Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ БҮЛЕК

Тоғро булығыҙ

Тоғро булығыҙ

«Алла берләштергәнде кеше айырмаһын» (Марк 10:9).

Йәһүә беҙгә «тоғролоҡто һөйөргә» ҡуша (Михей 6:8). Никахта был айырыуса мөһим, сөнки тоғро булмаған кешегә ышаныс юҡ. Ә бер-берегеҙгә ышаныс булмаһа, мөхәббәт һүнә.

Бөгөн никахтағы тоғролоҡҡа ҡурҡыныс янай. Никахты һаҡлап ҡалыр өсөн, ике кәңәште тоторға кәрәк.

1. НИКАХ — ИҢ МӨҺИМ НӘМӘЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Нимә мөһимерәк, шуны айыра белегеҙ» (Филиппийҙарға 1:10). Тормошоғоҙҙа иң мөһим нәмәләрҙең береһе — никахығыҙ, шуға күрә уға бик етди ҡарарға кәрәк.

Йәһүә һеҙҙең тормош иптәшегеҙ хаҡында уйлап һәм уның менән бергә «шатланып йәшәүегеҙҙе» теләй (Вәғәзсе 9:9). Изге Яҙмаларҙан күренгәнсә, ир менән ҡатынға бер-береһен бәхетле итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә һәм бер-береһенә һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк (1 Көринттәргә 10:24). Тормош иптәшегеҙгә уның ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуын һиҙҙерегеҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Даими рәүештә бергә ваҡыт үткәрегеҙ, тормош иптәшегеҙҙе иғтибарығыҙҙан мәхрүм итмәгеҙ

  • «Мин» урынына «беҙ» тип уйларға өйрәнегеҙ

2. ЙӨРӘГЕГЕҘҘЕ ҺАҠЛАҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡарап тороусы һәр кем күңеленән уның менән инде зина ҡылған була» (Маттай 5:28). Әгәр кеше әхлаҡһыҙ уйҙарға бирелә икән, ул тормош иптәшенә тоғро түгел тип әйтеп була.

Йәһүә беҙгә «йөрәгебеҙҙе һаҡларға» ҡуша (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23; Иремия 17:9). Бының өсөн күҙҙәребеҙгә хужа була белергә кәрәк (Маттай 5:29, 30). Әйүп пәйғәмбәрҙән үрнәк алығыҙ. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға енси теләк менән ҡарамаҫ өсөн үҙ күҙҙәре менән килешеү төҙөгән (Әйүп 31:1). Порнографияны бер ҡасан да ҡарамаҫҡа тәүәккәл булығыҙ. Башҡа кешегә романтик хистәр үҫтереүҙән ҡасығыҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙгә тоғро булыуығыҙ башҡаларға ап-асыҡ күренеп торһон

  • Тормош иптәшегеҙҙең тойғоларын иҫәпкә алығыҙ. Әгәр ул һеҙҙең берәй кеше менән аралашыуығыҙ арҡаһында борсолһа, шунда уҡ һәр ҡайһы мөнәсәбәттәрҙе өҙөгөҙ