Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ БҮЛЕК

Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә

Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә

ҠАЙҺЫ бер кешеләр үҙҙәре күрә алған нәмәләргә генә ышана. Әммә был аҡыллы түгел бит. Донъяла күҙгә күренмәгән нәмәләр бик күп, шулай бит? Һин әйтә алаһыңмы, беҙ нимәне күрә алмайбыҙ? ~

Мәҫәлән, үҙебеҙ һулаған һауа тураһында нимә әйтеп була? Беҙ уны һиҙә алабыҙмы? ~ Ә хәҙер, ҡулыңа өрөп ҡара. Һин берәй нимә һиҙәһеңме? ~ Эйе, әммә һауаны күреп булмай, шулай бит? ~

Беҙ күҙгә күренмәгән рухи заттар тураһында инде һөйләшкәйнек. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәре насар, ә ҡайһы берҙәре яҡшы икәнен белдек. Күҙгә күренмәгән яҡшы заттарҙың ҡайһы берҙәрен иҫеңә төшөрә алаһыңмы? ~ Эйе, был — Йәһүә Алла, Ғайса һәм яҡшы фәрештәләр. Ә насар фәрештәләр бармы? ~ Изге Яҙмала бар тип әйтелә. Һин улар тураһында нимә беләһең, әйтеп бирә алаһыңмы? ~

Эйе, насар фәрештәләр ҙә, яҡшы фәрештәләр ҙә беҙҙән күпкә көслөрәк. Бөйөк Остаз фәрештәләр тураһында күп нәмә белгән. Сөнки ерҙә бала булып тыуғансы, ул үҙе лә фәрештә булған. Ул башҡа фәрештәләр менән күктә йәшәгән һәм миллионлаған фәрештәләрҙе белгән. Нисек уйлайһың, бөтә фәрештәләрҙең дә исеме бармы? ~

Беҙ инде Йәһүәнең һәр йондоҙға исем биргәнен белдек. Шуға күрә, һис шикһеҙ фәрештәләрҙең дә исеме бар, тип әйтеп була. Беҙ шулай уҡ уларҙың бер-береһе менән һөйләшә алғанын да беләбеҙ, сөнки Изге Яҙмала, «фәрештәләрҙең телдәре» бар, тиелә (1 Коринфтарға 13:1). Һин нисек уйлайһың, фәрештәләр нимә тураһында һөйләшә? Бәлки, улар беҙҙең турала һөйләшәлер? ~

Беләгәнебеҙсә, Шайтандың фәрештәләре — ендәр беҙҙе Йәһүгә тыңламаусан булырға ҡоторта. Шунлыҡтан улар, күрәһең, беҙҙе дөрөҫ юлдан яҙҙырыу тураһында һөйләшәлер. Улар беҙҙең үҙҙәре кеүек булып китеүебеҙҙе һәм Йәһүәнең башҡа беҙҙе яратмауын теләй. Ә Алланың тоғро фәрештәләре нимә тураһында һөйләшә? Бәлки, улар ҙа беҙҙең турала һөйләшәлер? ~ Эйе. Улар бит беҙгә ярҙам итергә теләй. Әйҙә, ҡайһы бер яҡшы фәрештәләрҙең Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәнен беләйек.

Борон-борон заманда Вавилон ҡалаһында Данил исемле кеше йәшәгән. Шул ҡалала йәшәгән кешеләрҙең күбеһе Йәһүәне яратмаған. Улар хатта, Йәһүә Аллаға доға ҡылған һәр кемде язаға тарттырырға кәрәк, тигән бойороҡ сығарған. Әммә Данил Йәһүәгә доға ҡылыуын дауам иткән. Беләһеңме, шул яуыз кешеләр Данил менән нимә эшләгән? ~

Эйе, яуыз кешеләр Данилды арыҫландар соҡорона ташлаған. Данил бер үҙе генә ас арыҫландар араһында ҡалған. Уның менән нимә булғанын, беләһеңме? ~ Данил: «Аллам, фәрештәһен ебәреп, арыҫландарҙың ауыҙын япты», — тигән. Аптырарлыҡ, әммә йыртҡыстар Данилға теймәгән! Эйе, фәрештәләр Йәһүәнең хеҙмәтселәре өсөн ғәжәп нәмәләр ҡыла ала (Данил 6:18—22).

Алла Данилды нисек ҡотҡарған?

Ә хәҙер Петр менән булған бер хәлде ҡарап сығайыҡ. Ул төрмәгә эләккән. Хәтерләйһеңдер, Петр Бөйөк Остаздың — Ғайса Мәсихтең дуҫы булған. Ҡайһы бер кешеләргә Петрҙың Ғайса тураһында һөйләп йөрөгәне һәм уны Алла Улы тип атағаны оҡшамаған. Шуға күрә улар Петрҙы төрмәгә ултыртҡан. Петр ҡасмаһын өсөн, уны көнө-төнө һалдаттар ҡарауыллаған. Уға кем дә булһа ярҙам итә алғанмы? ~

Петр ике ғәскәри араһында йоҡлап ятҡан, уның ҡулдары бығауланған булған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты ла: „Тора һал!“ — тине».

