡуҡ бирә (Матфей 19:9).

Ҡайһы саҡта тормош иптәше зина ҡылмаһа ла, мәсихсе айырым йәшәргә хәл итә (1 Коринфтарға 7:11). Түбәндә мәсихсене айырым йәшәү хаҡында уйланырға мәжбүр иткән сәбәптәр килтерелә:

  • Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙән аңлы рәүештә баш тартыу. Ир кеше ғаиләһен тәьмин итергә теләмәй. Шул арҡала ғаилә аҡсаһыҙ ҙа, ризыҡһыҙ ҙа ҡала (1 Тимофейға 5:8).

  • Аяуһыҙ мөғәмәлә. Тормош иптәшенең көс ҡулланыуы арҡаһында ир йә ҡатын үҙенең һаулығына йә ғүмеренә ҡурҡыныс янауын тоя (Галаттарға 5:19—21).

  • Йәһүә менән дуҫлыҡҡа етди ҡурҡыныс янауы. Тормош иптәшенең тәртибе арҡаһында мәсихсенең Йәһүәгә хеҙмәт итергә мөмкинлеге бөтөнләй ҡалмай (Ғәмәлдәр 5:29).

11-се бүлек, 19-сы абзац

 27 МАҠТАУ ҺӘМ ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ

Маҡтауға һәм дәртләндереүгә һәр беребеҙ мохтаж (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25; 16:24). Беҙ яратыуыбыҙҙы күрһәткән игелекле һүҙҙәр менән башҡаларҙы нығыта һәм йыуата алабыҙ. Бындай йылы мөғәмәлә ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәребеҙгә сыҙам булып ҡалырға һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә хеҙмәтен дауам итергә ярҙам итә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18; Филиптарға 2:1—4). Әгәр төшөнкөлөккә бирелгән кешене ихтирам менән тыңлаһаҡ, хистәрен аңларға тырышһаҡ, уға ярҙам итер өсөн нимә әйтергә йә эшләргә икәнен белербеҙ (Яҡуб 1:19). Ҡәрҙәштәрегеҙҙең нимәгә мохтаж булыуын белер өсөн, улар менән яҡыныраҡ танышығыҙ. Шул саҡта һеҙ уларға Йәһүәгә — йыуатыу, дәртләндереү һәм көс-ҡеүәт Сығанағына өндәшергә ярҙам итә алырһығыҙ (2 Коринфтарға 1:3, 4; 1 Фессалоникаларға 5:11).

12-се бүлек, 16-сы абзац

 28 ТУЙҘАР

Изге Яҙмала туйға ҡарата айырым ҡағиҙәләр бирелмәй. Урындағы йолалар һәм хөкүмәт ҡанундары төрлө ерҙә төрлөсә була (Башланмыш 24:67; Матфей 1:24; 25:10; Лука 14:8). Парҙың Йәһүә алдында бер-береһенә биргән анты туйҙың иң мөһим өлөшө булып тора. Күп парҙар антын туғандары һәм яҡын дуҫтары алдында бирә, һәм өлкән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәр менән сығыш яһай. Туй үткәрергәме, юҡмы, үткәрергә булһалар, нисек үткәрергә, быны кейәү менән кәләш хәл итә (Лука 14:28; Яхъя 2:1—11). Туйҙы нисек кенә үткәрергә булһалар ҙа, улар үҙ туйының Йәһүәгә дан килтереүе тураһында ҡайғыртырға тейеш (Башланмыш 2:18—24; Матфей 19:5, 6). Изге Яҙма принциптары уларға дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (1 Яхъя 2:16, 17). Туй мәжлесендә иҫерткес эсемлектәр ҡулланылһа, тейешле контроль хаҡында алдан сара күреү зарур (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:1; Ефестарға 5:18). Мәжлестә музыка йә күңел асыуҙар булһа, улар Йәһүәгә дан килтерергә тейеш. Мәсихсе парҙар үҙенең төп иғтибарын туй көнөнә түгел, ә Йәһүә Алла менән дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара мөнәсәбәткә туплай (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:22; был хаҡта күберәк кәңәштәр табырға теләһәң, 2006 йылдың 15 октябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 18—31-се биттәрен ҡара).

13-сө бүлек, 18-се абзац

 29 АҠЫЛЛЫ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕҮ

Беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, Йәһүә шаһиты булмаған ир йә ҡатын тормош иптәшен туғандар менән байрам айҡанлы бергә ашап алырға саҡырырға мөмкин. Һинең менән дә шундай хәл тыуһа, нимә эшләргә? Выжданың барырға рөхсәт итергә мөмкин. Әммә тормош иптәшеңә, мәжүси йолалар үтәлә ҡалһа, мин ҡатнашмаҫмын, тип алдан уҡ аңлата алаһың. Шулай уҡ, мәжлескә барһам, был башҡа берәйһе өсөн абыныу ташы булмаҫмы, тип тә уйланырға кәрәк (1 Коринфтарға 8:9; 10:23, 24).

