Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ БҮЛЕК

Алла үҙ Улын онотмаған

Алла үҙ Улын онотмаған

ДУҪЫ Лазарь үлеп киткәс, Ғайса илаған. Ә Йәһүә, Ғайсаның ғазап сигеүен һәм үлеүен күргәндә, нимә хис итте икән? ~ Изге Яҙмала, Алланың «күңелен әрнетеп» була, ул хатта ҡайғырырға ла мөмкин, тип яҙылған (Зәбур 78:40, 41; Яхъя 11:35).

Ҡәҙерле Улының үлеүен күреү Йәһүәгә ниндәй ауыртыу килтергәнен күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы? ~ Ғайса Йәһүәнең үҙ Улын онотмаясағына ышанған. Шуға күрә Ғайса үлер алдынан: «Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам», — тип әйткән (Лука 23:46).

Ғайса Йәһүә уны ҡәберҙә ҡалдырмаясаҡ һәм һис шикһеҙ терелтәсәк икәненә ышанған. Ғайса терелтелгәс, илсе Петр, Изге Яҙмала Ғайса тураһында яҙылғанды өҙөмтә итеп килтереп: «[Ул] үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясаҡ, тәне серемәйәсәк», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 2:31; Зәбур 16:10). Эйе, Ғайсаның тәне серемәгән һәм еҫләнеп тә өлгөрмәгән.

Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса үҙенең шәкерттәренә үлем хәлендә оҙаҡ булмаясағы тураһында әйткән. Ул шулай уҡ: «Әҙәм улы үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ», — тип аңлатҡан (Лука 9:22). Шуға күрә Ғайсаның терелтелеүе шәкерттәр өсөн көтөлмәгән хәл булырға тейеш булмаған. Әммә ысынында улар үҙен нисек тотҡан? ~ Әйҙә, быны беләйек.

Йома көнө, көндөҙгө сәғәт өстә, Бөйөк Остаз яфаланыу бағанаһында үлә. Юғары кәңәшмәнән булған Йософ исемле бер бай кеше Ғайсаға ышана, әммә башҡаларға быны белгертмәй. Ғайсаның үлеме тураһында ишеткәс, ул Рим идарасыһы Пилат янына бара. Ул Пилаттан, Ғайсаның кәүҙәһен бағананан төшөрөп, ерләргә рөхсәт һорай. Һуңыраҡ ул Ғайсаның кәүҙәһен ала ла, бер баҡсалағы ҡәбергә алып китә.

Ғайсаның кәүҙәһен ҡәбергә һалалар һәм ҡәберҙең ауыҙына ҙур таш терәп ҡуялар. Бына өсөнсө көн, йәкшәмбе, килеп етә. Әле таң атмаған, шуға күрә урамда ҡараңғы. Ҡәбер янында һаҡсылар тора. Уларҙы баш руханиҙар ҡуйған. Беләһеңме, ни өсөн? ~

Руханиҙар ҙа Ғайсаның үҙенең терелтелеүе хаҡында әйткәнен ишеткән. Шәкерттәре, кәүҙәне урлап, башҡаларға, Ғайса терелеп торҙо, тип әйтмәһен өсөн, руханиҙар ҡәбер янына һаҡсылар ҡуя. Ҡапыл ер тетрәй башлай. Ҡараңғылыҡта ниндәйҙер яҡтылыҡ балҡый. Был — Йәһүәнең фәрештәһе! Ғәскәриҙәр ҡурҡышынан ҡатып ҡала. Фәрештә, ҡәбер янына килеп, ташты шылдыра. Әммә ҡәбер инде буш!

Ни өсөн ҡәбер буш? Нимә булған?

Һуңыраҡ илсе Петр: «Алла шул Ғайсаны үленән терелтте», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 2:32). Алла, Ғайсаны терелтеп, уға әле ергә килгәнсе булған тәненә оҡшаш тән биргән. Терелтелгәс, Ғайсаның, фәрештәләрҙеке кеүек үк, рухи тәне булған (1 Петр 3:18). Кешеләр уны күрә алһын өсөн, хәҙер уға кеше тәнендә күренергә кәрәк булған. Нисек уйлайһың, ул кеше тәнендә күренгәнме? ~ Әйҙә, быны беләйек.

Таң ата. Ғәскәриҙәр инде киткән. Магдалалы Мәрйәм һәм Ғайсаға иман иткән башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҡәбер янына бара. Юлда барғанда улар: «Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән?» — тиешәләр (Марк 16:3). Әммә ҡәбер янына килгәс, улар таштың инде шылдырылғанын, ә ҡәберҙең буш булғанын күрә! Ғайсаның кәүҙәһе бер ҡайҙа ла юҡ! Магдалалы Мәрйәм, барыһын да һөйләп бирер өсөн, шунда уҡ Ғайсаның илселәре янына йүгерә.

Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҡәбер янында ҡала. Улар: «Ғайсаның кәүҙәһе ҡайҙа икән?» — тип аптырай. Ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә була. Был — фәрештәләр! Улар: «Ниңә һеҙ Ғайсаны бында эҙләйһегеҙ? — тип һорай. — Ул терелтелде. Тиҙерәк барығыҙ һәм уның шәкерттәренә был хаҡта хәбәр итегеҙ». Был ҡатын-ҡыҙҙар бик шәп йүгергәндер! Юлда уларға бер кеше осрай. Беләһеңме, кем ул? ~

Был — кеше тәнендәге Ғайса! Ул да ҡатын-ҡыҙҙарға: «Барығыҙ, шәкерттәремә хәбәр итегеҙ!» — тип әйтә. Ҡатындар бик шатлана. Улар, шәкерттәрҙе табып: «Ғайса иҫән! Беҙ уны күрҙек!» — тигән шатлыҡлы хәбәр еткерә. Мәрйәм ҡәберҙең буш булыуы тураһында Петр менән Яхъяға һөйләп биргән инде. Рәсемгә ҡара. Петр менән Яхъя ҡәбер эсенә инә. Ғайсаны төрөп һалған етен туҡыма ғына ятҡанын күргәс, улар нимә уйларға ла белмәй. Улар Ғайсаның тере икәненә ышанырға теләй, әммә, был мөмкин түгел, тип уйлай.

Петр менән Яхъя, моғайын, нимә тураһында уйлай?

Һуңыраҡ, шул уҡ йәкшәмбе көнө, Ғайса Еммаус ауылына юл тотҡан ике шәкертенә күренә. Ғайса улар менән һөйләшеп бара. Әммә уның тәне элекке тәненә оҡшаш булмағанға күрә, улар уны танымай. Ғайса улар менән бергә ашарға ултырып доға ҡылғас ҡына, улар уны таный. Улар шул тиклем ҡыуана, хатта кире Иерусалимға ҡайтырға ашыға! Ә Иерусалимға барып етер өсөн оҙон ғына юл үтергә кәрәк! Күрәһең, күп тә үтмәҫтән, Ғайса Петрға күренә һәм үҙенең тере булыуын иҫбатлай.

Шул уҡ көндөң кисендә күп кенә шәкерттәр бер бүлмәлә йыйыла. Ишектәр яҡшылап бикләнгән. Әммә ҡапыл әллә ҡайҙан Ғайса килеп сыға! Хәҙер бөтөнөһө лә Бөйөк Остаздың ысындан да тере булыуына инана. Улар бик ныҡ шатлана! (Матфей 28:1—15; Лука 24:1—49; Яхъя 19:38—20:21)

40 көн дауамында Ғайса шәкерттәренә, үҙенең тере икәнен күрһәтер өсөн, төрлө тәндәрҙә күренә. Шунан һуң ул, ерҙе ҡалдырып, күккә, үҙенең Атаһы янына ҡайта (Ғәмәлдәр 1:9—11). Тиҙҙән шәкерттәр башҡаларға Алланың Ғайсаны үленән терелткәне хаҡында һөйләй башлай. Руханиҙар уларҙы хатта туҡмаһа ла, ә ҡайһы берәүҙәрен үлтерһә лә, улар вәғәзләүҙән туҡтамай. Шәкерттәр шуны белә: әгәр улар үлһә, Алла уларҙы үҙ Улын терелткән һымаҡ терелтәсәк.

Кешеләр, Ғайсаның терелеүен иҫкә алғанда, ғәҙәттә, нимә тураһында уйлай? Ә һин нимә тураһында уйлайһың?

Ғайсаның беренсе шәкерттәре бөгөнгө күпселек кешеләрҙән ни тиклем айырылып тора! Ҡайһы бер илдәрҙә кешеләр йыл һайын Ғайсаның терелеүен иҫкә алғанда, күбеһенсә пасха ҡуяндары һәм буялған пасха йомортҡалары тураһында ғына уйлай. Әммә Изге Яҙмала был хаҡта бер нәмә лә әйтелмәй. Унда Аллаға хеҙмәт итеү тураһында әйтелә.

Беҙ ҙә башҡаларға Алланың, мөғжизә ҡылып, үҙенең Улын терелткәне тураһында һөйләһәк, Ғайсаның шәкерттәренән өлгө алырбыҙ. Беҙ бер ҡасан да, хатта беҙгә үлем менән янаһалар ҙа, ҡурҡырға тейеш түгел. Үлһәк тә, Йәһүә беҙҙе онотмаясаҡ һәм Ғайсаны терелткән һымаҡ терелтәсәк.

Алланың үҙ хеҙмәтселәрен иҫендә тотоуын һәм хатта үлгәндәрҙе терелтәсәген белеү беҙҙе ни тиклем ныҡ шатландыра, шулай бит? ~ Шуның өсөн, әйҙә, Йәһүәне нисек һөйөндөрөп булғаны тураһында күберәк белергә тырышайыҡ. Ә Йәһүәне һөйөндөрөп булғаны хаҡында һин белә инеңме? ~ Әйҙә, был турала киләһе бүлектән беләйек.

Ғайсаның терелеүенә ышаныу беҙҙең өмөтөбөҙҙө һәм иманыбыҙҙы нығыта. Ғәмәлдәр 2:22—36; 4:18—20 һәм 1 Коринфтарға 15:3—8, 20—23-тө уҡы.