Алланың фәрештәһе Петрҙы нисек төрмәнән азат иткән?

Шунда Петрҙың ҡулдарынан бығауҙар шыуып төшкән! Фәрештә уға: «Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр», — тигән. Ғәскәриҙәр Петрҙы туҡтата алмаған, сөнки уға фәрештә ярҙам иткән. Петр тимер ҡапҡа янына килеп баҫҡас, кинәт ғәжәп бер нәмә булған: ҡапҡа үҙенән-үҙе асылып киткән! Теге фәрештә Петрҙы, артабан да вәғәзләй алһын өсөн, азат иткән (Ғәмәлдәр 12:3—11).

Алланың фәрештәләре беҙгә лә ярҙам итә аламы? ~ Эйе, ярҙам итә ала. Әммә был улар беҙҙе һәр ауырлыҡтан һәм бәләнән ҡотҡарасаҡ тигәнде аңлатамы? ~ Юҡ. Әгәр беҙ аҡылһыҙ эш итһәк, улар беҙгә ярҙам итмәйәсәк. Ләкин дөрөҫ булғанды эшләһәк тә, беҙ барыбер ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Фәрештәләр беҙҙе насар нәмәләрҙән яҡларға тейеш түгел, сөнки Алла уларға ундай йөкләмә бирмәгән. Ул уларға башҡа бер мөһим эш тапшырған.

Изге Яҙмала бөтә кешеләрҙе лә Аллаға табынырға саҡырған фәрештә тураһында әйтелә (Асылыш 14:6, 7). Ул нисек итеп кешеләрҙе Аллаға табынырға саҡыра? Уны барыһы ла ишетһен өсөн, ул күктән ҡысҡырамы? ~ Юҡ, Ғайсаның шәкерттәре башҡаларға Алла тураһында һөйләй, ә фәрештәләр уларға был эште башҡарырға ярҙам итә. Ерҙә Алла тураһында белем алырға теләгән күп кенә кеше бар. Шул кешеләр Алла менән таныша алһын өсөн, фәрештәләр күп тырышлыҡ һала. Беҙ ҙә вәғәз эшендә ҡатнаша алабыҙ, һәм фәрештәләр беҙгә лә ярҙам итәсәк.

Ә Алланы яратмаған кешеләр беҙгә ҡаршылыҡ күрһәтһә, нимә булыр? Улар беҙҙе төрмәгә ултыртһа, фәрештәләр беҙҙе азат итерме? ~ Эйе, улар азат итә ала. Әммә, улар беҙҙе һәр ваҡытта ла ҡотҡарып торор, тип уйлау дөрөҫ түгел.

Фәрештә Павелға нимә әйткән?

Бер ваҡыт Ғайсаның шәкертен, Павелды, ҡулға алғандар. Уны карапҡа ултыртып, башҡа ҡалаға алып китеп барғанда, диңгеҙҙә көслө дауыл ҡупҡан. Әммә фәрештәләр Павелды азат итмәгән. Ни өсөн? Сөнки башҡа кешеләр ҙә Алла тураһында ишетергә тейеш булған. Фәрештә уға: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең», — тип әйткән. Эйе, Павелды ҡайсарға, бөйөк идарасыға, алып барырға тейеш булғандар. Шулай итеп, ҡайсарға вәғәзләр өсөн, бик яҡшы мөмкинлек тыуған. Фәрештәләр, Павелдың ҡайҙа икәнен һәр ваҡыт белеп, уға ярҙам итеп торған. Беҙ Аллаға ысын күңелдән хеҙмәт итһәк, улар беҙгә лә ярҙам итәсәк (Ғәмәлдәр 27:23—25).

Яҡын киләсәктә фәрештәләр тағы бер мөһим эштә ҡатнашасаҡ. Тиҙҙән бөтә яуыз кешеләр ҙә юҡ ителәсәк. Хаҡ Аллаға табынырға теләмәгән кешеләр һәләк ителәсәк. Шунда, фәрештәләрҙе күрмәгәнгә, уларға ышанмайбыҙ, тигән кешеләр үҙҙәренең ни тиклем ныҡ яңылышҡанын аңлаясаҡ (2 Фессалоникаларға 1:6—8).

Был беҙгә нисек ҡағыла? ~ Беҙ Алланың фәрештәләре яҡлы булһаҡ, улар беҙгә һис шикһеҙ ярҙам итәсәк. Әммә беҙ улар яҡлымы? ~ Эйе, Аллаға хеҙмәт итһәк, беҙ улар яҡлы. Беҙгә башҡаларҙы ла Йәһүәгә хеҙмәт итергә дәртләндерергә кәрәк.

Фәрештәләрҙең кешеләр тормошона нисек тәьҫир иткәнен белер өсөн, Зәбур 34:7; Матфей 4:11; 18:10; Лука 22:43 һәм Ғәмәлдәр 8:26—31-ҙе уҡы.