Эш биреүсе байрам айҡанлы һиңә премия бирергә теләһә, алырғамы, әллә баш тартырғамы? Ҡарарың эш биреүсенең был премияға нисек ҡарауына бәйле. Ул премияны байрам итеүҙең өлөшө тип һанаймы? Йә премия аша һиңә үҙ рәхмәтен белдерергә теләйме? Был һәм башҡа факторҙар тураһында уйланыу премияны алырғамы, юҡмы икәнен хәл итергә ярҙам итер.

Йә, әйтәйек, байрам көнөндә берәйһе һиңә бүләк килтереп: «Беләм, һин был байрамды үткәрмәйһең, әммә барыбер бүләк бирергә теләйем», — тип әйтергә мөмкин. Бәлки, ул яҡшы ниәттәрҙән сығып һиңә бүләк бирергә теләйҙер. Әммә кешенең иманыңды һынарға йә һине байрамға ҡатнаштырырға теләгәнен аңлап ҡалһаң, нишләргә? Был хаҡта уйланырға һәм бүләкте ҡабул итергәме, юҡмы икәнен үҙеңә хәл итергә кәрәк. Беҙ ҡарар ҡабул иткәндә һәр саҡ, саф выждан һаҡлап, Йәһүә Аллаға тоғро булып ҡалырға теләйбеҙ (Ғәмәлдәр 23:1).

13-сө бүлек, 22-се абзац

 30 ЭШ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҺӘМ ЮРИДИК ҺОРАУҘАР

Аңлашылмаусанлыҡтар тиҙ һәм тыныс ҡына хәл ителһә, улар, ғәҙәттә, етди проблемаға әйләнмәй (Матфей 5:23—26). Бөтә мәсихселәр ҙә тәү сиратта Йәһүәгә дан килтереү һәм йыйылыштағы берҙәмлекте һаҡлау тураһында уйларға тейеш (Яхъя 13:34, 35; 1 Коринфтарға 13:4, 5).

Мәсихселәр араһында эш менән бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, уны, судҡа мөрәжәғәт итмәйенсә генә хәл итергә тырышырға кәрәк. 1 Коринфтарға 6:1—8-ҙә Павелдың суд эштәренә ҡағылышлы кәңәше яҙылған. Ҡәрҙәшең менән судлашыу Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тап төшөрә. Яла яғыу һәм мутлашыу кеүек етди ғәйепләүҙәр булғанда, Матфей 18:15—17-лә мәсихселәр яһарға тейешле өс аҙым хаҡында әйтелә. 1) Тәүҙә барыһын да үҙ-ара хәл итергә тырышырға кәрәк. 2) Әгәр ҙә был килеп сыҡмаһа, рухи яҡтан етлеккән бер йә ике ҡәрҙәште ярҙамға саҡырырға кәрәк. 3) Шунан һуң, кәрәк булһа, һорауҙы өлкәндәр кәңәшмәһенә тапшырырға кәрәк. Шуға барып етһә, өлкәндәр, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, бәхәстә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла һорауҙы тыныслыҡ һаҡлап хәл итергә ярҙам итергә тырышыр. Бәхәстә ҡатнашҡандарҙың берәйһе Изге Яҙмалағы нормаларға ярашлы эш итергә теләмәһә, өлкәндәргә, бәлки, уға ҡарата хоҡуҡ саралары ҡулланырға тура килер.

Ҡайһы ваҡыт ҡанун айырылышыуға, опекунлыҡҡа, алиментҡа, страховка түләүгә, банкротланыуға һәм васыятнамә төҙөүгә ҡағылышлы һорауҙарҙа суд тикшеренеүе үткәреүҙе талап итергә мөмкин. Мәсихсе, һорауҙы мөмкин тиклем бәхәсһеҙ сисергә тырышып, судҡа мөрәжәғәт итһә, ул Павел биргән кәңәшкә ҡаршы килмәй.

Әгәр ҙә көсләү, бала менән аяуһыҙ мөғәмәлә итеү, һөжүм итеү, ҙур күләмдә урлау йә кеше үлтереү кеүек ауыр енәйәт ҡылынһа, был хаҡта хөкүмәткә хәбәр итергә булған мәсихсе Павелдың кәңәшенә ҡаршы килмәй.

