Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Балаларыбыҙ нимәгә мохтаж?

Балаларыбыҙ нимәгә мохтаж?

АТАЙ йә әсәй булып киткән һәр кеше ғәжәп процеста ҡатнаша. Кеше ул процестың асылын тулыһынса аңлай алмай. Әсә ҡарынында яңы кешегә башланғыс һалына, һәм яңы был кешелә атайҙың да, әсәйҙең дә өлөшө бар. Баланың донъяға килеүен кешеләрҙең «мөғжизә» тип атауы бер ҙә аптырарлыҡ түгел.

Шуны әйтергә кәрәк: бала тыуыуы менән ата-әсәләр өсөн яуаплылыҡ әле башлана ғына. Башта сабыйҙар тулыһынса ата-әсә ҡайғыртыуына мохтаж, әммә үҫә барған бала хаҡында физик яҡтан ҡайғыртыу ғына етмәй. Уларға шулай уҡ аҡыл һәләтен үҫтереүҙә, эмоциональ, әхлаҡи һәм рухи яҡтан үҫеүҙә ярҙам кәрәк.

Бала һәр яҡлап үҫһен өсөн, уға ата-әсәһенең яратыуы кәрәк. Әлбиттә, мин һине яратам, тип әйтеү мөһим, әммә яратыуҙы эштәр менән күрһәтергә кәрәк. Эйе, балалар ата-әсәһенең яҡшы өлгөһөнә мохтаж. Уларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләргә һәм йәшәү принциптарына өйрәтергә кәрәк. Балаларҙың сабый сағынан уҡ быларҙың барыһын эшләй башлау мотлаҡ, сөнки аҙаҡ һуң булырға мөмкин. Әгәр был яҡтан ата-әсәләр көс һалмаһа, йыш ҡына был өмөт өҙөлөүгә һәм йән әрнеүенә килтерә.

Иң яҡшы принциптар Изге Яҙмала яҙылған. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тәрбиә сағыштырғыһыҙ өҫтөнлөккә эйә. Ундай тәрбиә ярҙамында бала үҙенә бирелгән өгөт-нәсихәт кешенән түгел, ә Барлыҡҡа килтереүсенән, күктәге Атанан, килә икәнен аңлай. Ә ундай кәңәштәрҙең тиңе юҡ!

Дөрөҫ нормаларҙы иҫтә тотоу һәм улар буйынса йәшәү мөһимлеген баланың күңеленә һеңдерергә кәрәк, һәм Изге Яҙма ата-әсәләрҙе был йәһәттән көс йәлләмәҫкә дәртләндерә. Әммә балалар үҫә барған һайын улар менән мөһим һорауҙар буйынса фекер алышыу ҙа ҡатмарлана бара. «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән ошо китап шундай ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеү маҡсатында сығарылған. Был китаптағы материал һеҙгә балағыҙ менән бергә уҡыр өсөн рухи аҙыҡ булып торасаҡ. Улай ғына ла түгел, уның ярҙамында һеҙ балағыҙ менән бергә ҡыҙыҡлы итеп фекер алыша алырһығыҙ.

Һеҙ иғтибар итерһегеҙ, был китап баланы үҙ фекерен әйтергә дәртләндерә. Текста күп кенә һорауҙар осрай, һәм һәр һорауҙан һуң тильда билдәһе (~) ҡуйыла. Был билдә һорауҙы уҡығандан һуң, туҡтап, баланың үҙ фекерен әйтеүен көтөргә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Балалар һорауҙарға яуап бирергә ярата. Ә инде фекер алышыуҙа баланы ҡатнаштырмаһаҡ, тиҙ арала уның ҡыҙыҡһыныуы юғаласаҡ.

Ә иң мөһиме, был һорауҙар ярҙамында һеҙ үҙ балағыҙҙың күңелендә нимә ятҡанын белерһегеҙ. Әлбиттә, балағыҙ дөрөҫ булмаған яуап бирергә лә мөмкин. Әммә һәр һорауҙан һуң яҙылған материал балағыҙға дөрөҫ фекергә килергә ярҙам итер.

Ошо китапта 230-ҙан ашыу һүрәт бар! Һүрәттәрҙең күбеһенә һорау йәиһә аңлатма килтерелә. Улар баланы күргәндәренә һәм уҡығандарына нигеҙләнеп үҙ фекерен әйтергә дәртләндерә. Шуға күрә һүрәттәрҙе балағыҙ менән бергә ентекләп ҡарағыҙ һәм фекер алышығыҙ. Улар балаға фәһем алыр өсөн яҡшы күргәҙмә материал булып тора.

Бала уҡырға өйрәнгәс, уны был китапты һеҙҙең үҙегеҙгә ҡысҡырып уҡырға, шулай уҡ үҙ аллы уҡырға дәртләндерегеҙ. Китапты күберәк уҡыған һайын ундағы яҡшы кәңәштәр уның күңеленә һәм аҡылына күберәк һеңер. Әммә үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙ нығынһын өсөн, был китапты бергәләп һәм даими рәүештә уҡығыҙ.

Бөгөн бер нисә тиҫтә йыл элек күҙ алдына ла килтерә алмаған хәлдәр күҙәтелә: балалар енси әхлаҡһыҙлыҡҡа, спиритизм һәм башҡа ерәнгес эштәргә йәлеп ителә. Шунлыҡтан улар яҡлауға мохтаж. Был китапта бөтә һорауҙар итәғәтлелек менән һәм шул уҡ ваҡытта туранан-тура аңлатыла. Әммә барыһынан да бигерәк балаларҙы бөтә зирәклек Сығанағы Йәһүә Аллаға, күктәге Атайыбыҙға, мөрәжәғәт итергә дәртләндерергә кәрәк. Бөйөк Остаз, Ғайса, тап шулай эшләгән дә. Был китап үҙегеҙгә лә, ғаиләгеҙгә лә йәшәү рәүешегеҙ менән Йәһүәне шатландырырға ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ. Был һеҙгә мәңге фатихалар килтерһен!