14-се бүлек, 14-се абзац

 31 ИБЛИС ТОҘАҠТАРЫ

Эдендағы ваҡиғаларҙан башлап, Иблис кешеләрҙе алдатырға тырыша (Башланмыш 3:1—6; Асылыш 12:9). Ул, фекер йөрөтөүебеҙҙе боҙһа, беҙҙе насар эштәргә этәрә аласағын белә (2 Коринфтарға 4:4; Яҡуб 1:14, 15). Ул сәйәсәт, дин, коммерция, күңел асыуҙар, мәғарифты һәм башҡа күп нәмәне ҡулланып, үҙ фекер йөрөтөүен ҡабул итерлек итеп күрһәтергә һәм беҙгә тағырға тырыша (Яхъя 14:30; 1 Яхъя 5:19).

Кешеләрҙе алдар өсөн ваҡыты әҙ ҡалғанын Иблис белә. Шуға күрә ул, мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе аҙаштырыр өсөн, бөтә көсөн һала. Ул айырыуса Йәһүә хеҙмәтселәрен юлдан яҙҙырырға теләй (Асылыш 12:12). Һаҡ булмаһаҡ, Иблис яйлап ҡына беҙҙең дә фекер йөрөтөүебеҙҙе боҙорға мөмкин (1 Коринфтарға 10:12). Мәҫәлән, Йәһүәнең ниәте буйынса, никах мәңге дауам ителергә тейеш (Матфей 19:5, 6, 9). Бөгөн кешеләрҙең күбеһе никахҡа еңел генә тарҡала торған ваҡытлы союзға ҡарағандай ҡарай. Күп фильмдар һәм телетапшырыуҙар тап шундай ҡарашты тарата. Был донъяның никахҡа ҡарашы беҙгә тәьҫир итергә тейеш түгел.

Иблистең беҙҙе алдар өсөн ҡулланған тағы бер ысулы — бойондороҡһоҙлоҡ рухы (2 Тимофейға 3:4). Һаҡ булмаһаҡ, Йәһүә билдәләгән кешеләрҙең хакимлығын хөрмәт итмәй башлауыбыҙ бар. Мәҫәлән, ағай-ҡәрҙәш йыйылыш өлкәндәре биргән күрһәтмәләргә ҡаршы килә башларға мөмкин (Еврейҙарға 12:5). Йә апай-ҡәрҙәштең ғаиләләге башлыҡ принцибын шик аҫтына ҡуя башлауы ихтимал (1 Коринфтарға 11:3).

Беҙ Иблистең фекер йөрөтөүебеҙгә тәьҫир итеүенә тәүәккәллек менән ҡаршы торорға тейеш. Өҫтәүенә, беҙ Йәһүәнең фекер йөрөтеүен сағылдырырға һәм уйҙарыбыҙҙы «күктәге нәмәләргә» йүнәлтергә теләйбеҙ (Колосстарға 3:2; 2 Коринфтарға 2:11).

16-сы бүлек, 9-сы абзац

 32 ДАУАЛАНЫУ

Беҙ бөтәбеҙ ҙә һау-сәләмәт булырға һәм ауырыған саҡта иң яҡшы дауаланыу алырға теләйбеҙ (Ишағыя 38:21; Марк 5:25, 26; Лука 10:34). Бөгөн табиптар һәм башҡа медицина белгестәре дауаланыуҙың төрлө ысулдарын тәҡдим итә. Дауаланыу ысулын һайлағанда Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу мөһим. Белеүебеҙсә, Алла Батшалығы ғына беҙҙе тулыһынса һауыҡтырасаҡ. Һаулығыбыҙ тураһында сиктән тыш күп ҡайғыртып, Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға теләмәйбеҙ (Ишағыя 33:24; 1 Тимофейға 4:16).

Беҙ ендәрҙең көсө ҡулланылған һәр төрлө дауаланыу ысулынан ситтә торорға тейеш (Ҡанун 18:10—12; Ишағыя 1:13). Шуға күрә берәй дауаланыу ысулына йә дарыуға ризалашыр алдынан, беҙ уның сығышын, ҡулланылышын һәм ендәр менән бәйле түгелме икәнен тикшерер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Шуны онотмаҫҡа кәрәк: ендәр менән бәйле эштәрҙә ҡатнашыуыбыҙҙы Иблис теләй. Берәй дауаланыу ысулына ҡарата әҙ генә булһа ла шик тыуһа, уны ҡулланмау яҡшыраҡ булыр (1 Петр 5:8).

16-сы бүлек, 18-се абзац

^ 98 абз. Ҡайһы бер табиптар ҡандың дүрт төп өлөшөн дә фракциялар тип ҡарай. Шуға күрә, һиңә, бәлки, ҡанды һәм уның дүрт төп компонентын — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманы — үҙеңә ебәрергә ризалашмауыңды табиптарға аңлатырға кәрәк булыр.